" Зәйнәб Биишеваның тыуыуына - 105 йыл "
методическая разработка на тему

Ғибаҙуллина Зилә Рим ҡыҙы

Кластан тыш сара

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл z.biisheva.docx14.03 КБ

Предварительный просмотр:

                           Зәйнәб Биишеваның тыуыуына -  105 йыл.

(Музыка яңғырай, ике алып барыусы сыға)

Б. : Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн!

     Хәйерле көн, дуҫтар, туғандар!

       Хәйерле көн һеҙгә, донъя йөгөн

       Йөкләп барған ирҙәр, уландар!

Ик.: Хәйерле көн  һеҙгә, сос ҡатындар –

        Донъя күрке – изге әсәләр!

        Хәйерле көн һеҙгә, эшсән ҡыҙҙар,

        Ер биҙәге – алһыу сәскәләр!

Б.: Беҙ бөгөн был залда ил әсәһе, халыҡ ғорурлығы булған Зәйнәб апай Биишеваның тыуыуына – 105 йыл булыу айҡанлы йыйылғанбыҙ.Барыһын да иғтибар менән тыңлап ултырыуығыҙҙы һорайбыҙ, сөнки кисәбеҙҙең аҙағында “Иң иғтибарлы уҡыусы” тигән  викторина үткәреләсәк.

Ик.: Балалар, ә кем һуң ул З. Биишева? Һеҙ уның тураһында нимәләр беләһегеҙ?(Залдан яуап бирәләр)

Б.: Дөрөҫ, афарин, ә хәҙер инде һүҙҙе 8синыф уҡыусыһы Йомағужина Лилиәгә бирәйек.(Лилиә биографияһын һөйләй)

Ик. :Рәхмәт. Уҡыусылар, ә З.Биишеваның ниндәй әҫәрҙәрен һеҙ уҡынығыҙ?Ниндәй китаптарын беләһегеҙ?

Б.: Ә ниндәй шарттарҙа уға үҫергә тура килә?Уның бала сағы тураһында нимәләр иҫегеҙҙә ҡалған?

Ик.: Эйе,бик ауыр һәм ҡыҙғаныс була уның бала сағы һәм тормошо, ләкин ул бирешмәй, алға үрләй һәм бик күп маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.

Б.: 1990 йылда Башҡотостандың халыҡ яҙыусыһы исеме иң беренсе уға бирелә.

 Ик.: 1968 йылда С.Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты була.

  Б.:Үҙенең әҙәбиәткә индергән мираҫы, хеҙмәте өсөн өс тапҡыр “Почет  билдәһе миҙалы” менән бүләкләнә.

Ик :Бик күп эшләй  арымай - талмай Зәйнәб апай. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның “Йәшәү – хеҙмәт” шиғырын тәғдим итәбеҙ. (9 синыф уҡыусыһы Мусина Регина яттан һөйләй .)

Бер.: Бәләкәй генә сағынан алып  уҫал үгәй әсә ҡулында үҫә Зәйнәб Биишева, бик һағына  ул үҙ әсәһенең наҙлы ҡарашын, йомшаҡ ҡулдарын...

Ик. : Әсәй тураһында яҙған шиғырын 8 синыф уҡыусыһы Гүзәл Зыяитдинова һөйләй.

Б.: Әҙәбиәт өлкәһендә генә түгел, башҡорт теле үҫешендә лә тәрән эҙ ҡалдырған Зәйнәб апай. Балалар өсөн “Йәнле хәрефтәр “исемле дәреслек ижад итә, башҡорт теленең матурлығына, байлығына һоҡланып, “Башҡорт теле”шиғырын яҙа.Уның был шиғырын  аудиояҙманан тыңлап үтәйек.

Ик.: Бөгөнгө көндә З.Биишеваның исеме мәңгеләштерелгән. Бәлки һеҙҙең арағыҙҙа был турала белеүселәр барҙыр? Нимәләр эшләнгән был айҡанлы?

Б.:  Тыуған ауылында З.Биишева исемендәге йорт- музей эшләй.

Ик. : Мораҡ ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбе, үҙәк урамы, Мораҡ төп белем биреү мәктәбе уның исемен йөрөтә, бында З.Биишеваның бюсты эшләнгән, ҡәберендә һәйкәл ҡуйылған.

Б.: З.Биишева исемендәге район  әҙәби премияһы булдырылған. Ул иң беренсе Мортаза Рәхимовҡа бирелә.

Ик.: Өфөлә йәшәгән өйөндә мемориаль таҡта асылған һәм музей эшләй.

Б.:Өфө урамы  уның исемен йөрөтә.

Ик.: Ә хә ҙер инде белгәндәребеҙҙе нығытыу өсөн “Иң иғтибарлы уҡыусы”викторинаһы.(Алып барыусылар берешәр һорау уҡыйҙар)

Ал.б.:Мин белмәйем: ҡәнәғәтме ерем?

           Ҡәнәғәтме халҡым, дуҫтарым?

           Тик ышанам, бушҡа йәшәне, тип,

            Әйтә алмаҫ хатта дошманым.

Ал.б.: Эйе, З.Биишеваның исеме , хеҙмәте онотолмаҫ мираҫ булып  мәңге һаҡланыр беҙҙең күңелдәрҙә.Ошоноң менән кисәбеҙ тамам, Барығыҙға ла ҙур рәхмәт !

           



По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Зайнаб Биишева

Зайнаб Биишева...

Мин ҡайттым бит!.. ( Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы)

Маҡсат: 1.    Уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов ижады менән тулыраҡ таныштырыу, белемдәрен тикшереү;2.    Уйын эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен,фекерләү ҡеүәһен, һ...

Презентация о жизни и творчестве народного писателя Башкортостана Зайнаб Биишевой

Презентация о жизни и творчестве народной писательницы Башкортостана Зайнаб Биишевой на башкирском языке. ...

разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой "Мастер и Подмастерье "

Разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой" Мастер и Подмастерье"...

план конспекта урока"Башкортостан.Кугарчинский район.З.Биишева"

План урока по теме "Башкортостан". Повторение темы "Прилагательное".Краткое-путешествие по Кугарчинскому району, знакомство с выдающими людьми района....

внеклассное мероприятие "Юный эрудит" по произведениям З.Биишевой"

внеклассное мероприятие по произведениям З.Биишевой.Вопросы,викторина, кроссворд составлены по ее произведениям....

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған дәрес өлгөһө “Рухыбыҙ нуры” (дәрес – ярыш)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваныңтыуыуына 105  йыл  тулыуға арналған дәрес өлгөһө “Рухыбыҙ нуры”(дәрес – ярыш)...