Докладтар
учебно-методический материал


Предварительный просмотр:

Башҡорт телен уҡытыуҙа яңы

педагогик технологиялар

 Хәҙерге ваҡытта йәмғиәт тормошондағы үҙгәрештәр уҡытыу – тәрбиә процесын үҙгәртеп ҡороу ихтыяжын тыуҙырҙы. Бындай эштең нигеҙендә уҡытыусының үҙ эшен камилләштерә, һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләй белеүе, ниндәй принциптарға таянып эш итеүе ята. Мин үҙем башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа түбәндәге педагогик принциптарға таянып эш итәм:

 - фәнилек (Тел дәресендә бирелгән грамматик фактар фәни яҡтан дөрөҫ аңлатылырға тейеш).Тел фактарын боҙоу, артыҡ ябайлаштырып уҡытыу йәки артыҡ ҡатмарландырыу ярамай.

-  системалыҡ(Тел материалын системалы үҙләштереүҙе күҙ уңында тота. Хәҙерге мәктәп курсы түбәндәге системаға ҡоролған: фонетика, лексика, һүҙъяһалыш, морфология , синтаксис, стилистика.)

 - уҡыу – уҡытыу һәм тәрбиәнең берҙәмлеге(Әҙәбиәт методикаһында иң мөһимдәрҙән һанала. Уҡытыу айырым ҡараштар, шәхси сифаттар, идеалдар аша тәрбиә бирә. Әҫәрҙе аңлап, анализлап, кисерергә өйрәтә.)

- аңлы үҙләштереү (Тел фактарын боҙмайынса, ҡағиҙәләрҙе аңлап, миҫалдар ярҙамында аңлата алырлыҡ кимәлдә үҙләштереүҙе күҙ уңында тота.)

- теорияны практика менән бәйләү (алынған теоретик белемде ғәмәли ҡулланыуҙы иҫкәртә.)

- күсемлелек һәм перспективалы өйрәтеү

(Дәрестәге материалды үтелгәндә иҫкә төшөрөп,уға таянып аңлатыла. Класс үҫкән һайын, үтелгәндәргә яңынан әйләнеп ҡайтып, тағы ла тәрәнерәк байытылып еткерелә. Үтелгән материал алдағы дәрестәрҙә үтеләсәк темаларға ныҡлы нигеҙ булып торорға тейеш.)

       Тормош юлымда, эшләү дәүерендә алдыма ҡуйылған маҡсаттар түбәндәгенән ғибәрәт: тыуған илен һөйгән, милли үҙаңы үҫешкән, тәрән белемле һәм һәр яҡтан камил шәхестәр тәрбиәләү.

Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн үҙ алдыма түбәндәге бурыстарҙы ҡуйҙым:

 - теоретик белем биреү

- уҡыусыларҙы үҙ фекерҙәрен  асыҡ, дөрөҫ итеп әйтә белергә өйрәтеү

 -  милли йөкмәткеле әхлаҡи һәм эстетик тәрбиә биреү

- һөйләм мәҙәниәтен үҫтереү

 - телмәрҙәрен үҫтереү

- танып – белеү активлығын үҫтереү

- һүҙ байлығын тәрәнәйтеү

-  тасуири уҡыу күнекмәләрен булдырыу

Шул уҡ ваҡытта ошо йүнәлештәр буйынса эш итәм:

- уҡытыу процесын дифференциалләштереү(уҡыусыларҙың белем кимәленә ҡарап вариантлап эш төрҙәре, өй эшен биреү)

- яңы ысул һәм алымдар ҡулланыу

- төрлө технологияларҙы ижади ҡулланыу(информацион – коммуникатив тех-нологиялар ҡулланыу,проблемалы уҡытыу, халыҡ педагогикаһына таянып уҡытыу)

- төрлө техник саралар , күргәҙмә материалдар ҡулланыу

- төрлө саралар үткәреү юлы менән телгә, әҙәбиәткә ынтылыш тәрбиәләү, һәләттәрен асыҡлау, артабан үҫтереү

- уҡыусыларҙа айырым шәхесте күрә белеү

- халҡыбыҙҙың ғөрөф – ғәҙәттәрен өйрәнеү

          Уҡытыусыларҙың теория һәм эшсәнлек яғынан ныҡлы әҙерлекле , киң мәғлүмәтле һәм юғары мәҙәниәтле булыуына ихтыяж артты. Ошоно хәтеремдә тотоп һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәклеген аңланым һәм артабанғы һөнәри үҫеш тармаҡтарын үҙем өсөн билдәләнем:

- фән буйынса белем арттырыу, камиллаштырыу

- яңы сыҡҡан ысул, технология, алымдарҙы өйрәнеү, эш ғәмәленә индереү

- фәни, методик ҡулланмаларҙы, мәҡәләләрҙе өйрәнеү

- психологик, педагогик белемде күтәреү өҫтөндә эшләү

- алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү, туплау, ҡулланыу

- һәр ваҡыт ижади эшләү

- һәр дәрескә етди әҙерләнеү

- квалификацион категорияны күтәреү

           Мин үҙем уҡытыу процесында бер айырым методиканы түгел, ә төрлө методикалағы алымдарҙы, ысулдарҙы ҡулланыуҙы ҡулай күрәм.

          Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа мин отошло тип һанаған технология – проблемалы уҡытыу. Уҡытыусы етәкселегендә проблемалы ситуация булдырылып , уҡыусылар тарафынан уны сисеүе. Проблемалы уҡытыу технологияһын ғәмәлгә ашырыу өсөн иң киҫкен мәсьәләләр һайлап алына, проблеманы хәл итеү моделе төҙөлә, уҡытыусының оҫталығынан уҡыусының активлығы тора. Проблемалы ситуация уҡыусыны әүҙемләштереүсе эш-биремдәр , һорауҙар ярҙамында тыуҙырыла. Уҡытыусы уҡыусыларҙы ҡаршылыҡлы күренеш менән таныштыра, уны сисеү юлдарын табырға тәҡдим итә. Бер үк күренеште төрлөсә хәл итеү юлдары билдәләнә, ярҙамсы һорауҙар ҡуйыла. Проблеманы сисеү барышында уҡыусылар яңы белем үҙләштерәләр, мәғлүмәт алалар. Уҡыусылар үҙ көстәре менән, үҙ хеҙмәте менән яулаған уңыштарға айырыуса шат. Һәм бындай юл менән алынған белем хәтерҙәрендә лә оҙағыраҡ һаҡланалыр, тип уйлайым. Дәрес тә ҡыҙығыраҡ, йәнлерәк килеп сыға. Үҙемдең дәрестәремдә был ысулды йышыраҡ ҡулланырға ынтылам. Башта уҡыусыларҙың үҙҙәренең эшсәнлеге һөҙөмтәһендә үҙ аллы ҡағиҙә сығарыуҙарына ирешәм, шунан һуң ғына дәреслектәге ҡағиҙә менән нығытып ҡуябыҙ. Мультимедия сараларын кластан тыш эштәрҙе ойоштороуҙа файҙаланыу уңайлы һәм һөҙөмтәле. Төҫлө графиктар, текст, фото, тауыш һәм аннимация ярҙамында киң мәғлүмәт биреп була. Компьютер ярҙамында уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, баһалау ҡулай. Тестар хәҙерге берҙәм дәүләт имтиханы заманында бигерәк тә әһәмиәтле , сөнки уҡыусыларҙы тест эшләү технологияһына, тест һорауҙарына яуап биргәндә аптырап – юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә. Электрон дәреслектәр ҡулланыу бик уңайлы.Дөрөҫ яуапты белмәгән осраҡта , дискылағы дәреслек аша табыуы еңел, яуаптарҙы тикшерә барырға ла мөмкин. Шулай итеп , башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы , заманса информацион технологиялар,компьютер ҡулланып уҡытыу сифатын күтәрергә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерергә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятырға ынтылам.

      Башҡорт теле уҡытыусыһы башҡа фәндәр уҡытыусыларынан туған телен, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын ихтирам иткән милли рухлы шәхес тәрбиәләүе менән айырылып тора,шуға ла ул заман менән бергә атларға, хатта алдараҡ та барырға тейеш. Туған тел, милләт, ил яҙмышы кеүек мөһим мәсьәләләр уның шәхесенә, ижади эшләй алыуына туранан-тура бәйләнгәнлектән, башҡорт теле уҡытыусыһы алдан күрә белеүсе,юл ярыусы,әйҙәүсе шәхес булырға тейеш. Мин үҙем дә замандан артҡа ҡалмаҫҡа, уның менән бергә атларға тырышам.

          Үҙемдең эшемдә системаға әүерелгән уҡытыу алымдарым түбәндәгеләр:

- фонетик күнегеүҙәр ярҙамында һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен булдырыу

- диалогтар төҙөү, уларҙы төҙөүҙә төрлө ситуацияларҙы файҙаланыу

- текст тәржемә итеү

- әкиәт, шиғырҙар яҙҙырыу

- уҡыу тиҙлеген үҫтереү өсөн һәр дәрестә бышылдап уҡыу

- дәрес-экскурсиялар ойоштороу

           Ошо принциптарға таянып төрлө ысул, алымдар, технологиялар ярҙамында мин киләсәктә алдыма ҡуйылған бурыстарға ирешә алырмын, тип уйлайым.Киләсәктә уҡыусыларымды тәрбиәле, донъяға ҡараштары формалашҡан,төплө белемле,

тормошта үҙ урындарын таба алырҙай шәхес итеп күҙ алдына килтерәм.

Минең уҡытыу системам һуңғы йылдарҙа 3 йүнәлештә бара:

1. Электрон белем биреү технологияһын ҡулланып эш итеү (электрон дәреслектәр, электрон һүҙлектәр, интерактив тестар ҡулланыу)

Электрон дәреслектәр  бик күп эш төрөн йыйған техник әсбап. Өсөнсө линия буйынса уҡыусыларға  Усманова –Ғәбитованың  электрон дәреслектәрен  урта звенола мөмкинселек булғанда ҡулланам. Бында  дәрес темаһына тура килтереп төрлө видеоматериалдар, һүҙлектәр,интерактив  тестар, һүрәттәр табып була.  Бында видео-фоно-яҙмалар, яҙыусыларҙың биографияһы,төрлө әҫәрҙәре йыйынтығы, авторҙар үҙҙәре башҡарыуында шиғырҙар тупланған.

2. ИКТ технологиялар ҡулланыу ( был эш төрө  төрлө презентациялар, проектар төҙөү үҙ эсенә ала)

Презентация уҡыусыларҙың танып белеү һәм  ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү өсөн бик уңайлы эш төрө.

Проектар төҙөү шулай уҡ уҡыусыны  ижади яҡтан үҫтерә, ул үҙ фекерендә торорға, үҙ алдына ҡуйған маҡсатына  ирешергә өйрәтә. Һәм иң мөһиме, был эш төрө уҡыусыларҙың  телмәрҙәрен үҫтерә.

Һуңғы йылдарҙа үҙемдең көндәлек эшемдә интернет селтәре мөмкинселектәрен киңерәк ҡуллана башланым.

                                     Ҡулланылған әҙәбиәт:

Башҡортостан уҡытыусыһы журналы № 1,2.2017



Предварительный просмотр:

    Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә башҡорт телен   

  дәүләт теле булараҡ өйрәнеү.

 Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә туған телде, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеү ҡарала. Башланғыс синыфтарҙан уҡ туған телде өйрәнә башлар алдынан иң тәүҙә: өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңлатыу, һөйләмдәр төҙөү һәм дә уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү төп ролде уйнай. Уҡытыусы, балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен өйрәнеп, ошондай мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын, алымдарын һәм телде үҙләштереүгә йүнәлтелгән эффектлы алымдарҙы эҙләй. заман  менән  бер  юлдан  атлап,  яңынан – яңы  башҡорт  теле  һәм  әҙәбиәтенә  эффектлы  юлдар  эҙләгәндә  һәм  тапҡанда,  туҡтауһыҙ  камиллашҡанда  ғына  ыңғай  һөҙөмтәләргә  ирешеп  була,  уҡыусыларҙы  һәр  ваҡыт  яңы  технологиялар  менән  тәьмин  итергә,  яңы  асыштар  булдырырға,  артабан  да  башҡорт  телен  -  туған  телебеҙҙе  нығытыу  өҫтөндә  эшләргә  лә  эшләргә.  

           Бөгөнгө көнгә Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә туған телде, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеү ҡарала. Башланғыс синыфтарҙан уҡ туған телде өйрәнә башлар алдынан иң тәүҙә: өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңлатыу, һөйләмдәр төҙөү һәм дә уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү төп ролде уйнай. Уҡытыусы, балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен өйрәнеп, ошондай мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын, алымдарын һәм телде үҙләштереүгә йүнәлтелгән эффектлы алымдарҙы эҙләй.

          Яңы информацион-технологик осор йәш быуын башҡорттарынан хәҙерге кешегә мотлаҡ кәрәк булған белем, тәжрибә, компьютерҙы белеү, функциональ белем, үҙ тормошоңдо ҡора белеүҙе талап итә.

          Беренсенән, уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡортса өйрәтеүҙә төрлө психологик  үҙенсәлектәр иҫкә алына.

          Мәҫәлән, рус мәктәптәрендә уҡыусылар бер кимәлдә башҡорт телен үҙләштерә алмай. Башҡорт телен бер аҙ аңлай белгән һәм бөтөнләй ҙә аңламаған  уҡыусылар бар. Был иһә үҙенсәлекле уҡытыуҙы талап  итә. Телде өйрәнеү бурыстары итеп—башҡорт телен өйрәнеү, уны ҡулланыу, грамматик нормаларын билдәләү, башҡалар менән аралашыу, һөйләшеү…

       Өсөнсөнән, бәләкәй синыф уҡыусыларының хәтерләү һәләте үҫеш ала. Улар ишетеп, күреп иҫтә ҡалдыра алалар. Дәрестә телмәр үҫтереү өҫтөндә эш алымдары ҡулланыу кәрәк: һорауҙарға яуап биреү, тиҙәйткестәр, һанашмаҡтар, шиғырҙар, тел шымартҡыстарҙы үҙ аллы, хор менән ҡабатлау,  иң мөһиме--өндәрҙе     дөрөҫ әйтә белеү. Синыфта бөтә бала  ла бер төрлө ҡатнашмай. Йомшағыраҡ уҡыған уҡыусылар менән йышыраҡ эшләү, телмәрҙәрен үҫтереү—уларҙы нығыраҡ йәлеп итеү—һәләттәренә ярашлы эштәр, биремдәр тәҡдим итеү мөһим.

          Шулай уҡ уйын барышында, сараларҙа ла уҡыусы үҙенең тел сараларын дөрөҫ ҡуллана белеүен күрә белергә тейеш, бил иһә уҡыусының мөмкинлек булған һайын хуплауы булышлыҡ итә.

          Уҡыусылар менән индивидуаль эштәр ҙә мөһим урын алып тора: синыфта уҡыусыларҙың эш төрҙәре төрлөсә була. Шунлыҡтан бер төркөм уҡыусылар менән дә шәхси рәүештә эш алып барыла. Дәрестә, айырыуса  бәләкәй синыфтарҙа күргәҙмәлелек ҙур роль уйнай: сюжетлы картиналар, открыткалар, һүрәттәр, магнитофон яҙмалары, видеофильмдар киң ҡулланыла.

           Үҙемдең эш тәжрибәмдән сығып ҡарағанда, мин дәрес планын төҙөгәндә маҡсаттан башлайым, уға ирешеү юлдарын билдәләйем. Һүҙ байлығын үҫтереү, телмәрҙе тыңларға, шунда уҡ аңларға, диалог, монолог кеүек телмәр күнекмәләре ярҙамында һорауҙарға аңлы,  тулы яуап биреү күнекмәләре үткәрәм. Мәктәптә рус телле балаларҙың күбеһе дәрестән тыш башҡортса аралашыу хоҡуғынан мәхрүм. Шуға өйрәнелгән һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе дөрес һайын төрлө формала иҫкә төшөрәбеҙ.  Грамматика өйрәнгәндә башҡорт һәм рус орфографик ҡағиҙәләрен сағыштырабыҙ, айырмаларын билдәләйбеҙ.

              Дәрес барышында уҡыусылар алдына проблемалы һорау ҡуям һәм дәрес аҙағында ошо һорауға яуап табырға  кәрәклеген аңлатам.  Бындай ситуациялар уҡыусыларҙы уйланырға мәжбүр итә, танып-белеү һәләтен үҫтерә.

              Түбәнерәк синыфтарҙа  “Шиғриәт тулҡынында” , “Урманға сәйәхәт” , “Китапханала” кеүек туҡталыштар, физминуттар өйрәнеү йәнле үтә. Берәй күнегеүҙе ярыш формаһында, төркөмләп ярышыу һымаҡ эштәр уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята.

              Юғары синыфтарҙа уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса белемдәре бай. Иркен аралаша белеү, фекер алышыуҙары, телмәрҙәре үҫешкән була. Дәрестәрҙе төрләндереү буйынса индивидуаль карточкаларҙағы биремдәрҙе башҡарыу, схемалар төҙөү,  үҫтереүсе система буйынса логик мәғәнәле  моделдәр эшләү һәр яҡлап та логик фекерләү һәләттәрен үҫтерә.  Ошо йәһәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинентында айырым папкаларҙа уҡытыусы, уҡыусыларҙың төҙөгән моделдәре тупланып тора. Ижади эш дәфтәрҙәрендә лә уҡыусыларҙың ижади эштәре төрлөсә. Тимәк, бер уҡыусы шиғырҙы оҫта яҙһа, икенсеһе—кроссворд, ребус төҙөй, өсөнсөһө--хикәйә яҙа һ.б. Бөгөнгө көндә уҡыусылар өй эштәрен ижади формаларҙа  башҡаралар. Бындай  эш  төрҙәре  уҡыусыларҙы ижади  эҙләнеүгә  этәрә, фекерләү ҡеүәһен,  фантазияһын  үҫтерә, һүҙҙең матурлығын, көсөн тоя   белергә өйрәтә. Дәрестәрҙә  башҡорт телендә  донъя күргән баҫмаларға бер нисә минут күҙәтеү яһайбыҙ. Дежур булған уҡыусылар гәзит йәки журналдың яңы һаны тураһында ҡыҫҡаса  белешмә әҙерләп килә. Балалар тәнәфестә кабинет китапханаһындағы  “Аҡбуҙат”, “Йәншишмә”, “Аманат” баҫмаларын алып уҡый. Артабан иң  һәйбәт эштәр  һайлап алынып  конкурстар ваҡытында ҡулланыла, йә иһә матбуғат биттәрендә лә баҫтырылып сыға. Ижади эшләүсе уҡыусылар үҙ эштәрен “Йәш хәбәрсе” түңәрәктәрендә дауам итәләр.

Предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү саралары күп. “Башҡорт фольклоры” түңәрәктәренә теләп йөрөүсе  уҡыусыларыбыҙ бар. Ижади төркөм ағзалары бергә ижад итәләр, сәхнәлә оҫталыҡтарын күрһәтәләр, сценарийҙарҙа ҡатнашалар. Уҙған уҡыу йылында районда уҙғарылған “Башҡортостан ынйылары” конкурсында әкиәт  яҙып,  уны  сәхнәләштереп күрһәттеләр.  Әкиәт  “Был урманға нимә булған? “ тип  аталды. Район  буйынса икенсе  йыл   инде   беренсе  урынды  яулап барабыҙ.  Һуңғы тапҡыр  күрһәткән, ижад  иткән   әкиәттәре   “Ялҡаулыҡ – хурлыҡ,  тырышлыҡ – ҙурлыҡ”  исемле  булды.  Уҡыусылар,   әлбиттә,  хайуандар  тураһында  яҙырға тырышалар   һәм  дә   яңы быуын  стилендә  бәйләп  яҙалар.  

Мәктәп,  район  буйынса  саралар, конкурстар  айырыуса  күп. Мәктәп  күләмендә  туған  тел   аҙналыҡтары,  олимпиадалар,  викториналар,  йондоҙҙар  сәғәте,  мөғжизәләр  яланы  уҙғарылып  ҡына  тора.

Йыл  һайын  район,  республика  күләмендә  предметтар буйынса  ғилми – тикшеренеү  эштәре  ҙур  ролде  уйнай.  Башҡорт теленән дә  теләп  ҡатнашыусылар  һаны йылдан – йыл  арта  бара.  Иң  тәүҙә  мәктәп  күләмендә  уҙғарыла.  Был  тикшеренеү  эштәрендә  юғары  синыф  уҡыусылары йәлеп  ителә.  Башҡорт  теленән  “Мостай  Кәрим  трагедияларында рухи азатлыҡ  проблемалары”,   “Краснокама  районы  топонимикаһы”  тип  аталған  тикшеренеү  эштәре  алып  барыла.

Дәрестәрҙә  хәҙерге  ваҡытта   яңы  мәғлүмәти  технологиялар  ҡулланыу  отошло.  Был  уҡыусыларҙа  ла  шулай  уҡ  ҡыҙыҡһыныу  уята.  Компьютер  ярҙамында  дәрес  үткәреү,  уның  аша  күнегеүҙәр,  тестар  башҡарыу,  эҙләнеү  уҡыусылар  өсөн  яңылыҡ  алыу.  Мәктәптәрҙә  күптән  Интернет  селтәрҙәре  тоташҡан.  Ә  инде  Интернет  селтәрҙәре  аша  ла  мәғлүмәттәр  эҙләү  -  хәҙерге  заман  уҡыусылары  өсөн  бөтә мөмкинлектәр  ҙә  булдырылған.

Берәй  сараларҙа  ла  шулай  уҡ  проекторҙар  менән  ҡулланырға  ла  мөмкинлектәр  етәрлек.

Шулай   итеп,  заман  менән  бер  юлдан  атлап,  яңынан – яңы  башҡорт  теле  һәм  әҙәбиәтенә  эффектлы  юлдар  эҙләгәндә  һәм  тапҡанда,  туҡтауһыҙ  камиллашҡанда  ғына  ыңғай  һөҙөмтәләргә  ирешеп  була,  уҡыусыларҙы  һәр  ваҡыт  яңы  технологиялар  менән  тәьмин  итергә,  яңы  асыштар  булдырырға,  артабан  да  башҡорт  телен  -  туған  телебеҙҙе  нығытыу  өҫтөндә  эшләргә  лә  эшләргә.  

Ҡулланылған әҙәбиәт.

  1. Ф.Ишбирҙина. Һәләтле балалар менән эшләү тәжрибәһенән. “Башҡортостан уҡытыусыһы”. №1, 2005 й.

  1. Ҡ. Мортазин. Әҙәбиәт дәрестәрендә яҙма ижади эштәр. “Башҡортостан уҡытыусыһы”. №8, 2005 й.

“Башҡорт телен уҡытыуҙа

 актуаль проблемалар”.

                         

                        Башҡортостан Республикаһы Баҡалы  районы

                          Муниципаль районы  “Яңы Илек ауылының

                          төп дөйөм белем  биреү мәктәбе”

                          Муниципаль мәғариф учреждениеһы

                          беренсе категориялы   башҡорт теле һәм әҙәбиәте

                          уҡытыусыһы  Кузнецова Галина Виктор  ҡыҙы.



Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Баҡалы мәғариф бүлеге

   Уҡыусыларҙың телмәрен байытыуҙа

                алғыштарҙы ҡулланыу

                                                               Башҡорт теле  һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

                                                              Кузнецова Галина Виктор  ҡыҙы

Яңы Илек мәктәбе

                                                                                 Һүҙ аша баланы халыҡтың рухи              

                                                                                     донъяһына,тормошона алып

                                                                                     инергә кәрәк.

                                                                                                                      К.Д.Ушинский.

Һәр бала тыумыштан нимәгә булһа ла һәләтле. Ошо һәләтте ваҡытында  күрә белеп,артабан үҫтереү-ата-әсәләр менән уҡытыусыларҙың  яуаплылығында.Шул осраҡта ғына уҡыусыларыбыҙ киләсәккә тормошта үҙ урындарын табаалырына ышаныс бар.

    Бына туғыҙ  йыл инде мин  башҡорт теле  уҡытам.Һәр класта төрлө милләт балалары шөғөлләнгән рус мәктәптәрендә был эш еңелдән түгел. Һәр үткәрәсәк дәрестәремә  етди әҙерләнеп,уҡыусыларҙа телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу һәм

һөйөү тәрбиәләргә тырышам .

Үҙемдең уҡытыу-тәрбиә эшендә түбәндәге йүнәлештәрҙе билдәләнем:

-балаларҙың  һөйләү телмәрен һәм ижади фекерләүен үҫтереү;

-ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ,йолаларҙы тергеҙеү һәм үҫтереү нигеҙендә халҡыбыҙҙың

тарихын өйрәнеү:

-милли рухлы шәхес тәрбиәләү;

-яҡташ яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен өйрәнеү аша тыуған яҡҡа һөйөү һәм арҙаҡ-

лы шәхестәр менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Бөгөн уҡытыусыға уҡыу процесын ойоштороуҙа киң мөмкинселектәр асылған: хәҙерге дәрестәр йөкмәткеһе һәм формаһы буйынса күп төрлө, ул тик традицион дәрестәр рамкаһында ғына ҡала алмай. Дәрестә уҡыусыларға етди төшөнсәләр тураһында һөйләгәндә материалды үтә ябайлаштырып бирергә лә кәрәкмәй. Материал уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып аңлатылырға тейеш. Был осраҡта, әлбиттә, уҡытыуҙың яңы технологияларын ҡулланыу, материалды ҡабул итеүгә уҡыусының тәрән ҡыҙыҡһыныуы, ынтылышы уңыштың нигеҙен тәшкил итә һәм ыңғай һөҙөмтә бирә.

Мәктәптә,белем биреү менән бер рәттән,тәрбиәүи һәм коммуникатив маҡсатты тормошҡа ашырыу төп бурыстарҙан һанала.Йәмғиәттәге үҙгәрештәр,

компьютер технологияһының алға китеүе өлкәндәрҙең генә гүгел,балаларҙың да аң һәм психологик үҫешенә,телмәренә йоғонто яһамай ҡалмай.Уҡыусыларҙың телмәрендә тупаҫ һүҙҙәрҙән торған лексик берәмектәр арго һәм жаргон лексика әүҙемләшә.Халыҡтың юғары кимәлен билдәләүсе һүҙҙәр әкренләп төшөп ҡала бара.

Теләктәр әйтеү,алғыштар һәм ҡарғыштар башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады

ҡомартҡыларының  бер төрө һанала.улар халыҡ ижадында,балалар фольклорында ҙур урын алған.Алғыш –һәйбәт кешегә теләк,маҡтау,дан рәүешендә ижад ител-

гән шиғри жанр.Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙ фатиха тигәнде аңлата.Был һүҙ татарҙарҙа-алҡыш,ҡарағалпаҡта,сахала-алғыс,ҡарасәйҙә алғышла тип йөрөтөлә.Элек-электән нимәлер эшләү,ниәтләү алдынан алғыш әйтелгән.Улар кешегә уңыш теләү,башлаған эште ҡеүәтләү,фатиха биреү маҡсатында һа-маҡланған.Башҡорт халыҡ ижадының беренсе томында балыҡсыға,солоҡсоға,уңыш йыйыусыға,һуғым һуйыусыға,эш башлап тороусыға,өй ҡотлаусыға әйтелгән алғыштар бар.Улар барыһы ла бойороҡ һөйкәлеше формалары йәки нигеҙ

ҡылымға иҫкелек ҡалдығы булып һаҡланып ҡалған –ҡыры/-кере, -ғыры / -гере ялғауҙары эйәреү юлы менән яһала.

Мәҫәлән,балыҡсыға,аусыға:

Тәңре  һиңә дарман бирһен,

Тау эйәһе фарман бирһен!  

Ҡортсоға:
Солоғоң ҡотло булһын!
Күс артынан күс ҡунһын!

Малсыға:
Көткән малың-түккән тирең
  хәләл мәнфәғәтеңә яҙһын!

Эш башлап тороусыға:

Алла ярҙам ҡылһын!

Эшең уң булһын!-тиҙәр.

Берәй эште беренсе булып башлаусыға:

“Ҡул  артың еңел булһын!”,

“Аяғың еңел булһын!” –тип теләйҙәр.

Шулай уҡ өй ҡотлағанда,башҡа  сыҡҡан йәштәрҙе тәбрикләгәндә,ҡунаҡ һыйлаусыға,яңы кейем кейеүсегә,алыҫ юлға сығыусыға теләгән әйтемсәләр

ҙә күп:

Кейемең ҡотло булһын,

Йылы тәнеңдә туҙһын.

   Бындай теләктәрҙе “дәрт уҡыу” тип тә әйтәләр.Улар кешегә нимәнелер башҡарырға ашҡыныу тойғоһон көсәйтә,рухи күтәренкелек бирә,дәрт өҫ-

тәй. Теләк тормошҡа ашҡан  осраҡта ҡулланылған “дәрт мөйөшләнеү” берәмеге лә ошо һүҙ менән бәйле.

    Дәрт уҡыуҙы бөгөн урыҫ теле аша инглиз теленән килеп ингән  “тост” һүҙе

алмаштыра.Тост әйтеү шулай уҡ теләк,ҡотлау һүҙе менән бәйләнә.Ләкин,үке-

нескә ҡаршы, бөгөн был теләктәр боҡалдарҙы күтәреү тәҡдиме менән тамам-лана.Күренеш халыҡтың менталитеты,этномәҙәни нигеҙҙәре үҙгәрә барауын

дәлилләй.

Башҡорттрҙа алғышҡа алғыш менән яуап ҡайтарыу йолаһы бар.Теләк теләүсенең изге һүҙҙәрен йөпләп,мотлаҡ тормошҡа ашыуын теләп “Амин”,

“Шулай булһын”, “Бергә булһын”, “Алланың амин тигән сағына тура килһен

кеүек матур һүҙҙәр менән яуап ҡайтарыла.

Мәҫәлән,Дәрүиш:

Йорт-ерең,мал –тыуарың именлектә,күңел-хәтерҙәрең бөтөнлөктә булһын,

Байбисә.Баш осоңдан ырыҫ ҡошо китмәһен”

Тәңкәбикә:

“ Рәхмәт ,мосафир,амин шулай булһын.Һинең дә күңелең таплы,күҙең яман булмаһын.Төклө аяғың менән рәхим ит.Әйҙә”  (М.Кәрим)

    Туйҙа –килен менән кейәүгә,яңы тыуған балаға әйтелгән теләктәр башҡорт халҡының изге йолаларының береһе.Ҡыҙ никахлағанда йәки ҡыҙ оҙатҡанда ата-әсәләр,бата теләктәр әйтеп,үҙҙәрең фатихаһын бирә. “Атаһы башҡаның

батаһы башҡа”тигән халыҡ мәҡәле ата-әсә фатихаһының,теләктең мөһим әһәмиәткә эйә булыуы тураһында һөйләй.

Туй йолаһының бер өлөшө булған килен төшөрөү,киленгә киләсәк тормошта

нисек булырға,үҙеңде ҡайны-ҡәйнә алдында ҡайһылай тоторға өгөт-нәсихәт,

кәңәш бирә:

Өлкәндәргә ҡайҙа ла

Хөрмәт күрһәт киленсәк.

Кеселәргә ҡайҙа ла

Үрнәк күрһәт , киленсәк.

Бала тыуғас әйтелгән һамаҡтарҙа баланың оҙон ғүмерле,тәүфиҡлы,ата-әсәле булыуы теләнә:

Балам,балам бал  ғына,

Үҫер әле яй ғына.

Ризыҡтары менән тыуҙы,

Ашаһын гел май ғына.

Нәфис әҙәбиәттә бындай изге теләктәргә матур өлгөләр байтаҡ:

Изге ихтыярың менән сабыйҙар тағы,тағы,тағы донъяға яралһын,һиңә иман килтереп гонаһһыҙ йәндәр тыуһын! (М.Кәрим).

Улығыҙ менән ҡотлайым һеҙҙе!Үҙегеҙгә иптәш,ҡартайған көнөгөҙҙә терәк булһын,егет ҡорона тулып,фамилияғыҙҙы данлаһын,нәҫелегеҙҙе ҙурлаһын!

(Т.Ғарипова).

Артабан “аҡ” теләк сәңгелдәк йырҙарында,баланы һикертеп уйнатҡанда,мунса индергәндә,теле асылғанда,тәү тәпәй баҫҡанында һамаҡлана:

Һандуғасым,аҫыл ҡошом,

Йокла,бәғерем.

Йоҡла,иркәм,йоҡла,бәпкәм,

Бәүкәй бәлли бәү.

Күк еҫемдәренә,тәбиғәткә,йыл миҙгелдәренә,көн торошона бәйле өн-теләк-тәр,алғыштар ауыҙ-тел ижадында айырым урын алып тора.Шулай уҡ төрлө арбауҙарҙа,күҙ тейеүҙәрҙән һаҡлағанда һамаҡланған матур теләктәр бар.

Тантаналы ваҡиға уңайы менән ҡотлауҙарҙа,хәйерле сәфәр теләгәндә,яңы

кейем кейгәндә,ризыҡ төшкәндә әйтелгән теләк халыҡтың йәнле һөйләү тел-

мәрендә, көндәлек тормош-көнкүрештә бөгөн дә йыш ҡулланыла.Улар тышҡы төҙөлөшө менән ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше формаһы менән тап килһә,

йөкмәткеһе яғынан теләктең төрлө мәғәнә нескәлектәрен күрһәтә:

иҫән һау йөрөп ҡайт,бәхетле бул,оҙон ғүмерле бул,оҙаҡ ҡыуанысҡа булһын,

бергә-бергә йәшәргә яҙһын,алла бәрәкәт бирһен һ.б.

Артабан изге теләк модаллеге ҡылымһыҙ һөйләм төрҙәрендә ҡулланыла.Миҫалдар:

Тыныс йоҡо!

Байрам менән!

Хәйерле юл!

Хәйерле сәғәттә!

Ҡотло аяғың менән!

Ғөмүмән,телмәрҙә ҡулланылған ыңғай  мәғәнәле һүҙҙәр аша кешенең аралашыу мәҙәниәтен билдәләргә, образдың  характер һыҙатын асырға мөмкинлек тыуа.Шуға күрә дәрестә ҡылымдың морфологик категорияларын

үҙләштергәндә,лексик-семантик үҙенсәлектәренә туҡталғанда алғыштарға

мөрәжәғәт итеү, уларҙы уҡыусылар телмәрендә ҡулланырға өйрәтеү мөһим.

                 Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Башҡорт халыҡ ижады:Йола фольклоры.1-се том.-Өфө:Китап,1995.

2.Балалар фольклоры: бала саҡ-уйнап-көлөп үҫкән саҡ.-Өфө:Китап,1994

3.Дмитриев Н.К. Башҡорт теленең грамматикаһы.Ғилми баҫма.-Өфө,2008.

4.Хөсәйенов Б.Ғ. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге.-Өфө:Китап,2006.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Баҡалы районы Яңы Илек төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Кузнецова Галина Виктор ҡыҙы. Уҡыусыларҙы ң телмә - рен байытыуҙа алғыш - тарҙы ҡулланыу

Слайд 2

Һүҙ аша баланы халыҡтың рухи донъяһына,тормошона алып инергә кәрәк. К.Д.Ушинский

Слайд 3

Уҡытыу-тәрбиә эшендә йүнәлештәр : -балаларҙың һөйләү телмәрен һәм ижади фекерләүен үҫтереү; -ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ,йолаларҙы тергеҙеү һәм үҫтереү нигеҙендә халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеү: -милли рухлы шәхес тәрбиәләү; -яҡташ яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен өйрәнеү аша тыуған яҡҡа һөйөү һәм арҙаҡлы шәхестәр менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Слайд 4

. Алғыш –һәйбәт кешегә те - ләк,маҡтау,дан рәүешендә ижад ителгән шиғри жанр. Ғәрәп теленән үҙләштерел - гән һүҙ фатиха тигәнде аңлата.

Слайд 5

Был һүҙ татарҙарҙа алҡыш , ҡарағалпаҡта,сахала- алғыс , ҡарасәйҙә алғышла тип йөрөтөлә

Слайд 6

Б ойороҡ һөйкәлеше формала - ры йәки нигеҙ ҡылымға иҫке - лек ҡалдығы булып һаҡланып ҡалған –ҡыры/-кере, -ғыры / -гере ялғауҙары эйәреү юлы менән яһала

Слайд 7

Б алыҡсыға,аусыға: Тәңре һиңә дарман бирһен, Тау эйәһе фарман бирһен!

Слайд 8

Ҡортсоға: Солоғоң ҡотло булһын! Күс артынан күс ҡунһын!

Слайд 9

Малсыға: Көткән малың-түккән тирең хәләл мәнфәғәтеңә яҙһын!

Слайд 10

Эш башлап тороусыға: Алла ярҙам ҡылһын! Эшең уң булһын!-тиҙәр.

Слайд 11

Берәй эште беренсе булып башлаусыға: “ Ҡул артың еңел булһын!”, “Аяғың еңел булһын!” –тип теләйҙәр.

Слайд 12

: Яңы кейем кейеүсегә : Кейемең ҡотло булһын, Йылы тәнеңдә туҙһын.

Слайд 13

“ Амин”, “Шулай булһын”, “Бергә булһын”, “Алланың амин тигән сағына тура килһен ”

Слайд 14

Дәрүиш: “Йорт-ерең,мал –тыуарың именлектә, күңел-хәтерҙәрең бөтөнлөктә булһын, байбисә.Баш осоңдан ырыҫ ҡошо китмә-һен” Тәңкәбикә: “ Рәхмәт ,мосафир,амин шулай булһын. Һинең дә күңелең таплы,күҙең яман бул- маһын.Төклө аяғың менән рәхим ит.Әйҙә” (М.Кәрим)

Слайд 15

Өлкәндәргә ҡайҙа ла Хөрмәт күрһәт киленсәк. Кеселәргә ҡайҙа ла Үрнәк күрһәт , киленсәк.

Слайд 16

Балам,балам бал ғына, Үҫер әле яй ғына. Ризыҡтары менән тыуҙы, Ашаһын гел май ғына.

Слайд 17

Нәфис әҙәбиәттә бындай изге теләктәргә матур өлгөләр байтаҡ: - Изге ихтыярың менән сабыйҙар тағы,тағы, тағы донъяға яралһын,һиңә иман килтереп гонаһһыҙ йәндәр тыуһын! (М.Кәрим). - Улығыҙ менән ҡотлайым һеҙҙе!Үҙегеҙгә иптәш,ҡартайған көнөгөҙҙә терәк булһын,егет ҡорона тулып,фамилияғыҙҙы данлаһын,нәҫелегеҙҙе ҙурлаһын! (Т.Ғарипова).

Слайд 18

Сәңгелдәк йыры: Һандуғасым,аҫыл ҡошом, Йокла,бәғерем. Йоҡла,иркәм,йоҡла,бәпкәм, Бәүкәй бәлли бәү.

Слайд 19

-Иҫән һау йөрөп ҡайт, -бәхетле бул, -оҙон ғүмерле бул, - оҙаҡ ҡыуанысҡа булһын, - бергә-бергә йәшәргә яҙ- һын, -алла бәрәкәт бирһен .

Слайд 20

Изге теләк модаллеге ҡылымһыҙ һөйләм төрҙәрендә ҡулланыла. Миҫалдар: Тыныс йоҡо! Байрам менән! Хәйерле юл! Хәйерле сәғәттә! Ҡотло аяғың менән!

Слайд 21

Ҡулланылған әҙәбиәт: 1 .Башҡорт халыҡ ижады:Йола фольклоры. 1-се том.-Өфө:Китап, 1995. 2.Балалар фольклоры :бала саҡ-уйнап-кө-лөп үҫер саҡ.-Өфө:Китап, 1994. 3.Дмитриев Н.К. Баш ҡорт теленең грамма-тикаһы.Ғилми баҫма.-Өфө,2008. 4.Хөсәйенов Б.Ғ.Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге.-Өфө:Китап, 2006.



Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

                            Баҡалы мәғариф бүлеге

                           

Башҡорт телен өйрәнеүҙә эш дәфтәре

Башҡорт теле  һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

Кузнецова Галина Виктор  ҡыҙы

                                             

                                             

                                             Яңы Илек мәктәбе

                                                         2018

Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ  өйрәнеү ҡарала. Башланғыс синыфтарҙан уҡ  телде өйрәнә башлар алдынан иң тәүҙә: өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңлатыу, һөйләмдәр төҙөү һәм дә уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү төп ролде уйнай. Уҡытыусы, балаларҙың йәш үҙен-сәлектәрен өйрәнеп, ошондай мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын, алымдарын һәм телде үҙләштереүгә йүнәлтелгән эффектлы алымдарҙы эҙләй. Заман  менән  бер  юлдан  атлап,  яңынан яңы  башҡорт  теленә  эффектлы  юлдар  эҙләгәндә  һәм  тапҡанда,  туҡтауһыҙ  камиллашҡанда  ғына  ыңғай  һөҙөмтәләргә  ирешеп  була,  уҡыусыларҙы  һәр  ваҡыт  яңы  технологиялар  менән  тәьмин  итергә,  яңы  асыштар  булдырырға,  артабан  да  башҡорт  телен   нығытыу  өҫтөндә  эшләргә  лә  эшләргә. 

          Яңы информацион-технологик осор йәш быуын башҡорттарынан хәҙерге кешегә мотлаҡ кәрәк булған белем, тәжрибә, компьютерҙы белеү, функциональ белем, үҙ тормошоңдо ҡора белеүҙе талап итә.

          Беренсенән, уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡортса өйрәтеүҙә төрлө психологик  үҙенсәлектәр иҫкә алына.

          Мәҫәлән, рус мәктәптәрендә уҡыусылар бер кимәлдә башҡорт телен үҙләштерә алмай. Башҡорт телен бер аҙ аңлай белгән һәм бөтөнләй ҙә аңламаған  уҡыусылар бар. Был  иһә үҙенсәлекле уҡытыуҙы талап  итә. Телде өйрәнеү бурыстары итеп—башҡорт телен өйрәнеү, уны ҡулланыу, грамматик нормаларын билдәләү, башҡалар менән аралашыу, һөйләшеү…

       Өсөнсөнән, бәләкәй синыф уҡыусыларының хәтерләү һәләте үҫеш ала. Улар ишетеп, күреп иҫтә ҡалдыра алалар. Дәрестә телмәр үҫтереү өҫтөндә эш алымдары ҡулланыу кәрәк: һорауҙарға яуап биреү, тиҙәйт-кестәр, һанашмаҡтар, шиғырҙар, тел шымартҡыстарҙы үҙ аллы, хор менән ҡабатлау,  иң мөһиме-өндәрҙе     дөрөҫ әйтә белеү. Синыфта бөтә бала  ла бер төрлө ҡатнашмай. Йомшағыраҡ уҡыған уҡыусылар менән йышыраҡ эшләү, телмәрҙәрен үҫтереү—уларҙы нығыраҡ йәлеп итеү—һәләттәренә ярашлы эштәр, биремдәр тәҡдим итеү мөһим.

          Шулай уҡ уйын барышында, сараларҙа ла уҡыусы үҙенең тел сараларын дөрөҫ ҡуллана белеүен күрә белергә тейеш, бил иһә уҡыусының мөмкинлек булған һайын хуплауы булышлыҡ итә.

          Уҡыусылар менән индивидуаль эштәр ҙә мөһим урын алып тора: синыфта уҡыусыларҙың эш төрҙәре төрлөсә була. Шунлыҡтан бер төркөм уҡыусылар менән дә шәхси рәүештә эш алып барыла. Дәрестә, айырыуса  бәләкәй синыфтарҙа күргәҙмәлелек ҙур роль уйнай: сюжетлы картиналар, открыткалар, һүрәттәр, магнитофон яҙмалары, видео-фильмдар киң ҡулланыла.

           Үҙемдең эш тәжрибәмдән сығып ҡарағанда, мин дәрес планын төҙөгәндә маҡсаттан башлайым, уға ирешеү юлдарын билдәләйем. Һүҙ байлығын үҫтереү, телмәрҙе тыңларға, шунда уҡ аңларға, диалог, монолог кеүек телмәр күнекмәләре ярҙамында һорауҙарға аңлы,  тулы яуап биреү күнекмәләре үткәрәм. Мәктәптә рус телле балаларҙың күбеһе дәрестән тыш башҡортса аралашыу хоҡуғынан мәхрүм. Шуға өйрәнелгән һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе дөрес һайын төрлө формала иҫкә төшөрәбеҙ.  Грамматика өйрәнгәндә башҡорт һәм рус орфографик ҡағиҙәләрен сағыштырабыҙ, айырмаларын билдәләйбеҙ.

              Дәрес барышында уҡыусылар алдына проблемалы һорау ҡуям һәм дәрес аҙағында ошо һорауға яуап табырға  кәрәклеген аңлатам.  Бындай ситуациялар уҡыусыларҙы уйланырға мәжбүр итә, танып-белеү һәләтен үҫтерә.

              Түбәнерәк синыфтарҙа  “Шиғриәт тулҡынында” , “Урманға сәйәхәт” , “Китапханала” кеүек туҡталыштар, физминуттар өйрәнеү йәнле үтә. Берәй күнегеүҙе ярыш формаһында, төркөмләп ярышыу һымаҡ эштәр уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята.

              Юғары синыфтарҙа уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса белемдәре бай. Иркен аралаша белеү, фекер алышыуҙары, телмәрҙәре үҫешкән була. Дәрестәрҙе төрләндереү буйынса индивидуаль карточ-каларҙағы биремдәрҙе башҡарыу, схемалар төҙөү,  үҫтереүсе система буйынса логик мәғәнәле  моделдәр эшләү һәр яҡлап та логик фекерләү һәләттәрен үҫтерә.  Ошо йәһәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте каби-нентында айырым папкаларҙа уҡытыусы, уҡыусыларҙың төҙөгән моделдәре тупланып тора. Ижади эш дәфтәрҙәрендә лә уҡыусыларҙың ижади эштәре төрлөсә. Тимәк, бер уҡыусы шиғырҙы оҫта яҙһа, икенсеһе—кроссворд, ребус төҙөй, өсөнсөһө--хикәйә яҙа һ.б. Бөгөнгө көндә уҡыусылар өй эштәрен ижади формаларҙа  башҡаралар. Бындай  эш  төрҙәре  уҡыусыларҙы ижади  эҙләнеүгә  этәрә, фекерләү ҡеүәһен,  фантазияһын  үҫтерә, һүҙҙең матурлығын, көсөн тоя   белергә өйрәтә. Дәрестәрҙә  башҡорт телендә  донъя күргән баҫмаларға бер нисә минут күҙәтеү яһайбыҙ. Дежур булған уҡыусылар гәзит йәки журналдың яңы һаны тураһында ҡыҫҡаса  белешмә әҙерләп килә. Балалар тәнәфестә кабинет китапханаһындағы  “Аҡбуҙат”, “Йәншишмә”, “Аманат” баҫмаларын алып уҡый. Артабан иң  һәйбәт эштәр  һайлап алынып  конкурстар ваҡытында ҡулланыла

Мәктәп,  район  буйынса  саралар, конкурстар  айырыуса  күп. Мәктәп  күләмендә  туған  тел   аҙналыҡтары,  олимпиадалар,  викториналар,  йондоҙҙар  сәғәте,  мөғжизәләр  яланы  уҙғарылып  ҡына  тора.

Йыл  һайын  район,  республика  күләмендә  предметтар буйын-са  ғилми – тикшеренеү  эштәре  ҙур  ролде  уйнай.  Башҡорт теленән дә  теләп  ҡатнашыусылар  һаны йылдан – йыл  арта  бара.  Иң  тәүҙә 

мәктәп  күләмендә  уҙғарыла.  Был  тикшеренеү  эштәрендә  юғары  си-

ныф  уҡыусылары йәлеп  ителә.   

Дәрестәрҙә  хәҙерге  ваҡытта   яңы  мәғлүмәти  технологиялар 

ҡулланыу  отошло.  Был  уҡыусыларҙа  ла  шулай  уҡ  ҡыҙыҡһыныу  уята.  Компьютер  ярҙамында  дәрес  үткәреү,  уның  аша  күнегеүҙәр,  тестар 

башҡарыу,  эҙләнеү  уҡыусылар  өсөн  яңылыҡ  алыу.  Мәктәптәрҙә  күп-тән  Интернет  селтәрҙәре  тоташҡан.  Ә  инде  Интернет  селтәрҙәре 

аша  ла  мәғлүмәттәр  эҙләү  -  хәҙерге  заман  уҡыусылары  өсөн  бөтә мөмкинлектәр  ҙә  булдырылған.

Берәй  сараларҙа  ла  шулай  уҡ  проекторҙар  менән  ҡулланырға  ла  мөмкинлектәр  етәрлек.

Шулай   итеп,  заман  менән  бер  юлдан  атлап,  яңынан – яңы  башҡорт  теле  һәм  әҙәбиәтенә  эффектлы  юлдар  эҙләгәндә  һәм 

тапҡанда,  туҡтауһыҙ  камиллашҡанда  ғына  ыңғай  һөҙөмтәләргә  ире-шеп  була,  уҡыусыларҙы  һәр  ваҡыт  яңы  технологиялар  менән  тәьмин  итергә,  яңы  асыштар  булдырырға,  артабан  да  башҡорт  телен  -    нығытыу  өҫтөндә  эшләргә  лә  эшләргә.  

Башҡорт телен уҡыусы балалар өсөн башҡорт  теленән эш дәфтәр-

 ҙәре бар.. (2-5 кластар өсөн)

         Башланғыс һәм урта мәктәптең бурысы – уҡыусыларҙы башҡорт  телен төшөнөп, аңлап, законсалыҡтарына таянып һәм һөйләм ситуацияләренә тура килтереп ҡулланырға өйрәтеү.

Бала материалды үҙе өсөн ҡыҙыҡлы булһа ғына, үҙенең ихтиярына тура килһә генә һәйбәт ҡабул  итә һәм фекерләй башлай, шуға күрә эш дәфтәрендә эш алып барыу балаларҙың аралашыу сфераларына тура килтереп һайланылған. Ул  коммуникатив йүнәлешле итеп бирелгән,  уҡыусыларҙың танып белеү эшсәнлеге аралашыу формаһында ойошторолған.

     Уҡыусылар башланғыс кластарҙа  башҡортса  дөрөҫ уҡырға,һөйләшергә һәм яҙырға өйрәнә башлай. Эш дәфтәре менән дә эшләргә  өйрәнә.

  Эш дәфтәре  уларға башҡорт телен өйрәнеүҙәге уңыштарын системалы

рәүештә  тикшереп барырға ярҙам  итә.Бының өсөн уҡыусыларға күнегеүҙәрҙе һәр дәрестә башҡарып  барырға кәрәк.

     Дәфтәрҙә бирелгән һәр бер эш төрө материалды тәрәнерәк һәм төптәнерәк үҙләштерергә ярҙам итә.

    Эш дәфтәрендә шундай эш төрҙәре тәҡдим ителә:

-таҙа һәм дөрөҫ яҙ;

-төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙ;

-һүҙҙәрҙе тәржемәһе менән тоташтыр;

-текст менән эшләү;

-һорауҙарға яуап яҙыу;

-тәржемә итеү;

-һүрәттәр менән эшләү;

-һүрәт төшөрөү;

-матур яҙыу күнекмәләрен башҡарыу;

-тема буйынса диалог төҙөү;

-диалогты дауам итеү;

-кроссворд,ребустар сисеү;

-фекерҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙыу;

-белгәндәрҙе иҫкә төшөрөү һәм нығытыу.

Дәфтәр менән эш дәреслектәге темаларҙы үтеү ваҡытында йәки уларҙы үткәс ойошторола.Эш төрҙәре дәрестә башҡарыла,шулай уҡ өйҙә лә дауам итергә мөмкин.

Тәҡдим ителгән эш дәфтәрендә күнегеүҙәргә биремдәр  дәреслектәге кеүек башҡортса бирелгән.Биремдәрҙе иғтибар менән уҡып сығырға ,шунан һуң был эш төрөн башҡарыу нимәгә өйрәтеүен асыҡларға һәм нимәләрҙе иҫкә төшөрөргә кәрәклекте аңлап эш төрөн башҡарырға  кәрәк.