Урок башкирского (родного) языка в 1 классе :"Әлифба [б] өнө. Б б хәрефе."
план-конспект урока (1 класс) по теме

Валиахметова Фанира Камиловна

урок башкирского языка . Знакомство с буквой Бб

Скачать:

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

 б  өнө. Бб хәрефтәре . Әлифба 1 класс

Слайд 2

Ҡыңғырау шылтырағас, Беҙ ултырҙыҡ дәрескә. Китап, дәфтәрҙәр әҙер Тотонабыҙ беҙ эшкә. Бөгөн беҙҙә башҡорт теле. Яратам һине телем! Рәхмәт һиңә! Һинең аша Алам мин яҡшы белем! Башҡорт теле ниҙән кәм тип, Һәр кемдә уянһын сәм, Үҙ телен онотҡан йәндең Тормошонда булмаҫ йәм!

Слайд 3

Бик эшсән бер халыҡ Беҙгә бирә татлы аҙыҡ, Сәскәләрҙән һут йыя, Матур кәрәҙҙәр ҡоя. Кәрәҙҙәрен мөлдөрәмә Балға тултырып ҡуя. Баҡсала ғына йорто, Ә исеме – …

Слайд 4

Эй бал ҡортом, бал ҡортом , Эш һөйөүсе бал ҡортом.

Слайд 5

Слайд 6

Слайд 7

Слайд 8

Һүҙҙәр уйла А Ә М К Г

Слайд 9

өндәр

Слайд 10

- А Л

Слайд 11

- И Л

Слайд 12

Слайд 13

А О У Ы

Слайд 14

Ә Ө Ү И

Слайд 15

бал бала болон бул була балауы бүл бүлә батман

Слайд 16

Балауы -

Слайд 17

битлек

Слайд 18

Яҙырға өйрәнәйек!

Слайд 19

Дөрөҫ ултыр!

Слайд 20

Слайд 21

Слайд 22

Балбикә менән Балбай мажаралары

Слайд 23

Слайд 24

Слайд 25

http://fotoramochki.com/besplatnye-detskie-ramki.html - рамочка для первого слайда http://images.yandex.ru/yandsearch?text=%D0%BC%D1%8B%D1%88%D0%B8 – картинки для слайдов № 6, 7, 8, 9 http://www.lenagold.ru/fon/clipart/alf.html - шары http://images.yandex.ru/yandsearch?text=%D0%B4%D0%B5%D1%82%D0%B8%20%D1%80%D0%B8%D1%81%D1%83%D1%8E%D1%82%20%D0%BA%D0%B0%D1%80%D1%82%D0%B8%D0%BD%D0%BA%D0%B8&stype=image&lr=48&noreask=1 – картинка ребёнка к слайду №10 http://images.yandex.ru/yandsearch?text=%D0%BA%D0%B0%D1%80%D1%82%D0%B8%D0%BD%D0%B0%20%D1%82%D1%80%D0%B8%20%D0%B1%D0%BE%D0%B3%D0%B0%D1%82%D1%8B%D1%80%D1%8F%20%D0%B8%D0%BB%D0%BB%D1%8E%D1%81%D1%82%D1%80%D0%B0%D1%86%D0%B8%D1%8F%20%D0%BA%D0%B0%D1%80%D1%82%D0%B8%D0%BD%D0%BA%D0%B8&stype=image&lr=48&noreask=1#!/yandsearch?text=



Предварительный просмотр:

Тема: [б] өнө. Бб хәрефе.

Маҡсат: [б]өнөнөң әйтелешен иғтибарлы тыңларға, яһалышын күҙәтергә, уның хәреф тамғаһы менән танышырға, баланы үҙ аллы уҡырға, яҙырға өйрәтергә; эште ҡыҙығып, яратып эшләргә күнектерергә; баланы уҡыу эшмәкәрлеге процесында аралашырға өйрәтергә; бал ҡорттарына ҡарата һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләргә.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

I.Психологик комфорт булдырыу

3. Башҡорт теле ниҙән кәм тип,

Һәр кемдә уянһын сәм,

Үҙ телен онотҡан йәндең

Тормошонда булмаҫ йәм!

.-Ҡәҙерле балалар! Бөгөн беҙҙә ҡунаҡтар. Ә беҙ ҡунаҡ килгәнде яратабыҙ, шуға ла кәйефтәребеҙ шәп! Дәрестә бер-беребеҙгә уңыштар теләйек.

1.Ҡыңғырау шылтырағас,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер

Тотонабыҙ беҙ эшкә.

2. Бөгөн беҙҙә башҡорт теле.

        Яратам һине телем!

Рәхмәт һиңә! Һинең аша

Алам мин яҡшы белем!

Слайд №2

-Дуҫыңа уңыш теләү

II.Уңыш ситуацияһын ойоштороу

- 1. Йомаҡ ҡойоу.

Бик эшсән бер халыҡ

Беҙгә бирә татлы аҙыҡ,

Сәскәләрҙән һут йыя,

Матур кәрәҙҙәр ҡоя.

Кәрәҙҙәрен мөлдөрәмә

Балға тултырып ҡуя.

Баҡсала ғына йорто,

Ә исеме – …. (Слайд №3)

  • Афариндар! Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа бал ҡорто үҙе килгән. Әммә буш килмәгән, үҙе менән нимәлер алып килгән. Ул нимә алып килде икән?

-Эйе, бөгөн ул беҙгә күстәнәскә тәмле бал алып килгән. Әйҙәгеҙ тәмләп ҡарайаҡ әле.

2.Тын алыу күнегеүҙәре.

-Ауыҙҙарҙы ҙур асып балды өс тапҡыр ҡалаҡ менән ҡабайыҡ.

-Бал татлымы!

Бал ирендәргә буялды,ялап алайыҡ.

-Татлы бал менән эҫе сәй ҙә эсеп алайыҡ.

3. Тел шымартыуға күнегеүҙәр.

- Бал ҡорто алып килгән бал бик тәмле булды. Әйҙәгеҙ уға маҡтау һүҙҙәрен үҙебеҙ белгән шиғыр юлдары аша ишеттерәйек:

Эй, бал ҡортом, бал ҡортом,

Эш һөйөүсе бал ҡортом.

Слайд №4

-бал ҡорто.

-Бал ҡорто бал алып килгән.

-Балалар бал ҡапҡан кеүек ауыҙҙарын ҙур итеп өс тапҡыр асып ябалар.

Телдәрен алға сығарып бал ялаған кеүек хәрәкәт яһайҙар.

-аһ-аһ- аһ- ауазын сығаралар.

-И-и-их тәмле!

Телдәре менән ирендәрен ялайҙар.

-Эҫе сәйгә өргән һәм эскән кеүек хәрәкәттәр яһайҙар.

Бал ҡортон: 1)яратып;2) маҡтап уҡыу.

III.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

  • Бал ҡортоноң эшсән булыуын беләбеҙ. Ә һеҙ эш яратаһығыҙмы?
  • Эш һөйгән кешене нисек атайҙар?
  • Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, беҙ ҙә бөгөн үҙебеҙҙең эшһөйәр, эшсән булыуыбыҙҙы ,Өйрәнгән һөнәрҙәребеҙҙе күрһәтәйек. Бәлки берәй яңылыҡ та белербеҙ: иғтибарлы булығыҙ.
  • Бына был тоҡтарға һүҙҙәр һалайыҡ әле. (слайд №5,6,7)
  • Мин һеҙгә хәрефтәр күрһәтәм, ә һеҙ шул хәрефтәр менән һүҙҙәр уйлағыҙ (слайд №8)
  • Ә хәҙер өндәр тураһында нимәләр беләбеҙ: иҫкә төшөрәйек. (слайд №9)
  • Бал ҡорто беҙгә бал алып килгән ине . Бал һүҙен яҙайыҡ.Был һүҙҙә һеҙгә таныш булмаған хәреф ниндәй? (Слайд №10)
  • Бал ҡортон тағы нисек атайбыҙ?
  • Бил (Слайд №11)

Һығымта:

  • Тимәк, һеҙҙең алда ниндәй бурыс тора?

-Эйе.

-эшсән, эшһөйәр.

Предмет атамаһы, хәрәкәте, билдәһе булған һүҙҙәр әйтәләр.

Өн моделен төҙөйҙәр баҫмалап яҙалар.

Нәҙекәйбил

Һығымта:

-Беҙҙең бурыс – б өнөнөң хәреф тамғаһын өйрәнеү, уның тураһында төрлө мәғлүмәт алыу.

  • Ял минуты (Слайд №12)

“Айҙар ғынайым” йырын йырлау

IV. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

  1. Бб хәрефе һүҙҙең башында, уртаһында булған һүҙҙәр табыу.
  2. Б өнөнә тулы характеристика биреү.
  3. Һығымта

V.Ғәмәли эштәр

  1. Бб хәрефенең тышҡы һүрәтләнешен төҙөү.
  2. Тренажер (сл. №13,14)
  3. Һүҙҙәрҙе уҡыу (№15)
  4. “Әлифба” дәреслеге менән эш

А) бал ҡорто тураһында әңгәмәләшеү

Б) һүҙлек эше (сл. №16,17) : балауыҙ- умарта ҡортоноң балға ҡушып яһалған матдәһе; битлек- умарта ҡарағанда биткә кейә торған селтәр.

  1. Бб хәрефтәрен берәр юл яҙыу(сл. №18,19)

  1. Күҙҙәргә гимнастика(сл. №20,21)

8.В) “Балбикә менән Балбай мажаралары” әкиәтенең башы менән танышыу. (слайд. №22)

-“Ижад минуттары”

-Балалар бер юл баш һәм юл хәрефтәр яҙалар.

-хор менән, 1-2 бала берәмләп уҡый;

-парлап уҡыу.

-битлек, балауыҙ һүҙҙәренә аңлатма биреү

-әкиәтте дауам итеү.

VI.Рефлексив анализ. Баһалау. (слайд. №23,24)

  • Дәрестә нимәләр эшләнек, белдек?
  • Дәрестә нисек эшләнегеҙ? Эшең менән ҡәнәғәтһеңме?
  • Эшеңде нисек баһалайһың? Эшең үҙеңә оҡшанымы?
  • Мин һеҙҙең менән ҡәнәғәтмен. Киләһе дәрестә тағы ла тырышыбыраҡ эшләһәгеҙ тағы ла яҡшыраҡ булыр. Бал ҡорттары һымаҡ тырышып эшләһәгеҙ, эшегеҙ һәр ваҡыт уң булыр.

Дәрестә эшләгән эштәрҙе анализлау, баһалау, үҙ эшеңдән ҡәнәғәт булырға өйрәнеү


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Презентация урока по родному языку 2 класс

Тема:. Азырад дириг амытаннарнын хуу аттарынга улуг ужук...

Урок по родному языку (русскому) 3класс ( на основе рабочей программы по учебному курсу «Родной язык» для 1-4 классов, «Школа России»).

Цели: закрепить понятие о местоимении, о роли местоимений в речи.Планируемые результаты:предметные:распознавать местоимения среди других частей речи;определять лицо и число местоименийметапредметные:п...

Разработка урока по родному языку 4 класс Демдек ады. Удурланышкак болгаш чоок уткалыг демдек аттары.

Данная разработка урока может быть использована учителями начальных классов. Урок родного языка (тыва дыл) 4 класс...

Конспект урока по родному языку 1 класс Тема урока: «Язык как средство общения. Для чего нужна речь. Устная и письменная речь. Говорим и пишем».

Цель: закреплять условия для формирования первоначальныхпредставлений об устной и письменной речи, о языке как средстве речевогообщения.I. Определение темы и цели урока-Вспомните, какие значения имеет...

«Реализация межпредметных связей на уроках русского (родного) языка и родной литературы»

laquo;Реализация межпредметных связей на уроках русского (родного) языка и родной литературы» Цель мастер-класса: познакомить педагогов с методами и приёмами проведения интегрированного ур...

Рабочие программы по родному языку и литературному чтению на родном языке 4 класс

Рабочие программы по родному языку и литературному чтению на родном языке 4 класс...