Посвященный башкирскому писателю Ш.Бабичу "Балҡыны, әммә һүнмәне"
план-конспект урока (5 класс) по теме

Ширгазина Алия Фанзиловна

Открытый урок по башкирской литературы. тема урока "Балҡыны, әммә һүнмәне" посвещен творчеству башкирского писателя Ш.Бабичу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Методическая разработка 19.24 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Балҡыны, әммә һүнмәне.

Маҡсат:  Балаларҙа кәрәкле эмоциональ тыуҙырыу.

Йыһазландырыу: портреттар, һүрәттәр, магнитафон, кассета, китаптар күргәҙмәлеге.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.
  2. Яңы тема.

1. Скрипка уйнай - Ш. Бабич шиғыры. Эй минең һыҙғыслы нәмәм, эй матур кәкре муйын! Эй күңелдең наҙлы урынынан урын тотҡан уйын. һандуғас кеүек һыҙҙырып һайрап ебәрсе, бер генә, Һайра, йырла, тик мине дәртләндереүсе һин генә.

Һин генә иң нескә хистәр, нескә моңдар шишмәһе, һин тауыштар ҡаҙанаһы һәм һин уйындар батшаһы, һин был донъяның түгел, ожмахта хурҙар сазы һин, саф, матур, моңло ауздарҙың, бөйөк остазы һин. Таң ҡалам мин тауышыңа: ниндәй тылсымлы тауыш, Ниндәй ялҡынлы ул- һалҡын йөрәкте ҡыҙҙыра, Бер илап, бер моңланып, бер һыҙғырып   йән өҙҙөрә. Ниндәй нәмә бар һуң унда- зарлана, зар-зар илай, зар-зар илаусы кем һуң- әллә ен, әллә пәрей ?

Кем генә һуң ҡул осонан ҡыл эсенә моң сәсә?

Кем сәсә моң, кем һибә?

Кемдәр илай, кем ыңғыраша,

Мин ғашиҡ булдым һиңә,

Эй скрипка, әйҙә һыҙ!

Әлдә һин бар, юҡҡа донъям, мәғәнәһеҙ һәм файҙаһыҙ.

Ш.Бабич бигерәк тә скрипка моңон яратҡан. Сәнки скрипка моңо һәм шағир күңеле улар бик оҡшаш. Улар икеһе лә Кеше күңелендәге иң нескә ҡылдарҙы тибрәләтәләр.


Ш. Бабич ғүмер буйы башҡорт йырҙарына, Кобайырҙарына, төрлө легендаларына йоҡланған, уларҙы йырлаған, уңайы тура килгәндә яҙып алған.

-        Уҡыусылар Ш. Бабичтың ҡайьы шиғырында, уның йыр моңға
әүәҫ булыуы күренә?

( « Йырсыны көткәндә» шиғыры һөйләнә»)

Ш. Бабич портреты эленә.

-        Ш. Бабич 1895 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостаныбыҙҙың
Дүртөйлө районы Әсән ауылында тауған. Атайы Мәхәмәтзәкир
ауылында мулла булып балалар уҡыта. Ш. Бабич та тәүге белемен
атайынан ала. Ул бәләкәйҙән уҡырға зирәк булла. Улар йортонда
Китап һәр ваҡыт иң ҡәҙерле хазина булған. Ш. Бабич ошо
өйҙәренә килеп ингән китаптарҙы барыһын да уҡый торған
булған. Уның ошо китаптар араһында иң яратып уҡыған
һәм
яттан һөйләгән әҫәрҙәре шағир Ғ. Туҡайҙыҡы була.

Ш.Бабич ауылда алған белем менән генә ҡәнәғәт булмай. Ул Өфөләге «Ғәлиә» мәҙәсәһенә уҡырға инә. Был йылдарҙа ул әҙәбиәт менән тағы ла нығыраҡ мауыға, тел һәм әҙәбиәт уның яратҡан дәрестәренә әүерелә.

Ошо мәҙрәсәлә уҡыған сағында ул түңәрәктәргә йөрөй. Түңәрәҡ тарафынан сығарылған әҙәби журналда ул үҙенең шиғырҙарын баҫтыра, әҙәби музыкаль кисәләрҙә шиғырҙар уҡый, йыш ҡына алып барыусы булып йөрөй.

Бабичтың үҙе яҙған тәүге шиғырҙар йыйынтығы «Эй Китап» шиғыры менән башланып китә. һәм ошо йыйынтыҡта башҡорт поэзияһында беренселәрҙән булып яратҡан яҙыусыһы Ғ. Туҡайға арналған шиғырҙар яҙа.

Ул шиғырҙар «Ғабдулла әфәнде Туҡаев» « Туҡай үлгәс» шиғырҙары. Ә хәҙер әйҙәгеҙ ошо шиғырҙың береһен тыңлайыҡ. («Туҡай үлгәс» шиғыры уҡыла). Ғ.Туҡай портреты эленә. -Ш. Бабич Башҡортостанды һәм ошо башҡортостан да йәшәгән кешеләргә, уларҙыатур тәбиғәтенә һоҡлана. Башҡорттар уйнаған,


башҡорт ерендә үҫкән музыкаль ҡорал- ҡурайҙы данлап шиғыр ижад иткән.

(Ҡурай музыкаһы «Ҡурайҡайға» һәм «Башҡортостан» шиғырҙарын һөйләтеү. )

Ҡурай һүрәте, башҡортостандың тәбиғәте эленә. -Ш.Бабич С. Юлаев кеүек милли геройҙары менән ғорурлана. (3. Вәлиди башҡорт дәүләтселеге әсән көрәшә тарихи документтар яҙа.)

« С. Батыр» шиғырын кассетанан тыңлау.

Ш. Бабич Зәки Вәлиди кеүек шағирға ла арнап шиғыр ижад итә.

3. Вәлиди 1890 йылда Ишембай районы Көҙән ауылында тыуған. Ул Башҡортостанда тарихсы ғалим булараҡ һәм күранекле шағир булараҡ танылған шәхес. Уның әҙәбиәттә «Хәтирәләр» исемле ҙур күләмле китабы бик ҙур урын ала дәрестәрҙә уҡытыла. Ул 1 970 80 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша.

( « Зәки- Башҡортостан терәге» шиғырын уҡытыу.) - Ш.Бабич башҡорт һәм татар әҙәбиәт донъяһында үҙенсәлекле юморист һәм сатирик булараҡ та киң танылған шағир, һәм ул был әлкәлә «Сеп-сеп наҙан» «Ғазазил» сатирик поэмаһын, «Ҡандала» балладаһын яҙа.

« Халҡым әсән» шиғыры Ш. Бабич үҙен ошо замандағы шағирҙарҙан өҫтөн күтәрелгән тип һанаған осоронда яҙыла, һәм был шиғырҙан, уның өлгөргән шағир икәне  күренә. Был шиғыр яңғырашы менән йырҙарға бик яҡын тора.

( «Халҡым әсән» шиғырын касетанан тыңлау)

II. Скрипка уйнай .

Скрипка шиғыры уҡыла.

Скрипка илай-нәҙек ҡылдар

Күҙ йәшеләй ята күңелгә.

Хәтирәләр һары япраҡ ҡойоп

Халҡын томандарға күмелә

 һуңғы көҙө был көҙ мөхәбәттең

һәм үкьеүе үкһөҙ күңелдең Скрипка моңы хыялдарҙың һары кәҙе булып түгелдең.

 -Бына шундай әйтем бар:

Ер шары ул мәйеттәр планетаһы, ә иҫәндәр бында ҡунаҡ ҡына.

-Ш.Бабич бик аҙ ҡунаҡ булған ул тик 24 кенә йәш йәшәгән. Поэтиканы байытыуҙа, әҙәби телде тыуҙырыуҙа уның хеҙмәте айырыуса ҙур булды. Ул тыуған еренә һәм халҡына һәйөү менән йәшәгән һәм ижад иткән. Ш. Бабич ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә бай һәм үҙенә Һуңғы башҡорт һәм татар шағирҙәренә йоғонто яьарлыҡ поэтик мираҫ ҡалдырған яҙыусы.

Китаптары: «һайланма әҫәрҙәр» « Беҙ үҙебеҙ башҡорттар» III.Дәреслектән «Салауат батыр» шиғырына анализ яһатыу.

-Уҡыусылар Салауат ҡандай бәһлеүән? Тигән һорауға шиғырҙан яуап табып уҡыйыҡ.

-Уҡыусылар Салауаттың бәһлеүәнлеген тасуирлаған эпитеттар һәм метафораларҙы табып уҡығыҙ.

-Ошо метафора эпитеттар ярҙамында Салауат образына ниндәй характеристика бирер инегеҙ?

Салауат- батыр, көслө, үҙ иленә, халҡына тоғро, тыуған ерен яратҡан, аҡыллы.

Шиғырҙар өҫтөндә эш.

IV. Йомғаҡлау: Һорауҙар буйынса яҙма эш.

1 .Ш.Бабич ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?

 2. Ш.Бабич ҡайҙа һәм кемдән тәүге белем ала?

З.Уның атаһы кем?

4. «Ғәлиә»мәҙрәсәһендә Ш. Бабич нимәләрҙә ҡатнаша һәм нимәләр эшләй?

5.Ш.Бабич ниндәй китаптарын беләһегеҙ?

6.Ш. Бабичтың ниндәй шиғырҙарын менән таныштығыҙ?

  1. Ш.Бабич нисә йәшендә үлгән?
  2. Ш.Бабичтың 2005 йылда нисә йыллыҡ юбелейы уҙҙы?

-Уҡыусылар үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ?

V. Баһалау.



По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Его книги с нами рядом". Театрализованная программа, посвященная детскому писателю И.Д. Василенко.

Сценарий для школьников 5-6 классов о творчестве детского писателя И.Д. Василенко...

Викторина по творчеству башкирских писателей

В данной работе даны вопросы по творчеству башкирских писателей (Хакима Гиляжева, Тимира Юсупова,Даута Юлтыя, Назара Наджми, Фарита Исангулова,Гульфии Юнусовой)...

Викторина по творчеству башкирских писателей

В данной работе даны вопросы по творчеству башкирских писателей (Хакима Гиляжева, Тимира Юсупова,Даута Юлтыя, Назара Наджми, Фарита Исангулова,Гульфии Юнусовой)...

Творческий вечер, посвященный английскому писателю Джеку Лондону

Творческий вечер, посвященный Джеку Лондону, был проведен в 2013 году.В этом вечере принимали участие учащиеся 7-9 классов. Вечер имел большой успех.Детям было очень интересно узнать об этом замечател...

Стихотворение, посвященное американскому писателю и поэту Эдгару Аллану По

Данное стихотворение, посвященное американскому писателю Эдгару По может быть использовано как сопровождение презентации о писателе, в качестве домашнего задания к уроку по американской литературе, а ...

Литературно-игровая программа "Мультизнайка", посвященная детскому писателю Н.Н.Носову

Была проведена викторина по произведениям Н.Н.Носова с показом презентации, мероприятие завершилось показом мультфильма "Незнайка и его друзья"....

Конкурс детского рисунка, посвященный столетию писателя Алана Милна.

В проекте представлены рисунки ученикво 3-х классах, выполненные в программе "ЛогоМиры"...