Һоҡланғыс образлы әҙибә - Зәйнәб Биишева
учебно-методический материал по теме

Ахметханова Гульшат Ямиловна

Внеклассное мероприятие

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл urok_goda_litseyno155_fayzullina_g.ya_.docx56.21 КБ

Предварительный просмотр:

                                         C:\Users\Гульшат\Pictures\Zajnab_biisheva.jpgБезымянный1

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның

"Теләр инем..." тигән шиғырында шундай юлдар бар:

... Аһ, мин теләр инем ер өҫтөнә

Ҡая булып ҡалҡып сығырға,

Уйсан, сал башымды күккә терәп,

Хайран ҡалып ҡарап торорға...

      Әҙәби кисә

      Тема “Һоҡланғыс образлы әҙибә ”

       (Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тыуыу айҡанлы)

                                    Фәйзуллина Гөлшат Йәмил ҡыҙы

                                       Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районының    

                                       155- се лицейы муниципаль автономиялы дөйөм

                                       белем учрежденияһы

Өфө, 2012 й.

Маҡсат: Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу.
Яҙыусының ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү.
Уның ижады йоғонтоһонда уҡыусыларҙа аң-белемгә ынтылыш, ғәҙеллек, юғары әхлаҡ нормалары, сафлыҡ тәрбиәләү, әҙәпкә, иман нурҙарына күндереү. 
Шиғырҙарының идея- тематик йөкмәткеһен асыу, телен өйрәнеү, тел күрке-һүҙгә айырыуса иғтибар итеүен күрһәтеү. Телгә, бөйөк шәхестәргә,Тыуған илгә һөйөү, ихтирам тойғоһо, патриотизм тәрбиәләү. 

Йыһазлау:
З.Биишеваның портреты; уның тураһында альбом материалдары; тормошон һәм ижадын яҡтыртҡан матбуғат баҫмалары; китаптар күргәҙмәһе, Башҡортостандың ҡыҫҡа энциклопедияһы, стенд, фотоһүрәттәр,компьютер,экран, проектор.

Кисәнең барышы.

Тамаша залы байрамса биҙәлгән.

Сәхнә артынан бала илаған тауыш ишетелә. Ҡатын тауышы (Сыуаҡай инәй)

- Ҡарайым, ҡыҙҡайың ике-өс ай йәшәгән бала шикелле ҙуп-ҙур, туп-тулы.Беләккәнәләре быуаҡланып тора хатта.Сәстәре лә оп-оҙон, ҡап-ҡара.Хатта керпектәренә, ҡаштарына хәтле үҫеп бөткән.Үҙе яр һалып ҡысҡырып илай бит әле. Собханалла, был  ни ғәләмәт?! Тфү,тфү!

(Бер аҙҙан) Емеш, балам тор инде.Көн төшкә ауғансы йоҡлап ятыу килешмәҫ.Һине әхирәттәрең көтә.

З.Биишева һүҙҙәренә , А. Хәлфетдинов көйөнә  яҙылған «Алтын балдаҡ» йырының көйө яңғырай.

Сәхнәгә бер бәләкәй ҡыҙ сыға.

  • Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар.

Мин Емеш.Зәйнәб апай Биишеваның иң билдәле ижад емештәренең береһе “Яҡтыға” трилогияһының төп геройы. Ысынлап та был трилогия уға ысын мәғәнәһендә дан килтерә.

 (Сәхнәлә “Кәмһетелгәндәр” романынан өҙөк ҡуйыла. )

        Йәнеш менән Емеш өйҙөң күләгә яғына сығып, нигеҙ буйына ултыралар. Йәнеш, аяҡтарын ҡалас кеүек ишеп, аяҡтарына күлдәк итәген ҡаплап ултыра.

        Йәнеш: Һин дә ошолай ултыр, һылыу, йәме. Ашағанда икмәк валсыҡтарың ситкә төшмәһен. (“Ашаһаң бөтә лә китә бит” тигән һымаҡ йәлләп, икмәкте әйләндереп-тулғандырып бик оҙаҡ ҡарап ултыра.) Йә, һылыу, кем аҙ ҡабырҙан ашайыҡ, йәме.

        Емеш: Йә, мин гел бәләкәс кенә ҡабып ашайым ул.

Улар, икмәкте ваҡ ҡына өлөштәргә бүлеп, тел остарына ғына һалып ашарға, был татлы минутты нисек тә оҙағыраҡ һуҙырға тырышалар.

        Йәнеш: Икмәктең энә осондай ғынаһы ла кешенән оло ти ул. Уны ергә төшөрөп тапаһаң, харап яман гонаһ була ти, - хатта мең тамуҡта янаһың, ти. Йә, һылыу, итәгебеҙгә валсыҡтарҙы йыйып ашайыҡ.

         Ҡыҙҙар итәктәренән энә күҙәүендәй валсыҡтарҙы ла ҡалдырмай сүпләп бөтәләр. Улар нигеҙ буйынан төшәләр.

        Йәнеш: Әйҙә, һылыу, һыу инә барайыҡ, йәме.

        Емеш: Ҡуй ҙа. Бармайыҡ та. Мин ҡурҡам.

Шул ваҡытта Бибекәй менән Гөлкәй йүгерешеп килеп керә.

        Бибекәй менән Гөлкәй: Йәнеш, Емеш, әйҙә һыу инергә!

Йәнеш тағы ла Емештең итәгенән тарта.

         Йәнеш:  Әйҙә, һылыу. Ана, һинең кеүек бәләкәс Гөлкәй ҙә бара бит.

Емеш еңелә һәм улар етәкләшеп сығып китәләр. 

1- се алып барыусы.

- Бөгөнгө кисәбеҙ бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе булған Зәйнәб Биишеваға бағышлана. Башҡорт халҡының “Исеменә күрә - есеме” тигән бик тапҡыр әйтеме бар.Ә бына Зәйнәб исеменә ниндәй мәғәнә һалынған? Исеме яҡтылыҡ, матурлыҡ мәғәнәһен бирә.

Ысынлап та, уның әҙәби мираҫы башҡорт әҙәбиәтенә ҙур бүләк.Ул яҡтыртыусы, алға әйҙәүсе образ.

Сәхнәгә үҫмер ҡыҙ сыға.

Ата-әсәйемдән бик йәшләй етем ҡалдым.Миңә өс йәш булғанда – әсәйем, ун бер йәштә атайым үлеп китә.Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, ун алты йәшемдә Ырымбурҙығы башҡорт педагогия техникумына уҡырға инеп уны уңышлы тамамланым.Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләнем.Ҡырҡ өс йәшемдән башлап профессиональ ижад итә башланым...

Емеш сәхнәләге өҫтәл артына ултыра һәм яҙа башлай.

2- се алып барыусы.

Зәйнәб Биишева – төрлө жанрҙа берҙәй оҫта әҙип.Уның тиҫтәләгән шиғыр һәм поэмалары,  “Дуҫлыҡ”  , “Серле ҡурай” ,  “Гөлбәҙәр” тигән драма әҫәрҙәре, бик күп әкиәттәре бар.  

2- се алып барыусы.

Мәшһүрҙәрҙең талант серен аса алған кеше юҡ әле. Әҙәмдең тәғәйенләнеше ниҙә, йәшәү мәғәнәһе нимәлә? Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәре ошондай мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй. Уларҙа намыҫ һәм нахаҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, тоғролоҡ һәм хыянат кеүек үлемһеҙ төшөнсәләр айҡаша. Тормош китабын яҙған Зәйнәб Биишева – әҙибә, фәйләсүф, фекер эйәһе булараҡ бөйөк тә, ябай ҙа. Ул матур һүҙҙәр эҙләмәй, ул фекер тәрәнлеге менән әсир итә.

  1. се алып барыусы.

Балалар Зәйнәб Биишеваның романдарын ғына түгел, уның шиғырҙарын да, драмаларын да, әкиәт һәм хикәйәттәрен дә яратып уҡыйҙар. Әйҙәгеҙ, уның башҡа әҫәрҙәре менән дә танышып үтәйек.

(“Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әкиәтенән күренеш)

Һөнәрсе: Беҙҙең эш ауылдаштарҙы һөйөндөрөргә тейеш.Ә беҙ көйөндөрәбеҙ түгелме һуң?Әйҙә, бергәләп эҙләйек, бәлки бығаса бер кем дә эшләй белмәгән көршәктәр яһарбыҙ,- тигән.

Өйрәнсек: (Көлөп) Һай, ахмаҡ! – тигән.- Һәр ватылҡан көршәк – яңы табыш бит ул!..

Һөнәрсе: Улай булһа, күрше, үпкәләштән булмаһын – мин дә көршәктәр эшләй башлаясаҡмын, - тигән мастер.- Тик һинеңсә түгел, ә үҙемсә.Үҙ йөрәгем теләгәнсә итеп эшләрмен…

«Юҡ. Мин һине яҡшы менән яманды айырырға өйрәтермен. Ауылдаштарҙың йорттарын эшкинмәгән көршәктәр менән сүпләүҙән туҡтатырмын!» тип ант иткән.Ул көршәктәрҙе һәйбәтерәк һәм нәфисерәк итеп эшләй башлаған.

Экранда  слайттар.

«Ялғандың бото ҡыҫҡа», «Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә»

Емеш

Мин ошо ғәзиз еремдә, үҙ телемдә, милләтем араһында, туған телемдә һөйләшеп, аралашып йәшәйем.Башҡорт телем…

Уҡыусы “Башҡорт теле ”шиғырын һөйләй.

Емеш яй ғына сығып китә.

1- се алып барыусы.

Зәйнәб Биишева ижады менән танышҡас, уның ижадына битараф ҡалып булмай.Шиғри хис- тойғолар менән беҙҙең уй - тойғоларыбыҙ бергә ҡушыла. Бишектәге һымаҡ талғын тирбәлеү барлыҡҡа килә.Уның ижадын башҡаларҙың ижады менән бутап булмай.Ҡабатланмаҫ аһәңле был  инау юйылып ҡалырлыҡ кәм- хур булырлыҡ түгел.

Сәхнәгә уҡыусылар сыға.Ҡулдарында хәрефтәр яҙылған альбом биттәре.

1- се алып барыусы.

Зәйнәб Биишеваның исемен мәңгеләштереү буйынса республикабыҙҙа ниндәй эштәр башҡарылған һәм башҡарыла?

З.1992  йылда «Башҡортостан» киностудияһы Зәйнәб Биишева тураһында докуметаль фильм төшөрә. 2008  йылда яҙыусының 100 йыллығына документаль ҡуйылған фильм төшөрә.

Ә.Зәйнәб Биишева исемен йөрөтә: «Китап» нәшриәте; 

Й.Өфөлә урам;

Н.Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы;Мораҡ ауылында дөйөм белем биреү мәктәбе; 

Ә.Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында яҙыусының йорт-музейы эшләй;

Б.балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәте һәм сәнғәте артабан үҫтереүҙе дәртләндереү, үҫеп килгән быуынға рухи-әхлаҡи, патриотик тәрбиә биреүҙе көсәйтеү, шулай уҡ күренекле яҙыусы иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы булдырылды.

 (Артабан сәхнәлә З.Исмәғилевтың З.Биишеваның “Йырлайым” тигән шиғырына яҙған йыры яңғырай)

                    Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем,

           Йырлап йәшәйем мин бөгөн дә.

           Сәстәремә  ҡырау сәселһә лә,

           Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә.

           Йырлап йәшәйем,

           Халҡым, илем ғүмере

           Әкиәттәрҙән  гүзәл  йыр булғас.

           Тыуған ерем - бөйөк Совет иле,

           Ер йөрәге типкән ер булғас...

(Сәхнәгә оло ҡатын ҡыҙ инә) Әҙәби кисә Емештең шиғыр юлдары менән тамамлана. Әнисә Таһированың, яҙыусының яҡты иҫтәлегенә арнаған шиғыры.

                “Зәйнәб апайҙың әйткәне”

    Мин фәрештә түгел, кеше инем,

Ерҙә кеше булып йәшәнем.  

Хаҡһыҙлыҡты күрһәм, ярып әйттем,

Йәшен булып ярһып йәшнәнем.

Керһеҙ күңелемдең дәртен, көсөн,

Ҡайнар йөрәгемдең һиммәтен,

Уйҙарымдың зауҡын, ҡиммәтен —

Барыһын бирҙем, халҡым, һинең өсөн.

Онотмағыҙ шуны: Урал өйө —

Кешелектең аҡыл төйөнө,

Түктермәгеҙ Тәңре күҙ йәштәрен.

Әгәр ҙә һеҙ ерҙә бар булһағыҙ,

Изгелектәр булһа ҡылғанығыҙ,—

Килер быуындарҙа мин йәшәрмен.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Зайнаб Биишева

Зайнаб Биишева...

Презентация о жизни и творчестве народного писателя Башкортостана Зайнаб Биишевой

Презентация о жизни и творчестве народной писательницы Башкортостана Зайнаб Биишевой на башкирском языке. ...

разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой "Мастер и Подмастерье "

Разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой" Мастер и Подмастерье"...

план конспекта урока"Башкортостан.Кугарчинский район.З.Биишева"

План урока по теме "Башкортостан". Повторение темы "Прилагательное".Краткое-путешествие по Кугарчинскому району, знакомство с выдающими людьми района....

внеклассное мероприятие "Юный эрудит" по произведениям З.Биишевой"

внеклассное мероприятие по произведениям З.Биишевой.Вопросы,викторина, кроссворд составлены по ее произведениям....

Современный урок по творчеству З. Биишевой.

Урок посвящен творчеству З. Биишевой. В следующем году мы отмечаем 105-летний юбилей народной писательницы. Сценарий урока состоит из предметной и метапредметной тем. На урок приглашаются психолог и с...

Зайнаб Биишева.Певица красоты и света

Мероприятие для учащихся среднего и старшего звена. Посвящается юбилею известной башкирской писательницы З.Биишевой.Учащиеся в ходе мероприятия более тестнее знакомятся с жизнью и творчеством народной...