Уҡыусыларҙың эҙләнеү эштәре
проект

Проекттар

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Баҡалы районы Яңы Илек төп дөйөм белем биреү мәктәбе

“Кем һин ,керәшен?”

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса  фәнни-тикшеренеү эше

Башҡарҙы: Баҡалы районы Яңы Илек

 төп дөйөм белем биреү мәктәбенең

6 класс уҡыусыһы

Сидоров Виталий Александр улы

Ғилми етәксе: башҡорт  теле һәм әҙәбиәте

                                                                                   уҡытыусыһы Кузнецова

                                                                           Галина Виктор ҡыҙы

                                                Яңы Илек -2017

Йөкмәтке

1.Инеш  ------------------------------------------------------------------------------------------3

        

2.Төп өлөш.

2.1Кем ул керәшен татары?    -----------------------------------------------------------4-5

2.2.Керәшен татарҙарының этник төркөм булараҡ формалашыуы---------5-6

2.3.Яңы Илек ауылының барлыҡҡа килеүе --------------------------------------------6

2.4.Керәшен татарҙарының милли йолалары--------------------------------------6-10

3.Йомғаҡлау. -----------------------------------------------------------------------------------10

4.Ҡулланылған әҙәбиәт.---------------------------------------------------------------------11

5.Ҡушымта.---------------------------------------------------------------------------------------11

1. Инеш

Бер көндө ,шулай мәктәптән ҡайтҡас,өҫтәлдә атайымдың тыуыу тураһындағы таныҡлығын күрҙем һәм ҡулыма алдым.Мин ҡыҙыҡһынып ҡарай башланым.

Унда Сидоров Александр Арсентьевич,милләте –татар тип яҙылғайны.Таныҡ-

лыҡты күтәреп атайым янына килдем һәм уға һорауҙар яуҙыра башланым:

  • Ни өсөн милләте –татар –тип яҙылған,беҙ рустар түгел мени?
  • Ә беҙ ниндәй милләт булып һаналабыҙ?
  • Керәшендәр ниндәй төбәктәрҙә йәшәй?

Эштең тикшереү объекты. Баҡалы районында  керәшен татарҙары  йәшәгән тө-йәк,минең тыуған ауылым-Яңы Илек ауылы.

Тикшеренеү предметы.Ошо ауылда тыуып үҫкән халыҡтың килеп сығыу тари-хы,уларҙың йәшәү рәүеше,йолалары.

Фәнни-тикшеренеү эшенең актуаллеге: бөтә кеше лә үҙенең милләтен,уның йо-ла, ғөрөф-ғәҙәт һәмбайрамдарын,үҙенең тамырҙарын белергә тейеш.Кем һуң ул керәшен татары? Ошо һорауҙарға яуап эҙләү фәнни-тикшеренеү эшенең проблемаһы булып тора.

     Проблеманан сығып , фәнни-тикшеренеү эшенең темаһы асыҡланды:

“Кем һин,керәшен?”

Фәнни-тикшеренеү эшенең маҡсаты:керәшендәр этник төркөм түгел,ә милләт икәнен иҫбатлау. Халыҡтың йола, ғөрөф-ғәҙәте һәмбайрамдарының Башҡор-тостанхалыҡтарытормошондағыроленасыу .

Фәннитикшеренеү эшенең бурыстары:

-керәшен халҡының этник төркөм булараҡ барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеү.

-ни өсөн керәшен татарҙары икәнен асыҡлау.

-керәшен татарҙарының килеп сығышын асыҡлау.

-милләт булараҡ үҙенсәлеген асыу.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:

Йыйылған һәм күҙәтеү үткәрелгән материалдарҙы артабан керәшен халҡы тураһында дәрестәрҙә ,тыуған төйәкте  өйрәнгәндә файҙаланырға була.

Тикшереү һыҙымталарын   минең киләсәк тормош юлымда ҡулланырға була.

Структураһы:

Тикшеренеү эше инештән,төп өлөштән,йомғаҡлауҙан,ҡулланылған әҙәбиәт

исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.

2.Төп өлөш.

2.1.Кем ул керәшен татары?  

Һуңғыйылларҙахалҡыбыҙҙың тыуған еренә, туғантеленә, үткәненә, мәҙә-ниәтенә иғътибарыартҡандан-артабара. Был үҙгәрешйола, ғөрөф-ғәҙәт һәмбайрамдарҙы үткәреүгә, онотолғандарынторғоҙоуға һәмяңартыуғакилтерә.

Быуындан-быуынға күсепкилгән, былрухибайлыҡтарыбыҙбөгөнгөкөндәрҙә лә беҙҙең тормошобоҙҙың, йәшәйешебеҙҙең биҙәгебулыптора.

Мин үҙемде белә башлағандан бирле бик күп һорауҙарға яуап эҙләйем һәм уларҙы төрлө сығанаҡтарҙан,һүҙлектәрҙән,интернет селтәренән, өләсәйҙән,

олатайҙан, атай-әсәйҙән һораштырып табам.

Шулай итеп, мин керәшендәр тураһында материал туплай башланым һәм шуны асыҡланым: керәшенхалҡыбиккүптормошһынауҙары үтеп, бөгөнгөкөнгә дә килеп еткән. Ҡасандырюғалыуғадусарителгәнмилләттуғантеленһаҡлап, алғатабаатлаған. Ғасырҙарҙан-ғасырға, быуындан-быуынға, өләсәй-олатайҙан атай-әсәйгә, атай-әсәйҙән балаға үҙҙәренең боронғобайрамдарын, ғөрөф-ғәҙәт-тәрен, йолаларынюғалтмайынсатапшырыпкилгән, һәмулар, күпмелердәрә-жәлә үҙгәреп, юғалыпбөтә яҙып, беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.Беҙгә,хәҙерге быуындың йәш кешеләренә, өйрәнергә һәм юғалтмайынса нисек тә һаҡлап ҡалырға кәрәк.

Керәшендәр (керәшен татарлары) — татар халҡының православ динен тоткан үҙенсәлекле бер төркөмө.

Аталыштыңкилепсығыутеорияләре

урыссанан «крещён» (сифат) һүҙенән.

М. Глухов буйынса «керәй (керечин)» төркөмөнөң аталышынан.

Керәшендәрҙе христиан динен ҡабул итеү ваҡыттары буйынса "иҫке" һәм "яңы" керәшендәргә айырып йөрөткәндәр. Казан ханлығы рус дәүләте тарафынан емерелгәндән һуң, йәгъни XVI быуаттың урталарынан алып, 1731 йылға ҡәҙәр христианлыштырылган татарҙар "иҫке керәшендәр" тип аталған. 1731 йыл-да миссионерлыҡ эшен тағыла алға ебәреү өсөн махсус комиссия (рус. Ново-крещенская комиссия) ойошторола. Был комиссия ойошторолғандан һуң хрис-тианлаштырылган татарҙар - "яңы керәшендәр" тип аталып йөрөтөлә башлай-ҙар.

Батша хөкүмәте христиан диненә кереүселәргә һәртөрлө өҫтөнлөктәр биреүҙе, мәҫәлән, һалдат хеҙмәтенән, төрлөһалым-түләүҙәрҙән аҙат ителеү, ер алыу, жаҙанан ҡотолоу һ.б. ҡыҙыҡһындырыу сараларын ҡулланған.

Христиан диненә күскән татарҙарҙың бер өлөшө тулыһынса урыҫлашҡан, татар иҫәбенән сыҡҡан. 1713 йылда Петр I барлыҡ татар морҙаларына ярты йыл эсен-дә суҡынырға әмер бирә: айырым указ сығара. Уны үтәмәгән морҙалар үҙҙәре-

нең биләмәләрен һәм өҫтөнлөктәрен юғалтырға тейеш булалар. Морҙаларҙың бер өлөшөсуҡына. Биләмәләрен юғалтҡан, әммә динен алыштырмаған морҙа-ларҙы халыҡ телендә "сабаталы морҙалар" тип атағандар.

XIX йөҙ баштарынан көсләп суҡындырылған татарҙар араһында яңынан мөсөл-ман диненә әйләнеп ҡайтыу башлана.

1926 йылғы халыҡ һанын алыу буйынса  керәшендәрҙең 99041 кеше икәнлеге мәғлүм. Керәшендәр Вятка, Казан, Өфө өлкәләре менән бер рәттән Ырымбур, Тобол яҡтарында йәшәй. Хәҙерге ваҡытта керәшендәрҙең төп йәшәй торған төбәктәре Татарстандың Кама буйы райондары: Түбән Кама, Зәй, Апас (Подберёзье керәшендәре), Башкортстандагы Баҡалы районы, Силәбе өлкәһендә (Ногайбәк керәшендәре) һанала.

1926 йылғы мәғлүмәттәр буйынса беҙ 101 мең 450 кеше булғанбыҙ. Ләкин 1939 йылғы халыҡ һанын алыуҙа керәшенде төшөрөп ҡалдыралар һәм “башҡа мил-ләттәр араһында ассимиляцияләнделәр”, - тип яҙып сығалар. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алғанда керәшендәр һаны республикала 3801 кеше тип күрһәтелгән.

Был иһә дөрөҫлөккә тура килмиҙер тип әйткем килә .Бер кешенең иҫемлектән һыҙып ташлауы менән генә халыҡты юҡҡа сығарып булмай. Беҙ бар, без йәшәй-беҙ. Ниндәй генә яҙмышҡа дусар ителһәлә , үҙ аҫылын, боронғо үҙенсәлектә-рен: ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, йыр-моңон, милли телен, һау- саф һәм паҡ килеш йәненә, йөрәгенә төрөп тарихтың хәүеф - хәтәрле төпкөлдәре уттары – һыуҙары аша кисереп, бөгөнгә ҡәҙәр килтереп еткерә алды керәшен.

2.2.Керәшен татарҙарының этник төркөм булараҡ  формалашыуы

Керәшен татарҙарының төркөмдәре

Керәшендәр барыһы ла бер төрлө түгел, улар үҙ эстәрендә лә бер-береһенән шаҡтый ныҡ айырылалар. Тел-һөйләм үҙенсәлектәре, шулай уҡ иҡътисади һәм рухи мәҙәниәткә ҡараған үҙенсәлекләрҙе сағыштырып ҡарағанда, шаҡтый йыраҡ араларға һибелеп ултырған керәшендәрҙең биш ҙур төркөмө бүленеп сыға.

1.Казан арты керәшендәре

2.Түбән Кама тирәһендә йәшәүсе керәшендәр

3.Систай керәшендәре

4.Тау яғы (Мәлки) керәшендәре  

5.Нағайбәк керәшендәре

БеҙТүбән Кама тирәһендә йәшәүсе керәшендәр төркөмөнә инәбеҙ.

 Башҡортстандың Баҡалы районында ла бер нисә ауылда керәшендәр йәшәй. Фәнни әҙәбиәттә, архив документтарында һәм Өфө губернаһына ҡараған яҙ-маларҙа был яҡтарҙа йәшәүсе керәшендәрҙе XVI—XVII быуаттарҙа элекке 

Казан ханлығы территорияһенең үҙәк өлөшөнән күсеп ултырғандар тип күрһә-тәләр. Айырым сығанаҡтар буйынса  керәшен ауылдарының бик күптәндән йә-шәп килгәнлеге күренә. Югарыла күрһәтелгән төбәктәрҙә йәшәүсе керәшендәр Өфө епархияһенә ҡараған яҙмаларҙа һәм архив документтарында «иҫке» керәшендәр тип теркәлеп ҡалдырылғандар.

2.3.Яңы Илек ауылының барлыҡҡа килеүе.  

Ауылдың барлыҡҡа килеүе тураһында атайым миңә бына нимә һөйләне.

«...Яһаҡ түләүсе иҫке крәшендәрЫрымбурҠаҙна палатаһының1796 йылдың

14 июлендәге бойороғо буйынса  Минзәләөйәҙенең Иҫке Үрмәдеауылынан (5 ғәилә), Түбән Үрмәденән  (7 ғәилә) ,Иҫке Ҡарандан өс ғәиләдәүләт крәҫтиәндәре (9 ир. -7 ҡат.), улар күсеп ултыралар һәм Яңы Илек ауылы тип атайҙар.Яңы Илектә иҫке керәшендәр 1811 йылда, 15 өй булған, 1834 й. - 20 өй (73 ир.-78 ҡат.). Белешмә китабы буйынса 1877 й., Сөнь йылғаһы һәм Яҡтыкүл  буйындағы Яңы Илек ауылында - 42 өй(162 ир.-165 ҡат.). Архивмәғлүмәттәре буйынса  1912 й., Яңы Илек ауылында (Яҡтыкүл) 130 өй (408 ир.-399ҡат....».

2.4.Керәшен татарҙарының милли йолалары

       Быуаттар  дауамында тәбиғәттәге йыллыҡ үҙгәрештәргә, бабаларыбыҙҙың хужалыҡ эштәренә һәмтормош-көнкүрешенә бәйле рәүештә күп төрлө йолалар барлыҡҡа килгән һәм быуындан-быуынға күсеп ҡамиллашҡан, иҫкергәндәре ҡулланыштан сыҡҡан.
Минеңсә, беҙ быуындан быуынға күсеп килгән мираҫты киләсәккә лә тапшы-рырға тейеш. Шул ваҡытта ғына милләт һаҡланып ҡаласаҡ.Керәшендәрҙең тормош-көнкүреш һәм рухи үҙенсәлектәренә инде XIX быуатта  уҡ күп кенә тикшеренеүсе ғалимдар иғътибар иткәндәр. Керәшен халҡының барлыҡ башҡа милләттәрҙән бер айырымлығы бар: беҙҙә һәрбер мәжлестә, ниндәйҙә булһа ваҡиғала йырҙар йырлайҙар.Тик мәғәнәһенә тура килешле булараҡ.

Фольклорсылар һәм этнографтар халыҡтың йола ижадын-фольклорын ике төргә бүлеп йөрөтәләр:

1)йыл миҙгелдәременән бәйләнгән календарь йола фольклорына ,

2)ғаилә-көнкүреш йола фольклорына.

Был йолалар һәм уларға бәйләнешле фольклор татар халҡы ижады өсөн дә хас.[Бакиров 2008:48]
Беренсе эш итеп башта егет яғынан, жаучы йәғни башҡода ебәрәләр. Ҡыз ки-лешергә килеүсе ҡоҙалар вәғәҙә итеп китәләр. Аҡ алыштыралар(егет һәм ҡыз ниндәйҙә булһа әйберҙә-рен бер-береһенә бүләк итәләр).Туйҙа ҡыҙсиккән ҙур сөлгөһөн сығаралар.Сы-ғарғанда йыр йырлайҙар.Никахлашыу сиркәүҙә үтә.

Христиан дине йолаһы буйынса уҡылған никах – кәбен дип атала.Атай-әсәләр фатиха биргәндәр йәки бәхилләгәндәр.Балалар фатиха һорағанда ҡыҙҙың әсәһе тәрене аяҡ осона ҡуйып теләктәр әйтә.Был  тәрене ҡыҙға биреп ебәрә. Керәшен ҡыҙҙары кәбен күлдәктәрен(туй күлдәктәрен )кейеп, матур итеп би-ҙәлгән аттарға ултырып, «кәбен ҡыйдырып ҡайтҡас», егет менән ҡыҙҙы үҙ өй-ҙәренә түгел, ә «ҡунаҡ өйө» тип аталған, махсус әҙерләп ҡуйылған өйгә алып инәләр.Ҡыҙҙы турынан- туры кейәү йортона алып ҡайтмайынса башҡа өйгә кер-теп тороу- бик боронғо йола. Ҡунаҡ өйө итеп, ғәҙәттә, ҡыяматлыҡ булған кеше-нең өйөн билдәләйҙәр. Ҡыяматлыҡ итеп кейәү яғынан туған тейешлерәк ҡатын-ҡыҙ һәм уның ире һайлап алына.Улар –әтки-әнки тип йөрөтөлә.Ҡыямат- ғәрәп теленән ингән һүҙ.Ул  ғүмер буйы был ир менән ҡатындың иң ышанычлы дуҫты, кәңәшсеһе һәм таянысы булырға тейеш.Ә ҡыяматлыҡ булған кеше үҙе киленгә ҡыяматлыҡҡыҙым тип өндәшкән.Ҡыяматлыҡ булған кешеләргә кейәү менән килендең балалары әнки әби, әтки бабай тип ҙурлап өндәшкәндәр.Уларға шаяртып йырыуҙар әйткәндәр.

Коҙалар бер-береһен ололап оло ҡоҙа, төп ҡоҙа тип өндәшәләр.Ҡапма-ҡаршы маҡтап йыр йырлайҙар.

Ишектәрҙән керҙең лә ай ҡояш кеүек.,

Һығылып сәләм бирҙең лә тал кеүек.

Һеҙ ҡоҙаҡайларым ла килеп кергәс,

Йәнем иреп китте лә май кеүек.

Туй ваҡытында ҡоҙа күстәнәчтәрен табынға сығарыу үҙенсәлекле шаян йырҙар менән бара.

-Икекәй ҙә көрән лә ай атығыҙ,

Аныңҡай ҙа  береһен беҙгә һатығыҙ.

Бик күп күстәнәстәр лә ай төйәгәнһегеҙ,

Нисек тартып ла килде ай атығыҙ?

-Беҙҙең яҡтың ла ай тегермәне,

Ялан ғына ла бойҙай ай тартаҙыр.

Беҙҙең яҡтарҙың ла ай аттары ,

Күпме һалһаң шуны ла тартаҙыр.(Өләсәйемдән яҙып алдым)

Керәшендәрҙең йолалары бик күп төрле.Шуларҙың береһе бала тыуыу менән бәйле йолалар: бәбей тыуғасйыр йырлағандар, бәбей туйы яһағандар.Бала тыуғас бер атна араһынан, ун көндәнме суҡындырғандар.Баланы суҡындырыу йолаһын үтәгәндә ҡатнашҡан кешеләр; үрсәни, үрсәти.Минең дә үрсәни-үр-сәтием  бар.Мин уларға шулай тип өндәшәм.

Тыуған кешене генә түгел, үлгән кешене лә ҙурлағандар.Уға  тыныслыҡ теләп йыр, иман уҡығандар.Уленең өсөһөн, туғыҙын, ҡырҡын, йылын үткәргәндәр.

Һәрбер үлене иҫкә алыу көнөндә ҡоймаҡменән тейәберсен иткәндәр.Тейә-

берсе итеү- үлгән кешене иҫкә алыу көндәрендә ашау риҙыҡтары янында келәү итеү.Үлеләрҙе шулай хөрмәтләгәндәр.
Ҡыштың 24- 25 декабрендә башланып киткән уйын- Нардуған.Был байрам ке-рәшен халҡында үткәрелмәйҡалмай.Нардуғанда ҡатнашыусылар төрлө бит-лектәр, кейемдәргә кейенеп өй буйынса йөрөгәндәр.Үҙҙәрен танытмаҫҡа ты-рышып, таҡмаҡтар әйткәндәр.Нардуған кергән йортта малдар күп була ти-гәндәр.
Ә иҫкесә яңыйыл кисендәйөҙөк һалалар.Йөҙөк һалыу, балдаҡһалыу –нар-дуған уйындарының иң көтөп алғандары, күмәкләп йыйылышып башҡарыла торғандарының береһе.Егеттәр, ҡыҙҙар нардуган өйөнә йыйылып, ғәиләләге баш бала менән төпсөк баланы бәкенән һыу алып ҡайтырға  ебәрәләр.Ҡайтҡан-

да һөйләшмәйенсә, артына әйләнеп ҡарамайынса ҡайтырға тейеш.Шулай алып ҡайтылған һыу тылсымлы, һерле көскә эйәтип ышанғандар.Һәркем үз йөҙөгөн үҙе һала.Төпсөк бала болғатырға ултыра.Балдаҡтарҙы һалғанда, таҡмаҡҡа ҡа-рап юрыйҙар… Унан таҡмаҡтар әйтәләр.Был куплеттар араһында яҡшыһы ла, насары да була.Балдаҡ һалған һыуҙы алып сығып ҡояшҡа ҡаршы түгәләр

[Токарев С.А.1983:85].
Масленица көнөнә тура килә май сабыу. Был көндө матур итеп биҙәлгән аттарға ултырып урманға кәтәйсәгә киткәндәр. «Йәштәр-ҡыҙҙар май сапмаһа, етен ҡыҫҡа булыр»,-тип әйтә торған булғандар ҡарттар.Май сабыуҙың үҙенең махсус көйө һәм йырҙары бар.Май сабыуҙар уҙғас, керәшендәр «ҡоро тота» башлайҙар. Христиан дине йолаһы буйынса ураҙа тотоуҙокрәшендәр шулайәйтәләр.[Рамазанова Д.Б.1970:60].
Яҙ көнө, тал ботаҡтары бөрөсығара башлағас, бәрмәнсек, бәрмәнсек атнаһы уҙғарыла. Ул оло көнгә бер аҙна ҡала билдәләнә.Ошо ботаҡтарҙы ҡояш сыҡҡансы, я кистән, я иртән һыу буйынан алып ҡайтып, тупраҡсаға элгәндәр. Уларҙы ташламағандар.Яз көнө беренсе тапҡыр көтөү сыҡҡанда, малдарҙы са-бып сығарғандар, ҡаҙҙар күкәй һалғанда ояларына ҡуйғандар. [Токарев С.А. 1983: 91].
Оло көн бик мөхим байрам.Был көндә күкәй буяп, урамға ҙур дағандар ҡуялар. Күкәй тәгәрәтешле уйнайҙар.Пасханан һуң 9 көн үткәс симектә зиратҡа тейәберсен итеү)уҙғарыла.Шул уҡ көндө болонға барып, ҡайын төрөргә баралар.Июндең беренсе атнаһында япраҡ байрамы, 10 тирәһендә торойсын булырга тейеш.
Ямғырозак яумаған саҡтарҙа, бутҡа бешерәләр.Ауылдың йәше-ҡарты йыйыла.
14-15 июлдә Питырау уҙғарыла.Был  көнгә мейестәрҙе, моржаларҙы ағарта-лар.Был көннө 40 төрлө үлән йыйып киптерәләр.Файҙаһы ник тейәтип һана-ла.Питырауға һарыҡһуялар.Йәйҙән һуң бесәндәрҙең эшен бөтөрөп, көҙгә, ҡышҡа әҙерлек башлана.Керәшен ҡатындары, әбейҙәре көзгө һарыҡйөнөнән ҡышҡа ерләп йомғактар әҙерләйҙәр. Ҡаҙ өмәләре, тула баҫыуҙар,өшкөрөүҙәр, бесән өҫтәре ойошторолорга тейеш.Керәшен халҡында күп адарыныуҙар һәм әйтемдәр бар.Тик улар бөгөнгө көндә юғалып баралар.

Кем һин, керәшен, тыйнак туғаным? Был  һорауға асыҡ теүәл яуап бөгөнгө көндә табылған кеүек. Керәшендең милли этник төркөм булараҡ үҙенсәлеге ошонда: урыҫтан дин дә, татарҙан тел дә алмаған ул. Йәғни урыҫлашмайынса да, мөсөлманлашмайынса ла үҙенең гүҙәл боронғолоғын һаҡлап ҡалган, элекке тел, көй, кейем-һалым, йәшәү рәүеше, аҙыҡ-түлек, тарих төҙөлөшө, йолалары ғөрөф-ғәҙәттәре мөхитендә йәшәй биргән. Әнә шуға күрә беҙ бөгөн бөйөкмилләтбулыпйәшәүебеҙҙедауамитәбеҙ.

    3.Йомғаҡлау.

Тикшеренеүҙәр барышында мин шуны белдем:

Халык байрамдарынһаҡлапҡалыу, уларҙыҡабат йәнләндереү, өйрәнеү, милләтебеҙҙеңбайрамкультураһынбайыта, халыҡтардуҫлығыннығыта.

     Республикабыҙҙағы милләттәрҙең ҙурберғәилә, толерантлык үрнәгебулыпйәшәүендә миллибайрам, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең ролеҙур.

   Хәҙерге ваҡытта керәшендәр милләт булып һанала.

Үткәне,бөгөнгөһө,киләсәге бәйләнгән.

Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап,беҙ үҙебеҙҙе,халҡыбыҙҙы һаҡлайбыҙ,һәм мин үҙемде бер ҙур халыҡтың бер өлөшө итеп тойҙом.

4.  Ҡулланылған әҙәбиәт.    
1.Баязитова Ф.С. Керәшендәр.Тел үҙенсәлектәре һәм йола ижады.-Казан: Матбуғат йорто,1997.-93,7б.
2.Рамазанова Д.Б. Говоры татар среднего Прикамья: Автореф. Дис. Канд. Филол. Наук.-Казань, 1970.-60стр.
3. Абдуллин, Я. Беҙ бер милләт, керәшен ҡәрдәштәр / Я. Абдуллин // Шәһри Казан. — 2002. — 26 апр.

4. 2. Абрамов, В. В. Проблемы кряшенского этноса / В. В. Абрамов // Керәшен һүҙе. — 2001. — № 12-13 (дек.).

5. Керәшен татарҙарының милли йолалары (edutatarru/blodtatartele)

6.Перепись в Республике Башкортостан.

7. (http://ru.wikipedia.org/wiki/Кряшены)

8.  http://www.missiakryashen.ru/about/

9.Эш барышында 1920 йылда тыуған Васильева  Клавдия  Ивановна иҫтәлек-тәре файҙаланылды.

5.Ҡушымта.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Баҡалы районы Яңы Илек төп дөйөм белем биреү мәктәбе “Кем һин ,керәшен?” Башҡарҙы : Баҡалы районы Яңы Илек төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Сидоров Виталий Александр улы Ғилми етәксе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Кузнецова Галина Виктор ҡыҙы Яңы Илек - 2017

Слайд 2

Эштең тикшереү объекты. Баҡалы районында крәшен татарҙары йәшәгән төйәк,минең тыуған ауылым-Яңы Илек ауылы.

Слайд 3

Тикшеренеү предметы. Ошо ауылда тыуып үҫкән халыҡтың килеп сығыу тарихы,уларҙың йәшәү рәүеше,йолалары.

Слайд 4

Фәнни-тикшеренеү эшенең актуаллеге: бөтә кеше лә үҙенең милләтен,уның йола, ғороф-ғәҙәт һәм байрамдарын,үҙенең тамырҙарын белергә тейеш.Кем һуң ул керәшен татары? Ошо һорауҙарға яуап эҙләү фәнни-тикшеренеү эшенең проблемаһы булып тора. Проблеманан сығып , фәнни-тикшеренеү эшенең темаһы асыҡланды: “Кем һин,крәшен?”

Слайд 5

Фәнни-тикшеренеү эшенең маҡсаты: крәшендәр этник төркөм түгел,ә милләт икәнен иҫбатлау. Халыҡтың йола, ғороф-ғәҙәте һәм байрамдарының Башҡортостан халыҡтары тормошондағы ролен асыу .

Слайд 6

Фәнни тикшеренеү эшенең бурыстары: крәшен халҡының этник төркөм булараҡ барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеү. Ни өсөн крәшен татарҙары икәнен асыҡлау. Крәшен татарҙарының килеп сығышын асыҡлау. Милләт булараҡ үҙенсәлеген асыу.

Слайд 7

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте: Йыйылған һәм күҙәтеү үткәрелгән материалдар артабан крәшен халҡы тураһында башҡорт теле дәрестәрендә ,тыуған төйәкте өйрәнгәндә файҙаланыла ала.Тикшереү һыҙымталарын ------------ ҡулланырға була.

Слайд 8

Структураһы: Тикшеренеү эше инештән,төп өлөштән,йомғаҡлауҙан,ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.

Слайд 9

1.Кем ул крәшен татары? Крәшендәр (крәшен татарлары) — татар халҡының православ динен тоткан үҙенсәлекле бер төркөмө. Аталыштың килеп сығыу теорияләре уры ҫ теленән «крещён» (сифат) һүҙенән. М. Глухов буйынса «керәй (керечин)» төркөмөнөң аталышыннан

Слайд 10

2.Крәшен татарҙарының этник төркөм булараҡ формалашыуы 1.Казан арты крәшендәре 2.Түбән Кама тирәһендә йәшәүсе крәшендәр 3.Систай крәшендәре 4. Тау яғы (Мәлки) крәшендәре 5.Нағайбәк крәшендәре

Слайд 11

3.Крәшен татарҙарының милл әт булараҡ үҙенсәлеге 1926 йылғы халыҡ һанын алыу буйынса крәшендәрҙең 99041 кеше икәнлеге мәғлүм.

Слайд 12

4.Яңы Илек ауылының барлыҡҡа килеүе. «... Яһаҡ түләүсе иҫке крәшендәр Ы р ым бур Ҡаҙна палатаһының 1796 йылдың 14 июлендәге бойороғо буйынса Минзәлә өйәҙенең Иҫке Үрмәде ауылынан (5 ғәилә), Түбән Үрмәденән (7 ғәилә) , Иҫке Ҡарандан өс ғәилә дәүләт крәҫтиәндәре (9 ир. -7 ҡат.), улар күсеп ултыралар һәм Яңы Илек ауылы тип атайҙар. Яңы Илектә иҫке крәшендәр 1811 йылда, 15 өй булған, 1834 й. - 20 өй (73 ир.-78 ҡат.). Белешмә китабы буйынса 1877 й., Сөнь йылғаһы һәм Яҡтыкүл буйындағы Яңы Илек ауылында - 42 өй(162 ир.-165 ҡат.). Архив мәғлүмәттәре буйынса 1912 й., Яңы Илек ауылында (Яҡтыкүл) 130 өй (408 ир.-399ҡат....».

Слайд 13

5.Керәшен татар ҙ арының милли йолалары

Слайд 14

Масленица ( май чабыу)

Слайд 15

Оло көн

Слайд 17

Минең өләсәйем

Слайд 18

Керәшен өйө

Слайд 20

Тикшеренеүҙәр барышында мин шуны белдем: Халык байрамдарын һаҡлап ҡалыу, уларҙы ҡа - бат йәнләндереү, өйрәнеү, милләтебеҙҙең бай - рам культураһын байыта, халыҡтар дуҫлығын нығыта. Республикабыҙҙағы милләттәрҙең ҙур бер ғәилә, толерантлык үрнәге булып йәшәүендә милли байрам, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең роле ҙур. Хәҙерге ваҡытта керәшендәр милләт булып һанала. Үткәне,бөгөнгөһө,киләсәге бәйләнгән. Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап,беҙ үҙебеҙҙе, халҡыбыҙҙы һаҡлайбыҙ,һәм мин үҙемде ҙур халыҡтың бер өлөшө итеп тойҙом.



Предварительный просмотр:

Хәйерле көн,конференцияла ҡатнашыусылар!

Мин Яңы Илек төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Сидоров Виталий булам. Бер көндө ,шулай мәктәптән ҡайтҡас,өҫтәлдә атайымдың тыуыу тураһындағы таныҡлығын күрҙем һәм ҡулыма алдым.Мин ҡыҙыҡһынып ҡарай башланым.

Унда Сидоров Александр Арсентьевич,милләте –татар тип яҙылғайны.Таныҡ-

лыҡты күтәреп атайым янына килдем һәм уға һорауҙар яуҙыра башланым:

  • Ни өсөн милләте –татар –тип яҙылған,беҙ рустар түгел  мени?
  • Ә беҙ ниндәй милләт булып һаналабыҙ?
  • Керәшендәр ниндәй төбәктәрҙә йәшәй?

Мин һеҙгә үҙемдең “Кем һин,керәшен?” тигән фәнни-тикшеренеү эшен тәҡ-

дим итәм.

Эштең тикшереү объекты. Баҡалы районында  керәшен татарҙары  йәшәгән тө-йәк,минең тыуған ауылым-Яңы Илек ауылы.

Тикшеренеү предметы.Ошо ауылда тыуып үҫкән халыҡтың килеп сығыу тари-хы,уларҙың йәшәү рәүеше,йолалары.

Эштең актуаллеге: беҙ Башҡортостан Республикаһында йәшәйбеҙ. Унда төрлө халыҡ  йәшәй,бөтә кеше лә үҙенең милләтен,уның йола, ғөрөф-ғәҙәт һәм байрамдарын,үҙенең тамырҙарын белергә тейеш.Кем һуң ул керәшен татары? Ошо һорауҙарға яуап эҙләү фәнни-тикшеренеү эшенең проблемаһы булып тора.

     Проблеманан сығып , фәнни-тикшеренеү эшенең темаһы асыҡланды:

“Кем һин,керәшен?”

Маҡсаты: керәшендәр этник төркөм түгел,ә милләт икәнен иҫбатлау. Халыҡтың йола, ғөрөф-ғәҙәте һәм байрамдарының Башҡортостан халыҡтары тормошондағы ролен асыу .

Бурыстары:

-керәшен халҡының этник төркөм булараҡ барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеү.

-ни өсөн керәшен татарҙары икәнен асыҡлау.

-керәшен татарҙарының килеп сығышын асыҡлау.

-милләт булараҡ үҙенсәлеген асыу.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:

Тикшереү һыҙымталарын   минең киләсәк тормош юлымда ҡулланырға була.

Мин керәшендәр тураһында материал тупланым һәм бына шуны асыҡланым: керәшен халҡы бик күп тормош һынауҙары үтеп, бөгөнгө көнгә дә килеп еткән. Ҡасандыр юғалыуға дусар ителгән милләт туған телен һаҡлап, алға таба атлаған. Ғасырҙарҙан-ғасырға, быуындан-быуынға, өләсәй-олатайҙан атай-әсәйгә, атай-әсәйҙән балаға  үҙҙәренең боронғо байрамдарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын юғалтмайынса тапшырып килгән, һәм улар, күпмелер дәрәжәлә үҙгәреп, юғалып бөтә яҙып, беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.

Керәшен халҡының барлыҡ башҡа милләттәрҙән бер айырмалығы бар: беҙҙә һәр бер мәжлестә, ниндәй ҙә булһа ваҡиғала йырҙар йырлайҙар.Тик мәғәнәһенә тура килешле булараҡ.

Урманнарга керсәң,кер сызгырып.

Селкенмәгән агач калмасын.

Үсепкәйдә,буйларга житкән чакта,

Сокланмаган кешеләр калмасын.

Беҙгә,хәҙерге быуындың йәш кешеләренә, өйрәнергә һәм юғалтмайынса нисек тә һаҡлап ҡалырға кәрәк.Һәм шуның өсөн дә алға таба мин тикшеренеү эшемде дауам итергә теләйем.

Кем һин, керәшен, тыйнак туғаным? Был   һорауға асыҡ теүәл яуап бөгөнгө көндә табылған кеүек. Керәшендең милли этник төркөм булараҡ үҙенсәлеге ошонда: урыҫтан дин дә, татарҙан тел  дә алмаған ул. Йәғни үҙенең гүҙәл боронғолоғын һаҡлап ҡалган, элекке тел, көй, кейем-һалым, йәшәү рәүеше, аҙыҡ-түлек, тарих төҙөлөшө, йолалары ғөрөф-ғәҙәттәре мөхитендә йәшәй биргән. Әнә шуға күрә беҙ бөгөн бөйөк милләт булып йәшәүебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Мин әле 6 класта уҡыймын.Алға таба тормошомдың ниндәй боролош алаһын белмәйем, ләкин хәҙерҙән үк мин үҙемде ҙур халыҡтың бер өлөшө итеп тоям.

Ата-әсәмдең,туғандарымдың яҡшы сифаттарын алып,мин яҡшы билдәләргә генә уҡырға тырышам.Мәктәпте тамамлағас, үҙемә оҡшаған һөнәрҙе һайлап, мин алға таба юғары белем алырға һәм тыуған илемә файҙалы булырға теләйем.

Мин үҙемдең ошо милләт вәҡиле булуым менән ғорурланам.Керәшен милләтен тыуған илгә мәхәббәт,ябайлыҡ,намыҫлы булыуы,кешеләргә файҙа килтерергә тырышыуы,яҡындары тураһында ҡайғыртыу,үҙ эшенә туғрылылыҡ берләштерә.Нәҡ ошо сифаттары беҙҙең милләтебеҙгә һәр ваҡытта яҡшы кешеләр булып ҡалырға,төрлө хәлдәрҙән сығырға ярҙам иткән.Һәм мин үҙемдең балаларым, ейәндәрем,киләсәк быуыным , үҙенең керәшен булыуын онотмауын теләйем

Сөнки үҙ милләтенең үткәнен,бөгөнгөһөн белмәгән кешенең киләсәге юҡ тип уйлайым.

                                           Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм  китапханасыларға, шағирҙар һәм яҙыусылар менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға был хронологик таблицаның ярҙамы тейер тип ышанам...

Мастер-класс для учителей башкирского языка "Уҡыусыларҙың тәржемә эшен лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу".

Культурологический подход к изучению произведений на уроках башкирского языка и литературы - наиболее приемлемый при работе в полилингвальном пространстве. Он помогает глубже изучить жизнь народа, пре...

Педагогик концепция: "Проблемалы уҡытыу аша уҡыусыларҙың монологик телмәрен үҫтереү".

Башҡорт теле уҡытыусыһының төп бурысы: уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдары уҡысының телмәре ярлылана бара. Шунлыҡтан мин ошо проблемаға туҡталып, уның хәл итеү юлдарын эҙләр...