Стилдәр
презентация к уроку

Хәсәнова Гүзәл Фәйез ҡыҙы

Стилдәр

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dini_stil21.pptx604.31 КБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Д ини стиль

Слайд 2

Дини стиль – хәҙерге башҡорт әҙәби теленең функциональ стилдәренең бер төрө. Ул дини китаптарҙа, вәғәздәрҙә, дин әһелдәренең сығыштарында ҡулланыла .

Слайд 3

Ҡулланылыу сфераһы: дин өлкәһе (ғибәҙәт ҡылғанда, вәғәз уҡығанда һ.б. ) Үҙенсәлектәре: ғәрәп телендәге дини текстар яттан һөйләнелә, йә уҡыла, шул уҡ ваҡытта авторҙың индивидуаллеге сағылыш ала; дини телмәр әҙәби тел стиленә күп дини һүҙҙәр өҫтәй – улар ҡабатланмаҫлыҡ стилистик колорит булдыра.

Слайд 4

Дини текстарға башҡорт теленең үҙ һүҙҙәре хас түгел. Башҡорт телендә дини яҙма текстарҙа ғәрәп теленән ингән һүҙҙәр ҡулланыла. Шулай уҡ уларҙың башҡортсаға тәржемәләре лә был стилгә инә.

Слайд 5

Стиль һыҙаттары: Дини телмәрҙең тоналлеге юғары. Дини ҡиммәттәргә йүнәлтелгән телмәр. Дини лексика. Көйләп һөйләнелә.

Слайд 6

Кесе стилдәре: Ҡөрьән тәржемәләре Вәғәздәр стиле Агиографик стиль Дини мөрәжәғәттәр

Слайд 7

Вәғәздәр стиле – дин әһелдәренең телмәрендә нисек итеп гонаһтарҙан ҡотолоу, дөрөҫ юлға баҫыуҙы һүрәтләгән нәсихәттәҙә ҡулланыла.

Слайд 8

Агиографик стиль – изгеләрҙең көнкүрешен, йәшәйешен һүрәтләүсе стиль. Агиография мәҙрәсәләрҙә дини дисциплина булараҡ уҡытыла.

Слайд 9

Төп функциялары: Дин таратыу Дини белем биреү Тәрбиәүи-дидактик Магик функция

Слайд 10

Жанрҙары: Рухи әңгәмә Доға ҡылыу Тәүбә итеү Фатиха әйтеү Хушлашыу һүҙҙәре Мөрәжәғәт Вәғәз һ.б.

Слайд 11

Доға — и сламда ялбарыу , Аллаһ тәғәләгә мөрәжәғәт итеү; ғибәҙәттәрҙең бер төрө. Доға төрлө шарттарҙа уҡыла . Ғәҙәттә , мосолмандар берәй эш башлағанда Алланан ярҙам һорайҙар .

Слайд 12

Доға төрҙәре: Намаҙҙан һуң уҡыла торған доға — ғәҙәттә ҡулды өҫкә күтәреп уҡыйҙар. Ҡонотта уҡыла торған доға — фарыз намаҙҙарҙа икенсе рәкәғәттән һуң уҡыла. Витр намаҙында уҡыла торған доға. Аҙнаның һәр көнөндә уҡыла торған доғалар. Рамаҙан айында һәр көн уҡыла торған ҡыҫҡа доғалар.

Слайд 13

Ҡәҙер төнөндә уҡыла торған доға. Йыназаға бағышланған доғалар. Байрамдағы доғалар. Айырым осраҡтарҙа уҡыла торған доғалар (мәҫәлән: һауығыуҙы, уңышлы никахты , бала биреүҙе , ямғыр ебәреүҙе һәм башҡаларҙы һорау ). Күҙ тейеүҙән һәм сихырҙан доғалар

Слайд 14

Сүрә (ғәр. سورة ‎‎) — Ҡөрьәндең бер бүлеге. Ҡөрьән барлығы 114 сүрәнән тора. Туғыҙынсы - Әт-Тәүбә - сүрәһенән башҡа барлыҡ сүрәләр ҙә мосолмандар ҡулланған термин Бисмиллаһ менән башлана : « Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим !» ( ғәр . بِسۡمِ ٱللهِ ٱلرَّحۡمَـٰنِ ٱلرَّحِيمِ‎ — Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ Исеме менән ).

Слайд 15

Ҡөрьәндә сүрәнең үҙ аллы мәғәнәгә эйә булған иң бәләкәй ритмик өлөшө - аят ( ғәр . آية‎ — билдә, мөғжизә ‎ )— кәрәмәт мәғәнәһендә. Сүрәләрҙә аяттар һаны 3-тән ( Әл-Ғаср , Әл-Кәүҫәр , ән-Наср ) 286-ға тиклем етә ( Әл-Бәҡара сүрәһе ). Әл-Бәҡара сүрәһенән башлап сүрәләр яҡынса аяттар кәмей барыу тәртибендә бирелә.

Слайд 16

Әл-Мәғүн сүрәһенә ст илистик анализ

Слайд 17

Мәғүн (Хәйер-саҙаҡа ) — Мәғүн сүрәһе 7 аяттан тора. Мәккәлә иңгән. «Мәғүн» — саҙаҡа-хәйер, зәкәт биреү. Берәй әйберҙе йәки малды бурысҡа, ваҡытлыса ҡулланып тороу өсөн биреп тороу .

Слайд 18

بِسۡمِ اللّٰہِ الرَّحۡمٰنِ الرَّحِیۡمِ أَرَأَيْتَ الَّذِي يُكَذِّبُ بِالدِّينِ فَذٰلِکَ الَّذِیۡ یَدُعُّ الۡیَتِیۡمَۙ وَلَا يَحُضُّ عَلَى طَعَامِ الْمِسْكِينِ فَوَیۡلٌ لِّلۡمُصَلِّیۡنَۙ الَّذِیۡنَ ہُمۡ عَنۡ صَلَاتِہِمۡ سَاہُوۡنَۙ الَّذِیۡنَ ہُمۡ یُرَآءُوۡنَۙ وَ یَمۡنَعُوۡنَ الۡمَاعُوۡنَ Ғәрәпсәһе:

Слайд 19

Транскрипцияһы : Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим! Ә раьәйтә-лләҙии йукәҙ-ҙибү биддиин Фәҙәәликә-лләҙии йәдүғғүл-йәтиим Үә ләә йәхудду ғәләә тәғәәмил-мискиин Фәүәйлүл-лилмүсаллиин Әлләҙиинә һүм ғәң саләәтиһим сәәһүүн Әлләҙиинә һум йурааүүн Үә йәмнәғүүнәл мәәғүүн

Слайд 20

Тәржемә: Шәфҡәтле, рәхимле Аллаһ исеме менән! (Мөхәммәт ғ.с. ) Яза көнөнә ышанмаған кешене ( Әбү Йәһелде ) күрҙеңме ? Был кеше йәтимде үҙ янынан ебәрә , уға шәфҡәт итмәй , Үҙе лә фәҡир һәм мохтаждарға тәғәм бирмәҫ һәм башҡаларҙы ла был эшкә ылыҡтырмаҫ . Намаҙҙарын ғафил итеп , иғтибарһыҙ уҡыусыларға (монафиҡтарға ) ҡаты ғазап! Улар үҙҙәренең ғәмәлдәрен кешегә күрһәтеп ҡылалар . малдарынан зәкәт бирмәйҙәр. Йәки һорап килгән кешеләргә өй кәрәк-яраҡтарын бирмәйҙәр.

Слайд 21

1) СТИЛЬ ( дини ); КЕСЕ СТИЛЬ ( дини мөрәжәғәт ); ЖАНР ( сүрә ); 2) АРАЛАШЫУ СФЕРАҺЫ ( саҙаҡа-хәйер, зәкәт биреүҙә уҡыла торған сүрә ); АРАЛЫШЫУ СИТУАЦИЯҺЫ ( Берәй әйберҙе йәки малды бурысҡа, ваҡытлыса ҡулланып тороу өсөн биреп тороу . ); 3) ТЕКСТЫҢ ТӨП ФУНЦИЯЛАРЫ: Аллаһы Тәғәләгә дөрөҫ итеп табыныу (һәр фәҡирлектә йәшәүсе кешене яратыу , эскерһеҙ мәрхәмәтлек күрһәтеү );

Слайд 22

4) АДРЕСАТТЫҢ ХАРАКТЕРЫ: сүрә тәүге мәккә осорона ҡарай, Хоҙайға тәғәйенләнгән; 5) ФЕКЕРЛӘҮ ТИБЫ: ҡалыплашҡан, сүрә һүҙҙәрен үҙгәртергә ярамай; 6) ТЕЛМ Ә Р ФОРМАҺЫ – телдән , ТЕЛМӘР ТИБЫ – Аллаһы Тәғәләгә дөрөҫ итеп табыныу , ТЕЛМӘР ТӨРӨ – монолог ;

Слайд 23

7) ТЕКСТҠА ХАС БУЛҒАН СТИЛЬ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ: - архаик-күтәренке телмәр тоны дини эшмәкәрлеккә ярашлы; - факттарҙы символлаштырыу, кешенең әхлаки һәм дини юлдан барыуы; - телмәрҙең дини хазиналарға йүнәлтелеүе; - хәбәрҙең шикһеҙлегенә ышаныу;

Слайд 24

8) СТИЛГӘ ХАС ТЕЛ САРАЛАРЫ: Лексик үҙенсәлектәре: ғәрәп һүҙҙәре ҡулланыла ( Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим! ); дини лексика ( Аллаһ , намаҙ , монафиҡ ); Морфологик үҙенсәлектәре: өсөнсө зат күплек формалағы ҡылымдар йыш ҡулланыла ( ҡылалар, бирмәйҙәр ), ҡылымдарҙа юҡлыҡ аффиксы өҫтөнлөк итә (итмәй, бирмәҫ) ;

Слайд 25

Синтаксик үҙенсәлектәре: өндәш һүҙҙәр ҡулланыла ( Аллаһ ); риторик өндәүҙәр ҡулланыла ( Шәфҡәтле, рәхимле Аллаһ исеме менән! ); мөрәжәғәт иткәндә Хоҙайҙы төрлө тиң киҫәктәр ҡулланып маҡтау.

Слайд 26

9) ТЕКСТА САҒЫЛҒАН АВТОР ОБРАЗЫ: һөйләүсе үҙенең телмәрен хис шикһеҙ тип ҡабул итә, Аллаһы Тәғәләгә дөрөҫ итеп табыныу шарттарын тыуҙыра; 10) АВТОРҘЫҢ ИНДИВИДУАЛЬ-СТИЛИСТИК ТЕЛ САРАЛАРЫ: намаҙ уҡығанда эмоциональ-психологик һыҙаттар комплексы тормошҡа ашырыла: яратыу, ышаныу, баҫалҡылыҡ, ысын күңелдән Хоҙайға бирелгәнлек һ.б.