Урок башкирского языка в 5 классе. З.Биишева "Йэшэу - хезмэт".Басым.
план-конспект урока (5 класс)

Шамсетдинова Фаузия Фарисовна

Урок в 5 классе

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Конспект урока59 КБ
Office presentation icon biisheva_yesheu_hezmet.ppt1.04 МБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы

Краснокама районы Мәғариф бүлеге

Зәйнәб Биишеваныӊ “Йәшәү – хеҙмәт” шиғыры. Баҫым.

(5-се класта дәрес өлгөһө)

Үткәрҙе: Сауыҙбаш төп дөйөм белем биреү

мәктәбенеӊ башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Шәмсетдинова Фәүзиә Фәрис ҡыҙы

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2017»

конкурсында Өфө ҡалаһында уҙғарылған дәрес

Сауыҙбаш, 2018

ТЕМА: Зәйнәб Биишеваныӊ “Йәшәү – хеҙмәт” шиғыры.  Баҫым.

Класс: 5

Маҡсат: Белем биреү маҡсаты: З.Биишева тураһында белемдәрҙе нығытыу, “Йәшәү – хеҙмәт” шиғыры менән таныштырыу, “Башҡорт телендә баҫым” темаһын иҫкә төшөрөү;

Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен, бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү;

Тәрбиәүи: йәшәүгә, тормошҡа позитив ҡараш, уҡыусыларҙа патриотик һыҙаттар тәрбиәләү, бер-береӊә иғтибарлылыҡ, мәрхәмәтлелек уятыу.

       

Дәрес тибы: яӊы белемде тәүгә күрһәтеү (яӊы белем менән таныштырыу) дәресе.

Йыһазлау: мультимедия проекторы, Зәйнәб Биишеваныӊ портреты, дәреслек, баһалау таблицаһы, смайликтар, йомғаҡ.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле. 1-се слайд

   - Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле иртә! Бөгөн башҡорт теле дәресен мин, Фәүзиә Фәрис ҡыҙы, үткәрәсәкмен. Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын.

   Хәлдәрегеҙ, кәйефтәрегеҙ нисек? Әйҙәгеҙ, дәрестә үҙебеҙгә уӊыштар теләп, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайышайыҡ.

    Бөгөн беҙҙеӊ дәрескә бик күп ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ, уларҙы ла сәләмләйек (хор м-н).

2-се слайд:    Тел асҡысы иман биргән
                       Һөйөклө туған телем.
                       Үҙ телемдә һеҙгә сәләм:
                       Әссәләмәғәләйкүм!

  -Ултырығыҙ! Әйтегеҙсе, был шиғыр юлдары нимә тураһында? (тел)

  -Эйе, балалар, һәр кешенеӊ үҙ туған теле була һәм бөгөнгө көн дә ябай түгел. Бөгөн байрам. Ә кем әйтә ала: ниндәй байрам? (Туған телдәр көнө)

3-сө слайд:    Дөрөҫ, 21 февраль көнө 1999 йылда Париж ҡалаһында Туған телдәр көнө тип иғлан ителә һәм 2000 йылдан алып халыҡара байрам тип һанала.

     Был көндө бөтә илдәрҙә лә туған телгә арналған саралар үткәрелә, һәм был юҡҡа ғына түгел. Беҙ үҙ телебеҙҙе яратырға, һаҡларға, онотмаҫҡа тейеш.

              Һаҡлай белһә халыҡ үҙ телен,

              Һис иркенән яҙмаҫ илендә, - тигән һүҙҙәрҙе Рәми Ғарипов юҡҡа ғына әйтмәгәндер. Һеҙ уныӊ менән килешәһегеҙме? (Эйе)

  1. Яӊы тема.

1)- Бөгөнгө дәрестеӊ темаһын асыҡлар өсөн һеҙгә ябай эш тәҡдим итәм. Һеҙҙеӊ алда хәрефтәр теҙмәһе:

4-се слайд:    Ҡ Е И Һ Ғ Ш Ӊ Ү А И Ә Ө Б Ҙ В ҫ

  • Әйҙәгеҙ бергәләп был хәрефтәрҙе уҡып сығайыҡ.
  • Хәҙер парта буйынса (парлап) эшләйбеҙ: ошо теҙмәнән башҡорт теленеӊ үҙенсәлекле өн-хәрефтәрен алып ташлайбыҙ. Ҡалған хәрефтәрҙән һеҙгә һүҙ төҙөргә кәрәк.
  • Ниндәй һүҙ килеп сыҡты? (Биишева)
  • Эйе, был фамилия һеҙҙеӊ бөтәгеҙгә лә билдәле. (Портрет эленә)
  • Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
  • Эйе, беҙ Зәйнәб Биишеваныӊ “Йәшәү – хеҙмәт” шиғыры менән танышырбыҙ.
  • Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөн ниндәй маҡсаттарға ирешеү өҫтөндә эшләрбеҙ?

5-се слайд:    (число, тема)

  • Хәҙер дәфтәрҙәрҙе асып, число, теманы яҙып ҡуяйыҡ.
  • Ә кем һуӊ ул З.Биишева, уныӊ тураһындағы белемдәребеҙҙе иҫкә төшөрәйек.

                 З.Биишева ҡасан тыуған? (1908 йылда 15 ғинуарында)

                 Уныӊ тыуған ере. (Күгәрсен районы Туйымбәт ауылы)

                 Ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ? (“Башҡорт теле” шиғыры, “Дуҫ булайыҡ”)

  • З.Биишеваныӊ әҫәрҙәрен һанап бөткөһөҙ. Уныӊ иӊ оло хеҙмәте – “Яҡтыға” трилогияһы. Ошо хеҙмәте өсөн уға Башҡортостандыӊ халыҡ яҙыусыһы исеме бирелә.
  • Балалар, һеҙҙеӊ алдығыҙҙа белемдәрегеҙҙе баһалау өсөн таблица ята. Хәҙер тәүге эш төрөнә, З.Биишева тураһында иҫкә төшөрөүҙе баһалап, үҙегеҙгә билдә ҡуйығыҙ.

2)- Шиғыр өҫтөндә эште башлағансы, һүҙлек эше үткәреп алайыҡ.

6-сы слайд:    ҡырыҫ – неприветливый

                          наҙлы – нежный

                          үҫеш – развитие

                          көрәш - борьба

                          үкенес – сожаление

3) – Хәҙер иғтибар менән шиғырҙы тыӊлағыҙ. Автор нимә әйтергә теләне икән?

           

                     Уҡытыусы шиғыр уҡый.

4) Анализлау:

- Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? (йәшәү, тормош)

- Шиғырҙы тыӊлағанда һеҙҙә ниндәй хис-тойғолар уянды? (Йәлләү, шул уҡ ваҡытта һоҡланыу ҙа)

- Шиғырҙыӊ тәүге ике юлын иғтибар менән уҡып сығығыҙ әле. Автор унда нимә әйтергә теләгән?

- Былай тип кем генә әйтә ала?

- Һеҙ, мәҫәлән, шулай тип әйтә алыр инегеҙме? Ни өсөн?

5) Балаларҙан 4 юллап уҡытыу.

  • Хәҙер ошо шиғырҙы уҡыуығыҙға, нисек аӊлауығыҙға баһа ҡуйығыҙ (таблицала).

6) - Мин  һеҙгә шиғыр буйынса кластер төҙөргә тәҡдим итәм. Төп һүҙ итеп “йәшәү” һүҙен алабыҙ. Автор фекеренсә йәшәү нимә ул? (хеҙмәт, үҫеш, көрәш)

7-се слайд: 

7) – Ысынлап та, быны иҫбатлау өсөн  төркөмдәрҙә эшләп алырға тәҡдим итәм. Карточкала ситуациялар, уларҙы анализлап, ошо өс һүҙҙеӊ ҡайһына тура килеүен аӊлатырға (хеҙмәт, үҫеш, көрәш).

1-се ситуация: Ғәли ағай – ябай шофёр. Ул үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Көн һайын автобусында кешеләрҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы ала һәм оҙата. Кешеләр уға рәхмәтле. Ғәли ағай бәхетте эшенән таба.

2-се ситуация: Әлфиә мәктәпте тамамлап, медицина училищеһына уҡырға килде. Уныӊ маҡсаты – врач булыу. Шуға күрә Әлфиә лекцияларҙан һуӊ массаж яһау курстарына яҙылды. Уны медицина өлкәһендәге яӊылыҡтар гел ҡыҙыҡһындырҙы. Ул уҡыуын институтта дауам итте. Инде бөгөн Әлфиә – баш врач.

3-сө ситуация: Ирек Сәлимов – саӊғы ярыштарында алдынғыларҙан ине. Ул беренселекте бер ҡасан да ҡулдан ысҡындырманы. Әммә тормош уға ауыр һынау бирҙе: ул аварияға эләгеп, йөрөй алмай башланы. Ирек үҙ аяҡтарын һиҙмәй ине. Шуға ҡарамаҫтан, егет бирешмәне: үҙен ҡулға алды, врачтарҙыӊ кәӊәшен теүәл үтәп, аяҡҡа баҫырға ынтылды. Уға бик ауыр булды, ләкин ул ауырыуҙы еӊеп сыҡты.

  • Тимәк, йәшәү ул – хеҙмәт, үҫеш, көрәш.

(Төркөмдә эшләүҙе баһалау)

8) - Һәр кеше өсөн йәшәүҙеӊ үҙ мәғәнәһе бар. Һеҙ был кластерҙы дауам итеп, ни әйтә алыр инегеҙ? Йәшәү һеҙҙеӊ өсөн нимә ул? (яуаптар)

- Мин был сылбырҙы дауам итеп, хәрәкәт һүҙен өҫтәр инем. Йәшәү ул хәрәкәт, ә хәрәкәттә бәрәкәт, тиҙәр. Таҙа, ныҡлы, сәләмәт булыу өсөн хәрәкәтләнергә кәрәк.

Әйҙәгеҙ әле беҙ ҙә тәндәрҙе яҙып алайыҡ. Арығанһығыҙҙыр?

8-се слайд: Ял минуты “Һалдатта булған тиҙәр” йырына.

9) – Беҙ әле генә кемдәр булдыҡ? (Һалдаттар) Һалдаттарға бағышланған ниндәй байрам яҡынлаша? (Ватанды һаҡлаусылар көнө) Ә Һалдат кеше ниндәй булырға тейеш? Экранда бирелгән һүҙҙәрҙеӊ ҡайһылары һалдатҡа хас? 9-сы слайд

Ошо һүҙҙәрҙе дәфтәрҙәргә яҙығыҙ.

10-сы слайд:  (Грамматик тема) - Мин хәҙер ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап уҡыйым, иғтибар менән тыӊлағыҙ (баҫымды дөрөҫ ҡуймай уҡыла) Һеҙгә минеӊ уҡыу оҡшанымы? Дөрөҫ уҡыныммы? Хата ҡайҙа булды? (Баҫымда) Нимә ул баҫым? Ул ниндәй өнгә төшә? Һүҙҙә нисә баҫым була? Әйҙәгеҙ инде һүҙҙәрҙе дөрөҫләп әйтәйек 11-се слайд (хор менән).

(Карточкаларҙа баһалау)

  1. Йомғаҡлау.
  1. 12-се слайд – Афарин, балалар! Беҙ бөгөн дәрестә ниндәй әҫәр менән таныштыҡ?
  • Уныӊ авторы кем?
  • Яҙыусы тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?
  • Шиғыр һеҙгә оҡшанымы?
  • Был шиғыр нимәгә өндәй?
  • Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөн дәрес башында ҡуйылған маҡсатҡа ирештекме?
  • Бөгөн дәрестә алған белемдәрегеҙ һеҙгә тормошта кәрәк булырмы? Нисек?
  1. – Ә хәҙер дәрескә дөйөм баһа сығарығыҙ. Һеҙ бөгөнгө эшегеҙҙән ҡәнәғәтме? Үҙегеҙгә уртаса баһа ҡуйығыҙ.
  2. - Бөгөн дәрестә алған белемдәрегеҙҙе ҡулланып, өйгә ошондай эштәр бирелә:

13-сө слайд: а) мәжбүри (бөтәһе өсөн дә): дәреслектән 98-се күнегеү, 171-се бит;

б) ихтияри (көслө уҡыусылар өсөн): “Йәшәүҙеӊ мәғәнәһе нимәлә?” темаһына фараз-күҙаллау (уйланыуҙар) яҙырға;

в) шиғырҙы тасуири уҡырға.

  1. – Һеҙгә дәрес оҡшанымы? Алдығыҙҙа ятҡан смайликтар менән яуап бирегеҙсе.
  • Ысынлап та, бөгөн дәрестә беҙ байрамда булдыҡ, ә байрамда теләк теләргә кәрәк. 14-се слайд
  • “Тылсымлы йомғаҡ” уйыны (түӊәрәккә теҙелеп, йомғаҡты ебәреү һәм теләк теләү. Уҡытыусы йомғаҡлап, үҙ теләктәрен еткерә. Һаубуллашыу).  


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 2

Тел асҡысы иман биргән Һөйөклө туған телем. Үҙ телемдә һеҙгә сәләм: Әссәләмәғәләйкүм!

Слайд 3

21 февраль – Туған телдәр көнө

Слайд 4

Ҡ Е И Һ Ғ Ш Ӊ Ү А И Ә Ө Б Ҙ В ҫ

Слайд 5

Егерме беренсе февраль. Класс эше. Зәйнәб Биишева «Йәшәү – хеҙмәт».

Слайд 6

Һүҙлек эше ҡырыҫ – неприветливый наҙлы – нежный үҫеш - развитие көрәш – борьба үкенес - сожаление

Слайд 8

1. Билен ҡыҫып быуған, тиҙәр, Бигерәк уӊған, тиҙәр. Әллә ҡайҙан күренеп тора – Һалдатта булған, тиҙәр. 2. Кеселәрҙе кесе итер, Олоно ҙурлар, тиҙәр. Әллә ҡайҙан күренеп тора – Һалдатта булған, тиҙәр.

Слайд 9

ҡыйыу, ҡурҡаҡ, тырыш, яуаплы, илаҡ, көслө

Слайд 10

ҡыйыу, тырыш, яуаплы, көслө

Слайд 11

ҡыйыу, тырыш, яуаплы, көслө

Слайд 13

Өйгә эш: 1) 98-се күнегеү (171-се бит) 2) “Йәшәүҙеӊ мәғәнәһе нимәлә” темаһына фараз-күҙаллау (уйланыу) төҙөргә 3) Шиғырҙы тасуири уҡырға


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок башкирского языка

Урок в 6 классе...

мастер- класс на тему:"Использование приемов рефлексии на уроках башкирского языка"

Мастер-класс на тему:" Использование  приемов рефлексии на уроках башкирского языка". Делюсь опытом работы по методике " Шести думательных шляп" и составлению синквейнов....

Формирование лексического строя речи на уроках башкирского языка у умственно отсталых учащихся младшего школьного возраста

Статья "Формирование лексического строя речи на уроках башкирского языка у умственно отсталых учащихся младшего школьного возраста" посвящена  обучению башкирскому языку в условиях специальной ко...

презентации для уроков башкирского языка 5-9 классы

Башкирский (государственный) язык для 5-9 классы. Презентации.тест. "БАШКОРТ МУЗЫКА КОРАЛЛДАРЫ. АЛМАШ"...

Разработка урока по башкирскому языку. 6 класс.Ҡылым төркөмсәләре.

Дәрес өлгөһө 6 класта ҡылым төркөмсәләренең 3 төрөн ҡабатлауға йүнәлтелгән. исем ҡылым, сифат ҡылым һәм уртаҡ ҡылым. Предмет ара бәйләнештәр:башҡорт халыҡ ижады өлгәләре- мәҡәлдәр менән бәйләү, рус те...

Разработка урока по башкирскому языку. 6 класс.Ҡылым төркөмсәләре.

Асыҡ дәрес өлгөһө6 класс башҡорт теле  “Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау”Маҡсат: а) белем биреү-исем ҡылым, уртаҡ ҡылым, сифат ҡылым тураһында үтелгәндәрҙе нығытыу, улар менән һөйлә...