Д.Бүләков "Яралы китап" хикәйәһен өйрәнеү
план-конспект урока (5 класс) на тему

Аллабирҙина Гөлкәй Рәшит ҡыҙы

Д.Бүләков  "Яралы китап" хикәйәһен өйрәнеү

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon yaraly_kitap.doc98 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт (туған) теле дәресенең технологик картаһы  

Уҡытыусы:__Аллабирҙина__Г.Р.                

Класс:___5 кл.__                                  

           Инструменталь блок

Дәрестең темаһы:

Динис Бүләковтың  “Яралы китап” хикәйәһен үҙләштереү

Дәрестең төрө:

Яңы белем алыу дәресе

Предмет-ара бәйләнеш:

Рус теле, әҙәбиәте, тарих,

                                           Маҡсат ҡуйыу блогы

Көтөлгән һөҙөмтәләр

Шәхси үҫеш һөҙөмтәләре: белем алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланыу, ижади-эҙләнеү эше менән шөғөлләнеү, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыуға ынтылыш үҫтереү.

Метапредмет  һөҙөмтәләре: әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлау, аңлағаныңды дөрөҫ итеп әйтә белеү, үҙ фекереңде  яҡлап, дәлилләп сығыш яһау, үҙ аллы һәм төркөм менән эшләй белеү,  үҙ-үҙеңә баһа биреүҙе тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү.

Предмет һөҙөмтәләре: уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрҙәрен  камиллаштырыу, текст менән дөрөҫ эш итергә, кәрәкле мәғлүмәтте табырға, һайлап алырға  өйрәтеү, тасуири  уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу

Шәхси: әхләҡи нормаларҙы белеү, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ ҡороу,үҙеңдең эштәреңә объектив баһа бирә  белеү, тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтеү

Регулятив: үҙ эшмәкәрлегеңде планлаштырырға,  маҡсат ҡуйырға өйрәнеү, белгәндәреңә контроль, коррекция, белгәнде белмәгәндән айыра белеү, үҙеңдең белемеңдең сифатын, кимәлен билдәләү,  рефлексия-үҙ эшмәкәрлегеңә анализ.

Танып-белеү: дәреслек, текст менән эш итеү, кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү,  проблема өҫтөндә эшләү,   эффектлы эш юлдары һайлау.

Коммуникатив:   уҡытыусы менән,  класташтар менән хеҙмәттәшлек итеү, телмәр-мәҙәни этикетты һаҡлау һәм үтәү, үҙ  фекереңде ирекле рәүештә тулы итеп әйтеп биреү.

                                                Дәрестең методик-уҡытыу комплекты

Йыһазландырыу:

Динис Бүләковтың  портреты,   мультимедиа презентацияһы.

Ресурстар:

-төп

-өҫтәлмә

Дәреслек һүҙлек китабы, башҡорт яҙыусылары китабы

Эште ойоштороу төрҙәре:

Фронталь, индивидуаль, парлап эшләү, төркөмдә эшләү

                             

Дәрестә эшмәкәрлек- ойоштороу блогы (үткәреү технологияһы)

Дәрестең

        этаптары

Уҡытыусының   эшмәкәрлеге

Уҡыусының эшмәкәрлеге

I этап. Ойоштороу.  

Һаулыҡ һорашыу

Эш атмосфераһы булдыра, уҡыусыларҙы дәрескә көйләй:

- Бер – берегеҙгә йылмайығыҙ, яҡшы кәйеф теләгеҙ, хәҙер артка боролоп ҡунаҡтарҙы сәләмләгеҙ.

- Ултырығыҙ. Уҡыусылар, мин Гөлкәй Рәшит ҡыҙы булам, бөгөнгө дәрескә ашҡынып, тулҡынланып килдем һәм һеҙҙең менән булыуыма бик шатмын. Дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырырһығыҙ тип уйлайым.

Уҡыусылар дәрескә әҙерләнә, үҙ- үҙен уҡыу эшмәкәрлегенә көйләй.

 II этап. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация формалаштырыу,

тема билдәләү.

яңы тема  буйынса маҡсат ҡуйҙырыу, проблемалы ситуация булдырыу:

Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә

Уның данын, намыҫын яуланы.

Ул йығылды, ләкин башҡаларға

Ғүмер бирҙе, юҡҡа ауманы. (Мәлих Харис)

 - Шиғыр нимә тураһында?

- Ә хәҙер таҡтаға ҡарағыҙ ҙа, дәрестең темаһын билдәләгеҙ.

- “Яралы китап” …  Нимә ул яра? Шул турала беҙгә 1 уҡыусы әйтә. Ул бәләкәй эҙләнеү эше башҡарҙы.

Шөғөл - занятие

- Уйлағыҙ әле, уҡыусылар, ни өсөн мин үрҙәге шиғыр юлдарын алдым икән? Шиғыр менән Д.Бүләковтың “Яралы китап” әҫәре араһында ниндәй оҡшашлыҡ бар икән?

- Теманан  сығып, дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырға мөмкин? (элеп ҡуям)

-  Һуғыш тураһында хикәйә уҡыу, шул турала белеү беҙгә кәрәкме? Ни өсөн кәрәк?

Проблемалы һорау:

 - “Яралы китап”…  Ни өсөн хикәйә “Яралы китап”  тип  атала?

Шиғырҙы хор менән уҡыйҙар,    мәғәнәһен аңлаталар:

- Был шиғыр һуғышта һәләк булған батыр тураһында. Ул үҙе үлгән, башҡаларҙы ҡотҡарған,  Тыуған илен дошманға бирмәҫ өсөн тырышҡан.

- Динис Бүләковтың ”Яралы китап”  хикәйәһе.

 

Бер уҡыусы һүҙлектән ҡарап әйтә:

- Яра – рана, ….

- Хикәйәлә һуғышта һәләк булған батыр тураһында һүҙ баралыр тип уйлайым.

Үҙенә маҡсат ҡуя:

1. Авторы тураһында мәғлүмәт алыу.

2. Хикәйәне уҡыу.

3. Әңгәмәләшеү.

4. Йөкмәткеһен үҙләштереү.

- Был тема тормошта беҙгә кәрәк, сөнки ул беҙҙең халҡыбыҙҙың тарихы…

Таҡтаға элеп ҡуя:

- Был һорауға яуапты дәрес аҙағында табырбыҙ.

Яңы тема

- Бөгөнгө датаны, теманы дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

- Кем ул Динис Бүләков?  Уның тураһында беҙгә үҙенең фекерҙәре менән  1 уҡыусы  бүлешә.

Уҡытыусы Д.Б. портретын,  мәғлүмәттәр элә таҡтаға.

- Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, хикәйәнең йөкмәткеһе менән танышабыҙ.

1 уҡыусы таҡта алдында сығыш яһай.

Уҡыусылар яҙып алалар:

Д.Б. – күренекле яҙыусы, С. Юлаев премияһы лауреаты. Ул 1944 йылда … районында тыуған.

Уҡытыусы уҡый башлай, уҡыусылар сиратлап, сылбыр уҡып дауам итәләр. Ҡыҫҡаса комментарийҙар бирелә.

III этап. Әҫәрҙе аңлау кимәлен тикшереү өсөн һорауҙарға яуаптар алыу

-Әҫәр нимә тураһында?   ҺУҒЫШ 1

- Хикәйәләге ваҡиғаларҙы  нисә өлөшкә бүлеп ҡарарға була?

-Бындағы хәл – ваҡиғалар ҡайҙа бара?  Ни өсөн Етемәк?  Унда нисә өй?

-  Ваҡиғалар ҡасан бара?  

        (Бөйөк Ватан һуғышы,  изге )  2

-Ауылда ниндәй кешеләр йәшәй? Улар нимә менән шөғөлләнәләр?

- Ғорур, ғәрсел икәнен ҡайҙан беләбеҙ?

- Хикәйәлә бәләкәс кенә ауылдан 35 кеше һуғышҡа китә, ә беҙҙең райондан нисә кеше һуғышҡа киткән икән? Шул турала беҙгә 1 уҡыусы һөйләй.

- Әҫәрҙә беҙ кемдәр менән таныштыҡ?

Дәфтәҙә яҙған яҙыуҙарын, үҙләштергән белемдәрен ҡулланып яуап бирә:

- Әҫәр һуғыш тураһында.

-  Ике өлөшкә бүлеп ҡарарға була: Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ваҡиғалар, Һуғыштан һуң 30 йыллап үткәс.

- Ауылда бара. Ауылдың исем  Етемәк. 35 өйҙән тора. Ауылға характеристика уҡыла китаптан.

- Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, Тыуған ил өсөн һуғыш, изге һуғыш.

Яуаптар…  Китаптан табып уҡыу…

- Йәтимәктәр – оҫта  һунарсылар. Ғорурҙар. Ғәрселдәр.

Һуғыш башланғас, үҙҙәренә маҡсат ҡуялар: 35 өйҙән 35 яугир илде һаҡларға китә тип.  35-се өйҙән  уҡытыусы Фәғилә апай китә. Ул фронтта шәфҡәт туташы була.

- 13000 – 6500-яртыһы тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай.  Ете яугир – исемдәре әйтелә-   Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, ә береһе – исеме-  Дан орденының өс дәрәжәһе менән дә бүләкләнә. Беҙҙең райондан Бөйөк Ватан һуғышында 11 ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша.

- Фәғилә апай, Әсләм, Мәжит.

Төркөмләп эшләү.

Уҡыусылар, һеҙҙең алдығыҙҙа эш дәфтәрҙәре ята.  Унда эш биремдәре күрһәтелгән. Беренсе задание буйынса, унда бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, Әсләмгә, Мәжиткә, Фәғилә апайға характеристика бирергә кәрәк.

1 –се төркөм Әсләм

2-се төркөм – Мәжит

3-сө төркөм- Фәғилә

- Фәғилә апай әйләнеп ҡайта аламы тыуған ауылына?

- Тимәк, һуғыш нимәләр эшләй?

ЕТЕМ ҠАЛДЫРА, ҺӘЛӘК ИТӘ,  ЕМЕРӘ  3

  1. Фәғилә апай фронтта ниндәй батырлыҡ күрһәткән?

ҺУҒЫШ  КЕШЕЛӘРҘЕҢ ҒҮМЕРЕН ҠЫЯ.  4

- Тимәк, һуғыш  - ул ҙур юғалтыу. Ғаиләлә юғалтыу, ил масштабында юғалтыуҙар.  Һуғыш –у л етем ҡалған балалар, улдарын юғалтҡан ата-әсәләр.,ирҙәрен юғалтҡан ҡатындар емерек ауыл-ҡалалар. Һеҙ килешәһегеҙме.?

Юғалтыу 5 Хәҙер ижади эшебеҙҙе( был синквейн тип атала )хор менән уҡып сығайыҡ. Ниндәй һығымта яһайбыҙ Илдә тыныслыҡ булһын

Һуғыш ҡалдырған яраларҙы. Һуғышта ҡатнашҡн батырҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Бының өсөн Хикәйәнең икенсе өлөшөндә ниндәй эштәр эшләнә? табып уҡығыҙ

Эш дәфтәрҙәрегеҙгә икенсе эште башҡарабыҙ,һеҙ унда музейға килтерелгән әйберҙәрҙе һайлап әйтегеҙ.

Стендтар ҡарш

Һәм музейға килтерелгән һуңғы экспонат тип нимәне әйтер инегеҙ?

Ни өсөн китап яралы булған?

Проблемалы һорау

Ни өсөн әҫәр яралы китап тип аталды?

Һеҙгә әҫәәр оҡшанымы?

Һеҙ үҙегеҙгә ниндәй һабаҡ алдығыҙ?

Эш дәфтәрҙәрегеҙҙә өй эштәре яҙылған оҡшағанын һайлап эшләп килегеҙ.

1.Хикәйәне уҡып сығырға

2. Оҡшаған геройығыҙ тураһында 5 һөйләм яҙып килегеҙ

3. Яуҙа ҡатнашҡан олатайығыҙ йәки туғанығыҙ тураһында мәғлүмәт туплағыҙ.

Эш дәфтәрҙәрендә  тест һорауҙары бирелгән. Белемдәрегеҙҙе тикшерегеҙ.

1.Динис Бүләков нисәнсе йылда тыуған?

а) 1944

б) 1950

в) 1999

2.Яралы китап әҫәрендәге ауылдың исеме ниндәй?

а) Яңауыл

б) Йәтимәк

в)Йәнтеш

3.Яралы китап әҫәрендәге маҡтансыҡ малайҙың исеме нисек ?

а) Илғужа

б) Мәжит

в) Әсләм

   

4. Музейҙы кемдәр ойоштора?

а) артистар

в) ауыл халҡы

б) пионер дружинаһы

5.Ауылда йәшәгән кешеләр нимә менән шөғөлләнгәндәр.

А) һунарсылыҡ

Б)игенселек

В) балыҡсылыҡ

Алышып тикшерегеҙ, сағыштырығыҙ баһалар ҡуйығыҙ.

Һеҙҙең алда йөрәктәр ята ундағы һүҙҙәрҙе ҡысҡырып уҡығыҙ әле

Әйҙәгеҙ йөрәктәрҙе бер-беребеҙгә  бүләк итәйек.

Авторы кем?

Ниндәй китаптан?

5. Н.Островскийҙың һүҙҙәре:

а) Ҡорос нисек сыныҡты.

б)Кешегә ғүмер бер генә бирелә.

1.Хикәйәне уҡып сығырға

2. Оҡшаған геройығыҙ тураһында 5 һөйләм яҙып килегеҙ

3. Яуҙа ҡатнашҡан олатайығыҙ йәки туғанығыҙ тураһында мәғлүмәт туплағыҙ.

Уҡыусылар таҡтаға сығып тура килгәнен йәбештерәләр

Маҡтансыҡ, батыр, илһөйәр, ҡупырыҡ, тыйнаҡ, түҙемһеҙ, иғтибарлы, күп һөйләй, сабыр, аҙ һөйләшә, көслө рухлы,  тура һүҙле.

Юҡ, ул һәләк була.

ЕТЕМ ҠАЛДЫРА, ҺӘЛӘК ИТӘ, ЕМЕРӘ  3

Командир хатын уҡыйҙар ҡысҡырып или своими словами 208

Уҡыусылар яуаптарҙы китаптан эҙләп яҙалар, телдән яуап бирәләр.

Музей бинокль206

206бит

Орден иҙалдар. Гимнастерка пилоткакүлдәктәр бинокль

Яралы китап пуля тишкән

ФӘҒИЛӘ АПАЙ ҮҘЕ МЕНӘН ЙӨРӨТКӘН УНЫҢ ҒҮМЕРЕН ӨҘГӘН ФАШИСТ ПУЛһы китапты ла тишеп үткән.

Батырҙарыбыҙҙы белергә тейешбеҙ

Беҙ тыуған илебеҙҙе халҡыбыҙҙы һаҡларлыҡ батыр булып үҫергә тейешбеҙ.

Динис Бүләков

C:\Users\1\Desktop\Без названия.jpg

“Яралы китап”

Мораҡ башҡорт гимназияһының 5в класы уҡыусыһы

       башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш дәфтәре

Мораҡ – 2017