Ҡылым ғали йәнәптәре
статья (6 класс)

Якшимбетова Лена Равилевна

Игры на уроках башкирского языка

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Балалар уйындары25.13 КБ
Файл bashkort_tele_drestrend_uyyndar.docx25.13 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы

муниципаль  районы Бәләбәй ҡалаһының Советтар Союзы

Геройы В.П.Ферапонтов исемендәге 1- се дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учережденияһы

       Башҡорт теле дәрестәрендә уйындар.

                                                  Яҡшымбәтова Лена Рауил ҡыҙы

Башҡорт теле дәрестәрендә уйындар. Башҡорт теле дәрестәрендә ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр һәм дидактик уйындар аша уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.

   Бөгөнгө көндә урыҫ телле балаларҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү, уларҙың  һүҙлек запасын арттырыу һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе актив ҡулланырға өйрәнеү бик актуаль мәсьәлә. Уҡыусыларҙың лингвистик аң-даирәләрен киңәйтеп, телгә һөйөү, уны өйрәнергә ынтылыш тәрбиәләү,һөйләгән һәм яҙған саҡта һүҙ өсөн яуаплылыҡ хисен тойорға күнектереү, фекере аңлайышлы, күңеләге хистәрҙе матур һәм үтемле итеп бирә белеү, ижади эшләү барлыҡ мәҙәниәтле кеше өсөн дә кәрәкле икәнлеген төшөндөрөү – һәр уҡытыусы алдында торған бурыстар. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыусы эш алымдарының береһе – дидактик уйындар. Тема буйынса һайлап алынған дидактик уйындар башҡорт теле дәрестәрен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, отошло итә, уҡыу материалын үҙләштереүҙе яҡшыртып, ыңғай һөҙөмтә бирә. Насарыраҡ уҡыған уҡыусылар ҙа уйындарҙа үҙ командаһын артта ҡалдырмаҫ өсөн ҙур теләк менән ҡатнаша,ҡушылып китә.

  Уйындың ҡағиҙәһе балаларға таныш, аңлайышлы булырға тейеш. Шунан сығып уҡыусылар ҡағиҙәнең иғтибар, тәртип, ғәҙеллекте талап иткәнен белеүҙәре мотлаҡ. Уйнап уҡыусылар йомаҡтар, тиҙәйткестәр, мәҡәлдәр ятлайҙар, башҡорт халыҡ ижады өлгөләре менән танышалар, фонетик, лексик, һәм грамматик материалды нығыталар.Ҡыҫҡаһы, уйындар балаларҙа коллективизм, дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләй, уларҙың уйын барышында фекерләүе, эшсәнлеге, активлығы үҫә, тормош тәжрибәләре байый.

Мәҫәлән: «Бер хәреф уйыны». Һәр уҡыусы үҙенә бер хәреф һайлап ала. Уйынды алып барыусы һорауҙар әҙерләй.

Беренсе уҡыусы .Икенсе уҡыусы

Һинең исемең нисек?

Әлфиә Булат

- Фамилияң нисек?

Әйүпова Батыршин

Дәререстәремде планлаштырғанда , мин һәр ваҡыт  уҡыусыларҙың яңы һүҙҙәрҙе  үҙләштереүен күҙ уңыныда тотам һәм шәхси үҙенсәлектәрен асыу өсөн бөтә мөмкинселектәрҙе булдырырғ, ниндәй эш алымдары   мауыҡтырыуын белергә тырышам.  Беҙ,башҡорт теле уҡытыусылары,  башҡорт теле уҡытыуҙың сифатын һәм эффктлы булыуын күтәреү өсөн һәр ваҡыт төрлө ысулар уйлайбыҙ. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ, башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтмаҫҡа тейешбеҙ.

    Был маҡсаттарға ирешеү өсөн беҙгә уйындар ярҙам итә. Уларҙы ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә, дәрескә ҡыҙыҡһыныу уята. Уйын барышында  уҡыусылар ғәҙәти ситуациаларҙа аралаша, телмәр үҫешенә булышлыҡ итә.

        Уйындар баланы күп нәмәгә өйрәтеүе һәм  тәрбиәләү мөмкинселектәре булыуы күптән билдәле.  Күп кенә педпагогтар  уҡытыу процесында уйындарҙы ҡулланыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алалар.     

        Уйын – айырыуса ныҡлы ойошторолған эш төрө.Уйын балаларға ижади шәхес булырға, барлыҡ эштәргә лә ижади ҡарашлы булырға ярҙам итә. Үҙенең башҡарған эшен сифатлы итеп, юғары кимәлдә үтәргә булышлыҡ итә.   Ижади кеше һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл. Кешенең тормош кимәле уның ижади мөмкинселектәренән дә тора.   

  Өлкәндәр ҙә, балаларҙа  ябай ғына нәмәләрҙә лә  үҙенсәлектәрҙе таба ала.  Балалар уйлап сығарырға , фантазия ҡорорға, кәүҙәләндерергә ярата. Төрлө ижади уйындар уҡыусыларҙы берләштерә.   Уйнағанда бала һәр ваҡыт алға ынтыла .

      Америка психологы Д.Мид дөйөмләштерелгән модель формаһын күрә. Быны психологтар  “үҙаллылыҡ” тип атай.  Уйын –ул үҙ үҙеңде күрһәтеү, үҙ үҙеңде билдәләү, үҙ үҙеңде тикшереү.                        

    Дәрестә уйындарҙың урыны өйрәнелгән материалдан , маҡсаттан, шартынан тора. Әгәр теманы ҡабатларға кәрәк булһа, уйынға 20-25 минут ваҡыт бирелә. Уйынды дәрестең төрлө этаптарырда ла ҡулланырға мөмкин.

 Билдәле булыуынса, мотив-телмәр эшмәкәрлеген булдыра.Һөйләү мотивын булдырыу, уҡытыусы эшмәкәрлегенең төп компоненты.

       Уйындарҙы төрлө категрияларға бүлеп йөрөтәләр.

     -лексик уйындар;

     -грамматик уйындар;

    -фонетик уйындар;

    -орфографик уйындар;

    - ижади уйындлар.      

“Кемдең ҡояшы яҡтыраҡ?” уйыны

  Ике уҡыусы таҡта алдына сыға һәм картиналағы йәнлектәрҙе һүрәтләй. Таҡтала ике түңәрәк төшөрөлгән. Һәр бер дөрөҫ әйтелгән һөйләмгә түңәрәккә нурҙар ҡуйып барыла. Кемдең ҡояшының нурҙары күберәк, шул еңеүсе тип һанала.      

“Ҡасышлы” уйыны

Алып барыусыны һайлана. Таҡтаға  бүлмә һүрәте эленә. Унда төрлө предметтарҙың исемдәре әйтелә һәм ошо предметтың береһе артына ҡасырға тейеш булалар. Алып барыусы ҡағыҙға үҙенең ҡайҙа “ҡасҡанын” яҙырға тейеш була.

 Уйынды башлар алдынан һанамыш әйтелә.

Бер, ике, өс, дүрт, биш.

Ҡуян ҡасты, ҡолаҡ шеш.

Һунарсы килеп сыҡты,

Мылтығын тоҫҡап атты.

Бах-бах, әй-әй-әй!

Бахыр ҡуян тәгәрәй.

Беҙ уны өйгә алдыҡ

Һәм дауаларға һалдыҡ.

Һикереп торҙо ҡуян –

Ул бит үлмәгән булған!

 Был уйынды  “артында” , “ янында” кеүек һүҙҙәрҙе үҙләштергәндә уйнауы отошло.

Йәшелсәләр

Балалар араһынан «баҡсасы», «йәшелсә алыусы» билдәләнеп ҡуйыла. Балалар бер тирәгә йыйылыбыраҡ ултыралар, һәм «баҡсасы» уларҙың ҡолағына йәшелсә исемдәре әйтеп сыға. Шул ваҡыт «һатып алыусы» килеп ишек ҡаға һәм ике арала шундай һөйләшеү була:

— Туҡ-туҡ!

— Кем бар?

— Мин.

— Һин кем?

— Кеше.

— Нимәгә килдең?

— Йәшелсә алырға.

— Ниндәй?

— Шалҡан (теләгәнен әйтә).

Әгәр йәшелсәләр араһында «шалҡан» булһа, ул тороп йүгерә һәм билдәләнгән урынды урап килә . Әгәр «һатып алыусы» ул арала уны ҡыуып тота алмаһа, «шалҡан» үҙ урынына килеп ултыра, һәм, уға яңы исем ҡушылып, уйын дауам итә. Әгәр бала тотолһа, ул уйындан сыға. Уйын «йәшелсәләр» тотолоп бөткәнсе дауам итә.

Ҡоштар һәм ситлек

Был уйын балаларҙы тәүәккәл һәм түҙемле булырға өйрәтә. Ә уйындың ҡағиҙәһе былай.

Уйында ҡатнашыусыларҙың яртыһы (8—12 кеше), ҡулға-ҡул тотоношоп, «ситлек»яһайҙар. Ҡалғандары «ҡоштар» була. Улар төрлө яҡта «осоп йөрөйҙәр». Уйынды алып барыусы хәбәр биргәс, «ситлек» асыла — балалар ҡулдарын юғары күтәрәләр. «Ҡоштар» ситлеккә инеп-сығып йөрөйҙәр.

Алып барыусы яңынан хәбәр һалғас, «ситлек» ябыла — балалар, сүкәйеп ҡулдарын төшөрәләр. Түңәрәктән сыға алмай ҡалған «ҡоштар» тотолған тип иҫәпләнә. Улар ҙа, ҡулга-ҡул тотоношоп, «ситлек» яһаусылар эргәһенә баҫалар.

«Ситлек» иркенәйә. «Ситлек» 3—4 ҡат асылып-ябылғас, уйынға йомғаҡ яһала. Һуңынан уйынсылар урындарын алмашалар.

Беҙ ҙә

Иң беренсе уйынды алып барыусы билдәләнеп ҡуйыла . Ул һалмаҡ ҡына берәр ваҡиға һөйләй. Әгәр уның хикәйәһендә балалар башҡара ала торған хәрәкәт телгә алынһа, уйынсылар хор менән: «Беҙ ҙә!» — тип ҡысҡыралар. Уларҙың хәленән килмәй торған эштәр тураһында һөйләнелһә, өндәшмәй ҡалырға тейештәр. Кем дә кем булдыра алмаҫ хәрәкәт тураһында һүҙ барғанда,яңылыш: «Беҙ ҙә!» — ти икән, ул бала уйындан сығарыла.

Мәҫәлән, уйынды алып барыусы шундай хикәйә һөйләй:

— Мин урманға киттем (уйынсылар: «Беҙ ҙә!» — тиҙәр).

Урманда мин еләк йыя башланым («беҙ ҙә!»).

Бына көслө ел сыҡты (өндәшмәйҙәр).

Ямғыр яуа башланы, күк күкрәне (өндәшмәйҙәр).

Мин бесән ҡыуышы аҫтына инеп ултырҙым («беҙ ҙә!») һ. б.

 Заман формаларын өйрәнгәндә туп ҡулланырға мөмкин. Уҡытыусы һорау бирә, һәм тупты уҡыусыға ырғыта, таблица ярҙамында уҡыусы һөйләм төҙөп киләсәк заманда яуап бирә.Атабан уҡытыусы уйындан сыға. Уйын уҡыусылар араһында дауам итә.

“Театр” уйыны

Төрлө фразаларҙы үҙләштереү маҡсатында: танышыу, үҙең тураһында,төрлө һорауҙарға яуаптар биреү.

Был уйын башланғыс кластар өсөн.Йомшаҡ уйынсыҡтарҙы ҡулланып тауыштарҡы ҡабатлап, кейенеп ҡурсаҡ театры актерҙары булып уйнау. Уҡыусыларға  “Һеҙ ҡурсаҡ театры актерҙары , балалар баҡсаһында спектакль күрһәтәһегеҙ”, тигән күрһәмә бирелә.
   
Диктанттар.

Традицион диктанттар урынына төрлө уйындар ҡулланырға мөмкин.

 Йы , йә, ой. Уҡ ҡушымсаларын һүҙҙәр уйлап яҙығыҙ.

Бер нисә хәреф яҙығыҙ. Уҡыусыға , хәрефтәр аҫтына , ошо хәрефкә башланған һүҙҙәр яҙып сығырға кәрәк буласаҡ. Аҙаҡ һүҙҙең дөрөҫ яҙылышын тикшерелә.

Һөйләмдәрҙе киңәйтеү.

Уҡыусыға картинаға ҡарап һөйләм төҙөргә ҡушыла.Ошо һөйләмгә сифаттар, ярҙамсы һүҙҙәр, урын хәле, ваҡыт хәле шарт хәлдәре ҡушып киңйтелә. Уйындың маҡсаты иң ҙур һөйләм төҙөү.

Тылсымлы һандыҡ.

 Был уйын өсөн төрлө предметтарҙы алырға мөмкин: уйынсыҡтар, бөрө, кубиктар, лего һ.б. Был предметтар коробка эсендә ята һәм уларҙы уҡыусылар күрергә тейеш түгел.Йәки бер уҡыусыны һайлап алып предметтың төҫөн, билдәһен, ҡайҙа ҡулланылыуын һәм башҡа һорауҙар бирҙертеү.Уҡыусылар был предметтың нимә икәнлеген белергә тейеш булалар. Был уйынды киреһенсә уҡыусы күҙен бәйләп предметты танырға тейеш була. Башҡалар һорау бирә,ул йә раҫлай , йәки инҡар итергә тейеш . Һайлап алынған предметтың нимәгәлер кәрәклеге мөһим түгел.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ғылыми жұмыс «Төрт түлігім- ырысым»

Мазмұны                 I.           Аннотация....

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....

Уртаҡ ҡылым

Был дәрес программа буйынса алтынсы класта үтелә....

Разработка урока на тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә» по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС

Разработка урока на  тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә»  по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС...

Ҡылым. Унын зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Ҡабатлау дәресе.

4 класс өсөн ҡылым темаһын ҡабатлау дәресе конспекты...

Ҡылым. Ҡабатлау дәресенә слайдлар.

Ҡылым. Унын зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ формаларында килеүе. Ҡабатлау темаһына слайдлар...

Тестар.Ҡылым.

Тестар. Ҡылым....