Сценарий сказки "Петух-хвастун"
методическая разработка на тему

Бузанова Светлана Борисовна

Сценарий сказки о хвастливом петухе для учащихся младших классов на башкирском языке.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon petukh_-_khvastun_odt.doc42.5 КБ

Предварительный просмотр:

Маҡтансыҡ әтәс.

Ҡатнашалар:  Әтәс, Ҡуян, Терпе, Төлкө, Тауыҡтар (3 тауыҡ).

1-се күренеш.

Баҡса буйы. Әтәс менән тауыҡтар тибенеп ем эҙләй.

Әтәс. Тауыҡҡайҙарым, сыбарбикәләрем! Килегеҙ әле бында. Ҙур ҡорт бар.

1-се тауыҡ.  Ҡыт-ҡытаҡ, бәләкәй бит!  

2-се тауыҡ.  Ҡайҙа ҡорт?

3-сө тауыҡ.   Маҡтансыҡ, ҡыт-ҡытаҡ!

Әтәс. Уф, арыным! Көн дә бер эш: иртән тор ҙа һеҙҙе уят, көнө буйы тиреҫ тибеп, һеҙҙе ашат, кис кәртәгә йыйып төнәт,  китәм мин һеҙҙән!

1-се тауыҡ.  Алыҫҡамы?

2-се тауыҡ. Кәртә артына ғынамы? Ҡыт-ҡыт!

Әтәс.  Көлмәгеҙ! Был юлы бөтөнләйгә китәм!

Тауыҡтар.  Ҡайҙа? Ҡайҙа?

Әтәс.  Тауға! Әй, юҡ, урманға!

Тауыҡтар.  Кит, кит! Хуш! Хуш!  (әтәсте ҡыуалар)

2-се күренеш.

Урман аҡланы. Терпе менән Ҡуян килә.

Терпе.  Ай, Ҡуянҡайым, ҡайҙа минең сәтләүектәрем?

Ҡуян. Аяҡ аҫтын ҡара әле, алма түшәлгән...

Терпе. Ай, әрәм иткәндәр! Улар бешеп тә етмәгән бит.

Ҡуян. Тс-с, кемдер килә...   (боҫалар)

Әтәс инә.

Әтәс.  Кикирикүк! Сәхрә! Саф һауа! Йәшеллек! Ҡайһылай кинәнеп йөрөйөм мин урманда. Асыҡтырҙы, шул ғына. Нисек тамаҡ туйҙырырға? Тәк-тәк ... бына бит, бына бит татлы-татлыҡай!  (ҡурай еләген ашай башлай).

Терпе менән Ҡуян күренә.

Ҡуян.  Ниндәй тәртипһеҙлек! Кем рөхсәтһеҙ минең еләктәремде сүпләй? Ашағың килгәс, һорарға ярамаймы?

Әтәс.  Ҡайһылай уҫал. Берәүҙең еләге бар, имеш. Әтәс башым менән һинән рөхсәт һорап тормам инде! Кит-кит, кикрикүк! Ә бына бит, бына бит.  (сәтләүеккә үрелә).

Терпе.  Хәҙер минең сәтләүекте рөхсәтһеҙ ашай!

Ҡуян.  Сей алмаларҙы нисек йәлләмәйһең?

Әтәс.  Мин алмаға теймәнем. Кәрәкмәй миңә алмағыҙ ҙа, үҙегеҙ ҙә. (китә)

3-сө күренеш.

Әтәс урман буйлап бара. Төлкө осрай.

Төлкө.  Бәй, кемде күрәм? Әллә әтәс инде? Эй, рәхмәт яуғыры. Үҙе урманға килгән! Әйҙүк, рәхим ит, ҡәҙерле ҡунаҡ. Ниңә ҡәҙерле ҡунаҡты бында тотам әле? Әйҙә , миңә барайыҡ.

Әтәс.  Мин, мин ... ҡунаҡ түгел дә ... мин урманға йәшәргә килдем.

Төлкө.  Шулай уҡмы ни? Бик хуп, бик һәйбәт. Урман иркен, бергәләп йәшәрбеҙ. Үҙемдә генә торорһоң, рәхәтләнеп йәшәрбҙ. Әйҙә,Әтәскәй,әйҙә.   (Сығалар.)

                                        Ҡуян менән Терпе инә.                                           

Ҡуян.  Нишләнек беҙ, нишләнек?        

Терпе.  Беҙ ғәйепле.Төлкө уны һәләк итәсәк.        

                                                 

Ҡуян.  Нисек  ҡотҡарырға?


Терпе.  Белдем.                           

  1. күренеш.
     Төлкө өңө. Төлкө Әтәсте һыйлай

Төлкө.  Әтәскәйем, ҡунаҡҡайым, туғанҡайым. Бөтә был һап-һары сәтләүектәр – һиңә. Тәмле еләктәр — һиңә! Алманың да иң ҡыҙылын, иң татлыһың килтерҙем.

  1. Әтәс. Был урманда иң яҡшы күңелле, иң ҡунаҡсыл йән һин икән, Төлкө апай. Бик-бик асыҡҡайным, рәхмәт инде.
  2. Төлкө. Әтәскәйем, һин бит оло ҡунаҡ, бер ни ҙә йәл түгел.

Әтәс.  Ашарға былай ҙа күп. Юҡҡа борсолма, Төлкө апай.

Төлкө.  Борсолмай буламмы? Бойҙай ашаған әтәс һимеҙ, тәм... ни... шәп була!

5-се күренеш

Ҙур кәрзинде көскә һөйрәп, Терпе инә.

Төлкө.  Был кәкре аяҡ нишләп йөрөй тағы?

Терпе.  Бына әтәскә күстәнәс килтерҙем. Бер кәрзин еләк. Ҡуян да бер кәрзин сәтләүек алып килә. Көсө етмәй, ҡаршы барып ал, Төлкө.

Әтәс.  Ни булған был һарандарға?

Төлкө.  Ә-ә, сәтләүек һимертә. Ҡуян да шунда, тиһеңме? Хәҙер!  (сыға)

Терпе. Әтәскәй, башың һау саҡта ҡас бынан! Төлкөнөң хәйләкәр икәнен оноттоңмо ни?

Әтәс.  Төлкө апайым тураһында шундай һүҙҙәр һөйләргә нисек оялмайһың?

Терпе.  Ҡуян дуҫ, сыҡ әле һин аңлатып ҡара.  (Кәрзин төбө асыла. Ҡуян сыға).

Әтәс.  Ә-ә, һин дә бындамы? Хәҙер миңә инәлергә килдегеҙме?

Ҡуян.  Кәрзин дә ике ҡатлы. Ә һин, Әтәс, кәрзин хәтле лә була алмайһың, бигерәк бер ҡатлыһың. Яуыз Төлкөгә ышанаһың.

Терпе.  Аҡылһыҙ!  (Сығалар).

6-сы күренеш.

Ашығып Төлкө инә.

Төлкө.  Тапманым ҡылыйҙы... Эләктерә алманым. Ҡайҙа тегеһе?

Әтәс.  Ул ике һаран мине ҡоторторға килгән. Сығып ҡас, тиҙәр.

Төлкө.  Ҡара һин уларҙы?

Әтәс.  Төлкө – хәйләкәр, тигән булалар.

Төлкө.  Хәйләһеҙ Төлкө булалыр шул.

Әтәс.  Төлкө – яуыз, тиҙәр.

Төлкө. Дөрөҫ. Ҡурҡһындар.

Әтәс. Ә мине аҡылһыҙ тинеләр. Тауыҡ баш, тип мыҫҡыл иттеләр.

Төлкө.  Шулай түгелме ни? Дөрөҫ һүҙгә үпкәләргә ярамай.

Әтәс. Аңламайым һине. Тө... ап... ап..

Төлкө. Етәр, күп һыйландың. Хәҙер миңә һыйланырға ваҡыт.

Әтәс. Ай, кит, кит, теймә! Ҡот-ҡот-ҡотҡарығыҙ! (Баҫтырышалар).

Төлкө.  Әллә ҡайҙа ҡаса алмаҫһың. Майыңа көсөң етмәҫ. (Әтәс кәрзин эсенә инем ҡаса). Ә-ә-ә, ҡаптыңмы? Ас! Сыҡ! Әллә кәрзинде генә емерә алмаҫ, тиһеңме? Хәҙер суҡмар менән онтайым.

Сыға. Шул арала Терпе менән Ҡуян икенсе кәрзинде күтәреп инәләр, быныһын алмаштырып алып сығып китәләр. Төлкө суҡмар күтәреп инә.

Төлкө.  Һунарсылар бүре һуға, ә мин әтәс һуғып алайым әле. Хоп-хоп! (Кәрзин емерелә). Бәй, ҡайҙа ул? Ҡайҙа Әтәс? Күпме ашаттым...

7-се күренещ

Баҡса арты. Тауыҡтар йөрөй. Алыҫтан Әтәс тауышы ишетелә.

Әтәс. Кикрикүк! Был донъяла хикмәттәр күп! (Әтәс инә). Төлкө тиклем Төдкөнө отоп ҡайттым. Миндәй отҡор юҡ. (Тауыҡтар көлә). Башлағыҙ уйын-көлкө, һемәйеп ҡалды Төлкө!

1-се тауыҡ. Ҡот-ҡот-ҡотлайбыҙ! Ҡот-ҡот-ҡотолғанһың!

Әтәс.  Ҡотолманым, ҡотҡарҙым! Унда әле меҫкен, Терпе менән Ҡуян, Төлкөнән ҡурҡып йәшәйҙәр икән.

2-се тауыҡ.  Ҡурҡаҡтар! Һин – батыр!

Әтәс. Әлбиттә.

3-сө тауыҡ. Төлкө бында килһә лә ҡурҡмайбыҙ.

Әтәс. Нимә? Бөтәгеҙ ҙә кетәккә! Кетәккә! Минең арттан! (Сығып китәләр).



По теме: методические разработки, презентации и конспекты

сценарий последнего звонка "Сценарий многосерийного фильма"

интересный тематический сценарий последнего звонка....

Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»

Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»    Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»  Цель: познакомить педагогов с опытом эффективного взаимодействия классного руковод...

разработка сценария "исторический КВН".Сценарий игры "исторический аукцион"

Сценарии "исторический КВН2и игра "исторический аукцион" способствуют к самореализации ученика, воспитание настойчивости, выдержки, способности принимать решения, т е все то, что необходимо для успеха...

Сценарий спектакля на английском языке "The magic gift". Сценарий спектакля "Волшебный дар"

Сценарий подходит для проведения предметных  недель на тему Хеллоуин, Рождество, День Святого Валентина.Мы поставили спектакль силами учащихся 7, 2, 3 классов. Выступили перед начальной школой на...

Сценарий праздника русского языка «СЛОВО О СЛОВАХ» (сценарий праздника русского языка, проведенного в рамках декады «Филология»)

Сценарий праздника русского языка   «СЛОВО О СЛОВАХ»(сценарий праздника русского языка, проведенного в рамках декады «Филология»)Щербак Е.В., МКОУ СОШ № 42013-2014 уч.год...

Сценарий праздничного концерта, посвященного международному женскому дню 8 марта «Песни весны в кругу семьи» методическая разработка мероприятия (сценарий).

Данная методическая разработка является сценарием праздничного концерта, посвящённого международному женскому дню 8 марта. В разработке представлен полный сценарий со стихами, авторами и названиями пе...