Методик ҡумта
методическая разработка

Зөбәйерова Сәриә Мөхәррәм ҡыҙы

Методик  ҡумта

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл metodik_kumta.docx15.33 КБ

Предварительный просмотр:

                                                    Оҫталыҡ  класы

Зинһар өсөн иғтибарығыҙҙы экранға йүнәлтегеҙ әле! 1-се слайд (1-се өлөш)

дәрес пландары, тематик пландар, күргәҙмә материалдар, китап- дәфтәрҙәр, портреттар, буклет-брошюралар, компьютер…

Һеҙ уҡыған һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ярҙамында ҡайҙа килеп ингәнегеҙҙе төшөнөрһөгөҙ? Дөрөҫ!

1-се слайд (2-се өлөш )Уҡытыусының оҫтаханаһы. Атап әйткәндә, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 19 –сы һанлы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Мөхәррәм ҡыҙының  уҡытыусылыҡ оҫтаханаһында. Һеҙҙе бында күреүемә бик шатмын һәм күпмелер ваҡытҡа  минең ҡәҙерле уҡыусыларым булып тороуығыҙҙы үтенер инем.

Шулай итеп, бер-беребеҙгә ҡарап нурлы йылмайыу бүләк итәбеҙ һәм әҙәбиәт донъяһына рәхим итегеҙ!

2-се слайд. Һеҙ кемдең һүрәтен күрәһегеҙ? Ил инәһе Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы –Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,  Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты ҡиммәтле фекер туплаған алтын һүҙҙәре менән беҙҙең күңелдәребеҙгә йәм өрә.

3-сө слайд. Яҙыусының ижад оҫтаханаһын күрәһегеҙ.

4-се слайд.  Сәриә апайығыҙҙың уҡытыусылыҡ оҫтаханаһында Бөйөк яҙыусының ҡултамғаһы ҡуйылған китабы ла бар. Зәйнәб Биишеваның автографлы китабы. 

5-се слайд. Артабан да экранға күҙ һалығыҙ: һүрәт буйынса ни әйтерһегеҙ? Хасбулат олатайҙың ҡомартҡылары.

6-сы слайд. Әгәр ҙә  фекер алышыуҙа ҡатнашһағыҙ һеҙ уҡыған “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”  хикәйәте  буйынса бик күп мәғлүмәттәргә эйә булырбыҙ тип ышанам.    

7-се слайд. Ни өсөн әҫәрҙәренең төп геройҙары –хеҙмәт кешеләре?        

8-се слайд. Хикәйәтте яҙырға этәреүсе көстө билдәләйек:

9-сы слайд. Хикәйәттең сюжеты:

10-сы слайд. Һөнәрсе һәм Өйрәнсектең ғүмер ахыры. Бына ошо урында беҙ әңгәмеҙҙең емешле булыуына ирешеү өсөн, хикәйәттең мәсьәләле бер һорауына  туҡталып китергә тейешбеҙ.Тағы ла бер тапҡыр алдығыҙҙағы һүрәткә иғтибар менән ҡарағыҙ әле: ни өсөн Һөнәрсе яңғыҙлыҡта вафат булған, ә Өйрәнсек ғүмерен батша һарайында байманлыҡта  үткәргән?  

11-се слайд. Уны төшөнөр өсөн Һөнәрсенең тормошон  иҫебеҙгә төшөрөп, ул эйә булған бөтөн сифаттарын һанап сығабыҙ.

12-се слайд. Һөнәрсегә хас сифаттар. Ошо сифаттарҙың ҡайһыһын һеҙ үҙегеҙгә ғүмерлек юлдаш итеп алыр инегеҙ. Хәтерләп, күңелегеҙгә һалып барығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар. Сөнки беҙ һеҙҙең менән ошонда телгә алынған ҡылыҡһырлаусы кешелек сифаттары ярҙамында “Замана кешеһе. Ул ниндәй булырға тейеш ?” тигән проект төҙөйәсәкбеҙ.

13-сө слайд. Зәйнәб Биишева ғаиләһе менән, 1939 йыл.

14-се слайд. Өйрәнсектең тормошошона күҙ һалығыҙ. Ни өсөндөр беҙ әкиәт-хикәйәттәрҙә тере заттарҙы  йә ыңғай, йә кире яҡтан ғына һүрәтләп өйрәнгәнбеҙ. Ә бит Аллаһы тәғәлә яралтҡан йән эйәһе төрлө ҡылыҡтарға эйә булырға мөмкин. Уларҙы күрә, баһалай белергә кәрәк.

15-се слайд. Өйрәнсеккә хас сифаттар: һеҙ ҡайһы сифаттарын үҙ итеп алыр инегеҙ?

16-сы слайд. Ә замана кешеһе ниндәй холоҡ –һыҙаттарҙы үҙ итеп алырға тейеш ?

17-се слайд. Төрлө фекерҙәр менән танышыу. Нурулла Миһранов

18-се слайд .Төрлө фекерҙәр менән танышыу. Рәйсә Күзбәкова.

19-сы слайд. Төрлө фекерҙәр менән танышыу. Рафаэль Аҙнағолов.

20-се слайд. Психолог кәңәше. Психолог Гөлнара Ильяс ҡыҙы Сирусина.

21-се слайд. Шулай итеп  һығымта яһап ҡуябыҙ. Замана кешеһе ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

22-се слайд. Хикәйәттең  аҙағы  ниндәй  хәл-әхүәлдәр менән  тамамлана? Изгелек тантана итә: һөнәрсе үҙе иҫән сағында ҡәҙер күрмәһә лә, Өйрәнсектең аҫтыртын эштәре фашланғас, исеме халыҡ теленә әйләнеп ҡайта.

23-сө слайд. Бөгөн беҙҙең күңелдә йәшәү мәғәнәһен үҙебеҙсә асырға ярҙам иткән бөйөк яҙыусының эшһөйәрлекте юлдаш иткән тормош юлы ла күңелдәрҙә мәңге йәшәй.

24-се слайд. Уҡытыусының педагогик оҫтаханаһында булыуыбыҙҙы Зәйнәб Биишеваның ижади емеше  менән тамамлап ҡуяйыҡ!

Йәшәү бәхете – күңел  сафлыҡта,
Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ, халыҡта.
Йәшәү бәхете – илең, халҡың өсөн,
Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта.

25-се слайд. Хоҙай биргән ғүмерҙе ҡәҙерләп йәшәй белергә кәрәк икән!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Методик ҡумта

XXI быуат –фән быуаты, иҡтисадтың һәр тармағында юғары инновация һәм технологиялар менән эшләй белеү быуаты. Ул уҡытыусылар алдына яңы бурыстар ҡуйҙы. Быға тиклем йәшәп килгән ғәҙәти дәрестәр, т...