Әлифба байрамы
материал (1 класс) на тему

                 Әлифба байрамы

 

“Хәрефстан иле”нә сәйәхәт

 

 

Байрам бөгөн, байрам беҙҙә!

Көттөк һине йыл буйы.

Ҡотло булһын, ҡотло булһын,

Беҙҙең Әлифба байрамы!

 

Бөгөн беҙҙә тантана

Моңһоу ҙа ул, йәмле лә,

Әлифбабыҙ китә беҙҙән

Был көн ҡалыр хәтерҙә.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл alifba_bayramy.docx24.12 КБ

Предварительный просмотр:

                         Әлифба байрамы

“Хәрефстан иле”нә сәйәхәт

Байрам бөгөн, байрам беҙҙә!

Көттөк һине йыл буйы.

Ҡотло булһын, ҡотло булһын,

Беҙҙең Әлифба байрамы!

Бөгөн беҙҙә тантана

Моңһоу ҙа ул, йәмле лә,

Әлифбабыҙ китә беҙҙән

Был көн ҡалыр хәтерҙә.

 Уҡытыусы һүҙе.

Ҡәҙерле уҡыусыларым, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам- Әлифба байрамы! Әле 1 сентябрь иртәһендә генә мәктәп тупһаһынан тәүге тапҡыр атлап кергән бәләкәй дуҫтарыбыҙ бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итәләр.

Эйе, хәрефтәрҙе таныу, ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, уҡырға өйрәнеү еңел булманы. Әммә һеҙ тырыштығыҙ, өйрәндегеҙ. “Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”- тиҙәр. Булдырҙығыҙ! Бөгөн беҙҙең синыфтағы барлыҡ балалар ҙа уҡый, яҙа, иҫәпләй беләләр.

Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! Балаларҙың әлифбаны тырышып үҙләштереүендә һеҙҙең өлөш бик ҙур! Һеҙгә лә бик ҙур рәхмәт!

Бөгөн һеҙҙең байрам, беҙҙең байрам, барыбыҙҙың да байрамы.

Башҡортостан – көслө ил

Бөтәһенән байыраҡ.

Сәскәләре сағыуыраҡ

Ҡояшы ҡыҙыуыраҡ.

Йәшел, ҡалын урманлы

Уралымдан уңғанмын.

Әл дә башҡорт булғанмын

Ярай һин дә тыуғанмын.

Донъяла иң – иң матур ил

 Ул минең туған илем!

 Донъяла иң – иң матур тел

Ул минең туған телем.

Йыр «Ерем,илем,телем» Р.Шәкүр һүҙҙәре, М.Сәлимов муз.

   

 Убырлы:

Монасип мәктәбендә Әлифба байрамы икән. А-ах, көнләшәм шул кешеләрҙән, уҡырға, яҙырға өйрәнәләр ҙә, әллә ниҙәр, әллә ниҙәр беләләр. Матур кейенәләр, уҡығас яҡшы өйҙәрҙә торалар, рәхәтләнеп эшләйҙәр. Ә мин ятам урманда ҡырағайланып. Миңә бер ҡош телендәй саҡырыу ебәреүҙән ҡағыҙығыҙ бөтөр инеме, һеҙҙә лә кризис түгелдер бит? Бына ҡыҙыҡ итәм әле үҙегеҙҙе. Тылсымым менән байрамығыҙҙы өҙәм дә китәм.

1 уҡыусы:

Ғәфү ит инде беҙҙе, Убырлы! Башҡа байрам үткәргәндә саҡырырбыҙ. Байрамыбыҙға ҡамасаулама.

Убырлы:

Ярай инде, был юлы ғәфү итермен, тик бер шартым бар. Мин һеҙгә эштәр алып килгән инем. Шуларға дөрөҫ яуап бирһәгеҙ, байрамығыҙҙы дауам итерһегеҙ. Һеҙ ризамы?

Уҡыусылар:

Риза, риза, Убырлы!

Убырлы:

-Алфавитта барыһы нисә хәреф?

- Ике өндө белдергән хәрефтәрҙе әйтегеҙ.

-Әлифбалағы бер шиғырҙы ятлап күрһәтегеҙ.

-Кем тапҡыр, кем зирәк

 Һынап ҡарайыҡ әйҙәгеҙ.

 Мин йомаҡтар әйтәйем,

 Һеҙ яуабын әйтегеҙ

  1. Һәр көн кәрәк өҫтәлдә

Беҙгә ҡеүәт өҫтәргә.(Икмәк)

  1. Йылы яҡтарҙа йәшәй,

     Ауыр йөктәр ҙә ташый.(Фил)

  1. Без-без безелдәп,

     Ҡорттар йыялар мине.

     Һалҡын тейеп ауырығанда

     Дауалайым мин һине. (Бал)

  1. Һин йоҡлағас, тәҙрә артында

Йылмайып ҡарай һиңә.(Ай)

      Убырлы: Мин һеҙҙең бик зирәк, бик тапҡыр икәнлегегеҙҙе белдем. Әйҙәгеҙ әле, минең мәсьәләләрҙе сисегеҙ.

  1. Терпе бәшмәккә барҙы,

9 аҡ бәшмәк тапты.

          3-тө ҡуйҙы энәһенә,

          Ҡалғанын кәрзиненә.

          Терпе нисә бәшмәкте

          Кәрзиненә ҡуйҙы?(6)

7 малай урамға

Сыҡты футбол уйнарға.

Өсәү килде тағын да,

Иҫәплә һин барын да.(10)

  1. Аҡ ҡайында өс турғай,

Түбәндә биш сыйырсыҡ.

Әйтмәҫ микән берегеҙ-

Барыһы нисә ҡошсоҡ?(8)

  1. Айҙар китте урманға,

Тәмле еләк йыйырға.

Бына ун елән тапты,

Бишәүһен үҙе ҡапты.

Нисә ҡалыр силәктә?

Уйла, тиҙрәк иҫәплә!(5)

Быларҙы бер нисек тә еңеп булмай бит! Рәхмәт балалар! Булдырҙығыҙ. Былай  булғас байрамығыҙҙы дауам итә алаһығыҙ. Мин бик шат. Миңә әкиәтемә китергә ваҡыт етте. Һау булығыҙ!

Уҡытыусы:

  •  Бөгөн беҙ һеҙҙең менән “Хәрефстан” тигән илгә сәйәхәткә сығабыҙ. Унда һеҙгә инде таныш булған 42 бер туған хәреф  йәшәй. Улар барыһы ла бик эшсән, матур, аҡыллы.
  •  Был поездға ултыраһы станцияның исеме әлегә билдэле түгел.

Аҙ ҙа тугел, күп тә түгел,

42 ул теп-теүәл.

Тәртип менән теҙегеҙ,

Рәттән әйтеп бирегеҙ

Уны белә һәр бала,

Был рәт ни тип атала?(Алфавит)

    Уҡытыусы:

Бына хәҙер юлға ҡуҙғала алабыҙ.

     

     

I туҡталыш “Шиғриәт” станцияһы.

(Әлифба китабынан шиғырҙар)

II туҡталыш “Тапҡырлыҡ” станцияһы.

  1. Кескенә йорт,

     Эсе тулы ҡорт.(ҡыяр)

  1. Үҫкәндә япрағын ашайҙар,

     Үҫеп еткәс үҙен ашайҙар.(һуған)

  1. Ер аҫтында алтын ҡаҙыҡ-

       Бик тәмле тамыраҙыҡ.(кишер)

  1. Ултыра бер аҡ сүлмәк

       Өҫтөнә кейгән йөҙ күлмәк.(кәбеҫтә)

  1. Түңәрәк-ай түгел,

     Һары-ҡояш түгел,

     Тәмле-шәкәр түгел,  

     Ҡойроҡло-сысҡан түгел.(шалҡан)

  1. Тышы йәшел, эсе ҡыҙыл,

     Йылы яҡтарҙа үҫә.

     Бигерәк тәмле, бигерәк һутлы!-

     Исемен әйт әле белһәң!(ҡарбуз)

  1. Йәйен һоро, ҡышын аҡ,

     Ҡылый күҙ, оҙон ҡолаҡ.(ҡуян)

  1. Бер нәмә тегә белмәй,

     Энәләр тағып йөрөй.(терпе)

  1. Үҙе ул бал ярата,

     Ҡыш буйы йоҡлап ята.(айыу)

  1. Һоролор төҫө.

       Үткерҙер теше,

       Урманда йөрөй.

       Быҙауҙар эҙләй.(бүре)  

   Береһе көндө ярата,

Береһе төндө ярата.

Икеһе лә донъяға

Яҡты нурҙар тарата.(Ай һәм Ҡояш)

Алмаш-тилмәш өс күҙ яна:

Йәшел, һары һәм ҡыҙыл.

Урамда иҫән йөрөргә

Булыша ул көн оҙон.(Светофор)

Ағас түгел-япраҡлы,

Тун түгел-тегелгән.(китап)

Ултырабыҙ урманда

Ап-аҡ эшләпә кейеп.

Киптерә лә, ҡыҙҙыра ла

Кешеләр беҙҙе йыйып.(бәшмәк)

  • Афариндар.

 III туҡталыш “Хәрефстан иле”

Уҡытыусы:

Балалар! Иғтибар! Алдыбыҙҙа “Хәрефстан иле”. Бында беҙҙең Әлифбабыҙ һәм яратып уҡыған башҡа китаптарыбыҙ йәшәй.

Балаларҙың ҡаршыларына “Әлифба” килеп сыга.

Әлифба:

Һаумыһығыҙ, балалар! “Хәрефстан” иленә рәхим итегеҙ! Был илдә мин һеҙгә өйрәткән бик шуҡ, бик шаян хәрефтәр йәшәй. Әгәр улар һеҙҙең ғүмерлек юлдашығыҙ булһын тиһәгеҙ, үҙ һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтегеҙ әле.

Йылы һүҙҙәр әйткем килә

Һиңә изге «Әлифбам»

Үҙем күпме йәшәгәнсә

Һине һис бер онотмам.

«Һә»тигәнсе уҡып бирәм

Әлифбаның биттәрен

Әкиәттәрен һөйләйем мин

Һәр көн һайын кистәрен.

Мин был китапты яраттым,

Хәрефтәрен өйрәндем.

Ғорур әйтәм уҡый беләм

Таң ҡалдырып һәр кемде.

Шуға күрә әйтәм уға:

  • Рәхмәт,һиңә, Әлифба!

Беренселә уҡығас мин

Бик күп белемгә эйә.

«Улым минең, афарин!» - тип

Әсәйем маҡтап һөйә.

Әлифбаның биттәрендә

Йәнле хәрефтәрҙе.

Һәр йыл һайын беренселәр

Шатланып уны уҡый.

Ошо изге биттәреңдән

Өйрәндем хәрефтәрҙе.

Асҡан һайын шул биттәрҙе

Арттырам белемдәрҙе.

Йыр «Әлифба»

Әлифба

  • Афарин! Кескәй дуҫтарым, рәхмәт һеҙгә лә

 хәрефтәремде уҡый белгәнгә. Минең шатлығым бик ҙур. Һеҙ мине уҡырға өйрәндегеҙ. Миңә китергә  ваҡыт етте. Һау булығыҙ.

Уҡытыусы: Ҡәҙерле балалар! Әлифбаны өйрәнеүҙә ата-әсәйҙәребеҙҙең ярҙамы ҙур булды. Әйҙәгеҙ уларға рәхмәтебеҙҙе белдерәйек.

Хәҙер әсәй мин ҙур үҫтем

Уҡый-яҙа беләмен.

Әлифбаның шиғырҙарын

Ятҡа һөйләп бирәмен.

Һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе

Еткерәбеҙ һәммәбеҙ.

Оло ярҙамығыҙ өсөн

Башыбыҙҙы эйәбеҙ!

Йыр «Баласак   утрауы»

 - Байрамыбыҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Әлифба байрамы

Праздник букваря проводится в 1-м классе.Әлифба байрамы на башкирском языке,проводилась в середине февраля,когда научились читать и писать.На праздник приглашаются родители.Дети показывают чему ...

Әлифба байрамы

Праздник прощания с букварем на башкирскомя языке...

Сценарий "Әлифба байрамы"

"Праздник Букваря" Әлифба байрамы (на башкирском языке)Для скачивания презентации на "Праздник букваря" пройдите по ссылке, которая указана ниже:https://cloud.mail.ru/public/2Bvs/LbzyGkRwr...

Әлифба байрамы

Үтелгәндәрҙе нығытыу менән бергә яңы ҡорама ҡорау биҙәге өйрәнеү...

Әлифба байрамы

Әлифбанан хәрефтәрҙе үтеп бөткәс үткәрелгән иртәлек...

"Әлифба байрамы" сценарийы

ӘЛИФБА байрамы сценарийы...

Әлифба байрамы.

Беренсе класс өсөн Әлифба байрамына сценарий....