Ерем биҙәге, илем биҙәге. Н.Мусин ижады буйынса дәрес өлгө.
план-конспект урока (11 класс)

11 класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән дәрес өлгө.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл erem_bizge_-_ilem_bizge_bayazitovarr.docx23.84 КБ

Предварительный просмотр:

Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы, Бөрйән районы

Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Тема: Ерем биҙәге – илем биҙәге.

(Ноғман Мусин ижады буйынса йомғаҡлау дәресе)

11 класс

Маҡсат: 1) уҡыусыларҙың Ноғман Мусин тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү;

2) яҙыусының тормош юлын һәм ижадын өйрәнеүҙә уҡыусыларҙың эҙләнеү һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, фәнни эш менән шөғөлләнеү күнекмәләрен артабан дауам итеү;

3) яҙыусының тормошо һәм ижады аша уҡыусыларҙа тыуған тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү; Тыуған ил, ер, тәбиғәт яҙмышына битараф булмаған уҡыусылар үҫтереү.

Дәрес барышы:

  1. Психологик инеш.
  • Хәйерле көн, уҡыусылар! Бөгөнгө матур көнгә ҡыуанып, бер-беребеҙгә тик изге теләктәр генә теләп дәресте башлайыҡ.
  1. Проблемалы ситуация тыуҙырыу.
  • Экрандағы ошо һүҙҙәргә иғтибарҙы туплайыҡ. “Мин мәңгелек! Мәңгелек урман мин! Урман — кешеләр булғанда ғына урман, урман — халыҡ кеүек үк — мәңгелек.”
  • Һеҙ ошо юлдарҙың мәғәһен нисек аңлайһығыҙ? Ниндәй әҫәрҙән өҙөк? Авторы кем?
  1. Дәрестең темаһын һәм маҡсатын билдәләү.
  • Уҡыусылар, беҙ бөгөн дәрестә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин ижадына туҡталырбыҙ. Дәресебеҙҙең темаһы: ”Ерем биҙәге – илем биҙәге” тип атала.
  • Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ?
  • Эйе, уҡыусылар, һеҙҙең эҙләнеү табыштарығыҙ аша оло шәхестең тормош һәм ижад юлын тағы ла тулыраҡ итеп күҙ алдына килтерербеҙ. Ысынлап та, Ноғман Мусиндың – тәбиғәт йырсыһы икәненә инанырбыҙ.

(Сығыштар тыңлау, фекер алышыу. Һәр төркөмдөң эпиграфы итеп яҙыусының әҫәрҙәренең исеме алынған. Уҡытыусы өҫтәленә ҡуйылған яҙыусының китаптары уҡыусыларға сығыш яһаған саҡта ярҙам итер.)

  • Һәр төркөм үҙ эшен проект алымы менән тулыландыра бара.
  1. Ноғман Мусиндың тормош баҫҡыстары. “Һайлап алған яҙмыш.”
  • Презентация ярҙамында бер уҡыусы яҙыусының тормош юлын һөйләй.
  • Мәктәптәге уҡыу йылдары. Ишембай районы Ҡолғона ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала, аҙаҡ 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлаған. (презентацияла тыуған яҡтарының матурлығын, тәбиғәтен күрһәтеү)
  • Ниндәй юғары уҡыу йорттарында уҡыған. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институты, Башҡорт дәүләт университеты.
  • Эшләгән урындары. Ишембай районы Маҡар ауылында уҡытыусы, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институты, Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби сотрудник, “Ағиҙел” журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһы, Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор.
  • Наградалары. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре(1981), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты (1991), Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), Салауат Юлаев ордены (2007) , “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2011) ордендары менән бүләкләнгән.

Уҡытыусы һүҙе. Уның тәбиғәт тураһында яҙыуына тыуған тәбиғәт ҙур йоғонто яһағандыр. Ишембай районы Ҡолғона ауылы тәбиғәтенең матурлығы барыһын да таң ҡалдыра, һоҡландыра.

  1. Ноғман Мусин – яҙыусы. ”Ғүмерҙең бер мәле.”
  • Хикәйәләре: “Минең дуҫ” (1953), “Минең дуҫ” (1954), “Атайымдың ос һәнәге” һ.б.
  • Повестары: “Зөһрә”(1956), “Ғорурлыҡ”(1962), “Ер биҙәге”, “Күскә урманында”, “Кеше йылмая”, “Ауылым юлы” (1963), “Сәскәләр керпеген аса”, “Минең ауылдашым – Ибраһим ағай”, “Һинең мөхәббәтең”, “Аҡ юл һиңә!”, “Төпкөлдән төшкән килен” (1981) (Ошо уҡ исем менән 1982 йылда нәфис фильм төшөрөлә, режиссеры Р.М.Арыҫланов), “Шайтан ҡуласаһы”, “Йыртҡыс тиреһе”(1996), “Ике ир һәм бер ҡатын”, “Тауҙар тыны”, “Кеше һуҡмағы”, “Йәшлек ваҡыт”, “Аҡ бурандар”,”Ғүмерҙең бер мәле”, ”Еҙ ҡыңғырау”, “Төңгө усаҡ яҡтыһы” һ.б.
  • Романдары: “Өҙәрем юл кешеләре”(1970), “Һайлап алған яҙмыш”, “Һуңғы солоҡ” (1996), “Унда ята батырҙар һөйәге”(2000).
  • Трилогияһы: “Зәңгәртауҙа аҡ болан”(1980), “Яҙғы ташҡындар алдынан”(“Яралы кеше тауышы”) (1985) , “Таң менән сыҡ юлдарға”(1988).
  • “Мәңгелек урман” дилогияһы (1976-1978). Ошо исем менән 2006 йылда документаль фильм төшөрөлә, режиссеры Д.Б. Арыҫланова.

Уҡытыусы һүҙе. Н.Мусин әҫәрҙәре урыҫ, татар, яҡут һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Р.Ә.Мәҡсүтов, А.П.Филиппов, А.П.Чехов һ.б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.

Яҙыусының барлыҡ әҫәрҙәрендә лә һин тәбиғәт донъяһында йөҙәһен. Уның ижадындағы тәбиғәт “Ер биҙәге” генә түгел, характерҙар “биҙәге” лә. Ноғман Мусиндың һәр әҫәрендә тәбиғәттең, йәнлектәрҙең матурлығы һүрәтләнә. Автор әйтеүенсә, беҙ улар менән һоҡланып ҡына ҡалмай, уларҙы һаҡларға ла, ҡәҙерләргә лә тейешбеҙ. Тимәк, Ноғман Мусин – тәбиғәтте яратыусы, уны һаҡларға өндәүсе изгелекле кеше.

  1. Н.Мусин – тәбиғәт йырсыһы. “Мәңгелек урман”

Уҡыусыларҙың сығышы:

  • Кеше һәм тәбиғәт, тарих һәм бөгөнгө көн бәйләнеше, быуындар, заманалар күсәгилешлеге Н. Мусиндың бигерәк тә «Мәңгелек урман» тигән дилогияһында асыҡ сағыла. Яҙыусының романды «Мәңгелек урман» тип атауын, әлбиттә, бер яҡлы гына аңларға ярамай. Әҫәрҙең нисек тамамланыуына иғтибар итәйек: «Кеше урман шауына ҡолаҡ һала һәм ошо шау-геүләү араһынан бер тауышты айырым-асыҡ ишетә: — Мин мәңгелек! Мәңгелек урман мин!» Образлы фекерләү, шартлылыҡ, кинәйәле раҫлау был. Ошо раҫлауҙан һуң яҙыусы юҡҡа ғына: «Кеше уйланып, һыу ағышына ҡаршы — ауылы яғына атланы», — тип тамамламай әҫәрҙе. Урман — кешеләр булғанда гына урман, урман — халыҡ кеүек үк — мәңгелек. Тимәк, халыҡты, милләтте уның иле, тарихы, тәбиғәте билдәләгән кеүек үк, урман, тәбиғәт үҙе лә тик ошо халыҡ яҙмышы менән бәйле. Үткән героик көрәштең киләсәк быуынды тәрбиәләүҙәге мөһим роле тураһында әйтеп тормаҫҡа ла мөмкин.
  • Ауыл халҡы малсылыҡ, урмансылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә, һунарға йөрөй. “Мәңгелек урман” романы нда ир-егеттәрҙең генә түгел, ҡыҙҙарҙың да атта һыбай оҫта йөрөүҙәре, мылтыҡтан ата белеүҙәре һүрәтләнә. Н. Мусин романда тау башҡорттарының кәсептәрен дә күрһәтә: улар, утын ҡыр ҡып, күмер үртәй, унан Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларына алып барып һата. Яҙыусы башҡорттарҙың дегет ҡайнатыуы, һалабаш һалыуы, һал ағыҙыуы, йәғни бүрәнә һаллауҙары тураһында яҙа. Әҫәрҙе уҡып, беҙ тау башҡорттарының солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүен беләбеҙ. Ошо кәсепкә ҡағылышлы терминдар уңышлы ҡулланыла. Мәҫәлән: – Солоҡ юнырға ҡайҙан өйрәндең? – тип аптыраңҡырап һораны Төлкөсура. – Ҡотдос ағайҙан. Уның менән бергә йөрөштөргәйнем, ниндәйерәк ҡарағайҙы ҡайһылайыраҡ итеп өңөргә, кейә, тағырауҙар ҡуйырға, ҡайһылайыраҡ итеп ябырға өйрәтте. Автор шулай уҡ башҡорттарҙың өй эсе биҙәлешен, йыһаздарын, көнкүреш әйберҙәрен, халыҡ йолаларын һүрәтләүгә лә иғтибар итә. Романда яратҡан кешеңә йөҙөк бүләк итеү, йәтәс айырышыу, аулаҡ өйгә йыйылып, йөҙөк һалыш уйнау, яусылау, талаҡ ҡысҡырыу тураһында бәйән ителә.
  • Тәбиғәттең дә йәне бар, ти Ноғман Мусин үҙенең романында. Ул да һулыш ала һәм кешегә ҙур өмөттәр бағлап өндәшә: «Эй, әҙәмем! Ергә хужа булған Кешем минең! Ер тормошон йәшәртеү өсөн ҡулыңдан килгәңдең барыһын да эшлә! Ер-әсәбеҙҙең өҫтөндәге генә түгел, уның тәрән ҡуйынындағы һәммә хазина, бөтә тереклек һинең рәхимеңә тапшырылған. Беҙ, ерҙең барлыҡ йән эйәләре, һиңә күҙ төбәгәнбеҙ. Әгәр беҙҙең баштан үткәндәрҙе, бөгөнгө хәлебеҙҙе, киләһе көндәребеҙҙе асығыраҡ төҫмөрләргә теләһәң, тарихҡа күҙ һал, бөгөн һәр аҙымыңды уйлап баҫ, айыҡ аҡыл менән килер йылдарҙы байҡа, әҙәм балаһы!»

- Уҡытыусы һүҙе. Яҙыусы үҙенең һоҡланғыс әҫәрҙәре аша халыҡ күңеленә үтеп инә алды. Үҙенең ижадын мәңгелек бейеклеккә күтәрҙе. Ноғман Мусин ижады мәңгелек.

  1. Ноғман Мусинға әйтер һүҙем.
  • Ноғман ағай, һеҙҙең “Шайтан ҡуласаһы” повесын ихлас күңелдән уҡып сыҡтым. Повеста барған ваҡиғалар тап беҙҙең Бөрйән ерлегендә барыуы ла бик ҡыҙыҡһындырҙы. Унда ҡатнашыусы образдар тормоштағы реаль шәхестәр микән тигән һорау тыуҙы. Әҫәрҙә көньяҡ диалектҡа ҡараған бик күп һүҙҙәр осрай. “Бына һыу күтәреп Мохтасар ҡайтып инде лә урманға йөрөткәнлектән ҡоромға ҡарайып бөткән баҡырса (сәйнүк) менән сәй ҡуйып ебәрҙе, шунан тоғон ҡутарырға кереште.”
  • Һеҙ башҡорт прозаһының иң күренекле яҙыусыһы, эпик йөкмәткеле романдар, үткер проблемалы повестар, күп һанлы хикәйә һәм очерктар авторы. Һеҙҙең халыҡсан, тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған ижадығыҙҙың халҡыбыҙҙы, йәш быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡорт урманын, тәбиғәтен Һеҙҙең кеүек һүрәтләгән, уны һаҡлау проблемаларын ҡыйыу күтәргән башҡа яҙыусы юҡ тип әйтһәк тә хата булмаҫ.
  • Һеҙ ысын мәғәнәһендә халыҡ яҙыусыһы, хикәйәләрегеҙҙе, повестарығыҙҙы, «Өҙәрем юл кешеләре», «Һайлап алған яҙмыш», «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа – аҡ болан» романдарығыҙҙы өлкән быуын кешеләре генә түгел, йәштәр ҙә яратып уҡый. Мин һеҙҙең “Мәңгелек урман” романын уҡыным. Урманыбыҙҙың мәңгелек булырына ышанам.

Уҡытыусы һүҙе. Дәрестең темаһы “Ерем биҙәге – илем биҙәге” тип аталды. Ер ҡәҙерен белмәгән ил ҡәҙерен дә белмәҫ. Ил ҡәҙерен белмәгән яҡты көн күрмәҫ, ти халыҡ мәҡәле. Беҙҙең күпселек бәлә-ҡазаларыбыҙ ана шул ер-һыу ҡәҙерен, ил ҡәҙерен белмәүҙән килеп сыға ла инде. Ноғман Мусин әҫәрҙәренән сығып, беҙгә йәшәргә, ил-һыуҙы ҡәҙерләргә өйрәнергә кәрәк.

Ер биҙәге - урман, ил биҙәге - кеше. Ниндәй кеше ер биҙәге була? Үҙенең илен, тәбиғәтен мәңгелеккә яратҡан, тәбиғәткә ярҙам ҡулы һуҙған кеше генә ил биҙәге була ала.

  1. Дәфтәрҙә эш. Төркөмдәрҙең проект эше.

1-се төркөм. Н.Мусин тормошта ниндәй эҙ ҡалдырған?

-уҡырға көслө ынтылышы булған;

- тормошта үҙ урынын тапҡан;

- китап уҡыусылар күңелен яулаған һ.б.

2-се төркөм. Н.Мусин ижадында сағылдырылған темаларҙың актуаллеге.

  • Заман проблемаларының күтәрелеүе;
  • Тәбиғәттең яҡлауға мохтажлығын күрһәтеүе;
  • Яңы кеше образын тыуҙырыуы;
  • Үҙенең әҫәрҙәрендә күберәк тәбиғәткә дан йырлай, кешене лә ана шул тәбиғәттең бер балаһы итеп күрһәтә;

3-сө төркөм. Н.Мусиндың башҡорт әҙәбиәтендәге урыны.

  • Теленең байлығы, халыҡсанлығы;
  • Әҫәрҙәрендәге ваҡиғаларҙың халыҡсан булыуы;
  • хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле прозаиктарының береһе.
  1. Рефлексия
  • Дәрестең маҡсаты ниндәй ине? Маҡсатыбыҙға ирештекме?
  • Ҡайһы төркөм иң һәйбәт эшләне?
  • Һеҙ бөгөнгө эшегеҙҙән ҡәнәғәтме? Үҙегеҙгә ниндәй билдә ҡуйыр инегеҙ?
  1. Өйгә эш.
  1. Ноғман Мусинға хат.
  2. “Мәңгелек урман” әҫәре буйынса сценарий төҙөргә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары.

М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары....

Ғәли Соҡорой ижады буйынса презентация

Әҙәбиәт дәрестәренә өҫтәлмә күргәҙмәлелек....

Ғилемдар Рамазанов ижады буйынса презентация

Әҙәбиәт дәрестәрендә ҡулланыу өсөн...

Әхиәр Хәкимов ижады буйынса презентация.

Әхиәр Хәкимов ижады буйынса презентация....