Башҡорт теле дәрестәрендә проект эшмәкәрлеге
статья

Ғизәтуллина  Филүзә Фәрит ҡыҙы

Башҡорт теле  дәрестәрендә проект  эшмәкәрлеге

Скачать:


Предварительный просмотр:

Педагогик кәңәшмәләге сығыш

Тема:

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар менән проект эшмәкәрлеген ойоштороу

                        Сығыш яһаусы:

                                                       Ғизәтуллина Филүзә Фәрит ҡыҙы

Бөгөнгө көндә педагогикала һәм мәктәп практикаһында “тикшеренеү эшмәкәрлеге”, “тикшеренеү методы”, “проектлау методы”, “проект технологияһы” кеүек төшөнсәләр киң ҡулланыла. Был иһә, бер яҡтан, хәҙерге заман белем биреү системаһында һәр баланың шәхси потенциалын үҫтереүгә шарттар барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләһә, икенсе яҡтан, мәктәп фәндәрен эҙләнеү-тикшеренеү йүнәлешендә өйрәнеүҙең мөһимлеген билдәләй.

 Уҡыу-уҡытыу барышында уҡыусылар рефераттар яҙа, доклад менән сығыш яһай, рецензия, аннотация яҙыу күнекмәләре ала, фәнни мәҡәлә яҙғандары ла бар, уҡыусыларҙың ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашҡандарының сығыштары йыйынтыҡтарҙа донъя күрә. Быларҙың барыһы ла уҡытыуҙың яңы технологияһы – ғилми-тикшеренеү эшенең – белем биреү процесына киңерәк үтеп инеүен дәлилләй. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа һәм Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстар, ижади бәйгеләр, фәнни-ғәмәли конференциялар уҡытыусыларҙың да, уҡыусыларҙың да заман менән бергә атлауын талап итә. Был йүнәлештең актуаллеге асыҡ һәм бәхәсһеҙ.

Мәктәптә фәнни-тикшеренеү эштәре уҡыусыларҙы үҫтереү маҡсатынан сығып башҡарыла. Был ижади эш төплө белем алыу менән үрелеп барырға тейеш.

Уҡыусылар мәктәптә фәнни-тикшеренеү эше менән шөғөлләнеү нигеҙҙәрен үҙләштерһә, юғары уҡыу йорттарында уларға курс эше, диплом эше яҙыу ҡыйын булмаясаҡ, иң мөһиме – шәхестең логик фекерләүе, үҙ ҡарашын яҡлай белеү ҡеүәһе үҫешәсәк.

Билдәле булыуынса, уҡыусыларҙы фәнни методтар менән таныштырыу кәрәклеге норматив документтарҙа ла күрһәтелгән: белем биреү стандарттарында предметты өйрәнеүҙең маҡсаттарының береһе булып уҡыусыларҙың теге йәки был методтарҙы үҙләштереүе тора. Уҡыусыларҙың методологик компетентлығы уларҙың фәнни методтарҙы белеүе, үҙ аллы тикшеренеүҙәр алып бара, планлаштыра һәм эксперименттар үткәрә белеүе, төрлө гипотезалар тәҡдим итә алыуын үҙ эсенә ала. Уҡыусыларҙың тикшеренеү һәләттәрен дәрестәрҙә, дәрестән тыш сараларҙа, электив курстарҙа үҫтереү мөмкинлеге бик ҙур.

Уҡыусыларҙың тикшеренеү һәләттәре фәнни-тикшеренеү, проект һәм проект-тикшеренеү эшмәкәрлеге процесында формалаша. Фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеге йәмғиәткә кәрәкле яңы белем, мәғлүмәт уйлап табыуға йүнәлтелгән. Проект эшмәкәрлеге – уҡыусыларҙың ижади, танып белеү һәм уйын эшмәкәрлеге, алдан уҡ билдәле һөҙөмтәгә йүнәлтелгән булыуы менән айырылып тора. Проект-тикшеренеү эшмәкәрлеге иһә үҙ аллы тикшеренеүеңде ойоштороу менән бәйле эшмәкәрлек.

Уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эштәренең төп маҡсаты – уҡыусының әүҙем ҡатнашлығы нигеҙендә билдәле бер этаптарға бүленгән танып белеү процесы. Иң мөһиме – уҡыусының үҙаллылығы. Уҡытыусы был осраҡта консультант ролендә сығыш яһарға тейеш.

Бынан сығып, ФТЭ-нең бурыстарын түбәндәгесә билдәләргә мөмкин:

Үҙаллылыҡтың үҫеше. Уҡыусы үҙ аллы яңы мәғлүмәттәрҙе, белемде өйрәнеп, үҙендә үҙаллылыҡ тәрбиәләй. Был уның дөрөҫ социаль адаптацияһы өсөн мөһим фактор.

Уҡыусы шәхесенең үҙ аллы формалашыуы. ФТЭ уҡыусыға үҙен табырға, һәләттәрен асыҡларға ярҙам итә. Был йәһәттән һәр уҡыусының мөмкинлектәрен дөрөҫ баһаларға, тейешле йүнәлештә ҡулланыуҙың мөһимлеген билдәләр кәрәк.

Коммуникатив һәләттәрҙең үҫеше. ФТЭ образлы фекер йөрөтөүгә, хәтерҙе, логиканы үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусыны үҙ фекерен, ҡарашын асыҡ, аңлайышлы итеп бирә алыуға өйрәтә.

Коммуникабель һәләттәрҙең формалашыуы. ФТЭ барышында уҡыусы асыҡ, социаль әүҙем була, аралашырға өйрәнә.

Ғалимдарҙың билдәләүенсә, уҡыусыларҙың тик 16% ғына ФТЭ менән шөғөлләнә ала. Шуға күрә уҡытыусыға ФТЭ алып бара алырлыҡ уҡыусыларҙы һайлап алыуға ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Уҡыусының дөйөм өлгәше тулы тикшеренеү эштәре алып бара алыуын күрһәтмәй әле. Әлбиттә, оҙаҡ йылдар был класта эшләүсе уҡытыусы еңел генә теге йәки был уҡыусыны ФТЭ йәлеп итә ала.

ФТЭ башлар алдынан уҡытыусы уҡыусыла ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш. Быны бер нисә юл менән булдырырға мөмкин:

- Үҙеңдең кәрәклегеңә, мөһимлегеңә баҫым. ФТЭ алып барыу уҡыусыла уның үҙ аллы, үҙенсәлекле булыуына, башҡаларға оҡшамауына ышаныуына булышылыҡ итә. Үҫмерлек осоронда был бик мөһим.

- Еңеүгә ынтылыш. Төрлө конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулау стимул була ала.

- Тема менән ҡыҙыҡһындырыу. Уҡыусы үҙе уны ҡыҙыһындырған теманы һайларға тейеш. Уҡытыусы уға бары тик темалар исемлеген йәки актуаль, уҡыусының ҡыҙыҡһыныуҙары менән бәйле теманы тәҡдим итә ала.

- Уҡыусы менән бәйләнеш. Яҡшы уҡыусы һәм уҡытыусы мөнәсәбәттәре бөтә төр эшмәкәрлектәрҙең һөҙөмтәлелегенә нигеҙ булып тора.

  Шулай уҡ бер дәрестә бер нисә маҡсат ҡуйылырға мөмкин, мәҫәлән, үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙың белемен баһалау, тикшеренеү эшен ойоштороу һ.б.

Уҡыусыларҙың уҡыу-тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороуҙа дәрестәр ҙур мөмкинселектәр аса. Сөнки уҡытыусылар дәрестәрҙә төрлө проблемалы уҡытыу методтарын ҡулланалар: проблемаы һорау, эҙләнеү методы, тикшеренеү методы. Һуңғыһы иһә уҡыусыларҙың тулыһынса үҙаллылығын талап итә.

Уҡыусыларҙың уҡыу-тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороуҙа дәрестән тыш эшмәкәрлек тә ҙур роль уйнай:

- уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү йәмғиәте.

- Олимпиадалар, конкурстар, конференциялар.

- Проект эшмәкәрлеге (проект аҙналыҡтары, тикшеренеү проекттары, йыл дауамында эшләнгән проекттар).

- Факу

 

Проект эшмәкәрлеге

Уҡыусыларҙың ижади, тикшеренеү һәләттәрен үҫтереүҙә шулай уҡ проект эштәре лә мөһим роль уйнай.

Проект эшмәкәрлеге ниндәйҙер проектты барлыҡҡа килтереүҙе күҙ алдында тота. Был эшмәкәрлек нигеҙендә уҡыусыларҙың танып-белеү күнекмәләрен үҫтереү, уларҙың үҙ аллы белем алыуы, информацион киңлектә эшләй белеүе, төрлө йәһәттән компетентлылыҡтарын үҫтереүҙәре, фекерләү һәләттәре алғы планға сыға.

Проектлау методы – педагогик процесты планлаштырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система ул. Проект һүҙе белем биреү процесын алдан күҙаллау тигәнде аңлата. Ысынлап та, дәрестә өйрәнеләһе материалдың йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләп ҡуйыу проектлау технологияһының төп асылын тәшкил итә. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлана барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.

 

Проект өҫтөндә эште уңышлы үтәү өсөн шарттар: уҡыусыны эш талаптары менән таныштырып, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, күренештәрҙең төбөнә үтеп инергә өйрәтеү мөһим. Дәрестәрҙе төрлө типта, төрлө алымдар ҡулланып ойошторорға, күберәк актив методтарға һалырға (өлөшләтә эҙләнеү, проблемалы эҙләнеү методтары) кәрәк.

Проектлау төрлө маҡсаттарҙа, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин. Әммә был тик ошо метод менән генә уҡытыу тигәнде аңлатмай, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған саҡтарҙа ғына ҡулланырға тейеш. Проект методы уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусылар фәнни-тикшеренеү эшенә йәлеп ителә.

Проект методы түбәндәге бурыстарҙы үтәй:

· Эш барышы уҡыусының кәйефенә тәьҫир итә һәм

теманы өйрәнеүгә теләк уята.

· Уҡыусыны билдәле бер тема өҫтөндә ижади

эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙ аллы мәғлүмәт табырға өйрәтә.

· Проект эшен ойоштороу барышында уҡыусылар

үҙ-ара аралаша, бер-береһенә йоғонто яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен үтәй.

· Бөтә уҡыу процесы уҡыусыға йүнәлтелә, уның

ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе һәм шәхси һәләттәре иҫәпкә алына.

· Уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә

индивидуаль һәм коллектив яуаплылыҡ уята.

· Бергәләп эшләү уҡыусыға башлаған эште аҙағына

тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә:

Проектлау методы донъя педагогикаһында яңы асыш түгел.

 

Проект төрҙәре:

1) өҫтөнлөклө эшмәкәрлек төрө буйынса: информацион, ижади, социаль, практик йүнәлешле, инновацион, уйын(ролле), тикшеренеү һ.б.

 

- Уйын проекты. Уның нигеҙендә ролләп уйнау ята. Уҡыусылар ниндәй ҙә булһа бер ситуацияны уйлап сығара (проекттың проблемаһы, маҡсаты билдәләнә), уҡыусы нимә өйрәтергә тейешлеге билдәләнә, төркөмдәрҙә эш ойошторола. Шунан сәхнәләштерелгән уйын буйынса һығымта яһала, дискуссия алып барыла.

- Эҙләнеү йәки тикшеренеү проекты. Был проект ныҡлы уйланылған структура талап итә: проекттың маҡсаты, актуаллеге, тикшеренеү предметын һүрәтләү, уның тураһында мәғлүмәтте анализлау, алдан билдәле факттар менән сағыштырыу, алынған һөҙөмтәләрҙе дөйөмләштереү кәрәклеге, нигеҙләнгән һығымталар. Результат мәҡәлә, реферат, доклад, видеосюжет, конференцияла фекер алышыу формаһында тәҡдим ителергә мөмкин.

- Ижади проект. Ул презентация, видеофильм, экспедиция, һүрәт, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийы һ.б. формаларҙа булырға мөмкин. Был проект та эҙләнеү, ижади эш, һөҙөмтәне яҡлау этаптарынан тора. Мәҫәлән, «Ҡыҙыҡлы грамматика» китапсығын әҙерләү.

- Информацион проект. Исеменән күренеүенсә, ул мәғлүмәт менән бәйле. Уҡыусылар үҙҙәре мәғлүмәт таба, эштең һөҙөмтәһе газета, доклад, презентация рәүешендә бүтәндәргә баҫма формала таратыла йәки Интернет селтәренә урынлаштырыла.

Проект типологияһы шулай уҡ маҡсатҡа һәм методологияға лә бәйле булырға мөмкин. Иң киң таралған төрҙәренән уҡыу, социаль һәм театр проекттарын атап үтергә мөмкин.

Уҡыу проекты – уҡыу программаһы сиктәрендә алып барылған тикшеренеү. Был проект эше уҡыу процесында була, һәр уҡыусының ҡатнашыуын талап итә. Уҡыу проектының төп маҡсаты – конкрет белемдәрҙе практик ҡулланыу кимәлендә үҙләштереү. Белем йөкмәткеһенә түгел, ә был белемдәрҙе ҡуллана белеү һәләттәрен формалаштырыуға акцент яһала. Уҡыу проекты уҡытыусынан ныҡлы уйланылған, конкрет билдәләнгән эште планлаштырыуҙы талап итә. Һәр дәрестә нимәләр эшләнәсәк, нимәләргә иғтибар итергә кәрәк алдан билдәләнә, уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләүенә тейешле ваҡыт бүленә: уҡыусылар үҙҙәре төркөмдәрҙә кем нимә эшләйәсәк, ниндәй формала презентация әҙерләнәсәк һайлайҙар.

Социаль проект – индивидуаль йәки коллектив эшмәкәрлек, уның маҡсаты - уҡыусылар булдыра алған тирә-яҡ мөхиттәге үҙгәрештәр. Йәғни социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү нигеҙендә уҡыусыларҙың гражданлыҡ әүҙемлеген формалаштырыу. Социаль проектты башҡарыу барышында уҡыусылар тирә-яҡ мөхит, йәмғиәт тураһында белемдәрен киңәйтәләр, проблемаларҙы күрергә өйрәнәләр, йәмғиәткә файҙалы эшмәкәрлек менән шөғөлләнәләр.

Мин  проект эшен нисек ҡулланам.

Бөгөнгө көндә төрлө ижади бәйгеләр үтеп тора: Туган тел көнөнә арналған”Тел фәне бөтәһе өсөн”(“Языкозние для всех”),”Ватан юлдары буйлап”(“Отечество”),олимпиадалар.

Беҙ ҙә был конкурстарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ.

Конкурстарға барыр алдынан балалар менән берлектә тема һайлайбыҙ,эштең планын төҙөйбөҙ,тикшереләсәк тема буйынса китаптар һәм мәҡәләләр менән танышабыҙ,энциклопедиялар ҡарайбыҙ,интернет селтәрҙәренән мәғлүмәттәр туплайбыҙ,кәрәк булһа кешеләрҙән һорашып,интервью алабыҙ.Материалдар тупланып бөткәс, яҙабыҙ.

Ғәҙәттә эш инеш өлөштән,төп һәм йомғаҡлау өлөштән тора.

Инеш өлөштә проблеманың актуаллеге,тикшеренеү объекты,предметы билдәләнә.Артабан,маҡсат  һәм бурыстары  ҡуйыла.

Бурыстарҙан сығып,тикшеренеү методтары,методика билдәләнә.Улар-күҙәтеү,анализ,сағыштырыу,интерью алыу,анкета үткәреү,тарих метод һәм башҡалар.

Төп өлөштә тикшерелгән проблема буйынса сығанаҡтарға байҡау яһала(кемдәр,ҡасан,нисек был мәсьәләне тикшергән)һәм эштең төп йөкмәткеһе асыҡлана.

Йомғаҡлау өлөшөндә алдағы билдәләнгән бурыстарҙың нимәләр һөҙөмтәһендә хәл ителеүе хәбәр ителә.

Һығымталар ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү-ирешмәүҙе сағылдырырға тейеш.

Тикшеренеү эшен  әҙерләгәндә дөйөм талаптар ҙа бар.

 1.Уҡыусыларҙың тикшеренеү эше  5-15 биткә тиклем күләмдә,ә доклад 1-1,5 бит самаһы була.

2.Компьютерҙа башҡарылған эшкә талаптар:шрифтың ҙурлығы12-14,

Times New Roman

-юлдар араһында интервал - 1,5;

-һулдан-30мм,уңдан-15мм,өҫтән-20мм,аҫтан 20мм буш урын ҡаларға тейеш.

-текст  биттең бер яғында ғын яҙыла

-һылтанмалар шул уҡ биттә ,тик бәләкәйерәк шрифт менән бирелә.Биттәрҙе нумерләу аҫҡы яҡтан уртаға ҡуйыла.(титул битенә номер ҡуйылмай.)

  Ғилми –тикшеренеү эшен яҡлау

Тыңлаусыны йәки уҡыусыны эш менән таныштырыу,ышандырыу,фараздарҙы дәлилләү,бәхәстә үҙ ҡарашыңды яҡлай алыу  иң мөһим эш була.Бының өсөн ентекле әҙерләнергә,сығыш яһауҙы планлаштырырға,алдан күрә белергә кәрәк.

 Былтырғы уҡыу йылында “Тел фәне бөтәһе өсөн “ конкурсында Сынтимирова Аделина “Мостай Кәримдең Оҙон-оҙаҡ бала саҡ “әҫәрендә халыҡ йолалары  темаһы буйынса сығыш яһап икенсе урын,алдағы йылды Шиһабетдинова  Резида “Фразеолагизмдар донъяһында” темаһы буйынса сығыш яһап беренсе урын алды.2018/2019 йылда” Ватан юдары буйлап “конференцияһында  Мәсәлимова Гөлназ  “Абҙан ауылы фольклоры “темаһы буйынса сығыш яһап  2-се урын яуланы.Шулай уҡ башҡорт теленән  олимпиадала  3-сө эш  “Башҡорт телен үҫтереү юлдары” темаһы буйынса проект яҡлау булды.10 балдан балалар 7 бал йыя алдылар.Тенология фәне буйынса ла олимпиадала проект яҡлау булды.Бында инде ижади проект.Нимә бәйләйһенме,сигәһеңме  ниндәй эш алып барһаң да нисек эшләгәнеңде яҙып, һөйләргә тейешһең.Эльза  нисек кухняга еләк бәйләген(прихватка) һөйләне,ә Нәркәс  Роза сәскәһен  бәйләү этаптары күрһәтеп  һөйләне.

 Конкурстар үтеп тора  әүҙем ҡатнашайыҡ!!!