Сценарий на новый год на башкирском языке.
материал на тему

Самарбева Далира Зайнулловна

На новый год мы приготовили очень интересную сказку на родном (башкирском) языке. Детям очень понравилось. Главное правильно подобрать музыку героям)))

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yany_yylga.docx32.17 КБ

Предварительный просмотр:

Иғлан!!!

Дуҫтар эҙләйем!

8927365412

Айыутуған

Етем төлкө.

Образдар

Айыу-Айтуган

Ҡуян – Нургуль, Айсиля, Лиза

Әтәс-Аяз

Эт-Азамат

Бесәй – Регина

Сысҡан- Индиля

Төлкө – Лилиана

Телеведущий һайыҫҡан – Айлина

Ниф-Ниф- Арслан

Наф-Наф-Илюзә

Нуф-Нуф- Аскар

Һыйыр – Артур, Ринат

Бабушка – Лена

Илгизәр, Данил

Әкиәтте тәҙрәне асып әбей һөйләй башлай.

Әбей: Борон-борон заманда, йәшәгән тей бер айыу. Ябай айыу булмаған ул. Ул аҡыллы, изге айыу булған. Ҡыш көнө һалҡында аҙыҡ табыуы ҡыйын булғас, үҙенә дуҫтар эҙләй ти. Иғландар йәбештерә ти. Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ.

Сәхнәлә урман. Ағастар, түмәрҙәр. Урманда айыухан бейей-бейей иғлан йәбештереп йөрөй. Ҡолаҡта наушник, башта кепка.

  • Уф арыным, ултырып алайым әле. Думбырамда уйнап алайым. (Музыка тоҡана). Рэп йырлай башлай.

Артынан ипләп кенә эт килеп инэ, уның йырлағанына бейеп тора.

  • Кем шулай матур итеп, урман яңғыратып думбырала уйнай икән тиһәм, МСАйыухан ағай үҙе икән.
  • Рәхмәт инде эт дуҫҡай. Мин былай ғына ул Любитель. Ә һин ни эшләп йөрөп ятаһың ҡышҡа әҙерләнмәй.
  • Менә мин һинең иғланың буйынса килеп еттем. Әйҙә ҡышты бергә ҡаршылайыҡ. Һин минән дә яҡшы тоғро дуҫ таба алмаясаҡһың.
  • Ысынлап та әйҙә һуң Аҡтырнаҡ ҡышты бергә үткәрәйек.
  •  Минең менән күңелле лә буласаҡ, мин ҡурайҙа ла матур уйнайым. (Уйнап ишеттерә)

Курай тауышына ҡуяндар килеп инә.

-Кем шулай матур уйнай ҡурайҙа, Аҡтырнаҡ һинме?

-Һай афарин!

-Ә беҙ ҡурай моңона матур итеп бейейбез. Аҡтырнаҡ йә уйна әле.

(Музыка ҡурай уйнай, ҡуяндар башҡортса бейейҙәр)

Айыу: ҡалай матур бейейһегеҙ ҡуянҡайҙар. Һай, афариндар.

-Һалҡын ҡышты ҡаршы алырға, беҙҙе үҙегеҙ менән алығыҙсы!

Аҡтырнаҡ: Әлбиттә алайыҡ, ибет Айыухан.

(Кукареккууук тигән тауыш ишетелә)

Ҡуян: был кем тағын?

Айыу: иптәш Әтәс шикелле, миңә Ватсаптан яҙғайны ул, килеп етәм тип. Ул да беҙҙең менән.

Әтәс: Һаумыһығыҙ, әхирәттәр. Ҡалай күмәк кенә ул һеҙ. Яңы йылыбыҙ, ҡышыбыҙ күңелле буласаҡ инде.

Әтәскә ватсаптан берәү звонитт итә. (ватсап музыкаһы)

  • Видеозвоноктан һөйләшә. Алло, ооо иптәштәр һаумыһығыҙ. Эйе ишетәм, ишетәм. Әйҙәгеҙ аҡланға килегеҙ.  Хәҙер минең дуҫтарым килеп етә. Шәп дуҫтар улар! Әйҙәгеҙ уларҙы ла алайыҡ.
  • Бөтәһе лә: Әйҙәгеҙ.

Бесәй һәм сысҡан самокатта: Саҡ килеп еттек, уффф. Сысҡан дуҫтың артынан өлгөрөп булмай.

  • Шулай мин шэп йоройом ул. Алығыҙ беҙҙе уҙегеҙ янына, мин елдереп кибеткә йөрөрмөн.

Айыухан: Ярай, улай булғас. Бына шәп булды. Дуҫтар, беҙгә ҡышты, яңы йылды үткәрер өсөн һыйыр һатып алырға кәрәк. Һөт эшкәртеп, май яһарға, ҡышҡыһын тәмләп картуф ҡурырбыҙ.

Бөтәһе лә: эйе, эйе. Дөрөҫ.

 Шымып ҡалалар. Әкиәт туҡтай. Тәҙрә асыла. Әбекәй йылмайып.

Бына шулайтып, күмәкләшеп яңы йылды, ҡышты ҡаршы алырға булалар.

Һыйыр һатып алалар, өй һалалар. Һыйыр һөтөн эшкәртеп, май бешәләр. Майҙы ҙурбатманға йынап, өй башына ултырталар.

  Сәхнәлә өй эсе. Кем нимә менән мәжғүл. телевизор ҡарай, кем иҙән һеперә, ашарға бешерә, бәйләй. Бесәй һыйырҙы яратып тора.

  • Әй беҙҙең Алаҡай маладис бит инде ул. Ҡышҡылыҡҡа күпме май әҙерләнек.

Һыйыр: Муууу

Ҡуян: телевизор тоҡандырып ҡарап алайыҡ әле.

Телевизор: Һайыҫҡан: (музыка новости)Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле телевизор ҡараусылар. Һеҙҙең менән Һайыҫҡан ТВ. Яңылыҡтар. Быйылғы яңы 2019 йыл ТЕАТР ЙЫЛЫ тип иғлан ителде. Һеҙҙе баш ҡалабыҙға, премьералар ҡарарға саҡырып ҡалабыҙ.  

Ә хәҙергә һауа торошо. Көн Бөгөн, 30 декабрҙә республикала һәм Урманда  көндөң ҡаты һыуыҡ булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһының республикала -30, -32 Урманда -30, -35 градус һыуыҡ булыуы күҙаллана. Атмосфера баҫымы көн дауамында бер аҙ күтәрелә.

Сысҡан: Даааа, һыуыта иптәштәр.

Ишекте шаҡыйҙар.

Бесәй: Кем бар унда. Ҡуянҡай телевизорҙын тауышын һүндер әле.

Төлкө инә. Һаумыһығыҙ, был мин төлкө. Өшөп, туңып йөрөйөм урманда. Мин етем төлкө, минең берәүемдә юҡ. Мине ҡышҡылыҡҡа үҙегеҙгә алһағыҙсы.

Бөтәһе лә уйға ҡала.

Әтәс: Йә әйҙә алайыҡ һуң, иптәштәр.

Сысҡан: Ана һауа торошонда һыуыта тинеләр бит, алайыҡ.

Төлкө: Рәхмәт инде, һеҙгә.

Тәҙрә асыла: Шулай итеп төлкө улар менән йәшәй башлаған. Ул үҙен бик әҙәпле тотҡан, бөтәһенең дә һүҙен тыңлар, ни ҡушһалар ҙа шуны эшләр булған. Күп тә үтмәй хәйләкәр төлкө, өй башында бер батман май һаҡланғанын белеп ҡала. Төлкө, май тиһәң үлеп бара бит инде. Ул майҙы үҙе генә ашар өсөн төрлө хәйлә уйлай башлаған.

Сәхнә.

Төлкө:  Ҡапҡа бикләнде микән, ҡарап инәйемсе.

Шул саҡ төлкөнөң телефоны шылтырай.

Әтәс: Төлкөгә берәү шылтырата. Алайым әле. Алло, эйе, эйе. Әйтермен, ярар.

Төлкө инә.

Әтәс: Һиңә яңы ғына берәү шылтыратты, бурһыҡтын балаһына исем ататырға тине.

Төлкө: Әәәә, ярай атыу, бармай булмаҫ. (сығып китә)

Өй башына менеп май ашай.

Өйгә ингәс.

Ҡуян: Йә нимә менән һыйланыла үҙеңде?

Төлкө: Ҡурылған ҡаҙ, суши, роллы, тирамиссу.

Эт: Ниндәй исем  ҡуштың?

Төлкө: Башбала тигән. Иртәгә тағын исем ҡушырға барырға кәрәк -  тигән.

Айыу: Әйҙәгеҙ яңы йылға тәмле итеп табын әҙерләйек, бар Әтәс май алып төш.

Әтәс сығып китә.

  • Әтәс килеп инә: Ҡарауыыыл, Кукарекууук! Майҙы урлағандар.

  Шылтыратығыҙ Полицияға.

Полиция килеп инә.

Инспектор Сусҡа Наф-Наф Хрю-Хрюевич. Нимә булды?

Айыу: Бына беҙҙең көҙ буйы йынаған майыбыҙҙы кемдер ашаған.

Сусҡа Ниф-Ниф: Борсолмағыҙ беҙ хәҙер бармаҡ эҙҙәре буйынса табабыҙ.

Батмандан төлкөнөң бармаҡ эҙҙәре (йәбештерелгән) килеп сыға.

Бөтәһелә: Уххх, алдаҡсы. Етем булып ҡыланды бит эле ул.

Төлкө башын эйә. Ғәфү үтенә.

Айыу: Рәхмәт һеҙгә Нуф-Нуф,Наф-Наф, Ниф-Ниф. Әйҙәгеҙ бергәләп Яңы йылды ҡаршы алайыҡ. Оҙаҡламай 12 тула бит. (Куранты)

Йыр

Ҡарһылыу ҙа килгән
Ҡыш бабай менән бергә,
Бергә етәкләшеп
Йырлап-бейеп йөрөргә.

Шатлыҡ, бәхет менән
Хуш киләһең

Көтөп алған беҙҙең Яңы йыл!
Яңы йылды ҡаршыларға
Йыйылдыҡ!

Бар тирә яҡ һөттәй ап-аҡ, 
Ем-ем итеп ҡар көлә. 
Көмөш ҡыңғырауҙар тағып, 
Беҙгә Яңы йыл килә. 
Көрткә сумып ҡойона шыршы, 
Энәһе уның йәшел генә; 
Йәшел ҡыңғырау тағып беҙгә, 
 Яңы йыл килә. 



 

 

Әкиәтте тәҙрәне асып әбей һөйләй башлай.

Әбей: Һаумыһығыҙ ҡәҙерле ҡунактар. Әкиәт ҡарарға килдегеҙме? Тыңлағыҙ һуң.

Борон-борон заманда, йәшәгән тей бер айыу. Ябай айыу булмаған ул. Ул аҡыллы, изге айыу булған. Ҡыш көнө һалҡында аҙыҡ табыуы ҡыйын булғас, үҙенә дуҫтар эҙләй ти. Иғландар йәбештерә ти. Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ.

Сәхнәлә урман. Ағастар, түмәрҙәр. Урманда айыухан бейей-бейей иғлан йәбештереп йөрөй. Ҡолаҡта наушник, башта кепка.

  • Уф арыным, ултырып алайым әле. Думбырамда уйнап алайым. (Музыка тоҡана). Рэп йырлай башлай.

Артынан ипләп кенә эт килеп инэ, уның йырлағанына бейеп тора.

  • Кем шулай матур итеп, урман яңғыратып матур итеп йырлай икән тиһәм, МСАйыухан ағай үҙе икән.
  • Айыу; Рәхмәт инде эт дуҫҡай. Мин былай ғына ул Любитель. Ә һин ни эшләп йөрөп ятаһың ҡышҡа әҙерләнмәй.
  • Эт; Менә мин һинең иғланың буйынса килеп еттем. Әйҙә ҡышты бергә ҡаршылайыҡ. Һин минән дә яҡшы тоғро дуҫ таба алмаясаҡһың.
  • Айыу;Ысынлап та әйҙә һуң Аҡтырнаҡ ҡышты бергә үткәрәйек.
  •  Эт: Минең менән күңелле лә буласаҡ, мин ҡурайҙа ла матур уйнайым. (Уйнап ишеттерә)

Курай тауышына ҡуяндар килеп инә.

-Ҡуян: Нургуль. Кем шулай матур уйнай ҡурайҙа, Аҡтырнаҡ һинме?

-Лиза:Һай афарин!

-Айлина: Ә беҙ ҡурай моңона матур итеп бейейбез. Аҡтырнаҡ йә уйна әле.

(Музыка ҡурай уйнай, ҡуяндар башҡортса бейейҙәр)

Айыу: ҡалай матур бейейһегеҙ ҡуянҡайҙар. Һай, афариндар.

Нургуль-Һалҡын ҡышты ҡаршы алырға, беҙҙе үҙегеҙ менән алығыҙсы!

Аҡтырнаҡ: Әлбиттә алайыҡ, ибет Айыухан.

(Кукареккууук тигән тауыш ишетелә)

Лиза: был кем тағын?

Айыу: иптәш Әтәс шикелле, миңә Ватсаптан яҙғайны ул, килеп етәм тип. Ул да беҙҙең менән.

Әтәс: Һаумыһығыҙ, әхирәттәр. Ҡалай күмәк кенә ул һеҙ. Яңы йылыбыҙ, ҡышыбыҙ күңелле буласаҡ инде.

Әтәскә ватсаптан берәү звонитт итә. (ватсап музыкаһы)

  • Видеозвоноктан һөйләшә. Алло, ооо иптәштәр һаумыһығыҙ. Эйе ишетәм, ишетәм. Әйҙәгеҙ аҡланға килегеҙ.  Хәҙер минең дуҫтарым килеп етә. Шәп дуҫтар улар! Әйҙәгеҙ уларҙы ла алайыҡ.
  • Бөтәһе лә: Әйҙәгеҙ.

Бесәй һәм сысҡан самокатта: Саҡ килеп еттек, уффф. Сысҡан дуҫтың артынан өлгөрөп булмай.

  • Шулай мин шэп йоройом ул. Алығыҙ беҙҙе уҙегеҙ янына, мин елдереп кибеткә йөрөрмөн.

Айыухан: Ярай, улай булғас. Бына шәп булды. Дуҫтар, беҙгә ҡышты, яңы йылды үткәрер өсөн һыйыр һатып алырға кәрәк. Һөт эшкәртеп, май яһарға, ҡышҡыһын тәмләп картуф ҡурырбыҙ.

Бөтәһе лә: эйе, эйе. Дөрөҫ.

 Шымып ҡалалар. Әкиәт туҡтай. Тәҙрә асыла. Әбекәй йылмайып.

Бына шулайтып, күмәкләшеп яңы йылды, ҡышты ҡаршы алырға булалар.

Һыйыр һатып алалар, өй һалалар. Һыйыр һөтөн эшкәртеп, май бешәләр. Майҙы ҙурбатманға йынап, өй башына ултырталар.

  Сәхнәлә өй эсе. Кем нимә менән мәжғүл. телевизор ҡарай, кем иҙән һеперә, ашарға бешерә, бәйләй. Бесәй һыйырҙы яратып тора.

  • Әй беҙҙең Алаҡай маладис бит инде ул. Ҡышҡылыҡҡа күпме май әҙерләнек.

Һыйыр: Муууу

Ҡуян: телевизор тоҡандырып ҡарап алайыҡ әле.

Телевизор: Һайыҫҡан: (музыка новости)Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле телевизор ҡараусылар. Һеҙҙең менән Һайыҫҡан ТВ. Яңылыҡтар. Быйылғы яңы 2019 йыл ТЕАТР ЙЫЛЫ тип иғлан ителде. Һеҙҙе баш ҡалабыҙға, премьералар ҡарарға саҡырып ҡалабыҙ.  

Ә хәҙергә һауа торошо. Көн Бөгөн, 30 декабрҙә республикала һәм Урманда  көндөң ҡаты һыуыҡ булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһының республикала -30, -32 Урманда -30, -35 градус һыуыҡ булыуы күҙаллана. Атмосфера баҫымы көн дауамында бер аҙ күтәрелә.

Сысҡан: Даааа, һыуыта иптәштәр.

Ишекте шаҡыйҙар.

Бесәй: Кем бар унда. Ҡуянҡай телевизорҙын тауышын һүндер әле.

Төлкө инә. Һаумыһығыҙ, был мин төлкө. Өшөп, туңып йөрөйөм урманда. Мин етем төлкө, минең берәүемдә юҡ. Мине ҡышҡылыҡҡа үҙегеҙгә алһағыҙсы.

Бөтәһе лә уйға ҡала.

Әтәс: Йә әйҙә алайыҡ һуң, иптәштәр.

Сысҡан: Ана һауа торошонда һыуыта тинеләр бит, алайыҡ.

Төлкө: Рәхмәт инде, һеҙгә.

Тәҙрә асыла: Шулай итеп төлкө улар менән йәшәй башлаған. Ул үҙен бик әҙәпле тотҡан, бөтәһенең дә һүҙен тыңлар, ни ҡушһалар ҙа шуны эшләр булған. Күп тә үтмәй хәйләкәр төлкө, өй башында бер батман май һаҡланғанын белеп ҡала. Төлкө, май тиһәң үлеп бара бит инде. Ул майҙы үҙе генә ашар өсөн төрлө хәйлә уйлай башлаған.

Сәхнә.

Төлкө:  Ҡапҡа бикләнде микән, ҡарап инәйемсе.

Шул саҡ төлкөнөң телефоны шылтырай.

Әтәс: Төлкөгә берәү шылтырата. Алайым әле. Алло, эйе, эйе. Әйтермен, ярар.

Төлкө инә.

Әтәс: Һиңә яңы ғына берәү шылтыратты, бурһыҡтын балаһына исем ататырға тине.

Төлкө: Әәәә, ярай атыу, бармай булмаҫ. (сығып китә)

Өй башына менеп май ашай.

Өйгә ингәс.

Ҡуян: Йә нимә менән һыйланыла үҙеңде?

Төлкө: Ҡурылған ҡаҙ, суши, роллы, тирамиссу.

Эт: Ниндәй исем  ҡуштың?

Төлкө: Башбала тигән. Иртәгә тағын исем ҡушырға барырға кәрәк -  тигән.

Айыу: Әйҙәгеҙ яңы йылға тәмле итеп табын әҙерләйек, бар Әтәс май алып төш.

Әтәс сығып китә.

  • Әтәс килеп инә: Ҡарауыыыл, Кукарекууук! Майҙы урлағандар.

  Шылтыратығыҙ Полицияға.

Полиция килеп инә.

Инспектор Сусҡа Наф-Наф Хрю-Хрюевич. Нимә булды?

Айыу: Бына беҙҙең көҙ буйы йынаған майыбыҙҙы кемдер ашаған.

Сусҡа Ниф-Ниф: Борсолмағыҙ беҙ хәҙер бармаҡ эҙҙәре буйынса табабыҙ.

Батмандан төлкөнөң бармаҡ эҙҙәре (йәбештерелгән) килеп сыға.

Бөтәһелә: Уххх, алдаҡсы. Етем булып ҡыланды бит эле ул.

Төлкө башын эйә. Ғәфү үтенә.

Айыу: Рәхмәт һеҙгә Нуф-Нуф,Наф-Наф, Ниф-Ниф. Әйҙәгеҙ бергәләп Яңы йылды ҡаршы алайыҡ. Оҙаҡламай 12 тула бит. (Куранты)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Разрабока урока родного (башкирского) языка по теме "Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух" на башкирском языке.

Урок с элементами здоровьесберегающих технологий, на башкирском языке, для обучающихся русскоязычных школ....

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс

Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.По программе дается и календарно-тематическое планирование...

Сценарий концерта, посвященный к Новому году на башкирском языке

Этот сценарий прекрасно подходит для постановки в ДК...

Выступление "Использование новых (инновационных) технологий на уроках башкирского языка"

Выступление на районном конкурсе "Учитель башкирского языка и литературы - 2013г."...

План работы ШМО учителей родного (чувашского) языка и литературы, родного (башкирского) языка, башкирского языка (государственного), истории и культуры Башкортостана МОБУ СОШ с.Ефремкино

Задачи ШМО:1. Повышения качества знаний по родному языку и литературе (чувашскому), башкирскому языку и истории и культуре Башкортостана.2.      Выработать орфоэпические, инто...