Һәләтле балалар - беҙҙең киләсәк!
статья

Зайнуллина Разиля Тимерхановна

Һәләтле балалар.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Һәләтле балалар.67.5 КБ

Предварительный просмотр:

                       Һәләтле балалар - ил киләсәге.

XXI быуат лидеры ниндәй булырға тейеш?

Төрлө яҡлап үҫешкән, белемле, ҡыйыу фекерле, идеяларға бай, уңған, өлгөр, ғөмүмән, үҙенең артынан эйәртерлек бөтә сифаттарға эйә булырға тейеш.

Һәр бала үҙенсә һәләтле.Һәләтһеҙ бала булмай...

«Беҙҙең яңы мәктәп» милли белем биреү инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәләтле балаларға булышлыҡ итеү төбәк системаһын үҫтереү» темаһына арналған кәңәшмәнең Башҡортостанда үтеүе юҡҡа түгел. Беҙҙең республикала һәләтле балалар менән эшләүгә, уларҙың һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.

РФ мәғариф министры Андрей Фурсенко:

Ҡайҙалыр проблемалар күберәк, ҡайҙалыр әҙерәк. Балалар ҡайҙалыр, нимәләлер үҙҙәрен күрһәтә алһын өсөн шарттар тыуҙырырға, яңы методикалар тәҡдим итергә кәрәк. Һәләтле балалар менән эшләү буйынса белем биреү стандарттары зарур. Ауыл уҡытыусыһы ла һәләтле балалар менән эшләй белергә тейеш. Һәләтте асыҡлап, юғары һөҙөмтәгә өлгәшә белеү – үҙе бөйөк оҫталыҡ. Дөрөҫ, һәләтле балалар хаҡында уйлап, башҡаларҙы ла оноторға ярамай, иң мөһиме – һәр кемдең һәләтен асыу.  Уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе дәртләндерергә кәрәк. Беҙ сығарылыш уҡыусыларының уңышҡа өлгәшеүенә, был тормошта үҙ юлын таба алыуына өлгәшергә тейешбеҙ.

                              Яңы быуат  кешеһен тәрбиәләү

Кешелек донъяһы яңы мең йыллыҡҡа – XXI быуатҡа  аяҡ баҫты. Беҙ,башҡорттар, яңы быуатты кешелек үҫешенә ҙур өлөш индергән халыҡ булараҡ ҡаршыланыҡ һәм киләсәккә ҙур ышаныс менән ҡарайбыҙ. Шуның өсөн дә хәҙерге ваҡытта донъя күләмендәге мәсьәләләр хаҡында фекер йөрөтөрлөк шәхес тәрбиәләү айырыуса әһәмиәтле. Төрлө телдәге фәнни сығанаҡтарҙан мәғлүмәттәр туплап, үҙ  ҡарашын бер нисә телдә аңлатып бирә алырлыҡ киләсәк кешеһен тәрбиәләү  төп бурыс  булып тора.

                                 

                                Һәләтле   бала  тәрбиәләгеҙ.

  • Баланың һәр һорауына тура һәм түҙемлелек  менән  яуап бирегеҙ.
  • Бала шөғөлләнһен өсөн шарттар тыуҙырығыҙ.
  • Уңыштары өсөн шатланғанығыҙҙы йәшермәгеҙ.
  • Балаға һәр ваҡыт хәленән килгән эш йөкмәтегеҙ.
  • Балаға етешмәгән яҡтарын күрһәтеп, башҡа балаларҙан һин насарыракҡ,   тип әйтмәгеҙ.
  • Баланың теге йәки был мауығыуын, шөғөлөн үҫтереү өсөн кәрәкле китаптар һәм материалдар тәҡдим итегеҙ.
  • Баланы фекерләргә, уйларға өйрәтегеҙ, уға ҡыҙыҡлы нәмәләрҙе даими уҡығыҙ.
  • Балала һәр нәмәгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышығыҙ, төрлө ваҡиғалар – хәлдәр уйлап сығарыуына, хыялына ҡаршы килмәгеҙ.
  • Һәр көндө бала менән икәүҙән – икәү ҡалып һөйләшергә ваҡыт табығыҙ.
  • Бер ваҡытта ла бала ебәргән хатанан көлмәгеҙ.
  • Кәрәк ваҡытта уның яҡшы эштәре өсөн маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәгеҙ.
  • Баланы ололар менән үҙен ололарса тоторға өйрәтегеҙ.
  • Ялғанға, тупаҫлыҡҡа юл ҡуймағыҙ.

                    Һәләтле   балалар   менән   эшләү   планы  түбәндәге төп ике бурысты хәл итеүгә йүнәлтелгән:

  1. Һәләтле  һәм талантлы балаларҙы уҡыту һәм тәрбиәләү системаһын булдырыу;
  2. Һәр уҡыусының һәләтен үҫтерергә мөмкинлек бирә торған ғәмәли саралар әҙерләү.

Һәләтле  тип, ғәҙәттә, түбәндәге дүрт төркөмгә кергән балаларҙы атарға мөмкин:

  • интеллектты билдәләүсе махсус тест буйынса юғары күрһәткескә эйә булған  балалар ;
  • ижади һәләттәре юғары дәрәжәлә булған  балалар ;
  • эшсәнлектең ниндәй ҙә булһа өлкәләрен (музыка, рәсем сәнғәте, математика, шахмат һ.б.) уңышҡа ирешкән  балалар ,
  • мәктәптә яҡшы уҡыусы  балалар  (академик һәләтлелек).

             1.Мәктәптә һәләтле балалар менән эшләү

 Беҙҙең балаларыбыҙ тиҙ үҫә. Тик шуны иҫтә тоторга кәрәк: бөгөн беҙ һәләт, ынтылыштарын үҫтерергә ярҙам иткәндә генә, улар үҙ аллы  йәшәй, тормошта яңы үрҙәр яулай ала. йырыуса һәләтле балаларҙы эҙләү, табыу һәм тәрбиәләү – ил өсөн иң мөһим мәсьәлә. Талантлы йәштәр – йәмғиәттең төп байлығы. Ә һәр бала ла үҙенсә талантлы.

             2. Һәләтле балалар менән эшләүҙең педагогик нигеҙҙәре

Һәләтле бала ниндәй  була һуң ул?

Педагоглтар, ғалимдар, психологтар йыш ҡына кеше аҡылының         был  үзенсәлеген төрлөсә фаразлайҙар. Ғәҙәттә, мәктәп программаһын үҙенең йәштәштәренә ҡарағанда тиҙерәк hәм тәрәнерәк үҙләштерә торған уҡыусыны һәләтле, тип атайҙар. Ул факттарҙы, исем, фамилияларҙы, һан, ҡағиҙәләрҙе еңелерәк иҫендә ҡалдыра, яңы теманы тиҙерәк үҙләштерә, мәсьәләләрҙе тиҙерәк сисә, хатаһыҙ яҙа. Әммә һәләтлелек тормош, көнкүрештә – бер төрлө, ә фәндә икенсе төрлө мәғәнә белдерә. Бер өлкәлә, әйтәйек, музыкаға һәләтле бала ма тематиканы бөтөнләй белмәҫкә мөмкин. Һәләтлелекте психиканың хәтер, фекерләү, иғтибар  кеүек үҙенсәлектәре менән бутар ға ярамай. Был  сифаттар тураһында ғына һүҙ барһа, улар кешегә барлыҡ хәлдәрҙә лә бер төрлө ярҙам итерҙәр ине. Кеше эшсәнлеге нең төрлө өлкәләрендә лә махсус һәләт кәрәк. Уҡыусының һәләте тураһында уның өлгө рөшөнә ҡарап фекер йөрөтәләр. Балалар үҙ-ара үҙҙәренең белем алыу активлығы менән бер-береһенән айырылалар: тап  бына шундай айырма уларҙың шәхси сифаттарына ҡарағанда өлгөрөшөнә күберәк тәьҫир итә.
    Билдәле, шундай хәлдәр ҙә була: уҡытыусы үҙенең уйламай  әйтелгән һүҙе менән ба лала үҙ-үҙенә ышаныс хисен һүндерә,hәм ул ҡасандыр яратып эшләгән эшен дә башҡарырға теләмәй. Бына  шундай хәлдә һәләтле бала ла һәләтһеҙгә әүерелә. Бының киреһе лә булырға мөмкин: ҡайһы ваҡыт һәләтһеҙ булып тойолған балаларҙың һәләтен үҫтерергә мөмкин. Һәp балала ла кешегә кәрәкле сифаттар, һәләт бар. Әммә улар төрлө кешелә төрлөсә үҫкән. Уларҙыңҡайһыһы ни дәрәжәлә үҫеүе баланың мәктәпкәсә йәштәге ваҡытта һәләте, таланты ниндәй йүнәлештә үҫтерелеүенә бәйле. Ә алға таба ата-әсәләр, педагогтар, тренерҙар баланың шул йүнәлештәге һәләтен, ҡыҙыҡһыныуын үҫтерергә тейеш.

     Әммә һәләтлелектең фәнни аңлатмаһы башҡасараҡ. Баланың талантын төрлөсә билдәләп була. Тейешле шарттарҙа йәшәгән балаларҙың 2 - 9 проценты бик һәләтле була. Интеллектлылығы йәштәренә тура килгән балалар 50 процент тәшкил итә. Улар донъяны танып белеүҙә hәм hөнәри оҫ- талыҡта бик ҙур уңыштаға ирешергә, мәктәптә белем алыу йылдарында бик һәләтле балаларға тигеҙләнергә мөмкин.  

                               Милли-төбәк компоненты.

Һәр төбәктең үҙенең күренекле шәхестәре була. Улар тураһында ғорурланып һөйләнелә, ҡылған эштәре хөрмәтләнә, йәш быуынды ла шулар өлгөһөндә тәрбиәләү маҡсаты ҡуйыла. Был бурыс  эҙләнеүгә, ижад эшенә тартылырға сәбәп итә, ошо төбәктә тыуып үҫкән яҙыусылар, шағирҙар, журналистар, йырсы-артистарҙы һ.б. белергә, улар тураһында мәғлүмәт тупларға этәргес бирә. Ғафури районы  күренекле шәхестәргә бай яҡ. Үҫеп килеүсе йәш быуынды улар өлгөһөндә  тәрбияләү – беҙҙең алда торған төп бурыстарҙың береһе.  Г. Яҡупова призына үткәрелгән  “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһендә, “Кейекбаев уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу уҡыусыларҙы ижади яҡтан яҡтан үҫтерә, шәхес булараҡ тәрбиәләй.

                            Әсә теленән олимпиадаға әҙерлек.

   Һәләтле балалар менән эшләү беҙҙең мәктәп эшмәкәрлегенең  иң мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Һәләтле балалар һәр мәктәптә лә бар. Беҙ уларҙы һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә тотабыҙ һәм уларҙың был сифаттарын тағы ла үҫтерергә тырышабыҙ. Һәләтле балалар менән эшләүҙең төп маҡсаты: һәр уҡыусының һәләтен, ижади башланғысын үҫтереү. Бындай уҡыусылар менән эшләгәндә эҙләнергә, яңы мөмкинлектәрҙән файҙаланырға тура килә.

    Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадалар районыбыҙҙа даими үткәрелә.  Уға әҙерлек уҡытыусынан һәм уҡыусынан күп көс, түҙемлелек талап итә. Бер туҡтауһыҙ эҙләнергә, уҡырға, тел һәм әҙәбиәт яңылыҡтары менән танышып барырға кәрәк була. Олимпиадаларға юл ғәҙәти дәрестәрҙән башлана.

   Бала  мәктәптә һәр фәнде лә бер тигеҙ үҙләштерә алмай. Мәҫәлән, теүәл фәндәргә һәләте булған бала гуманитар фәндәрҙе, бигерәк тә тел-әҙәбиәтте, йомшаҡ үҙләштерергә мөмкин. Олимпиадаларға әҙерләгәндә шуға иғтибар итергә кәрәк. Был  фәнде өйрәнеүгә теләге булған балаларҙы һайлау ҙа отошло.

                                             Әҙерлек эштәре

          Әҙерлек эштәрен V синыфтан уҡ башларға кәрәк. 2-3 ай уҡытҡас, көслө балаларҙы үҙем өсөн генә айырып алам. Төркөм менән эшләгәндә, әлеге уҡыусыларҙы төркөм етәксеһе итеп билдәләйем. Был  уларҙы башҡаларға  ҡарағанда күберәк уйларға, яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алырға, ҡыйын ситуацияларҙан сығырға өйрәтә. V синыфтан уҡ бындый балалар өсөн айырым карточкалар туплана; нигеҙҙә ҡатмарландырылған биремле күнегеүҙәр эшләүгә иғтибар ителә.   Уҡыусының белем дәрәжәһен тикшереү уҡытыусыға уҡыусының үҫешен күҙәтеп барырға, алға табан  эш йүнәлешен, һәләтле һәм программаны ауыр үҙләштергән уҡыусыларҙы билдәләргә мөмкинлек бирә.

          Һәр күрһәткесте тикшереү өсөн уҡыусыға икешәр бирем тәҡдим ителә. Бындай тикшереү методикаһы уҡыусының ижади үҫеш дәрәжәһен билдәләргә, теләһә ниндәй уҡыу материалында дәрестә үҙләштерелгән алымды ҡулланыу күнекмәһен, тоторокло белем дәрәжәһен асыҡлау мөмкинлеген белергә ярҙам итә.

           Башҡорт  теленән контроль эштәр һәр сирек аҙағында, ә ижади үҫеш дәрәжәһен тикшереү уҡыу йылына ике тапҡыр үткәрелә.

Һуңынан бәйгегә йомғаҡ  яһала һәм һәләтле балалар төркөмө ойошторола.

          Уҡыусылар алдына ҡуйылған маҡсат :

  • программа материалын бик яҡшы белеү;
  • өҫтәмә сығанаҡтарҙан мәғлүмәт алыу;
  • бөтә төр анализ өлгөләрен белеү;
  • халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө тураһындағы материалдарҙы өйрәнеү, ваҡытлы матбуғат менән ҡыҙыҡһыныу, радио, телевидениенан башҡортса тапшырыуҙарҙы тыңлап- ҡарап барыу;
  • фекерләү һәләтен үҫтереү;
  • үҙ аллы эшләргә өйрәнеү.

                Әҙәбиәттән олимпиадаға әҙерләнеү.

  • Әҙәби әҫәрҙәрҙе хронологик тәртиптә ҡабатлау.
  • Әҙәбиәт дәфтәрҙәренә әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен ҡыҫҡаса яҙҙырыу.
  • Әҫәр тураһында фекер алышыу, иншалар яҙыу.
  • Олимпиадаға барыусы бала VII - IХ синыфтарҙа үтелгән әҫәрҙәрҙе лә белергә, иҫкә төшөрөп сығырға тейеш.
  • Олимпиадаға әҙерләнгәндә, яҙыусыларҙың әҫәрҙәре, улар тураһында мәҡәләләр, ваҡытлы матбуғат – газета-журналдар менән эш итеү.
  • Әҙәбиәт теорияһын өйрәнеү. Терминдарҙы айырым дәфтәргә яҙып барыу.
  • Күренекле шәхестәрҙе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм һәләк булған яҙыусыларҙы, шәхес культы ҡорбандарын һәм уларҙың әҫәрҙәрен, тарихи темаға бағышланған материалдарҙы  өйрәнеү.
  • С.Юлаев, Аҡмулла, Ж.Кейекбаев, Ш. Хоҙайбирҙин һ.б. исемендәге премияларға, “Халыҡ яҙыусыһы” , “Халыҡ шағиры”тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың  исемдәрен ятлау.
  • Юбиляр яҙыусылар, шағирҙар, хәҙерге көн яҙыусылары, шағирҙары, драматургтар, уларҙың әҫәрҙәре тураһында  мәғлүмәт туплау.
  • Башҡорт  телевидениеһынан башҡортса тапшырыуҙарҙы, спектаклдәрҙе ҡарап барыу, аннотациялар яҙыу.
  • Ваҡытлы матбуғаттағы кәрәкле мәҡәләләр менән танышыу.

  Һәләтле балалар исемлеге:

  • Ҡасҡынова Гөлсөм   (7 кл.)
  • Юлмөхәмәтова Айзилә  (7кл.)  
  • Шафиҡова Әлфинә   (9 кл.)
  • Яҡшыбаева Ғәлиә (6 кл.)
  • Яҡшыбаева Наҙгөл  (8 кл.)
  • Абдрахманов Данир  (7 кл.)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә сәләтле балалар белән эшләү программасы

Безнең балаларыбыз тиз үсә. Тик шуны истә тотарга кирәк: бүген без сәләт, омтылышларын үстерергә ярдәм иткәндә генә, алар мөстәкыйль яши, тормышта яңа үрләр яулый ала. Аеруча сәләтле балаларны...

Сәләтле балалар белән эшләү.Табигать фәннәреннән олимпиадаларга әзерләү.

Әлеге тестны 8-9 нчы классларда географиядән олимпиадага әзерләгән вакытта кулланырга мөмкин. Сораулар фәннең төрле юнәлешләреннән алынды....

"Яр Чаллы шәһәре Мәгариф идарәсе "16 нчы "Огниво"Балалар иҗат үзәге"

"Үз тарихын тирән төшеп эзләп тапкан халык,киләчәген дә шулкадәр ерак күрә ала"дигән фәнни-гамәли конференциядә чыгыш ясаган өчен диплом....

Сәләтле балалар белән эшләү программасы

Сәләтле балар белән эшләү безнең мәктәп эшчәнлегенең иң мөһим юнәлешләренең берсе.Сәләтле балалар белән эшләүнең төп максаты - һәр укучының сәләтен,иҗади башлангычын үстерү....

Рус телендә урта гомуми белем бирүче мәктәпнең 8 нче сыйныфы (рус балалары өчен) эш программасы

Рус телендә урта гомуми  белем бирүче мәктәпнең 8 нче сыйныфы (рус балалары өчен)Эш программасы...