БДИ материалдары. 11 класс
материал для подготовки к егэ (гиа, 11 класс) по теме

Архангел районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе

БДИ -ға әҙерләнеү өсөн материалдар

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon bashkort_telenn_bdi_materialy.doc77 КБ

Предварительный просмотр:

1-се вариант
Тәүге һынау
Фәхри эш башлаған көндө уны Рәхим ағай ҡаршыланы.
- Барыһы ла отлично, тиһең инде, ә? Һынауҙы шәп үткәнһең бит. Беҙҙә лә шундайыраҡ бер йола бар. Эшкә яңы башлаған кешене бер аҙ һынап алабыҙ. Бөгөн, - тине мастер, - ултырғыстар яһарға райсоюздан заказ алдыҡ. Шуларҙың береһен үҙ алдыңа ғына яһа. Бына шул һинең һынау эшең булыр ҙа инде. Оҫталығыңды күрһәт.
Бөтә көсөн, үҙе һайлаған эшкә булған бөтә мөхәббәтен бағышланы Фәхри ошо ултырғысты эшләүгә.
... Һәм бына ултырғыс әҙер. Үҙенсә ултырғыстың килмәгән ере юҡ кеүек булды. Шул ҡәҙәре ныҡ ултырғыс булып сыҡты был. Өлөштәренең бер-береһенә тоташтырылған урындарында хатта ектәре лә беленмәй, бер бөтөн ағастан юнып яһалған тип торорһоң. Эшләп бөткәс, Фәхри ултырғысты ҡат-ҡат әйләндереп ҡараны. Ҡараған һайын ҡайһы бер етешһеҙлектәре күренә торҙо. Йә шунда берәй ерен саҡ ҡына юнып, шымартып алаһы бар, йә ҡайһы бер шөрөптәре бушаған кеүек күренә. Ахырҙа Фәхри үҙ эшенән бик ҡәнәғәт булды.
Икенсе көндө Рәхим ағай беренсе эш итеп Фәхри яһаған ултырғысты ҡарарға тотондо. Көслө ҡулдары менән ултырғысты ҡаҡшатмаҡсы булды, ләкин ул ҡымшанманы ла. Фәхриҙең һөйөнөүе тағы ла артты. Ул өлкән мастерҙың маҡтау һүҙҙәрен көттө. Ләкин Рәхим ағай ашыҡманы, Фәхриҙең эшен ентекләп тикшереүен дауам итте.
Аҙаҡтан ул, бер ҡарарға килгәндәй, башын күтәрҙе лә эшен баһалауҙы түҙемһеҙләнеп көткән Фәхригә әйләнде:
- Апаруҡ ҡына яһай алаһың икән. Таҙа эшләгәнһең. Ләкин матур түгел. Хәҙер халыҡ талапсан бит. Беҙ эшләгән әйберҙәр ныҡ та, матур ҙа булырға тейеш. Юғиһә ҡайһы бер әйберҙәр күҙ яуын алып торорлоҡ ҡупшы була. Әммә, тотона башланыңмы, бер нигә яраҡһыҙ булып сыға. Һинең киреһенсә булған. Бына шулай, ҡустым, ныҡ та, күрер күҙгә күркәм дә булһын! Ал, эшен бөтөрөп бир.
Рәхим ағай ултырғысты нисек матурлау тураһында кәңәштәр бирҙе лә икенсе бер эшкә тотондо.
Фәхригә күңелһеҙ булып китте. Беренсе эше шулай ҡаршыланыр тип һис тә көтмәгәйне ул. Тәүҙә, ниҙән башларға белмәйенсә, ултырғысҡа оҙаҡ ҡарап торҙо. Өмөтһөҙлөккә лә бирелә башланы.
Шулай, нимәгә тотонорға белмәй торғанда, уның яурынына Рәхим ағайҙың ҡулы йомшаҡ ҡына итеп килеп ҡағылды.
- Бына шулай, ҡустым, бөтә нәмәне еренә еткереп эшләргә кәрәк... Уйлабыраҡ ҡара: әйтәйек, һинең ултырғыс яңы фатир алған берәү ҡулына барып эләкте, ти. Фатирҙы ҡотларға унда ҡунаҡтар йыйылыр, әлбиттә. Улар фатирҙы ентекләп ҡарарҙар, шунан яңы алынған мебелдәргә күсерҙәр. Аралағы бер ултырғыстың йәмһеҙерәк булыуын әйтерҙәр. Ҡараһалар – уға беҙҙең оҫтахананың келәймәһе баҫылған!..
Фәхри был күренеште күҙ алдына баҫтырҙы. Ул ҡыҙарынды. Арҡаһы семерҙәп китте. Ысынлап та шулай булһа, ояты ни тора бит! Фәхри сәмләнеп эшкә тотондо. Үҙе тамам ҡәнәғәт булғанға тиклем эшләне Фәхри тәүге һынау эшен, Рәхим ағайҙың ҡабул итәсәгенә тамам шиге ҡалмағансы эшләне.
Рәхим ағай был юлы ла ултырғысты бик иғтибар менән ҡараны. Хәҙер инде Фәхри эшенең ҡабул ителәсәгенә ысынлап та ышанды. Мастерҙың йөҙөнә сыҡҡан ҡәнәғәт йылмайыу ышанысын тағы ла нығыта төштө.
Ләкин Фәхри көткән тантаналы минуттар һис көтмәгәнсә ябай ғына үтте лә китте.
- Ярайһы... – тине ахырҙа мастер, ҡоро ғына итеп, һәм ултырғысты ҡабул ителгән әйберҙәр рәтенә этәреп ҡуйҙы, башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәй эшен дауам итте.
Фәхриҙең күңеле китек ҡалды. “Ярайһы”... Был бит эшкә баһа биреү түгел. Тәүге эше хаҡында Рәхим ағай тағы ла һүҙ ҡуҙғатыр, тип оҙаҡ көтөп йөрөнө ул. Ләкин үҙе һүҙ башлап һорарға һаман да ҡыйыулығы етмәне.
Бер нисә көн үтте. Бына райпотребсоюз заказдарын алырға машина килде. Рәхим ағай ҙа, Фәхри ҙә ултырғыстарҙы тейәшергә ярҙам иттеләр. Сират Фәхриҙең яһаған ултырғысына ла етте. Фәхри, уны эләктереп алып, машина янына килтерҙе лә, икеләнеңкерәп, яйлай төштө.
- Рәхим ағай, - тине ул ҡалтыранған, ҡыйыуһыҙ тауыш менән, - йә, нисек, тәүге һынауҙы үттемме инде?
Рәхим ағай Фәхригә мәғәнәле ҡарап йылмайҙы ла былай тине:
- Мин үҙ фекеремде әйттем инде. Бына ултырғысыңды магазинға ҡуйһындар. Берәй ағаймы, апаймы уны алып ҡайтһын, файҙаһын күрһен. Шунан инде ул тәүге һынауҙы үткәнеңде-үтмәгәнеңде әйтер!...
(550 һүҙ) (Ф.Иҫәнғолов.)

2-се вариант

Ҡурай

Эшселәрҙең төшкө ял ваҡыты. Яландай ҙур цех халыҡ менән тулы, кешеләр уртаға баҡҡан. Унда, ҡапыл-ҡара ғына яһалған сәхнәлә, концерт бара.
Бер нисә көн элек Ленинградҡа Башҡортостандан бик күп ҡунаҡтар килеп төшкәйне. Бында, ҙур ҡаланы шаулатып, башҡорт сәнғәте байрамы башланып китте. Әлеге концертты ла улар ҡуя.
… Сәхнәгә ҡурайсы сыҡты. Цех, диңгеҙ һымаҡ, тоноҡ ҡына геүләп ҡуйҙы. Егет аһ итерлек тә шул: өҫтөндә йылҡылдап торған елән, башта – ҡама бүрек, аяҡта сафьян итек. Һылыу йөҙлө кеше, биҙәнеп тә алғас, ҡыйып ҡарағыһыҙ булған. Әйтерһең, ул бында әкиәттән килгән дә баҫҡан.
Халыҡтың күҙе ҡурайға төштө. “Ошо көпшәнән нимә сығармаҡсы була икән?” – тигәндәй, бөтәһе лә тын ҡалып, мөғжизә көтә.
Әкиәт кешеһе көпшәне ирендәренә терәне. Әкрен генә моң ағыла башланы.
… Бына ҡайҙалыр алыҫта бер ҡош талпынды. Ул ҡанаттарын талғын ғына ҡағып күккә күтәрелде. Юғары күтәрелгән һайын, шәберәк оса, алыҫҡараҡ атлыға. Шоңҡар осто ла осто. Инде әллә ҡайҙа, сикһеҙ йыһанға китеп юғалды тигәндә, ул кире төштө лә йәнә һауаға, иреккә атылды.
… Ҡурайсы “Сыңрау торна”ны уйнай ине. Ят моң бөтәһен дә йотто. Йөҙләгән халыҡ, ҡылт та итмәйенсә, киң күкрәкле башҡортҡа төбәлгән.
Моң уйнаусының үҙен дә әсир иткән, ахырыһы. Ул башты артҡа ташлай биреберәк алған, күҙҙәрен йомған. Әйтерһең, ҡош менән бергә үҙе лә күкте айҡай. Тик йөҙө генә, болот араһындағы ҡояш кеүек, йә тонйорап, йә балҡып китә.
Концертты радио аша көсәйтеп, бөтә заводҡа бирәләр. Әле бар донъя башҡорттоң ҡасандыр сыңрау торнаға арнап сығарған ошо моңона күмелгән тиерһең.
Ҡурай туҡтаны. Артист: “Бына минең сәнғәт шул инде”, - тигәндәй башын эйҙе. Уның ихлас йылмайыуы кешеләрҙе уятты. Халыҡ, әйтерһең, йыһанды гиҙеп кире ергә төштө. Цех ҡапыл геү итеп китте. Ҡул сабыуҙан завод ҡына түгел, бөтә донъя шаулап тора һымаҡ.
Концерт бөттө. Уйламағандан ғына юлыҡҡан хазинаһын ташлап китергә теләмәгәндәй, цехтағы халыҡ сәхнә тирәһенә өйөлөштө. Артистарҙы уратып алдылар. Эшселәр ҡунаҡтар менән таныша, үҙ-ара ҡайнаша башланы. Шул саҡ әлеге ҡурайсыныҡы кеүек үк аҡ елән, ҡама бүрек кейгән бер бәләкәй генә буйлы ҡарт халыҡты уртаға йырып уртаға ынтыла, үрелеп-үрелеп кемделер эҙләй ине. Үҙе артынан килеүсегә лә күҙ һалып ала.
Ул эҙләгән кешеһен тапты, ахырыһы:
- Рамаҙан! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Бына был иптәш һине беләм ти! – Ул Рамаҙанды тартыбыраҡ былай килтерҙе.
Ҡурайсы менән эшсе бер-береһенә текәлде. Рамаҙандың йөҙө ҡапыл тертләп ҡуйҙы. Ҡулындағы ҡыны доңғорлап иҙәнгә төштө. Ирҙәр һүҙһеҙ-ниһеҙ генә ҡосаҡлашты.
Халыҡ уларҙы йәнә уратып алды. Көтөлмәгән был осрашыу бөтәһен дә ҡыҙыҡһындырҙы. Һәр кем ни булғанын белергә теләй ине. Ә тегеләрҙең бүтәндәрҙә эше юҡ. “Был ысынлап та һинме ни?” – тигәндәй ҡарашып алалар ҙа тағы ҡосаҡлашалар:
- Володя, туғанҡайым!
- Рамаҙан, браток!
Был икәү донъяла ошондай хәлдәрҙең дә булыуына аптыраған һымаҡ, һаман ҡарашып торалар.
- Килдегеҙме? – Владимир күптән көткән кеше кеүек әйтеп ҡуйҙы.
- Килдек!
- Ленинградта башҡорттарҙың байрамы башлана икән тигәс, мин көттөм! Һин булырын белмәнем, шулай ҙа барыбер көттөм. Күңел берәй нәмә һиҙҙеме икән! Тәүге көндө үк барҙым.
- Мин бит ул көндө лә уйнаным. Ана, илле ҡурайсы сыҡты ла баһа! Шунда мин дә бар инем, - тине Рамаҙан.
- Әллә… - Владимир уңайһыҙланып йылмайҙы. – Һеҙ бөтәгеҙ ҙә бер төҫлө инегеҙ. Үҙегеҙ ҙә, кейемегеҙ ҙә…
Быларҙың һөйләшкәнен тыңлап торған кешеләрҙән берәү түҙмәне:
- Володя, ниңә дуҫың менән таныштырмайһың? Белге килә бит! – тип шаяртты.
Владимир, ниҙер иҫенә төшөргәндәй, иптәштәренә боролдо:
- Рамаҙан менән беҙ яҡташтар… Бергә үҫтек, - тине.
- Һин шулай башҡортмо ни?! Ишетмәгәйнек әле… - Теге эшсе һаман шаярып һөйләшә.
- Шулай тиһәң дә була, - тине Владимир. – Блокада ваҡытында бына уларҙа йәшәнек…
Кешеләрҙең йөҙө етдиләнеп китте. Кемдер:
- Эйе-е, - тип ҡуйҙы. – Тау менән тау осрашмаһа ла, кеше менән кеше осраша…
Баяғы егет быларға килеп йәбеште:
- Егеттәр, нишләп торабыҙ һуң әле, давай яҡташтарҙы сөйөргә!
- Сөйөргә, сөйөргә!
Әйтерһең, әле ошо һүҙ генә кәрәк булған, цех тағы ла геүләй башланы…(543 һүҙ) (Р.Солтангәрәев.)

3-сө вариант
Өмөт бөрөләре
Иҙелғужаның атаһын ҡалаға эшкә күсерҙеләр. Иҙелғужа өсөнсө кластан башлап ҡала мәктәбендә уҡый башланы. Мәктәп бик ҙур, матур, янында емеш баҡсаһы ла бар. Уҡыусы балалар эш сәғәттәрендә ошо баҡсала эшләйҙәр. Иҙелғужа ла, әлбиттә, класс менән бергә була. Ләкин уға, Бөрйәндән – йөҙйәшәр ҡарағайлы ҡара урмандарға бай райондан килгән малайға, был баҡса башта бер ҙә оҡшаманы. Уҡытыусылар, уҡыусыларҙың да һәр бер ағасты бала кеүек ҡәҙерләп, тәрбиәләп үҫтереүҙәре, нисектер, хатта көлкө һымаҡ та тойолдо.
- Беҙҙә, Бөрйәндә, ағастар үҙҙәренән-үҙҙәре болотҡа тейерҙәй булып үҫә лә ҡуя. Ә былар? Фу! – тип кенә ебәрҙе ул, кәкре-бөкрө емеш ағастарына кәмһетеп ҡарап. – Беҙҙә шәм кеүек төп-төҙ, һылыу ҡарағайҙар үҫә…
Баҡсала бер генә ағас Иҙелғужаның иғтибарын үҙенә тарта алды. Был, бик бейектән булмаһа ла, тирә-яҡҡа киң ботаҡтар ебәреп үҫкән ҡарт алмағас ине. Алмағастың көслө тамырҙары ергә тәрән үтеп ингән. Ботаҡтарҙан ваҡ тармаҡтар, тармаҡтарҙан йәш нәҙек тәлгәштәр сыҡҡан. Был тәлгәштәрҙә, күбәләк кеүек елпелдәп, йәшел япраҡтар елберләп тора. “Ныҡ ағас, - тип уйлай Иҙелғужа, - ергә ныҡ йәбешеп үҫкән”.
Ләкин Иҙелғужа уны шәп ағас тимәй. Шәп – уныңса, иң ҙур маҡтау һүҙе. Уралда үҫкән ҡарағас, ҡарағайҙарҙы ғына шәп ағас тип әйтергә өйрәнгән бит ул. Ә был ағасҡа шәплектә ҡайҙа улар менән ярышырға!
Көҙ етеүгә, алмағастың япраҡтары һарғайҙы, ҡойолдо. Тәлгәштәрендә ҡаты һоро бөрөләр генә тороп ҡалды. Был саҡта инде ул Иҙелғужа өсөн башҡа емеш ағастарынан бер ни менән дә айырылмаҫ булды.
Ҡыш буйы алмағас шулай шыр яланғас ултырҙы. Ләкин, яҙ етеп, ҡар иреү менән, уянып, тамырҙары менән ерҙән татлы һуттар имә башланы. Ул һуттар алмағастың олоно буйлар үргә, ботаҡтарына, тармаҡтарына, тәлгәштәренә үрмәләне. Ҡыш буйы ҡатып торған кескәй бөрөләренә инеп тулды. Бөрөләр бүртенде, йомшарҙы, бара-тора көрән ҡабыҡтары асылып китте. Ҡабыҡ аҫтынан япраҡтар, алһыу аҡ сәскәләр атып сыҡты.
Алмағас инде Иҙелғужаға ныҡ ҡына оҡшай ҙа башланы.
- Һылыу ағас, - тип маҡтаны уны хәҙер Илғужа.
Олаталарына эйәреп, ағастарҙың буйына, һынына ҡарап ҡына баһаларға өйрәнгән Иҙелғужаға алмағас бында һаман да берҙән-бер иғтибарға лайыҡ ағас булып ҡалды. Шуға күрә баҡсаға эшкә сыҡҡанда, ул һаман ошо ағас тирәһендә генә уралды. Уның төбөндәге ерҙе ҡаҙып йомшартты. Олонон да эзбиз менән үҙе буяны. Алмағас тирәһендәге ағас-таш, сүп-сарҙың береһен дә ҡалдырмай баҡсанан ситкә сығарып ташланы.
Алмағас айлап түгел, көнләп үҙгәрҙе. Бына бер саҡ сәскәләрен дә ҡойҙо. Тирә-яҡты аҡ күбәләк кеүек алһыу аҡ сәскәләр күмде. Ә тәлгәштәрҙә, сәскәләр урынында кескәй генә йәшел алмалар ҡалды. Был алмалар көндән-көн үҫте, ҙурайҙы, тулышты. Ә инде йәй аҙағына ҡып-ҡыҙыл ҙур алмалар бешеп етте.
Иҙелғужа түҙмәне. Бер көндө был алмаларҙың береһен өҙөп алды. Тешләп ҡараны. Алма ауыҙҙа иреп тора ине. Иҙелғужа ныҡ ләззәтләнеүҙән, хатта күҙҙәрен серт йомоп, ирендәрен сәпелдәтеп ҡуйҙы.
- Ух, ҡайһылай тәмлекәй!
- Бешкән алма, - тине уҡытыусы. Бер алманы урталай ярып, Иҙелғужаға орлоҡтарын күрһәтте.
- Бына, күрәһеңме, орлоҡтары ла ҡап-ҡара. Тимәк, алма бешкән, өлгөргән.
- Шәп! – тине хәҙер Иҙелғужа. – Беҙҙең ҡарағайҙар тиклем үк ҙур булмаһа ла, барыбер шәп ағас икән был…
- Аҫыл һөйәк буйға ҙур булмай, тиҙәр бит, - тип көлөмһөрәп ҡуйҙы уҡытыусы. – Ҡайҙа үҫһә лә, ул хур булмай. Шулай бит, Иҙелғужа?
Иҙелғужа, был һүҙ менән ризалашҡанын белдереп, баш ҡына ҡаҡты. Сөнки һүҙ менән яуап бирергә уның ауыҙы буш түгел. Ул ҙур итеп алма ҡапҡайны.
Был көндөң иртәгәһенә уҡыусылар мәктәп баҡсаһының емешен йыйҙылар. Иҙелғужа яратҡан ҡарт алмағас иң күп алма бирҙе.
Тағы көҙ етте. Алмағастың япраҡтары тағы ла һарғайҙы. Тиҙҙән ҡыш етер. Алмағас тағы шыр яланғас тороп ҡалыр. Уның нәҙек тармаҡтарында, тәлгәштәрендә тағы шул ҡаты көрән бөрөләр генә күренеп торор… (515 һүҙ.) (З.Биишеванан.)

4-се вариант
Йондоҙҡашҡа
… Бәйҙән ҡотолған Йондоҙ кәртәгә йомолоп барып та инде, йәш айғырҙы талай ҙа башланы. Башта тегеһе, ҡыҙҙар алдында егетлеген күрһәтергә теләгән йәш үҫмер шикелле, бирешмәҫкә, быға ҡаршы торорға уйлағайны, әммә был килгән ыңғайына уҡ бар ғәйрәте менән бәреп йыҡты. Йәш айғыр шунда уҡ арҡаһында әйләнеп аяғына баҫты. Мәгәр барыбер Йондоҙҙан ҡотола алманы. Ауыл өҫтөндә ике ғифриттең күкрәгенән сыҡҡан йән өҙгөс яман тауышы ғына яңғырай. Береһе, әйтерһең, ярҙам һорай, икенсеһе нимә өсөндөр үс ала.
Йүгереп Мәһәҙи ағай килеп еткән булды. Конюхтар ҙа ни эшләргә белмәй йөрөй. Яҡын барырлыҡ түгел. Бөтөрә бит был хәҙер! Йондоҙ тегенең бер нисә урынын умырып тешләп тә алды. Тик бер аҙҙан ғына йәш айғыр еңелгәнен белдерҙе буғай, бынан ысҡынды ла һарайға инеп юғалды. Артынан ишекте яба һалдылар. Дошманын ҡыуып ебәреп, донъяға үҙе хужа булып алғас, әле генә ҡот осҡос ҡиәфәттә күренгән Йондоҙ тағы ыҫпайланып, матурланып китте. Ул аттар өйөрөн әле тегеләй, әле былай ярып сыға, үҙенсә йомшаҡ ҡына итеп бейәләрҙе иркәләй. Зиндандан ҡотолған был арыҫланды күреү һоҡланғыс та, йәл дә ине.
Шулай ҙа уны бында ҡалдырырға ярамай. Нисек кенә тырышмаһындар, ошо кәртә эсендә Йондоҙҙо тота алманылар. Яҡын ебәрмәй ҙә ҡуя. Кемдең үҙ теләге менән иркенән мәхрүм булғыһы килһен инде!
Башҡаса юл ҡалмағас, береһе лапаҫ башына менде лә, уңайын тура килтереп, айғырҙың муйынына арҡан ташланы. Боғалаҡты һиҙеп ҡалыуы булды, Йондоҙ, ҡармаҡҡа эләккән суртан шикелле, дулай башланы. Арҡан тотҡан кеше нимәгәлер эләгеп йығылды, айғыр кәртә аша урамға һикерҙе.
Арттан биш-алты һыбайлы ҡыуа сыҡты. Тотоп ҡара һыуҙағы балыҡты! Йондоҙ, ямғырҙан һуң тып-тын ҡалған һауаны ярып кешнәй-кешнәй, башта ауыл буйлап сабып үтте. Урамдағы халыҡ, артынан арҡан һөйрәтеп, ен һымаҡ килгән айғырҙан саҡ ҡасып ҡотола. Бына ул бер аҙ барҙы ла тыҡрыҡҡа боролдо һәм арттағы уба башына менде. Туҡтап бер аҙ конюшня яғына ҡарап торҙо. Сыңғырап торған тауышы менән һарайҙа ҡалған туғандарына һөрәнләне. Тағы бер аҙ торҙо ла, йәш тай һымаҡ, уйнаҡлап сабып сығып китте. Ерҙә өҙөлгән арҡан ярпыһы ғына ятып ҡалды.
Дүрт һыбайлы Йондоҙҙо ике көндән генә табып алып ҡайтты. Ҡорһағынан алай бысранған, ялтыр тиреһенә аҡ күбектәр ҡатҡан арғымаҡ, ялдарын елберләтеп, талғын ғына юртып килә. Муйынында ҡайышланып бөткән арҡан киҫәге бәүелә. Ул үҙен тотошорға ярҙам иткән ырыуҙаштарына боролоп та ҡарамай, әйтерһең: «Һеҙ – хыянатсылар!» - ти.
Һыбайлылар Йондоҙҙо артыҡ ирекһеҙләмәй, ыңғайлатып ҡына киләләр. Айғыр оло юлдан ҡайтырға теләмәне, ҡапыл боролдо ла ауылға терәлеп торған тау башына менде. Ғәскәре алдына сыҡҡан баһадир шикелле, бер аҙ ҡарап торҙо ла оҙон, һағышлы итеп кешнәп ебәрҙе. Аръяҡтағы конюшнянан шундай уҡ тауыш менән яуап бирҙеләр. Бының танау япраҡтары таржайып китте, арыған күҙҙәрендә осҡон уйнаны.
Айғыр һалмаҡ ҡына юртып, түбән төштө һәм бер аҙҙан конюшня яғына ыңғайланы. Ләкин ике һыбайлы шунда уҡ быға ҡаршы сыҡты. Арыған айғыр бер ни ҙә сыҡмаясағын, был кешеләрҙән ҡотолоп булмаясағын аңлаған, ахырыһы, ҡарышмайынса идара яғына боролдо ла яй ғына, аттарҙа ғына була торған һоҡланғыс, мөһабәт аҙымдар менән һарайға инеп китте. Ҡойроҡтары, әйтерһең, бейеп йөрөгән ҡыҙҙар толомо – атлаған ыңғайына матур ғына тирбәлеп ҡалды.
(480 һүҙ) (Р.Солтангәрәев.)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындаҡы дидактик материалдар

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындаҡы дидактик материалдар...

Тіл ұстартуға арналған дидактикалық материалдар

          [[{"type":"media","view_mode":"media_large","fid":"10363792","attributes":{"alt":"","class":"media-image","height":"292","width":"461"}}]]    ...

Физика. Үлестірмелі дидактикалық материалдар. 10 сынып

    Физика - табиғат туралы ғылым ретінде «бірінші ұстаз» атанған гректің ұлы ойшылы Аристотельдің шығармаларында баяндалды. «Физика» грекше фюзис-табиғат дегенді білдіреді. Бұл сөзді...

Қазақстан тарихы. Дидактикалық материалдар. 8-сынып

ДИДАКТИКАЛЫҚ МАТЕРИАЛДАР 8 СЫНЫП ОҚУШЫЛАРЫНА АРНАЛАДЫ. ...

Химия. Дидактикалық материалдар

Бейорганикалық химияға тақырыбына арналған. дидактикалық  материалдар мұғалімдерге әдістеиелік көмек ретінде берілді....

Алғашқы әскери дайындық. 10 сынып. Дидактикалық материалдар

Алғашқы әскери дайындық пәнінен дидактикалық материалдар 10 сыныпқа арналады....

БДИ материалдары. Изложение. 9 класс

БДИ-ға әҙерләнеү өсөн материалдар...