Башҡорт теленән КИМ.
статья

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

Предварительный просмотр:

Яҙ.

Март, апрель, май- яҙ айҙары. Яҙ башында ҡояш күҙҙе сағылдыра. Уға тура ҡарап булмай. Ул ерҙе ныҡ йылыта. Ҡарҙар ирей, йырғанаҡтар аға. Йылғалар, күлдәр боҙҙан әрселә. Йылы яҡтан ҡоштар ҡайталар.

Апрелдә ерҙә һыу күп була. Бөтә тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уяна, йәнләнә. Ағастар бөрөләнә, үләндәр йәшәрә. Турғайҙар сырҡылдаша. Сыйырсыҡтар һайрай.

Йөк машиналары баҫыуҙарға орлоҡ ташый. Унда иртәнән кискә тиклем тракторҙар геүләй. Колхозсылар иген сәсәләр.


(Контроль диктант)

Сыйырсыҡтар килде.

Бөгөн мин йоҡонан иртә уяндым. Сыйырсыҡтар ояларында ултыралар ине инде. Беҙҙең ҡыйыҡта күгәрсендәр гөрләй. Ҡапҡа башындағы ояла ике сыйырсыҡ һайрай. Мин йүгереп тышҡа сыҡтым. Сыйырсыҡтарҙың һайрауы тағы ла матурыраҡ булып ишетелде. Күктә ҡояш көлә. Донъя шундай матур!

(Контроль диктант)

Беҙҙең ғаилә.

Беҙҙең ғаилә ҙур. Беҙҙә һәр кем үҙ эшен яратып башҡара. Атайым йылҡылар көтә. Әсәйем быҙауҙар үҫтерә. Ямал еңгәм һыйырҙар һауа. Айһылыу апайым магазинда һатыусы булып эшләй. Ә мин мәктәптә уҡыйым.

(Контроль диктант)

Саңғы шыуыу.

Беренсе ҡарҙы балалар түҙемһеҙлек менән көттө. Юлдаш саңғыларын алдан әҙерләп ҡуйған. Әлиәнең атаһы ла магазиндан саңғы алып ҡайтты.

Ап-аҡ ҡарҙы ярып, алдан Рөстәм бара. Уның артынан Олег, Юлдаш,Игорь һәм башҡа уҡыусылар теҙелгән.Ел иҫә,көн йылы. Ошондай көндө саңғыла йөрөүе ниндәй күңелле!

Ҡыҙҙар, малайҙар саңғыла шыуырға өйрәнде



Предварительный просмотр:

5 класс

Контроль диктанттар

КӨҘГӨ УРМАН.-1 сирек

Көҙгө урманда йөрөргә яратам. Уның иң матур сағы сентябрь бөткәндә булалыр. Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып туя алмайһың. Тәрән тынлыҡ. Әкрен генә йылы ел иҫә. Ағастарҙан һап-һары япраҡтарҙың ҡойолғаны ишетелеп ҡуя. Аяҡтарыңды ергә түшәлгән алтын япраҡ иркәләй. (43 һуҙ.) (Д. Исламовтан.)

ТӘБИҒӘТТЕ ҺАҠЛАЙЫҠ!-2 сирек

Тыуған яҡтарыма ҡайтып барам. Эйе, Башҡортостан бик матур. Ләкин, бара торғас, тирә-йүн үҙгәреп китте. Ҡоштар ҙа һирәк күренгәндәй, үләндәр ҡыҫҡа, һарғайып бөткән. Үкенескә ҡаршы, был ерҙәр шундай. Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез ҡалаларындағы заводтарҙан сыҡҡан төтөн, бысраҡ һыуҙар тирә-яҡты зарарлай. Беҙгә тыуған тәбиғәтебеҙҙең матурлығын һаҡлау сараһын күрергә кәрәк. (48 һуҙ.) («Йәншишмә» гәзитенән.)

                                    КӨЛӘС БУЛҺЫН ӘСӘЙҘӘР!3-сирек

Әсәй! Ниндәй изге һүҙ. Был һүҙҙе ишеткәс тә, һәр кем үҙ әсәһен күҙ алдына килтерә. Беҙҙе кем ҡарай? Кем беҙҙең өсөн ҡайғыра һәм шатлана? Кем иркәләп һөйә? Әлбиттә, әсәй. Һәр кемгә үҙенең әсәһе матур ҙа, аҡыллы ла, эшсән дә, сабыр ҙа. Гел шат, көләс, тыныс булһын улар. (50 һүҙ.) («Йәншишмә» гәзитенән.)

МУЙЫЛ. -4 сирек

Йәмле яҙ көндәрендә кешеләр хуш еҫле муйыл сәскәһен бер-береһенә бүләк итер өсөн ағасты йәлләмәй һындыра. Ә инде имен-аман һаҡланып ҡалғандары емеш бирһә, муйылға йәнә бәлә килә. Ауыл кешеләре лә, сит-ят ерҙәрҙән килеүселәр ҙә ағас ботаҡтарын һындырып, емешен биҙрә-биҙрә тиреп ала. Муйылды рәнйетеүҙәре хаҡында уйлап та ҡарамайҙар. (50 һуҙ.) (С. Кәримдән.)

6 класс

Контроль диктант

Йәйге каникулдар бөттө. Иртәгә беренсе сентябрь. Мәктәптәрҙә уҡыуҙар башлана. Балалар мәктәпкә барырға әҙерләнә. Улар мәктәпте, иптәштәрен һағынып та өлгөргән.

Уҡыу йылына ата-әсәләр ҙә әҙерләнә, улар ҙа тулҡынлана. Улар балаларына яңы кейемдәр, уҡыу кәрәк-яраҡтары: китап, дәфтәр, ҡәләм, ручка, юйғыс, линейка, фломастер кеүек бик күп нәмәләр һатып ала.

Беренсе сентябрь — тәүге уҡыу көнө, байрам. Шуға күрә уҡыусылар уҡытыусыларына бүләккә матур-матур сәскәләр ҙә килтерҙе. (61 һуҙ.)

ИЛЕМ — БАШҠОРТОСТАН  -2 сирек

Башҡортостан — бик бай ил. Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, көмөш һыулы йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, икһеҙ-сикһеҙ урмандар ҙа күп бында.

Беҙ йәшәгән ерҙең ҡуйынындағы байлыҡтарҙы һанап бөткөһөҙ. Нефть һәм газ тиһеңме, күмер һәм металл тиһеңме, алтын һәм баҡыр тиһеңме — бөтәһе лә бар был ерҙәрҙә.

Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан ҡаҙанған Башҡортостан. (65 һүҙ.) (Ғ. Рамазановтан.)

ҠАРАБАШ ТУРҒАЙ.  - 3 сирек

Бөтә турғайҙар араһында иң сос, иң етеҙ ҡош булып ҡарабаш турғай һанала. Уның бер ваҡытта ла тик ултырғанын күрмәҫһең.

Ҡарабаш турғайҙың ояһы ағас башында була. Ул баҡсаларҙы, урмандарҙы ҡоротҡостарҙан таҙарта: балаларын тик бөжәктәр менән генә туҡландыра. Шуға күрә ҡарабаш турғай — ифрат файҙалы ҡош. Тик һалҡын ҡыш көндәрендә ҡарабаш турғайҙар аҙыҡ етешмәүҙән ныҡ яфалана. Шуға күрә уларға ҡыш көндәре ем бирергә кәрәк. (63 һуҙ.) (Э. Ишбирҙиндэн.)

 

ФАЙҘАЛЫ ҮТҺЕН ЯЛЫҢ! – 4 сирек

Йәй минең иң яратҡан миҙгелем. Бөтә ер иҫ киткес матурлыҡҡа төрөнә. Урманға барһаң, серле тәбиғәт донъяһы асыла. Унда ниндәй ғенә сәскәләр, үләндәр үҫмәй, ниндәй генә ҡоштар һайрамай.

Йәй матур, әлбиттә. Ләкин мин матурлыҡҡа һоҡланып ҡына йөрөмәйем. Каникулымды файҙалы үткәрергә тырышам. Әҙәби китаптар, гәзит-журналдар уҡыйым.

Йәй көнө мин әсәйемә ярҙам итергә тырышам: өй йыйыштырам, баҡсала емеш-еләккә һыу ҡоям, утайым; ҡоймаҡ ҡоям, торт бешерәм. (65 һуҙ.)

7 класс

Контроль диктант

ӘРЕМ – 1 сирек

Әрем бөтә ерҙә үҫә: һөрөп ҡалдырылған ерҙә, туһайҙа, көтөүлектәрҙә, хатта иген баҫыуында ла. Беҙҙең Урал алды һәм Урал аръяғы ерҙәрен унһыҙ

күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Әрем — күп йыллыҡ, бейек булып үҫә торған үлән. Тамыры ағастыҡы кеүек йыуан, шуға әрем көслө елгә бирешмәй. Сәскәләре бик бәләкәй, хатта лупа аша ҡарағанда ла насар күренә. Улар борсаҡ-борсаҡ булып бер урында ойошоп торалар. Был үҫемлектең япраҡтары, сәскәләре үтә әсе була. Әремдән төрлө дарыуҙар эшләйҙәр. (75 һуҙ.) («Совет Башҡортостаны» гәзитенән.)

ЯНҒАНТАУ. -  2 сирек

Республикабыҙҙың Салауат районында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.

Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сығып ята. Тау 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әлегә тиклем уның сере асылғаны юҡ.

Янғантау шифаханаһында бьгуын ауырыуҙарын дауалайҙар. Тау янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туңмай. Ундағы һыуҙың температураһы йыл әйләнәһенә 16—18 градус була. Һыуы шифалы: ашҡаҙан-эсәк һәм бөйөр ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла. (66 һуҙ.) (Мәктәп календарынан.)

ШӘЖӘРӘ -3сирек

Шәжәрә — ырыу тарихының йылъяҙмаһы. Башҡорттарҙа борон-борондан ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм уны һаҡлау йолаһы йәшәгән. Шәжәрәгә ырыуҙың ирҙәр исеме генә индерелгән һәм уларҙы иҫтә тотоу талап ителгән. Нәҫел-ырыу тураһындағы мәғлүмәттәр ныҡлы һаҡланылған, быуындан быуынға аманат рәүешендә ҡалдырыла килгән.

Үҙеңдең шәжәрәңде белеү ғәҙәте башҡорттарҙа бик борондан һаҡланып килгән, элек 7 быуыныңды белеү ғәҙәти хәл булған. Хатта ата-бабаларын 10—12 быуынға тиклем белеүселәр бар.

Халыҡ тарихын өйрәнеүҙә шәжәрәләрҙең әһәмиәте бик ҙур. (68 һуҙ.) (Мәктәп календарынан.)

Контроль диктант. – 4 сирек

Июнь — йылдың иң матур айы. Болон, туғайҙар гөрләп сәскә ата. Был айҙа Өфө ҡалаһына яҡын аҡландарҙа 40-тан ашыу сәскә төрөн күрергә мөмкин.

Йылға, күлдәр өҫтөн ап-аҡ һәм һап-һары томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.

Май, июнь — ҡоштарҙың бала сығарыу ваҡыты. Улар балаларына ашарға ташып бер була. Мәҫәлән, бәләкәй генә себен сәпсеге тәүлегенә 560 тапҡыр осоп, аҙыҡ килтерә.

Июндә күбәләктәр оса. Бал ҡорто күс айыра.

Июнь — тәүге еләктәр айы. Иң тәүҙә ҡайын еләге бешә.

22 июнь — йыл эсендә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн. Бер нисә көн шулай тигеҙ тора, шунан йәйге көн ҡыҫҡара башлай.

8 класс

Контроль диктант

ЫСЫН ДУҪЛЫҠ. – 1сирек

Ҡоштар ҙа оҙон ҡышҡа ныҡлап әҙерләнә. Бүрекле беснәкте генә алайыҡ. Ҡуңыҙ, үрмәксе, бойҙай, еләк — бөтәһен дә йыя. Тик уның аҙыҡ-түлек туплау өсөн махсус һаҡлағысы юҡ. Ләкин ҡош аптырап ҡалмай. һәр ағас һайын ярыҡ — бына һиңә меңәрләгән «келәт». Бүрекле беснәк тапҡан һәр нәмәһен шунда йәшерә бара.

Бүрекле беснәктәр бер-береһе менән бик дуҫ. Йыйған ризыҡтарын бергәләп ашай улар. Аҙыҡ туплаған ағасты билдәләп тормайҙар. Кемдекен табып ашаһаң да ярай, тип уйлайҙарҙыр, күрәһең. Берәү бөтөнөһө өсөн тырыша, бөтөнөһө берәү өсөн көс түтә. (80 һуҙ.) («Апсбуҙат» журналынан.)

С. ЮЛАЕВ — БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ МИЛЛИ БАТЫРЫ.- 2 сирек

Башҡорт халҡының милли батыры һәм шағиры Салауат Юлаев 1752 йылда хәҙерге Салауат районы Тәкәй ауылында старшина ғаиләһендә тыуған. Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин аҡыллы һәм уҡымышлы кеше булған.

Салауат үҙен үҫмер сағынан батыр итеп таныта.

1771—1772 йылдарҙа Шайтан-Көҙөй олоҫо старшинаһы вазифаһын башҡара. Ул 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе, Е. Пугачевтың көрәштәше.

С. Юлаев ихтилалсылар көрәшенең иң мөһим алыштарына етәкселек итә. Салауат үҙен һәләтле ғәскәр башлығы итеп таныта. Пугачев 1773 йылдың декабрендә С. Юлаевҡа — полковник, ә 1774 йылдың июнендә бригадир дәрәжәһе бирә. (85 һуҙ.) (Башҡортостан. Ҡыҫҡаса  энциклопедиянан.)

ҠОШ ЮЛЫ.-3 сирек

Бик борон булған был хәл. Ул саҡта әле йондоҙҙар ҙа, Ҡош юлы ла яралмаған, ти. Ҡайҙандыр алыҫтан, көньяҡтан, Урал тауы, Һаҡмар, Ағиҙел йылғалары буйҙарына торналар килеп йәйләр булған.

Бер йылды торналар йылы яҡҡа осҡан ваҡытта, ел-дауыл ҡупҡан. Бала торналар аҙаша, ҡайһылары арып, ергә төшә башлаған. Шул саҡ оло торналар, ҡалғандарына юл күрһәтеү өсөн, ҡауырһындарын күк йөҙөнә сәскән. Улар йондоҙға әйләнгән.Торналар осҡан юлда ана шулай йондоҙҙар барлыҡҡа килгән. Ҡош юлы исеме шунан ҡалған. Урыҫтар Ҡош юлын Млечный путь тип исемләгән. Уға хикәйәт тө сығарған. (85 һуҙ.) (Ислам Мораттан.)

АЙ УРАЛЫМ, УРАЛЫМ.-  4 сирек

Ғәжәп тауҙар теҙмәһе ул Урал. Уның ҙурлығын, оҙонлоғон тасуирлап, былай тип яҙған башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти: «Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда». Эйе, ысынлап та, уның бер осо Төньяҡ Боҙло Океанға етеп торһа, көньяғы Ырымбур далалары һәм Ҡаҙағҫтйнға барып сыға.

Мәғрур Урал буйҙарында бик боронғо замандарҙан алып башҡорт халҡы йәшәгән. Ошо тауҙарға һоҡланып, ул «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостарын, бик күп йырҙар, әкиәттәр ижад иткән.

«Урал» атамаһы башҡорт теленән алынған. Урал образы башҡорттарҙың Тыуған ил символы булып һанала. (84 һуҙ.) (Р. Шәкурҙэн.)

 9 класс

Контроль диктант

ОКТЯБРЬ.- 1 сирек

Октябрь — көҙҙөң беренсе һыуыҡ айы. Әсе елдәр иҫә. Иртәнге һыуыҡтар көсәйә төшә. Күләүектәр таңғаса боҙ менән ҡапланған була. Йыш яуған һалҡынса ямғырҙар арҡаһында октябрҙе халыҡта «батҡаҡ айы» тип тә атайҙар. Тәүге ҡар яуа, ләкин ул шунда уҡ ирей. Ҡайһы бер йылдарҙа ҡар ятып та ҡуя.

Күлдәр, быуалар туңа башлай. Иң аҙаҡҡы күсмә ҡоштар китеп бөтә. Иң һуңғы булып сәүкәләр, өйрәктәр китә. Уларға алмашҡа ҡыҙылтүштәр, беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы бүтән ҡоштар килә. Ныҡлап һыуыҡ төшөү менән, айыу, бурһыҡ, алйырҙан йоҡоға тала. Тәлмәрйендәр ҙә йоҡоға китә.

Баҡсаларҙа ағас ултыртыу дауам итә. Япраҡтар тулыһынса ҡойолоп бөтә. (93 һуҙ.) («Йәншишмә» гәзитенән.)

ТӘБИҒӘТТЕ ҺАҠЛАЙЫҠ! – 2 сирек

 Тәбиғәт яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Тәбиғәтте һаҡлау — бөтә кеше бурысы. Урмандарҙы иҫәпһеҙ киҫеү, йылғаларҙы, күлдәрҙе бысратыу, унда ау менән балыҡ тотоу, урманда ҡош-ҡортҡа һәм кейеккә һунар итеү ҡәтғи тыйыла.

Йылға, күл буйҙарына, үҙән, үҙәктәргә, ҡырҡылған урындарға ағастар ултыртыу, улар ҡоромаһын, яҡшы үҫһен өсөн төрлө саралар күреү мотлаҡ] Был эшкә күмәкләп тотонорға кәрәк. Етәксе ойошмалар был мөһим эшкә етди етәкселек итеүҙе, яҡшы техника һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Бындай мөһим эштәрҙә уҡыусы балаларҙың өүҙем ҡатнашыуы бик тә кәрәк.Тәбиғәтте һаҡлайыҡ. Был — беҙҙең бөтәбеҙҙең дә изге бурыс. (92 һуҙ.) (Н. Мусиндан.)

ҠОШТАРҘЫ АШАТЫҒЫҘ! –3 сирек

Урмандарҙа, баҡсаларҙа зарарлы бөжәктәрҙе таҙартыусы ҡоштар араһында ҡарабаш турғайҙан да егәрлеһе юҡтыр. Орнитологтарҙың иҫәпләүҙәренә ҡарағанда, бала үҫтергән саҡта ҡарабаш турғайҙарҙың бер ояһы ғына ла көн һайын меңләгән ҡарышлауыҡты юҡ итә.

Ҡыш етеп, көндәр һыуына башлағас, ҡарабаш турғай урмандан кеше йәшәгән тирәгә күсә. Бында аҙыҡ табыуы еңелерәк.

Ҡошсоҡ һалҡынға сыҙамлы. Уны аслыҡ ҡына һәләк итә. Ас булһа, өшөй ҙә, аҙыҡ эҙләргә хәле ҡалмай. Ҡайһы бер райондарҙа яҙ етеүгә уларҙың яртыһы ғына ҡалған була. Э ҡыш бик һыуыҡ булһа, ундан бере генә ҡышлап сыға.

Балалар, ҡоштарға ярҙам итегеҙ! Улар — беҙҙең ярҙамсыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ. Уларҙы эйәләштерегеҙ, ашатығыҙ! (94 һуҙ.) (И. Заянчковскийҙан.)

НИНДӘЙ УЛ БАШҠОРТ АТЫ? – 4 сирек

Башҡорт аты тураһында дан күптән билдәле. 1725—1756 йылдарҙа баш күтәргән башҡорттарға ҡаршы көрәшеүсе генерал Румянцев: «...Уларҙың артынан ҡыуыу елде ҡыуыу менән бер, беҙҙең аттарға уларҙың аттарына етеү ҡайҙа ул!» — тип яҙған,

Икенсе бер батша генералы Черновтың яҙмалары ла шуны ҡеүәтләй: «Башҡорттар йыш ҡына биләмәләре аша үткән түрәләрҙе оҙатып, ялһыҙ 6—7 сәғәт буйына 3—4 ҡыуғын ер эйәреп бара ине. Ә юлда осраған ҡаршылыҡтарҙы бар тип тә белмәйҙәр: йылғаларҙы ат өҫтөндә йөҙөп сығалар, ҡуйы урман араһына барып ингәндә, башҡорт аты ағастар араһынан етеҙ йөрөй, текә тауға еңел менә һәм төшә. Башҡорттоң аты бөтә талаптарға яуап бирә: еңел, сыҙам, арзан, ҡурҡыу белмәй. (106 һуҙ.) («Башкортостан тарихы» китабынан.)

                                                     

                                                         Изложение

9 класс

ДВА СЫНА.

Было у матери два сына — Петро и Кузьма. Петро работящий, а Кузьма лентяй из лентяев. Поехал Петро в поле землю пахать, а ленивый брат спрятался в саду и улегся под грушей. А мать хлопочет: «Что бы сынам сварить на обед по-вкуснее?» Сварила борщ со свежей капустой, укропом посыпала. К борщу испекла свежего хлеба. Стала ждать сыновей.

Приехал Петро, умылся, сел за, стол. И Кузьма сел. Налила мать им борща, нарезала хлеба. Ест Петро и похваливает: «Ой и вкусный же ты борщ сварила! А хлеб какой душистый!» А ленивый Кузьма похлебал немного, отложил ложку и говорит: «Да не такой он и вкусный. И хлеб как хлеб!» Поглядела на него мать, покачала головой и сказала: «Поезжай-ка ты, сынок, завтра в поле, тогда и борщ будет вкусным, и хлеб душистым!» (В. Сухомлинский.)

АИЫУ МЕНӘН БАБАИ.

Шалҡандар үҫеп еткәс, айыу: «Быларҙы нисек бүлеп алайыҡ икән?» — тип аптырап ҡалған. Бабай айыуға: «Шалҡандарҙың япраҡтарын һин ал, ә миңә тупраҡҡа бысранған тамырҙары ла ярар», — тигән булған.

Икенсе йылды айыу: «Мин былтыр ҙа отолдом, быйыл тамырҙарын алам!» — тип үкергән. Бабай ҡаршы килмәгән: «Ярай инде, һинеңсә булһын. Мин был бойҙайҙың башаҡтарын ғына алырмын инде», — тигән.

Изложение

8 класс

БАШҠОРТОСТАН ҠОШТАРЫ.

Аяҙ күктә, бейектә-бейектә, торналар тубы оса. Уларҙың моңло сыңрауы һауаларҙы ярып алыҫтарға тарала. Тыуған ерҙән туймаһалар ҙа, ҡышҡылыҡҡа туйынырлыҡ ерҙәргә — йылы яҡтарға китәләр.

Беҙҙең яҡтарҙа торналарҙың 14 төрө билдәле булһа ла, иң киң таралғаны — һоро торна. Оҙон ҡара муйынлы был ҡоштоң томшоғо йәшкелт һары була, башында аҡ ҡауырһындар үҫә, ҡойроғо ҡуйы, оҙон ҡаурыйлы, ҡарараҡ төҫтә, аяҡтары ҡара. Норо торналар һаҙлыҡтарҙа, тәпәш ҡыуаҡтар араһында, ер өҫтөнә оя ҡора. Ғәҙәттә ике йомортҡа һалып, бала сығара. Улар үҫемлек, төрлө бөжәктәрҙе, тәлмәрйендәрҙе, кеҫәрткеләрҙе, ваҡ кимереүселәрҙе ашай.

Был ҡоштарҙы атыу бөтә ерҙә лә тыйылған. Башҡорттарҙа борондан ҡалған юрау ҙа бар — торна атһаң, ҡаза килә, тиҙәр. Шуға ла халыҡта торналарҙың ояларын туҙҙырмайҙар. (107 һуҙ.) (Е. Кучеровтан.)

ӘСӘКӘЙЕМ!

Ер йөҙөндә күпме генә әсә булмаһын, һәр кешегә үҙ әсәһе һәйбәт һәм матур тойола. Шулай булырға тейеш тә инде.

Әсәй! Минең һөйөклө әсәкәйем! Һиңә ниндәй генә матур, иркә, йылы һүҙҙәр әйтһәм дә, аҙ булыр: улар йөрәгемдәге иң-иң нескә тойғоларымды асып еткерә алмаҫ кеүек. Әсәкәйем! Бер- генәм! Күк йөҙөндәге яҡты ҡояшҡа тиңләйем һине. Мең-мең рәхмәттәр уҡыйым.

Ауыр ваҡыттарҙа таяныс эҙләп тә, урғылып торған шатлыҡтарымды уртаҡлашырға ла һиңә йүгереп киләм, иң яҡын кешем һин, әсәй. һәр ваҡыт мине аңлайһың, дөрөҫ юл өйрәтәһең.

Әлбиттә, һине рәнйеткән саҡтарым да булғандыр. Бөтәһе өсөн дә ғәфү ит, әсәйем. Киләсәктә һинең йөҙөңә бер ваҡытта ла ҡыҙыллыҡ килтермәм! (100 һуҙ.) («Йәншишмә» гәзитенән.)



Предварительный просмотр:

                                        Беҙҙең мәктәп.

Мин        мәктәптә уҡыйым. Беҙҙең мәктәп         ҡатлы,          һәм        . Бөтәһе         синыф,        уҡыусы,        уҡытыусы. Беҙҙең мәктәп        йылда асылған. Тиҙҙән уға        йыл буласаҡ.

Мәктәп директорының исеме                            . Ул

                 фәненән уҡыта.

Мәктәптә иң яратҡан кабинетым -          кабинеты. Иң яратҡан уҡытыусым -                           . Яратҡан дәрестәрем -

Беҙ мәктәптә        ,                ,                 байрамдарына

кисәләр үткәрәбеҙ.

Был мәктәптә уҡыуым менән ғорурланам.

                             

                             

                                        Тыуған Башкортостаным!

Башҡортостан Республикаһы - беҙҙең тыуған төйәгебеҙ. Мин Башҡортостандың        йәшәйем.

Башҡортостан биләгән ер        мен        квадрат километр тәшкил итә.

Республикала бөтәһе         ҡала,__        район бар. Хапык һаны -        .

Башҡортостандағы иң данлыҡлы йылғалар.-                                ,

        ,        , иң данлыҡлы күлдәр -                                ,

Башҡортостандан сыҡҡан билдәле кешеләр -        ,        

        ,                 . Сит илдәрҙә һәм елкәләрҙә республикабыҙ

        ,        ,        менән дан тота.

Шундай илдә йәшәүем менән сикһеҙ ғорурланам, халҡыма, Республикама

        ,         теләйем. Ҙур үҫкәс мин дә тыуған илемә файҙалы кеше   булырмын!

                                 

                           

                                              Минең әсәйем.

Әсәйем                ҡыҙы         йылдың        _______тыуған. Хәҙер әсәйемә        йәш. Тыуған-үҫкән ере        

                        ,__________          булып

эшләй.

Әсәйемцең яратҡан шөғөлө                  . Холҡо         ,

                 __________________________

Минең әсәйем иң матуры! Ул                 күҙле,                сәсле, ... .         .

буйлы.

Әсәйем тәмле итеп        ,        ,        ,        бешерә.

Яратҡан аҙығы -        .        .                

Киләсәктә әсәйемә        ,        ,        ,        теләйем.

                           Беҙҙең синыф. (2-4 синыфтар өсөн)        

Беҙҙең синыфта бөтәһе         уҡыусы: _______,_________ҡыҙ, ______ малай. Синыф етәксеһе _____________________________________

 Беҙҙең ҡыҙҙар иң          _________,__________,___________, малайҙар иң________,_________ ,_____________,_________.Беҙҙең класс бик дуҫ.

                               

                            Беҙҙең синыф. (5-8 синыфтар өсөн)        

Минең исемем_________        , фамилиям____________        . Мин ______синыфында уҡыйым.

Беҙҙең синыфта бөтәһе _______         уҡыусы. Синыф етәксеһе

______ _____ ____________ . Ул ________,____________.

Синыфта бөтәһе____ҡыҙ, _______         малай. Беҙҙең ҡыҙҙар иң______,_____,________малайҙар иң        ________,_______,_______.

Беҙ синыф етәксеһе менән бергә ____________,______________,

         йөрөйбеҙ.__________,__________,_____________байрамдарына кисәләр үткәрәбеҙ.

 

                         Яратҡан байрамым

Минең яратҡан байрамым __________________.Был байрам__________айына тура килә.        _____________ байрамы ҡыҙыҡ итеп үткәрелә. Бөтәһе лә байрам менән

бер-береһен ҡотлайҙар, бүләктәр бирәләр. Байрамда -                   бүләктәр

тараталар _______,________,_______.Байрамға әҙерләнгәндә_________,_______,________өйрәнәбеҙ        

                                       Өфө - баш ҡалам

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ул Республикабыҙҙың ҡап уртаһында,___________ йылғаһына _________һәм_________ йылғалары ҡушылған урында   урынлашҡан.

Өфө ҡалаһына__________         йыл. Элек башҡорттар Өфөнө        ____________         типйөрөткәндәр.

Өфөлә__________        , _________        ,_________          музейҙары_____        _____        

парктары бар. Ҡалала алты театр _____________,  _____________, ___________, ___________        ,___________        ,______________.        

        . Баш ҡалабыҙҙы күркәмләндереп _____________        

һәйкәле тора.

Ҡалала иң яратҡан урындарымдың береһе _____________. Унда_________,___________,____________,        мөмкин.

Баш ҡалабыҙ тағыла күркәмерәк, матурыраҡ булһын өсөн __________,________,__________        тәҡдим итәм

                           Исемдәрең матур, кемдәр ҡушҡан?

Минең исемем                 . Исемемде миңә_________уйлап тапкан(дар). Исемем'                  » тигәнде аңлата. Әсәйемдең исеме -         . Уның         исеме, '        ' тигәнде аңлата.

Атайымдың исеме -         . --------Ул         ----------исеме, '        ' тигәнде

аңлата. Ағайымдың (апайымдың, ҡустымдың, һеңлемдең, өләсәйемдең,

олатайымдың) исеме -                 . Ул        ---- исеме,                 ’ тигәнде

аңлата.

Миңә ҡыҙҙар исемдәре араһынан          тигән исем оҡшай, ул

*                " тигәңде аңлата. Малайҙар исемдәре араһынан        -------- тигән исем оҡшай, ул *        '      тигәнде аңлата.

i

                                      Минең дуҫым.        

 Минең бик яҡын дуҫым бар. Уның исеме _________фамилияһы___________        |. Уға_________         йәш. Ул___________         йәшәй. Беҙ уның менән ___________таныштыҡ. Ул___________         куҙле,__________ сәсле,__________

буйлы. Минең дуҫымдың ыңғай сифаттары ___________,_______,__________        .

• Миңә дуҫымдың          ____________        булыуы бик оҡшап етмәй.        |

 Беҙ          менән бергә ___________,__________        ,__________         йөрөйбөҙ. Минең дуҫым________        , ________        , __________         ярата. __________бик _____________кеше,_______________,_____________,________дуҫ.

Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!

Мин Башҡортостандың иң гүзәл ерендә___________ ауылында йәшәйем.Беҙҙең ауыл янында ___________ йылғаһы аға.Уның уң яғында урманлыҡ.Унда______,_______,______,________,үсә.Аҡланды______,_______,_________ сәскәләр ҡаплаған.Беҙ класс менән йылға буйҙарын таҙартабыҙ.Әйҙәгеҙ  ____________һаҡлайыҡ!



Предварительный просмотр:

2класс Контроль эштәр

                      Баҡсала.(күсереп яҙ)

Балалар баҡсала эшләйҙәр. Айрат түтәлгә һыу һибә. Ләлә үлән утай. Динә менән Әлфиә сәскәләрҙе ҡарайҙар.

                        Әсәйем. (контроль күсереп яҙыу)

Минең әсәйем табип. Ул хәстәханала эшләй. Әсәйем эшен бик ярата. Ул бөгөн дежур табип.

                                    Мин.

Минең исемем ... . Минең фамилиям ... . Мин ... йәшәйем. Мин 2 синыфта ... . Беҙҙе ...  уҡыта.

Эштәр:        а) нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәрҙе яҙырға; б)

исемендәге ижектәр һанын яҙырға: в) өсөнсө һөйләмдәге башҡорт өн- хәрефтәренең аҫтына һыҙырға.

                       Урал. (диктант)

Урал яҡшы уҡыусы. Ул минең дуҫым. Беҙ Урал  менән уйнайбыҙ, бергә дәрес әҙерләйбеҙ. Урал  миңә ярҙам итә. Урал ярҙамсыл малай.

        Доктор Айболит.(диктант)

Доктор Айболит жирафты тыңлай, уға дарыу бирә. Жираф доктор Айболитҡа рәхмәт әйтә. Һаулыҡ — ҙур байлыҡ.

3 класс

Беҙҙең ғаилә.(күсереп яҙыу)

Беҙҙең ғаилә ҙур. Беҙҙә һәр кем үҙ эшен яратып башҡара. Атайым йылҡылар көтә. Әсәйем быҙауҙар үҫтерә. Ямал еңгәм һыйырҙар һауа. Айһылыу апайым магазинда һатыусы булып эшләй. Ә мин мәктәптә уҡыйым.

                                        Китап.(диктант)

Китап белем бирә. Китапты яратырға кәрәк. Мин китап уҡыйым. Китапты яратам, һаҡлап тотам. Минең китаптарым күп.

Тәбиғәтте һаҡлағыҙ! (инша)

Мин Башҡортостандың иң гүзәл ерендә___________ ауылында йәшәйем.Беҙҙең ауыл янында ___________ йылғаһы аға.Уның уң яғында урманлыҡ.Унда______,_______,______,________,үсә.Аҡланды______,_______,_________ сәскәләр ҡаплаған.Беҙ класс менән йылға буйҙарын таҙартабыҙ.Әйҙәгеҙ  

____________һаҡлайыҡ!

        Яҙ.(изложение)

Март, апрель, май- яҙ айҙары. Яҙ башында ҡояш күҙҙе сағылдыра. Уға тура ҡарап булмай. Ул ерҙе ныҡ йылыта. Ҡарҙар ирей, йырғанаҡтар аға. Йылғалар, күлдәр боҙҙан әрселә. Йылы яҡтан ҡоштар ҡайталар.

4класс Контроль эш (4 сирек)

 

1.Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен яҙығыҙ. Напишите буквы свойственные только башкирскому языку.

______________________________________________________________________________________________________________________

 

2. “Уҡыу әсбаптары” темаһына ҡараған һүҙҙәрҙе табығыҙ. Найдите слова на тему “Учебные принадлежности”

 

а) китап, ҡәләм, дәфтәр;

б) йома, дүшәмбе, шәмбе;

в) алма, ҡурай еләге, ҡарағат.

 

3. Тема буйынса тап килгән һүҙҙәрҙе уҡ менән тоташтырығыҙ. Соедините стрелкой слова по теме.

 

Аҙна көндәре                              китап, дәфтәр, дәрес, уҡыусы

Ғаилә                                           өләсәй, ағай, апай, һеңле

Мәктәп                                        кесаҙна, шишәмбе, шаршамбы.

 

4.Артыҡ һүҙҙе табығыҙ һәм аҫтына һыҙығыҙ. Найдите и подчеркните лишние слова.

а) китап, ҡәләм, дәфтәр, олатай;

б) әсәй, алма, олатай, ҡусты;

в) уҡыусы, кесаҙна, дүшәмбе, шишәмбе,

 

5. Һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итегеҙ. Переведите предложения на русский язык.

Мин алма, кишер, сәй яратам. Өләсәй аш, ҡоймаҡ бешерҙе. Ҡоймаҡ тәмле.

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

6. Һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения.

Гәзит, уҡый, олатай.

Ҡустым, ярата, һөт.

Бутҡа, олатай, ашай.

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

 

                                                 Контроль диктант  4 класс.

БЕРЕНСЕ ДӘРЕС.(күсереп яҙ)

Уҡыусылар синыфҡа инделәр. Дәрес башланды. Уҡытыусы яңы уҡыу йылы менән уҡыусыларҙы ҡотланы. Уҡытыусы таҡтаға: «Беренсе сентябрь — белем көнө», — тип яҙҙы

                                                           

                                  МӘКТӘПТӘ.(диктант)

Айрат менән Әлфиә мәктәптә уҡыйҙар. Мәктәп ҙур, яҡты, матур. Айрат башҡорт теле, математика дәрестәрен ярата. Тыуған илгә белемле, файҙалы йәштәр кәрә.

                                                     Яратҡан байрамым  (инша)

Минең яратҡан байрамым __________________.Был байрам__________айына тура килә.        _____________ байрамы ҡыҙыҡ итеп үткәрелә. Бөтәһе лә байрам менән

бер-береһен ҡотлайҙар, бүләктәр бирәләр. Байрамда -                   бүләктәр

тараталар _______,________,_______.Байрамға әҙерләнгәндә _________ ,_______, ________өйрәнәбеҙ        

 КАНИКУЛДА.(диктант)

Йәйҙе мин быйыл ауылда үткәрҙем. Мин унда үҙемә яҡшы дуҫтар таптым. Уларҙың исемдәре: Марат, Руслан, Азат, Салауат. Улар менән бергә күлгә, урманға йөрөнөм. Еләк-емеш йыйҙйҡ,күлдә балыҡ тоттоҡ.Ата-әсәйемә лә баҡса эштәрендә ярҙамлаштым.

 

Йомарт алмағас(изложение)

Урманда бер алмағас үҫкән.Уның алмалары күп булған.

     Алмағас янынан Терпе үтеп барған.Ҡыҙыл алма Терпенең арҡаһына килеп төшкән.Ул был алманы өйөнә алып ҡайтҡан.Балалары алманы бик яратҡан.

      Алмағас көндә Терпегә алма биргән.Шулай итеп ,ул ҡышҡа етерлек аҙыҡ йыйған.

4класс

Контроль эш(4 сирек)

 

1. Һүҙҙәрҙе рус теленә тәржемә итегеҙ. Был һүҙҙәрҙе бер һүҙ менән нисек атайҙар? Переведите слова на русский язык.

Икмәк -

Ҡоймаҡ -

Май –

Туңдырма –

Кишер –

Ҡаймаҡ –

Сәй –

Ит –

Картуф –

Һөт -

 

2. Тема буйынса тап килгән һүҙҙәрҙе уҡ менән тоташтырығыҙ. Соедините стрелкой слова по теме.

 

Һауыт-һабалар                              ҡоймаҡ, сәй, туңдырма, май

Аҙыҡ-түлек                                     ҡатыҡ, ҡымыҙ, һөт, ҡорот

Һөт аштары                                    ҡалаҡ, сәнске, бысаҡ, кәстрүл

 

3. Бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения из данных слов.

а) Өләсәй, эсә, сәй.

б) Ашайым, картуф, мин, тәмле.

в) Бутҡаны, малай, ҡалаҡ, ашай, менән.

___________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

 

4.     Һөйләмдәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите предложения.

Алина иртәнге аш ашай. Ул һөтлө сәй эсә, бутҡа ашай. Бутҡа тәмле. Уны әсәй бешергән.

 

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________



Предварительный просмотр:

2класс

I ярты йыллыҡта үтелгәндәр буйынса контроль эш

 

1.Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен яҙығыҙ. Напишите буквы свойственные только башкирскому языку.

______________________________________________________________________________________________________________________

 

2. “Уҡыу әсбаптары” темаһына ҡараған һүҙҙәрҙе табығыҙ. Найдите слова на тему “Учебные принадлежности”

 

а) китап, ҡәләм, дәфтәр;

б) йома, дүшәмбе, шәмбе;

в) алма, ҡурай еләге, ҡарағат.

 

3. Тема буйынса тап килгән һүҙҙәрҙе уҡ менән тоташтырығыҙ. Соедините стрелкой слова по теме.

 

Аҙна көндәре                              китап, дәфтәр, дәрес, уҡыусы

Ғаилә                                           өләсәй, ағай, апай, һеңле

Мәктәп                                        кесаҙна, шишәмбе, шаршамбы.

 

4.Артыҡ һүҙҙе табығыҙ һәм аҫтына һыҙығыҙ. Найдите и подчеркните лишние слова.

а) китап, ҡәләм, дәфтәр, олатай;

б) әсәй, алма, олатай, ҡусты;

в) уҡыусы, кесаҙна, дүшәмбе, шишәмбе,

 

5. Һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итегеҙ. Переведите предложения на русский язык.

Мин алма, кишер, сәй яратам. Өләсәй аш, ҡоймаҡ бешерҙе. Ҡоймаҡ тәмле.

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

6. Һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения.

Гәзит, уҡый, олатай.

Ҡустым, ярата, һөт.

Бутҡа, олатай, ашай.

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

 

2класс

2 ярты йыллыҡта үтелгәндәр буйынса контроль эш

 

1. Һүҙҙәрҙе рус теленә тәржемә итегеҙ. Был һүҙҙәрҙе бер һүҙ менән нисек атайҙар? Переведите слова на русский язык. Каким общим названием можно назвать эти слова?

________________________________

Икмәк -

Ҡоймаҡ -

Май –

Туңдырма –

Кишер –

Ҡаймаҡ –

Сәй –

Ит –

Картуф –

Һөт -

 

2. Тема буйынса тап килгән һүҙҙәрҙе уҡ менән тоташтырығыҙ. Соедините стрелкой слова по теме.

 

Һауыт-һабалар                              ҡоймаҡ, сәй, туңдырма, май

Аҙыҡ-түлек                                     ҡатыҡ, ҡымыҙ, һөт, ҡорот

Һөт аштары                                    ҡалаҡ, сәнске, бысаҡ, кәстрүл

 

3. Бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөгөҙ. Составьте предложения из данных слов.

а) Өләсәй, эсә, сәй.

б) Ашайым, картуф, мин, тәмле.

в) Бутҡаны, малай, ҡалаҡ, ашай, менән.

___________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

 

4.     Һөйләмдәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите предложения.

Алина иртәнге аш ашай. Ул һөтлө сәй эсә, бутҡа ашай. Бутҡа тәмле. Уны әсәй бешергән.

 

__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

3класс

I ярты йыллыҡта үтелгәндәр буйынса контроль эш

(I вариант)

1. Тема буйынса тап килгән һүҙҙәрҙе уҡ менән тоташтырығыҙ. Соедините стрелкой слова по теме.

 

Һөнәрҙәр                                                 ҡыш, яҙ, көҙ, йәй

Йыл миҙгелдәре                                     күлдәк, итек, тун, бейәләй

Кейем-һалым                                        олатай, әсәй, ҡусты, һеңле

Ғаилә                                                     һатыусы, төҙөүсе, рәссам, табип

 

1.     Таблицаны тултырығыҙ. Дополните таблицу.

 

Ҡыш

 

миҙгел

 

балалар

уҡыта

Мин

 

яратам

Көҙ

 

өлгөрә

Ағай

китап

 

Март, апрель, май

 

айҙары

 

3. Һөйләмдәрҙе яҙып бөтөгөҙ. Допишите предложения.

 

Мин …………….. миҙгелен яратам.  …………….. көнө еләк-емеш ашайым. Бер йылда …………………. ай. …………. көнө урамда ҡар яуа. Ҡыш көнө мин ………………….., ………………….., ………………….. кейәм.

 

4. Һөйләмдәр дөрөҫмө? Правильны ли предложения?

 

Һөйләмдәр (предложения)

Дөрөҫ

Дөрөҫ түгел

Бер йылда дүрт миҙгел.

 

 

Ҡыш – иң һыуыҡ миҙгел.

 

 

Яҙ көнө ҡоштар ҡайта.

 

 

Йәйҙән һуң ҡыш килә.

 

 

Яҙ уҡыу башлана

 

 

 

5.Һөйләмдәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите предложения.

Бер йылда дүрт миҙгел. Ҡыш – иң һыуыҡ миҙгел.

________________________________________________________________________________________________________________________

____________________________________________________________


3класс

2 ярты йыллыҡта үтелгәндәр буйынса контроль эш

 

1.Һорауҙарға тулы яуап бирегеҙ. Дайте полный ответ на вопросы.

Һинең исемең нисек? ________________________________________________

Һин нисәнсе класта уҡыйһың?________________________________________

__________________________________________________________________

Һиңә нисә йәш?_____________________________________________________

Һеҙҙең ғаиләлә нисә кеше?____________________________________________

Башҡортостан символдарына нимәләр инә?____________________________

__________________________________________________________________

 

2. “Һөнәрҙәр” һүҙен тәржемә итегеҙ. Переведите слово “Һөнәрҙәр”

а) предложение;

б) профессии;

в) переводчик.

 

3. Артыҡ һүҙҙе табығыҙ. Найдите лишние слова.

а) Дүшәмбе, шәмбе, аҙна, кесаҙна.

б) Уҡытыусы, шиғыр, табип, төҙөүсе;

в) Өләсәй, ҡусты, һеңле, әтәс.

 

4. Бер йылда нисә йыл миҙгеле?

а) 3;

б) 4;

в) 2.

 

5. Ҡыштың тәүге айы?

а) ғинуар;

б) декабрь;

в) март.

 

6. Дөрөҫ яуапты табығыҙ. Найдите правильный ответ.

а) Бер йылда дүрт йыл миҙгел;

б) Йәй – иң һыуыҡ миҙгел;

в) Йәй көнө ҡар күп була.

 

7. К…лдәк һүҙендә ниндәй хәреф төшөп ҡалған? Какая буква пропущена в слове к…лдәк?

а) Ү;

б) Ә;

в) Ө.

 

8. Һабантуй байрамын ҡасан үткәрәләр? Когда проводится праздник Сабантуй?

а) ҡыш көнө;

б) яҙғы баҫыу эштәренән һуң;

в) ҡоштар йылы яҡтан ҡайтҡас.

 

9. Дарыу үләндәре генә яҙылған яуапты табығыҙ. Найдите ответ, где написаны только названия лекарственных трав.

а) Ҡырмыҫҡа, күбәләк, мәтрүшкә;

б) Кесерткән, юл япрағы, көтөүсе муҡсаһы.

в) Үрмәксе, үлән, дауахана.

 

10. “- Эх, һин, ҡурҡаҡ, - тип көлдө Руслан. – Ҡурҡҡас өйҙә генә ултыралар. Руслан ҡулдарын һелтәп, Әтәсте ҡыуып ебәрҙе. Был өҙөк ниндәй әкиәттән? Из какой сказки этот отрывок?.

а) “Кем батыр”;

б) “Эш табылды”;

в) Ике ҡуян балаһы”.

 

 

4 класс

                             I ярты йыллыҡта үтелгәндәр буйынса контроль эш

 

1.                Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙырға. Дописать пропущенные буквы.

Икм...к                     бел...м                           һ...йкәл

Хеҙм...т                   халы...                           бейе...се

 

2.                Исемдәрҙе күплек һанда ҡуйығыҙ. Поставьте слова во множественном числе.

Алма -

үлән -

урман -

кеше -

малай -

 

3.                Өҙөктөң авторын һәм исемен билдәлә. Определите автора и название отрывка.

Уларҙың өйөндә ярангөлдән башҡа хризантема, ләлә гөлдәре бар ине. Әлисә уларға көн аша һыу һибеп торҙо.”

 

а) Ф. Ғөбәйҙуллина. Тамырҙар.

б) Ә. Сөләймәнов. Яңы аш.

в) Т. Сәғитов. Футбол тубы.

 

4. Бирелгән исемдәргә сифатын (билдәһен) ҡуйып яҙ. Допишите прилагательные к словам.

 

     ................ күл, ............. төн, ................ урман, ................... уҡыусы,

.................... ҡыш.

 

5. Ҡылымдарҙы юҡлыҡ формала ҡуй.

Уҡый –                                                             ярата -

Яҙа -                                                                 өшөй –

 

6.     Һөйләмдәрҙе башҡорт теленә тәржемә ит.

     Я учусь в четвертом классе. В школе мы изучаем русский, башкирский, английский языки. Я люблю свою школу.

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

4класс

2 ярты йыллыҡта үтелгәндәр буйынса контроль эш

1. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙырға. Дописать пропущенные буквы.

Баш…ортостан, к…с, там…р, фай…алы, иг…нсе, шөғ...л.

2. Ҡыштың тәүге айы?

а) ғинуар;

б) декабрь;

в) март.

 

3. Дөрөҫ яуапты табығыҙ. Найдите правильный ответ.

а) Бер йылда дүрт йыл миҙгел;

б) Йәй – иң һыуыҡ миҙгел;

в) Йәй көнө ҡар күп була.

 

4.Һүҙбәйләнештәр төҙөгөҙ. Составьте словосочетания.

Буш                                юл

Тигеҙ                              бал

Кәрәҙле                         төп ризыҡ

Икмәк                            ваҡыт

5.Һүҙҙәрҙе тәржемә итегеҙ. Переведите слова.

Сәйәхәт -

Йәйәү -

Шөғөлләнәм -

Күстәнәс-

Ҡәҙерле -

5. Һорауҙарға тулы яуап бирегеҙ. Дайте полный ответ на вопросы.

Һин буш ваҡытыңда нимә эшләйһең?

_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Нимә менән сәйәхәт итәләр?

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________

Һин мәктәпкә нимә менән киләһең?

____________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________





Предварительный просмотр:

КОНТРОЛЬ ДИКТАНТТАР 2,4  класс

       Мәктәптә байрам.

Бөгөн көн матур. Беҙ мәктәпкә иртә килдек. Мәктәптә уҡыусылар күп йыйылған. Бөгөн мәктәптә ҙур байрам була.

         Баҡсала.

Балалар баҡсала эшләйҙәр. Айрат түтәлгә һыу һибә. Ләлә үлән утай. Динә менән Әлфиә сәскәләрҙе ҡарайҙар.

        Әсәйем.

Минең әсәйем табип. Ул хәстәханала эшләй. Әсәйем эшен бик ярата. Ул бөгөн дежур табип.

        Урал.

Урал яҡшы уҡыусы. Ул минең дуҫым. Беҙ Урал менән уйнайбыҙ, бергә дәрес әҙерләйбеҙ. Урал миңә ярҙам итә. Урал ярҙамсыл малай.

3 класс

        Доктор Айболит.

Доктор Айболит жирафты тыңлай, уға дарыу бирә. Жираф доктор Айболитҡа рәхмәт әйтә. Һаулыҡ — ҙур байлыҡ.

        

Атайым.

Минең атайым шофер. Ул машина йөрөтә. Атайым машинаны таҙа тота. Мин атайыма ярҙам итәм.

        Китап.

Китап белем бирә. Китапты яратырға кәрәк. Мин китап уҡыйым. Китапты яратам, һаҡлап тотам. Минең китаптарым күп.

Ижади эштәр

        Яҙ.

Ҡояш ... иретә. ... тамсы тама Тиҙҙән ... етер. Йәй көнө ... . Мин ... яратам.

Эштәр: а) белешмәнән кәрәкле һүҙҙәрҙе һайлап, һөйләмгә өҫтәп яҙырға; б) ҡояш һүҙендә нисә өн, нисә хәреф икәнен яҙырға.

• Белешмә: ҡарҙы, өйҙән, яҙ, ҡыйыҡтан, матур, йәйҙе, күңелле, яҙҙы.

        Мин.

Минең исемем ... . Минең фамилиям ... . Мин ... йәшәйем. Мин 2 синыфта ... . Беҙҙе ...  уҡыта.

Эштәр:        а) нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәрҙе яҙырға; б)

исемендәге ижектәр һанын яҙырға: в) өсөнсө һөйләмдәге башҡорт өн- хәрефтәренең аҫтына һыҙырға.

        Ололар һүҙе.

Тел — белем ... . Бер тел — бер байлыҡ, ике тел — ике ... . Тел ... көслө.

Эштәр: а) белешмәнән тейешле һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙырға; б) өсөнсө һөйләмдә башҡорт өн-хәрефтәренең аҫтына һыҙырға.

Белешмә: байлыҡ, асҡысы ҡылыстан.

        Һүҙ яһайым.

Елән — е.әк; .ләк — и.әк; иш.к — и.ек; .рек — ере. .

Эштәр:        а) нөктәләр урынына тейешле хәрефтәрҙе яҙырға; б)

бирелгән һүҙҙәр янына уның мәғәнәһен аңлатҡан һүҙҙе яҙырға. Мәҫ.. еләк — емеш, елән — кейем һ.б.

Белеме барҙың ҡәҙере бар. Күл тамсынан йыйыла. Аҙ һөйлә, күп эшлә. Йәйҙең көнө оҙон.

Э ш: Ҙ хәрефе булған һөйләмдәрҙе һайлап яҙырға.

Тәүҙә синыфтағы балалар менән бергәләп һөйләмдәр тикшерелә, тәҡдим ителгән эш буйынса һөйләмдәр һайлана. Шунан уҡытыусы һөйләмдәрҙе әйтеп яҙҙыра.

        Өфө.

Өфө — беҙҙең баш ҡалабыҙ. Ул тауҙа ултыра. Өфөнөң урамдары киң, таҙа. Өфөлә мәктәптәр күп.

Э ш: Өфө һүҙе булған һөйләмдәрҙе һайлап яҙырға.

Бирелгән эш тәүҙә телдән башҡарыла, шунан һөйләмдәр яҙҙырыла.

        Ҡоштар килде.

Яҙ етте. Ҡарғалар килде. Тиҙҙән сыйырсыҡтар ҡайтыр. Ҡоштар файҙалы. Улар беҙҙең дуҫтарыбыҙ.

Э ш: Ҡош исемдәре булған һөйләмдәрҙе һайлап яҙырға.

        Синыфташтар.

Баныу, Вәғиз. Рәсимә икенсе синыфта уҡыйҙар. Улар тырыш уҡыусылар. Дәресте бергә әҙерләйҙәр.

Э ш : Кеше исемдәре булған һөйләмде табып яҙырға.

1. Мәктәп.

Бына мәктәп. Мәктәп матур Мәктәптә кабинеттар күп. Кабинетта парталар, таҡта, шкаф бар.

2. Азамат — дежур.

Бөгөн синыфта Азамат дежур. Ул форточканы аса. Азамат таҡтаны һөртә. Бүлмҙ таҙа. Азамат — тырыш уҡыусы.

Контроль диктант  4 класс.

БЕРЕНСЕ ДӘРЕС.

Уҡыусылар синыфҡа инделәр. Дәрес башланды. Уҡытыусы яңы уҡыу йылы менән уҡыусыларҙы ҡотланы. Уҡытыусы таҡтаға: «Беренсе сентябрь — белем көнө», — тип яҙҙы

                                                              МӘКТӘПТӘ.

Айрат менән Әлфиә мәктәптә уҡыйҙар. Мәктәп ҙур, яҡты, матур. Айрат башҡорт теле, математика дәрестәрен ярата. Тыуған илгә белемле, файҙалы йәштәр кәрә.

 КАНИКУЛДА.

Йәйҙе мин быйыл ауылда үткәрҙем. Мин унда үҙемә яҡшы дуҫтар таптым. Уларҙың исемдәре: Марат, Руслан, Азат, Салауат. Улар менән бергә күлгә, урманға йөрөнөм. Еләк-емеш йыйҙйҡ,күлдә балыҡ тоттоҡ.Ата-әсәйемә лә баҡса эштәрендә ярҙамлаштым.

ЯҢҒЫҘ ҠАЙЫН.

Бына, көтә торғас, көндәр ҙә йылына башланы. Ҡарҙар иреп, һыуҙар ташты. Ҡайынға ла йән инде. Тамырҙан күтәрелгән татлы һуттан һәр бөрөһө хәрәкәткә килде. Ҡайын бер кемдән дә бөрөһөн йәлләмәне: улар бик файҙалы бит. Көндәр үтә торҙо. Ҡайын аҡ зифа буйлы, йәшел күлдәкле күркәм ағасҡа әйләнде. (48 һуҙ)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

6 нчы СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН УКУҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...

1 нче СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН ЯЗУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _...

1 нче СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН УКУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...

6 нчы СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН ЯЗУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...

7 нчы СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН УКУҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _...

7а СЫЙНЫФЫНДА ТАТАР ТЕЛЕННӘН ЯЗУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...