Монтаж к 23 февраля
материал на тему
Ватанды һаҡлаусыларға арналған монтаж
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 33.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Монтаж 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө
1. Г. Рәзилә: Атай. Был һүҙҙә бик тәрән мәғәнә ята. Ғаилә тотҡаһы. Тыуған ерен һаҡлаусы ир – егет. Ниһәйәт- ил ағаһы.
Үҙ көсөндә ҡалһын, үҙгәрмәһен
Боронғонан ҡалған бер өмөт
Ил ағаһы булып, атай булып
Ғорур булып ҡалһын ир – егет.
2. Б. Миләүшә: Хөрмәтле атайҙар, ағайҙар, егеттәр, уҡытыусы- абыйҙар. Һеҙҙең барығыҙҙы ла Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ,эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар,ғаилә именлеге һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.
3. С. Илназ: Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Бөтәһе бергә: Атай һәм әсәй кәрәк
С. Илназ: Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Бөтәһе бергә: Беҙ йәшәгән өй кәрәк
С. Илназ: Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Бөтәһе бергә: Беҙ һөйләшкән тел кәрәк
С. Илназ: Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Бөтәһе бергә: Тыуған үҫкән ил кәрәк,
Мәңге тыныс ер кәрәк.
4. Я. Наил:
Ут шәүләһе,
Һуғыш күләгәһе
Илдән илгә күсеп йөрөмәһен
Хаҡлыҡ йыры
Шатлыҡ йыры
Бар донъяға гөрләһен.
5. Б. Миләүшә:
Юлбаҫарҙар беҙҙең еребеҙгә
Йыртҡыстарса һөжүм иттеләр
Ил бәхете өсөн ир- егеттәр,
Ҡорал алып, яуға киттеләр.
Һынатманы беҙҙең ил улдары
Гитлер яуын еңде берләшеп
Тыныс илдә бәхет, шатлыҡ менән
Йәшәй хәҙер халыҡ,гөрләшеп.
6. Г. Гөлназ:
Эй һеҙ, дауыл кискән олатайҙар.
Ирек яулап утҡа керҙегеҙ
Беҙгә үрнәк булып, мең йәшәгеҙ,
Тыуған илебеҙҙең күрке һеҙ.
7. Ф. Рәлиә:
Керпек ҡаҡмай поста тора
Илдең ҙур өмөттәре-
Типкән саҡта тимер өҙгән
Ҡеүәтле егеттәре.
Армиябыҙ илде һаҡлай,
Ҡыҙғанмай йәнен көсөн,
Бөйөк подвигтарға әҙер
Үҙ тыуған халҡы өсөн
8. М. Илмир:
Атайым да минең һалдат булған
Хәҙер һалдат ағайым
Үҫеп еткәс мин дә шулай
Ватанымды һаҡлайым.
9. Г. Рәзилә:
Ватан ҡайҙан башлана
Бөйөк Рәсәй сигенән
Һөйөклө тыуған яҡтарҙан
Башҡортостан еренән
Ватан ҡайҙан башлана
Минең торған районымдан
Киң ҡырҙары, урман – һыулы
Үҙемдең ауылымдан.
Ватан ҡайҙан башлана
Йортом, тыуған урамдан
Һыу ҡойонған йылғамдан
Еләкле урманымдан
Ватан ҡайҙан башлана
Туғандар, дуҫтарымдан
Зәңгәр күкте иңләп осҡан
Тыныслыҡ ҡоштарымдан
Ватан ҡайҙан башлана
Мин тыуып үҫкән өйҙән
Ата -әсәйем наҙынан
Үҙемдең тыуған телдән.
10. С. Салауат:
Тыуғанбыҙ бөтәбеҙ ҙә
Башҡортостан ерендә
Рәхмәт тибеҙ, Ватанға
Рәхмәт тибеҙ илемә.
11. Х. Альбина:
Атайҙарыбыҙ беҙҙең
Бөтәһелә уңғандар
Баҫыуҙарҙың бай йәмен
Үҙҙәренә йыйғандар.
12.Г. Ләйсән:
Бер минут та тик ултырмай
Минең атайым өйҙә
Һыу эсерә, малды ҡарай,
Ярҙамлаша әсәйгә.
13.Г.Гөлназ:
Атай -әсәй менән бергә
Гөлдәй гөрләп үҫәбеҙ
Уҡыйбыҙ ҙа, эшләйбеҙ ҙә
Күңелле ял итәбеҙ.
14. К.Илгизәр:
Ауылыбыҙ матурлана
Көнләп түгел сәғәтләп
Ауылымдың уңғандары
Эшләгәнгә күмәкләп
15. С.Илназ:
Тормош нурлы, зәңгәр күктә
Ҡояш балҡып торғанға
Йөҙҙәребеҙ беҙҙең көләс
Бәхетлеләр булғанға.
16. Ф. Рәлиә:
Ҡәҙерле атайҙар. Ихлас күңелдән һеҙҙе байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙ беҙҙең таяныс та, ышаныс та, яҡлаусы ла, һаҡлаусы ла, ғәҙелеккә өйрәтеүсе лә. Киләсәктә әсәйҙәр менән бер- берегеҙҙең яҡтылығын, йән йылыһын тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, һаулыҡта йәшәүгә насип итһен һеҙгә. Байрам менән.
Йыр: “Атайымдың тыуған көнө.”
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Туган тел коненэ эдэби музыкаль монтаж
Внеклассное мероприятие посвященное ко Дню родного языка, которое проводится 21 февраля....
Монтаж "История комсомола в песнях".
Монтаж был подготовлен учителями и представлен учащимся школы, а также жителям посёлка в рамках 90-летия ВЛКСМ. Может, кому-то будет интересно!...

МДК 01.02.Организация ремонтных работ промышленного оборудования и контроль за ними Методические указания и контрольные задания для студентов заочного отделения специальности 151031 «Монтаж и техническая эксплуатация промышленного оборудования»
В методической разработке приведен план самоподготовки студентов заочного отделения при изучении МДК "Организация ремонтных работ промышленного оборудования и контроль за ними", где дана разбивк...

Профессиональный модуль «Организация и проведение монтажа и ремонта промышленного оборудования» МДК01.01. «Организация монтажных работ промышленного оборудования и контроль за ними» Задания для курсовых проектов и контрольных работ
В методической разработке представлено задание на курсовой поект и перечень рекомендуемого оборудования, которое студент может выбрать для курсового проектирования. Приведены вопросы для выполнения ко...

Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник). Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник). Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник).
-соединить спортивно-оздоровительную работу с патриотическим воспитанием школьников -развивать у детей мотивацию к занятию спортом - формирование спортивных к...

