Шәхес тәрбиәләүҙә ғаилә һәм мәктәп берҙәмлеге
материал (7 класс) на тему

Лемдясова Зульфия Аснавиевна

Тәрбиә һәм берҙәмлек тураһында минең уйҙарым

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл esse.docx21.83 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы   муниципаль  район  Стәрлетамаҡ районы

муниципаль  дөйөм  белем биреү учреждениеһы Николаевка  ауылы  урта   дөйөм белем биреү мәктәбе

Эссенең темаһы:  

“Шәхес тәрбиәләүҙә

 ғаилә һәм мәктәп берҙәмлеге”

slide0002_image065

                             

                              Төҙөнө: Башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы

                Лемдясова Зөлфиә Әснәүи ҡыҙы

2018 йыл

Донъя йөгө

Иңгә һалындымы,

Төшәһе юҡ –

Был һис сер түгел;

Ул бит һабантуйҙа

Бер күтәреп,

Бер төшөрә торған гер түгел.

                                                         (Шәриф Биҡҡол)

        Бөгөнгө көндә уҡытыу, тәрбиә биреү уҡытыусыларға ла, ата – әсәләргә лә еңел түгел. Күпме көс,һаулыҡ,энергия,энтузиазм талап ителә уларҙан. Ә  аҡыллы ысын шәхес тәрбиәләү – мәктәп һәм ғаиләнең уртаҡ вазифаларының береһе. Белем биреү учережденияһы һәм ғаилә беҙҙең йәмғиәттә ике төп социаль институт булып тора.  Баланы укытыу һәм тәрбиәләү процессының эффектлылығы уларҙың  үҙ –ара килешеп эшләүҙәренән килә. Мәктәп, уҡыусы, ата-әсәләр, йәмәғәтселек  менән ниндәй мөнәсәбәттә булырға тейеш?

Беренсенән: ғаилә – йәмғиәттең нигеҙе , уның беренсе ойошҡан төркөмө. Һәр ғаиләнең үҙенең ғөрөф – ғәҙәте,  байрамдары тәрбиәүи яҡтары бар. Бар ата –әсә үҙ балаһын намыҫлы, әҙәпле итеп тәрбиәләргә тырыша һәм ынтыла. А.С Макаренконың шундай фаразы бар: “Балалар – беҙҙең ҡартлығыбыҙ, насар тәрбиә – киләсәктәге ҡайғыбыҙ, күҙ йәштәребеҙ, башҡа кешеләр һәм бөтә ил алдында ғәйебебеҙ”. Был һүҙҙәр, ысынлап та, киҫәтеү яһай һәм башҡорт халҡының бер фаразына ауаздаш: “Баланан бәхетең булһа, ҡарт көнөңдә йәш итәр, ә бәхетең булмаһа, иртә йәштән ҡарт итәр”. Тимәк, әҙәпле һәм әхлаҡлы, иманлы, тәүфиҡлы балалар үҫтергән кеше тыныс ҡартлыҡ кисерә.

Икенсенән: ата-әсәләрҙең күбеһе профессиональ тәрбиәсе түгел, уларҙың тәрбиә өлкәһендә белемдәре юҡ, шунлыктан бала менән яҡшы мөнәсәбәт урынлаштырыуҙа ҡыйынлыҡтарға осрайҙар.  Шул сәбәпле, мәктәп һәм ғаилә берҙәмлеген нығытыуға ата – әсәләр комитеты, төрлө советтар ҙур роль уйнай. Шулай уҡ класс етәксеһе, мәктәп администрацияһы, башҡа укытыусы-педагогтар даими ҡатнаша. Класс етәксеһе ата-әсәләр комитеты менән берлектә ғаиләлә бала тәрбиәләү тураһында төрлө саралар ойоштора, алдынғы тәҗрибәне пропагандалай.

Өсөнсөнән: мин,класс етәксеһе булараҡ, ата – әсәләр менән осрашып торам, баланың йәшәү шарттарына, уҡыу урынына иғтибар бүләм. Уларҙы мәктәп тормошона йәлеп итәм, мәҫәлән, беҙҙә “Атай – әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә”, “Әсәйҙәр байрамы”, “Ғаилә спартакиядаһы” тигән сараларға саҡырам. Бында ата –әсәйҙәр һәм балалар араһында йылы мөнәсәбәт, ышаныс, ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу уяна. Үҙҙәренең балалары менән һоҡланалар, ҡараштары үҙгәрә.  Шулай уҡ, бергәләшеп  Стәрлетамаҡ ҡалаһына экскурсияларға, кино һәм драма театрҙарға йөрөйбөҙ, аҙаҡтан инде әңгәмә ойошторабыҙ. Әлеге ваҡытта класта барыһы ун уҡыусы, әммә һәр ғаиләнең үҙенең ауырлыҡтары, китек яҡтары ла осрай. Барыһы ла һинең оҫталығыңдан, әүҙемлегеңдән тора ла инде. Нисек итеп дөрөҫ яуап бирергә, ата – әсәне йәберләмәйенсә урынлы һүҙ әйтергә, йәки йыуатырға. Был уҡытыусының  психологик яҡтан компетентлы булыуын һәм уйлап эш итеүенән тора. Хәҙерге заманда, бигерәк тә, ата –әсәләр менән берҙәм йүнәлештә барыу- ул ҙур аҙымдыр. Ғөмүмән, баланың тәрбиәле булыуы иң элек ата –әсәһе, туған- тыумасаһы, дуҫтары менән аралашыуында күренә. Ҡайһы саҡта беҙҙең балалар иҫәнләшмәй ҙә үтеп китәләр. Был күренеш мәктәпкә лә, ғаилә ҡанундарына  ла ҡағыла тип уйлайым. Башҡорт халҡында шундай матур һүҙҙәр бар, өҙөк “Урал  батыр”эпосынан алынған. Ошо һүҙҙәр тәрбиә эшендә иң тәүге талаптарҙың береһе һаналған.

Ололарҙы ололау

Яҡшылыҡтың билдәһе,

Кеселәрҙе кеселәү,

Кешелектең билдәһе.

Олоға ҡолаҡ һалмау

Яманлыҡтың билдәһе

Ололарға кесе бул.

Тимәк, тәрбиәнең нигеҙе атай, әсәйгә, ололарға хөрмәттән тора икән. Кешегә ни тиклем изгелек  күберәк ҡылһаң, шул тиклем үҙең дә күрәһең. Ысынлап та, дөрөҫ һүҙҙәр, әлеге ваҡытта бер кемгә лә сер түгел, бала мәктәп ҡарамағында ҡалған. Бының өсөн уҡытыусыларға яңынан – яңы маҡсаттар, методтар уйларға, ата –әсәне ҡыҙыҡһындырырға кәрәктер.

Һәр ғаилә үҙ балаһын итәғәтле, эш һөйөүсән, белемле, кешелекле итеп тәрбиәләргә тырыша, ләкин тәрбиә эше бер ваҡытта ла еңел булмаған. Бөгөн иһә ул айырыуса ҡыйын осор кисерә. Йәмғиәттә үҙгәрештәр барған саҡта иң ҙур зыян балалар өлөшөнә тура килә. Кешенең аҡыл үҫеше менән рухи үҫеше араһында упҡын хасил булыу, рухи үҫешенең тотҡарланыуы күп кенә кәмселектәрҙең сәбәбе булып тора.

Баланың шәхес булып формалашыуы, иң беренсе сиратта, ғаилә тәрбиәһенә бәйләнгән. Ата-әсә – төп тәрбиәселәр. Тәрбиәләү  өсөн үҙеңә тәрбиәле булырға кәрәк. Бөгөнгө ата-әсәләр– беҙҙең кисәге уҡыусыларыбыҙ.     Ғаилә тормошон яйға һалмайынса, бергә даими эшләмәйенсә, тәрбиә эшендә уңыштарға ирешеү мөмкин түгел. Ләкин ысын тәрбиә бер яҡлы ғына була алмай. Тәрбиәнең төп асылы- мәктәп менән ғаиләнең берҙәмлегендә.

Әлеге ваҡытта мин күңелемә яҡын булған коллективта, тырыш һәм әүҙем эшләгән уҡытыусылар менән бер мәктәптә эшләйем. Минең янымда –балалар, үҙҙәренең уйҙары, ҡараштары, шатлыҡтары,ҡыҙыҡһыныуҙары,төрлө һорауҙары менән күҙгә бағып торалар. Беҙ,уҡытыусылар, уҡыусыларыбыҙға ышанабыҙ, улар менән бергә шатланабыҙ, буласаҡ пландар менән уртаҡлашабыҙ. Был беҙҙең мәктәп тормошо.

       Шулай итеп, ата –әсәләргә килгәндә инде, бер – береңде аңлап, ҡулға –ҡул тотоношоп эшләгәндә генә һәм берҙәмлек булдырғанда ғына баланы тәрбиәләргә булалыр тигән уйҙа ҡалам.