Конспект урока по башкирскому языку для 5 класса
план-конспект урока (5 класс)

Конспект урока по башкирскому языку на тему  Ә.Ихсан "Яҙ".Омонимдар"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 5_klass_6.04.docx24.02 КБ

Предварительный просмотр:

Класс: 5

Дата: 6.04.2019

Тема: Ә.Ихсан «Яҙ».Омонимдар

Маҡсат:

1. Ә.Ихсандың тормош юлы, һәм уның шиғыре менән танышыу.

2. Уҡыусыларҙың аң белемдәрен, телмәрен үҫтереү.Омонимдар менән танышыу.

3. Тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡлау, уға һөйөү тәрбиәләү.

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу өлөшө:

А) Сәләмләү:

- һаумыһығыҙ.Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын.

Б) Дәрестең маҡсаты.

- Уҡыусылар, бөгөнгө дәресебеҙҙе,тыуған яҡҡа, яҙ миҙгеленә бағышлайбыҙ. Улар хаҡында сығыштар тыңлап үтәсәкбеҙ, йомаҡтар ҡоясаҡбыҙ, уйындар уйнап, мәғлүмәттәр туплап дәресте йомғаҡларбыҙ.

  1. Өй эшен тикшереү:

- Өй эше итеп ҡош һүрәте төшөрөп килтерергә ине.

Күргәҙмә ойоштороу. (эштәр бик матур эшләнгән, афарин, ҡоштарҙы яратыуығыҙ әллә ҡайҙан күренеп тора эшләгәндәргә бишле билдәһе)

  1. Тиҙәйткес өҫтөндә эш:

Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,

Ҡанаттарын ҡаға- ҡаға

Эй маҡтана, эй маҡтана:

Ҡанат остарына тағып,

Яҙғы хәбәр килдем алып,

Яҙ башлана! Яҙ башлана!

- Уҡытыусы тасуири уҡый.

- Уҡыусылар эстән бер нисә тапҡыр уҡыйҙар.

- Бер ике уҡыусы шәбәйә барып өс тапҡыр уҡый.Ҡоштар беҙҙең тормошобоҙҙо матур тауыштары менән биҙәй, тәбиғәтте матурлай, кешеләргә ҙур файҙа ла килтерә. Улар зарарлы бөжәктәрҙе юҡ итә. Ҡоштарҙы һаҡлау, уларға ярҙам итеү - беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.

Уҡыусылар тиҙәйткесте тәрәнерәк ҡарайыҡ әле. Беҙ бөгөн Ә.Ихсндың биографияһы менән танышып, уның шиғыры менән танышасаҡбыҙ.Һәм омоним тиғән төшөнсәне өйрәнәбеҙ.

Матур яҙыу минуты:

- Матур итеп ултырҙыҡ, бөгөнгө датаны, теманы яҙып ҡуйығыҙ.

- Бер нисә һөйләмде матур итеп дәфтәргә яҙабыҙ.

Тумыртҡа - урман докторы.

Ҡоштар, беҙҙең дуҫтарыбыҙ.

Ҡоштарҙы яҙ хәбәрселәре тип атайҙар. Сөнки улар беҙгә яҙ ҡайталар. Март башында - ҡара ҡарғалар килә. Егерме бишенсе мартта - сыйырсыҡтар, егерме һигеҙенсе мартта - һабан турғайҙары ҡайта. Егерме алтынсы апрелдә - ҡарлуғастар, алтынсы майҙа - һандуғастар килеп етә.

  1. Ял минуты: «Ҡоштар»

Ҡоштар осто, осто теҙелеп (ҡулдарҙы һелкетеү)

Остолар ҙа төштөләр. (ултыралар)

Ултырҙылар, ял иттеләр (сүкәйеү)

һәм тағы ла остолар, (ҡулдарҙы һелкетеү)

Остолар, остолар

Парта аҫтына боҫтолар. (урындарға ултырыу)

5. Яңы тема:

-Китаптың 120-се битен астыҡ.Шиғырҙы уҡыу. Ихсанов Әхтәм Сөләймән улы 1908 йылдың 16 декабрендә хәҙер Күгәрсен районы Ибрай ауылында тыуған.

1930 йылда Өфө педагогия техникумында белем алғандан һуң, республикала сыҡҡан журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә, радио, телевидениела эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 112-се Башҡорт атлы дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары була. Һуғыштан ҡайтҡас, республика радиокомитетында, «Башҡортостан ауыл хужалығы» журналы редакцияһында эшләй.

Әхтәм Ихсандың «Элеватор» тип аталған беренсе китабы 1930 йылда донъя күрә.

1960 йылда Башҡорт атлы дивизияһы яүгирҙәре тураһында «Саҡма тояҡ аттарҙа» исемле документаль повесть яҙҙы, унда элекке яуҙаштарының дошманға ҡаршы нисек һуғышыуын ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй.

1992 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.

2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены (24.12.1989)

 Әйҙәгеҙ әле,шиғырҙы уҡып китәйек.

(уҡытыусы уҡый, уҡыусылар тасуири уҡый)

Карточка менән эш.

Тейешле хәреф ҡуйып һүҙҙәрҙе күсереп яҙығыҙ.

б...р,(а)

я...(ҙ)

й..ҙ(ө)

б...ҙ(е)

алм...(а)

Ә хәҙер омонимдар менән танышып китәйек әле.Китаптан уҡыйыҡ һәм тәржемә итәйек әле.Омонимдар-яҙылышы бер төрлө, мәғәнәһе төрлө- төрлө.Ә хәҙер миҫалдар килтерәйек әле(яҙ-весна,яҙ-пиши). Китаптарҙың 121-се битен астыҡ, 3-сө күнегеүҙе эшләйбеҙ.(мәғәнәләрен аңлатыу. Тәржемә итеү).

Ә хәҙер 4-се күнегеүҙе ҡарайыҡ, тиҙәйткестәрҙе ҡарайбыҙ.

6.Йомғаҡлау:

Беҙ бөгөн нимә тураһында һөйлйштек?

Кем менән таныштыҡ?

Ә.Ихсандың ниндәй шиғырен өйрәндек?

7.Баһалау:

Өй эше:

1.Омонимдар уйлап яҙып килергә

Йәки

2.7-се күнегеү, бит 122, күсереп яҙып, омонимдар аҫтына һыҙырға