"Һан" темаһын ҡабатлау
план-конспект урока (6 класс) на тему

Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы

"Һан" темаһын ҡабатлау дәрес өлгөһө.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл han_temahyn_kabatlau.docx22.28 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

"Һан" темаһын ҡабатлау                         (6-сы класс өсөн)

ТС.А.Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ә.С.Ғәзизова

ӨФӨ – 2010

Тема: "һан" темаһын ҡабатлау.

Маҡсат: һандың мәғәнәһе,морфологик билдәләре,һөйләмдәге

вазифаһы, башҡа һүҙ төркөмдәренән айырмаһын аңлатыу,

   һандар донъяһына ҡыҙыҡһыныу уятыу,уларҙың кеше

тормошондағы ролен асыҡлау.

   Математик аң-зиһен күнекмәһе,математика курсында

тупланған белемдәрҙе файҙаланыу, фекерләү сослоғо

тәрбиәләү.

Йыһазлау:мультимедеялы проектор.

Дәрес барышы.

1 .Ойоштороу өлөшө.

  1. ӨЙ        эшен тикшереү.

-һеҙгә өйгә эшкә төрлө газета-журналдарҙан ниндәйҙер һандар менән бәйле булған, Республикала, ғөмүмән, Ер шарында ниндәй эш башҡарылғанын белеп, яҙып килергә ине.(бер нисә уҡыусына уҡытылып кителә).

  1. Инеш        һүҙ.

-Бөгөн, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән үткән дәрестәрҙә үтелгән темаларҙы ҡабатлау, дөйөмләштереү маҡсатында үткәрәбеҙ был дәресте.

-Нимә ул һан?(балалар ҡағиҙәне әйтәләр).

Донъяла ғәжәп нәмәләр һәм төшөнсәләр бик күп. Шулар

араһында һан иҫәп -хисап төшөнсәһе, әйтеп бөткөһөҙ мөһим

урын тота. Өҫтәүенә һандар иҫ киткес

матур,төҙөк,гармониялы системаны барлыҡҡа килтерә.

-Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән һанай беләбеҙ, ә һанай башлағанда ниндәй һан менән башлап ебәрәбеҙ?(1 һаны менән)

-Баҡтиһәң, һандар башында Нуль тора икән. Ул-орлоҡ. Шуға күрә, кемдең тыуған көнөндә Нуль һаны бар, уларҙа теләһә ниндәй башланғыс үҫеш алырға мөмкин.Бары тик бының өсөн һөҙөмтәле эш кенә күрһәтергә мөмкин.

-Ә бына башҡа һандар нимә һөйләйҙәр икән? шуны тыңлап китәйек әле.(алдан бүленеп бирелгән буйынса сығыш яһайҙар).

-Әлбиттә, был билдәле шәхестәрҙең, астрологтарҙың фараздары. Бары шуны теләп ҡалайыҡ:һандарҙың ыңғай яғын тормошобоҙҙа ҡулланыр көс табайыҡ.

4.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

-Эйе,һандар кеше тормошонда ҙур роль уйнайҙар,ә уларҙың мәғәнәләрен генә белеп ҡалып булмай бит әле, беҙ бит уларҙы яҙа белергә лә тейешбеҙ.

А)һандарҙы дөрөҫ яҙыу күнекмәләре.

һүҙлек диктанты уҙғарыла,берәмләп таҡтаға сығып яҙалар.

һүҙҙәр:егерме ике,бер йөҙ утыҙ биш, өсөнсө, икешәр, һигеҙәрҙән, дүртле, утыҙлы, хх быуат, 2009/2010 уҡыу йылы, Петр 1, IV бүлек, 20-се мәктәп, егерме-утыҙ саҡрым.

Б)-Уҡыусылар, иғтибар итегеҙ әле,ниндәй һүҙ яҙҙыҡ һуңғыһында?

-Саҡрым.

-Ә ул ниндәй һүҙ тип атала?

-Үлсәү һүҙҙәре.

-Тағы ниндәй һүҙҙәрҙе беләбеҙ икән?

I

-Әйҙәгеҙ, таҡтаға иғтибарҙы йүнәлтәйек әле.(проект аша таҡтала күрһәтергә) Оҙонлоҡ үлсәү берәмектәре:

Иле-бер бармаҡ киңлеге, яҡынса 1,2 см.

Ая-4 бармаҡ киңлеге, яҡынса 4,45 см. Ҡарыш-ҡулдың кирелгән баш һәм һуҡ бармаҡтары арайы. Уҡ оҙонлоғо- иң етеҙ һәм алыҫ атыла торған уҡ оҙонлоғо. Аршын- 1 6 ая, 71,1 2 см .тигеҙ. Аҙым- атлаған саҡта уртаса һуҙып баҫылған аҙым. Ҡолас- ике яҡҡа йәйелгән ҡулдарҙың урта бармаҡтарҙың остарына тиклемге ара.

  1. Йомаҡтар        сисеү.

-Хәҙер мин һеҙгә йомаҡтар әйтәм,ә һеҙ иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ,яуаптарын эҙләгеҙ. А).Аҡҡоштоң бер үҙенә Өс йөҙ алтмыш биш ҡанат. Мин торам уны һанап,

Көн дә кәмей бер ҡанат.(календарь,йыл көндәре).

 Б). Биш бүре,

Бишеье лә күк бүре,

Береһен береһе ҡыуған,

Ҡойроғон быуған.(ойоҡ бәйләү).

--Был йомаҡтарҙа ниндәй һандар ҡулланылды?

—Беҙ һандарҙы яһалышы яғынан ниндәйҙәргә бүләбеҙ?(ябай һәм ҡушма һандарға)

-Ябай һан нимә ул?

-Ҡушма Һандар нисек барлыҡҡа килә?

  1. Мәҡәлдәр        яҙыу.(дәфтәрҙәрҙә башҡарыла,мәғәнәләрен асыу)

Өс таған таймаҫ, тайһа ла аумаҫ.

 Юлға сыҡһаң,өс көнлөк аҙығыңды ҡалдырма .

Дүрт тояҡлы ат та һөрлөгә.

Бер атыуҙа ике ҡуян.

  1. Тест        эшләтеү.(проект аша күрһәтергә һорауҙарҙы).
  2. Дәреслек        менән эш.

164-се күнегеү.(телдән башҡарыла).

Йомғаҡлау.

-һандар донъяһына сәйәхәт ҡылыу үҙе бер ғилем.Уларҙы

берәүҙәр ҡабул итә,икенселәре-юҡ.1 3 һанының уңышһыҙ

булыуына ла берәүҙәр ышанған,икенселәр ышанмаған кеүек була инде.

Аҡсалар ҙа юҡҡа ғына һан менән билдәләнмәгән бит.Улар алдаштыра,күҙҙе ҡамаштыра,һис ҡасан етмәй,әммә донъя унан ғына тормай.Бары шуны теләйек:һандарҙың ыңғай" яғын тормошобоҙҙа ҡулланыр көс табайыҡ.Хоҙай Тәғәлә уйлап тапҡан ҡөҙрәте менән кеше үҙе уйлап тапҡан һандар беҙгә хеҙмәт итһен,ә беҙ улар йоғонтоһона бирелмәйек.Ғөмүмән,һандарҙан башҡа тормошто күҙ алдына килтереп тә булмай.

Баһалау.

-Шулай булғас,ошо һандар ярҙамында беҙ һеҙҙең менән бөгөнгө дәрескә баһалар алабыҙ.

  Өй эше биреү.һандар булған фразеологик берәмектәр яҙып килтерергә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сифат темаһын ҡабатлау.

Был дәрес рус мәктәбендә башҡорт телен дәүләт теле  итеп өйрәнгәндә  "Сифат" темаһын үтеп бөткәс  үткәрелә....

: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...

Ҡылым. Унын зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Ҡабатлау дәресе.

4 класс өсөн ҡылым темаһын ҡабатлау дәресе конспекты...

Ҡылым. Ҡабатлау дәресенә слайдлар.

Ҡылым. Унын зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ формаларында килеүе. Ҡабатлау темаһына слайдлар...

Ҡыш. Яңы йыл. Ҡылымды ҡабатлау

6 синыф өсөн Ҡыш темаһына дәрес...

8-се кластарҙа "Ҡобайырҙар" темаһын ҡабатлау.

Һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусының рухи донъяһына ниндәй ҙә кимәлдә йоғонто яһарға бурыслы. Был осраҡта уҡытыусы төрлө алымдар ҡуллана."Ҡобайырҙар" темаһын йомғаҡлаған осраҡта ил батырҙарын иҫкә алып, кешел...

Тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау,8класс һәм 16-19 быуаттар әҙәбиәте,9класс

Тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау,8класс һәм 16-19 быуаттар әҙәбиәте,9класс...