“Кем хеҙмәткә күнмәй, шуға бәхет ҡунмай” Класс сәғәте.
классный час (4 класс)

Аккубакова Науфиля Фаязовна

Ике төрлө тәрбиәләнгән кеше бергә йәшәй башлай. Ғаилә булғас, күп эштәрҙе бергә эшләргә, берегеҙ бушамағанда икенсеһе унын эшен эшләп торорға кәрәк. Бер кешенең үҙенә генә донъя көтөүе бик ауыр. Шуға ла Наил менән Наилә бергә йәшәп китә алмай.Ошо темаға әңгәмә ҡороу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл klass_sgte_kem_hezmtk_kunmy_shuga_bhet_kunmay.docx17.75 КБ

Предварительный просмотр:

Класс сәғәте “Кем хеҙмәткә күнмәй, шуға бәхет ҡунмай”

Маҡсат:

  1. Хеҙмәткә һөйөү уятыу;
  2. Киләсәк тураһында уйланырға өйрәтеү;
  3. Хеҙмәт тураһында мәҡәлдәрҙе дауам итеү.

Йыһазландырыу:

   Хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр яҙылған плакаттар;

1.Балам  уҡыһын , тип, йорт эштәренән азат итеү

2.Бала хеҙмәт күнекмәһе алыуҙан мәхрүм булыу

3.Был хәл башҡаларға һалышыу ғәҙәтен барлыҡҡа килтереү

4.Үҙ аллы тормош көтә башлағас өлгөрмәү, эш һөҙөмтәһен күрмәү, эштән тиҙ генә ялҡыу кеүек күренештәргә тап булыу.

5.Әллә, ысынлап та, йорт тирәһендәге эштәр, аш-һыу әҙерләү, һауыт-һаба йыуыу кеүек эштәрҙең хеҙмәткә бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡмы?

6.Хеҙмәткә өйрәтеү өсөн әһәмиәтле эштәр генә башҡарырға кәрәкме?

Класс сәғәтенең барышы. Ойоштороу моменты.

  1. Инеш һүҙ.

- Ҡәҙерле уҡусылар!Бөгөнгө класс сәғәтендә асыҡтан-асыҡ әңгәмә ҡорорбоҙ. Ул хеҙмәт тәрбиәһе тураһында буласаҡ. Әңгәмә алдынан һеҙгә бер нисә һорау тәҡдим итәм (уҡып сығалар).

- Белем алыуҙы энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиңләйҙәр. Дөрөҫ, хәреф таный башлағандан алып аҙ-аҙлап ғилем туплай килеү – бик аҙаплы һәм ауыр хеҙмәт. Быны бөгөн атай-әсәйҙәр бик яҡшы аңлай һәм балаларын уҡытырға, юғары белем бирергә  теләгәндәре уҡыу өсөн бөтә шарттар булдырырға тырышалар. Әммә ҡайһы бер атай-әсәйҙәр шарт тыуҙырыуҙы уҡыуға ҡағылмаған бар хеҙмәттәрҙән дә бушатыу тип аңлай. Өйҙә бик бәләкәй генә йомоштарҙан ҡул бушатыуҙы, бигерәк тә сирек аҙаҡтарында, имтихан башланған осорҙа, баланы фәҡәт китап тотороп ултыртыуҙы хуп күрәләр.

  1. Ә хәҙер мин һеҙгә бер ваҡиға уҡыйым.(“Киске Өфө”, 20 август-3 сентябрь, 2004. “Кем хеҙмәткә күнмәй, шуға бәхет ҡунмай”).
  2. Мәҡәлә буйынса әңгәмә ҡороу.

- Мәҡәлә оҡшанымы?

- Ике төрлө тәрбиәләнгән кеше бергә йәшәй башлай. Ғаилә булғас, күп эштәрҙе бергә эшләргә, берегеҙ бушамағанда икенсеһе унын эшен эшләп торорға кәрәк. Бер кешенең үҙенә генә донъя көтөүе бик ауыр. Шуға ла Наил менән Наилә бергә йәшәп китә алмай.

- Наил нисек тәрбиәләнә?

- Наилә нисек?

-“Һөнәрҙең артығы юҡ. Өйрәнеп ҡуй. Бер кәрәкмәһә, бер кәрәгер”- тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

  1. Йомғаҡлау.

-  Шулай итеп, баланы артыҡ ҡурсалау, бәләкәйҙән хеҙмәт күнекмәһе бирмәү  арҡаһында килеп сыға бындай күңелһеҙ хәлдәр. Халыҡта: “Эшең миңә булһа, өйрәнеүең үҙең өсөн”- тигән бик дөрөҫ әйтем бар. Был әйтемдә “Өйрәнеүең” тигән һүҙ эшкә өйрәнеүеңде тигән генә түгел, ә эшләп өйрәнеү, хеҙмәт күнекмәһе алыу тигән мәғәнәне лә үҙ эсенә ала.

  1. Өй  эше.  Әле һөйләшкәндәр хаҡында уйлап ҡарағыҙ һәм бирелгән һорауҙарға яуап табығыҙ. Атай-әсәйҙәрегеҙ менән һөйләшегеҙ. Улар ниндәй фекерҙә икән?Үҙегеҙ ниндәй тәрбиә алаһығыҙ, Наил кеүекме, әллә Наилә һымаҡмы?

  1. Мәҡәлдәрҙе  дауам итегеҙ:

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.

Эш бөткәс, уйнарға ярай.

Эш оҫтанан ҡурҡа.

Эше барҙың ашы бар.

Эшләһәң, эш ҡарышмай.

Эшсән бәхетте эштән эҙләр, эшкинмәгән ситтән эҙләр.

Эште эшләгән кеше өҫтөнә өйәләр.

Эшһеҙгә көн үтмәй, эшлегә көн етмәй.

Ҡалған эшкә ҡар яуа.

Аштан ҡалһаң да эштән ҡалма.

Эшләгән кеше туҡ булыр, эшләмәгән юҡ булыр.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок литературного чтения в 3-4 классах по темам "Мари калык муро. Мыскара влак." (3 класс), "Мари калык муро. Такмаквлак." (4 класс)

Урок проводится в малокомплектной школе на марийском языке. Урок посвящен использованию культуры, обычаев, традиции марийского народа в учебно-воспитательной работе. Культурно- педагогическое наследие...

Разработка урока литературного чтения во 2 классе Автор Пушкарных Людмила Ивановна, учитель начальных классов МОУ «СОШ № 17» г. Палласовки Волгоградской области 2 «А» класс 2010/2011 учебный год УРОК ЛИТЕРАТУРНОГО ЧТЕНИЯ (2 КЛАСС, СИСТЕМА Л.В. ЗАНКОВ

Разработка урока литературного чтения во 2 классеАвтор Пушкарных Людмила Ивановна,учитель начальных классовМОУ «СОШ № 17»г. Палласовки Волгоградской области2 «А» класс 2010/2011 учебный год...

Конспект урока по русскому языку в классе комплекте (1-2 класс) Тема урока: 1 класс Прописная буква З. 2 класс Проверяемые и не проверяемые гласные в корне слова

Конспект урока по русскому языку в классе комплекте (1-2 класс). По теме: 1 класс Правописание буквы З. 2 класс Проверяемые и непроверяемые гласные в корне слова. Поможет учителю при работе с двумя кл...

Примеры математических ребусов: 1 класс, 2 класс, 3 класс, 4 класс, в картинках, с ответами

Родина ребуса — Франция. Именно в этой стране в 16 веке был издан первый сборник ребусов, составленный Этьеном Туаро. В переводе с латинского rebus означает — «при помощи вещей». К настоящему времени ...

Технологическая карта изучения темы по математике "Разряды и классы. Класс единиц и класс тысяч" 3 класс

Технологическая карта изучения темы по математике "Разряды и классы. Класс единиц и класс тысяч" 3 класс...