Зайнаб Биишева «Мастер и Подмастерье» (урок по государственному башкирскому языку)
план-конспект урока (8 класс) по теме

Тема: З.Биишева «Һѳнәрсе менән Ѳйрәнсек»

Маҡсат:Уҡыусыларҙы З.Биишеваның тормош юлы, ижады менән таныштырыу. Әҫәр тураһында фекерҙәрен, образдарға мѳнәсәбәттәрен асыҡлау. Тасури  телмәр күнекмәләрен үҫтереү. Уҡыусыларҙа бер- береһенә ҡарата  йылы мѳнәсәбәт, иғтибарлыҡ, ярҙамсыллыҡ , изгелек тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, ҡылыҡһырлама ѳсѳн һүҙҙәр яҙылған карточкалар, үҙ аллы эш ѳсѳн мәҡәлдәр яҙылған карточкалар

Таҡта биҙәлеше: интерактив таҡта, ике яҡта кѳршәк һүрәте эленеп тора,  З.Биишеваның портреты.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл z.biisheva.docx34.85 КБ

Предварительный просмотр:

8 синыфта башҡорт әҙәбиәтенән дәрес

Тема: З.Биишева «Һѳнәрсе менән Ѳйрәнсек»

Маҡсат:Уҡыусыларҙы З.Биишеваның тормош юлы, ижады менән таныштырыу. Әҫәр тураһында фекерҙәрен, образдарға мѳнәсәбәттәрен асыҡлау. Тасури  телмәр күнекмәләрен үҫтереү. Уҡыусыларҙа бер- береһенә ҡарата  йылы мѳнәсәбәт, иғтибарлыҡ, ярҙамсыллыҡ , изгелек тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, ҡылыҡһырлама ѳсѳн һүҙҙәр яҙылған карточкалар, үҙ аллы эш ѳсѳн мәҡәлдәр яҙылған карточкалар

Таҡта биҙәлеше: интерактив таҡта, ике яҡта кѳршәк һүрәте эленеп тора,  З.Биишеваның портреты.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ балалар. Бер беребеҙгә ҡараныҡ, йылмайҙыҡ , тынысландыҡ. Ултырығыҙ.

  1. Теманы һәм маҡсатты әйтеп үтеү

-Уҡыусылар иғтибар менән таҡтаға ҡарағыҙ. Күҙегеҙгә нимәләр салынды? (З.Биишеваның портреты, кѳршәк һүрәттәре) Былар һеҙ аңлап тороуығыҙса һеҙҙең ѳйгә эшегеҙ менән бәйле шулай бит? Ошонан сығып бѳгѳнгѳ дәрестең темаһын билдәләп китәйек. Беҙ һеҙҙең менән бѳгѳн….. (З.Биишеваның ижады менән танышасаҡбыҙ, Ѳйрәнсек менән Һѳнәрсе» тигән хикәйәте ѳҫтѳндә эшләйәсәкбеҙ.) Дәрес һуңында һеҙ  З.Биишева тураһында белемегеҙҙе тулыландырһағыҙ, «Һѳнәрсе һәм Ѳйрәнсек» хикәйәтен тикшереү аша күңелегеҙҙе изге уйҙар һәм ниәттәр менән байыҡтырырһығыҙ. Бына шундай беҙҙең бѳгѳнгѳ дәрестең маҡсаты.

  1. Яңы тема З.Биишеваның тормош юлы һәм ижады

Әйҙәгеҙ еңдәрҙе һыҙғанып эшкә тотонайыҡ әле. Дәфтәрҙәрҙе асығыҙ. Бѳгѳнгѳ числоны һәм теманы яҙып ҡуябыҙ. З.Биишева «һѳнәрсе менән ѳйрәнсек» хикәйәте. Ә хәҙер иғтибар менән таҡтаға ҡарағыҙ, бына бында мин бѳгѳнгѳ дәрестең эпиграфын яҙғам. Хәҙер мин уны һеҙгә уҡып ишеттерәм , ә һеҙҙең бурыс ошо эпиграфтың һәр Һүҙен, һәр һѳйләмен аңларға тырышыу. Нимә әйтергә теләгән Зәйнәб Биишева, хаҡ һүҙҙәрме. Бәлким аңлап та етмәҫһегеҙ, аңламайһығыҙ икән дәрестең һуңында мотлаҡ аңларға тейешһегеҙ.

(Эпиграф экранда)

Йәшәү бәхете – күңел сафлыҡта,

Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ , хаҡлыҡта,

Йәшәү бәхете – илең, халҡың ѳсѳн

Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта.

Мин һеҙҙе уҡыусылар бер аҙ З.Биишеваның тормош юлы ижады менән таныштырып үтәм. Ҡайһы бер даталарҙы дәфтәрҙә теркәп барабыҙ. Үҙегеҙ белгән мәғлүмәттәрҙе лә әйтеп ебәрергә була.

(1 слайд З.Биишеваның портреты тыуған йылы районы ауылы)        Шулай итеп Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы 1908-1996 йылдарҙы ғүмер кисергән. Ул хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт  ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Яҙмыш  уны бала сағынан уҡ бик иркәләмәй, ныҡлыҡҡа һынай. Иртә етем ҡала, 16 йәшенә генә дүрт класты тамамлай ала. Күп нәмәгә үҙ аллы эйә була. Зирәк ҡыҙҙы Ырымбурҙағы Башҡорт педагогия техникумына уҡырға ебәрәләр. Уның менән бер үк ваҡытта был техникумда буласаҡ яҙыусы-сатирик Сәғит Агиш та уҡый.

Эшһөйәр яҙыусы әҙәбиәттә ҙур ғүмер кисерә. Уның тәүге хикәйәһе 1930 йылда “Пионер” журналында баҫыла. Ә тәүге “Партизан малай” тигән китабы 1942 йылда сыға.

(2 слайд башҡорт яҙыусыһы, шағиры, прозаигы, драматургы, тәржемәсеһе, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағир, драматург. Революция һәм граждандар һуғышы осоронда башҡорт халҡының тормошон асыҡ сағылдырған эпик романдар ижад итеүсе. Замандаштары тураһында повестар һәм хикәйәләр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн пьесалар һәм әкиәттәр авторы. Нескә лирик, уның шиғырҙары көйгә еңел һалына һәм йыр булып китә. Гоголь, Тургенев, Аксаков, Кассиль, рус һәм совет әҙәбиәтенең башҡа классиктарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүсе. Был кешенең Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә алтмыштан ашыу китабы баҫылып сыҡҡан. Һәм был – Зәйнәп Биишева.

(3 слайд уның хеҙмәттәре, китаптары)

 Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөлъямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа.
Иң билдәле ижад емештәре:

«Яҡтыға» трилогияһы

«Кәмһетелгәндәр» романы

«Оло Эйек буйында» романы

«Емеш» романы

 (4 слайд Иҫтәлек)

1992 йылда «Башҡортостан» киностудияһы Зәйнәб Биишева тураһында докуметаль фильм төшөрә. 2008 йылда яҙыусының 100 йыллығына документаль ҡуйылған фильм төшөрә. Зәйнәб Биишева исемен йөрөтә:

«Китап» нәшриәте

Өфөлә урам

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы

Мораҡ ауылында дөйөм белем биреү мәктәбе

Күгәрсен районында профессор, яҙыусы, уҡытыусыларға бирелә торған премия.

З.Биишеваның исеме мәңгелек, мәңгеләштерелгән. Нисек тип уйлайһығыҙ? Слайдттар асыла бара ( Уның исемендә «Китап» нәшриәте йѳрѳтѳлә, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы шулай уҡ уның исемен йѳрѳтә, З.Биишеваның исемендә Ѳфѳ ҡалаһында урам да бар, шулай уҡ әҙибәнең йорт музейы ла бар, Күгәрсен районында уҡытыусыларға бирә торған премияһы шулай уҡ З.Биишеваның исемен йѳрѳтә)

З.Биишева үҙенең хеҙмәттә үткән ғүмерендә бихисап наградаларға ла лайыҡ булған бына улар (Слайд күрһәтелә)

(5 слайд  Наградалары)

  • 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия.
  • 1968 йылда әҙәбиәт өлкәһендә күренекле хеҙмәтәре һәм ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн өсөн «Почет Билдәһе» ордены, БАССР Юғары Советы Почет Грамотаһы.
  • 1976 йылда икенсе тапҡыр «Почет Билдәһе» ордены.

1990 йылда «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән исем бирелә

  1. Ѳй эшен тикшереү (уҡыусыларҙың слайдттарын ҡаоап үтеү)

-Уҡыусылар ѳй эше итеп мин һеҙгә З.Биишеваға ҡарата слайдтар эшәп килтерергә мѳмкин тигәйнем, әйҙәгеҙ һеҙҙең эштәрегеҙҙе ҡарап үтәйек

- Кемдәр  был эште атҡара алған   афариндар

-Ә хәҙер әйҙәгеҙ З.Биишеваның ижад емештәренең береһенә «Һѳнәрсе менән Ѳйрәнсек» хикәйәтенә күсәйек. Был хикәйәтте мин һеҙгә ѳйҙә уҡып  ҡыҫҡаса һѳйләргә әҙерләнеп килергә ҡушҡайным. Йәгеҙ кем беренсе бүлекте һѳйләп ишеттерә? Беҙ һеҙҙең менән һѳйләп кенә ҡалмаҫбыҙ , ә шунда уҡ бүлектәргә  исем ҡуша  барасаҡбыҙ шуның ѳсѳн иптәшегеҙҙе тыңлап ултырабыҙ исемен уйлап ултырабыҙ

  1. Серле һандыҡ
  2. ….
  3. ….
  4. ….
  5. …. (һәр бүлек һайын уҡыусылар үҙҙәре исем бирәләр)

«Һѳнәрсе менән Ѳйрәнсек» хикәйәте ѳҫтѳндә эш.

  1. -Хикәйәттең тѳп герйҙары кемдәр?

-Уларҙың ҡайһы ыңғай образ , ҡайһыһы кире образ?

- Һѳнәрсегә ниндәй ҡылыҡһырлама бирерһегеҙ? Уларҙың араһында ниндәй тѳп айырма? (Ѳйрәнсек үҙе ѳсѳн генә йәшәһә, Һѳнәрсе халыҡ ѳсѳн йәшәй) 

-Ә Ѳйрәнсек ул ниндәйерәк кеше? Ѳйрәнсектең кѳршәкте эшләргә теләмәүлеге тураһындағы ѳҙѳктѳ табығыҙ әле, әйҙәгеҙ ошо урынды тасуири уҡыйыҡ, Ѳйрәнсектең ҡылыҡтарына иғтибар итеп барығыҙ.

-Һѳнәрсе эшләгән кѳршәкте тасуирлап яҙған урында табығыҙ әле.Уҡып ишеттерегеҙ.(ѳҙѳктѳ уҡыйҙар)

-Уларҙың тормошо нисек үтә? Уларға халыҡтың мѳнәсәбәте ниндәй?

Таҡтға иғтибар итегеҙ мин ике тѳрлѳ кѳршәк элеп ҡуйғам, быныһы … (исемдәрен уҡыусылар үҙҙәре әйтә) эшләгән кѳршәк, ә быныһы …. Эшләгән кѳршәк. Хәҙер ошондай эш эшләп алабыҙ. Бына бында уртала ике образға ла ҡағылышлы ҡылыҡһырлама тѳҙѳрлѳк һүҙзәр ята, ошо һүҙҙәрҙе дѳрѳҫ итеп ошо кѳршәктәргә бүлеп һалыр кәрәк. Командаға бүленеп эшләйбеҙ.

(балалар урындарынан тороп теҙеп сығалар)

-Ошо хикәйәттең идеяһы нимәлә. Яҙыусы беҙгә нимә әйтергә теләгән?

-Беҙҙең арала ошондай Ѳйрәнсек һымаҡ йә булмаһа һѳнәрсе һымаҡ кешеләр осраймы?

-Һеҙ үҙегеҙ уҡыусылар ниндәй изгелектәр ҡылғанығыҙ бар, йәғни булмаһа ҡылырға мѳмкин?

-Ни ѳсѳн хикәйәт Хасбулат олатайҙың ҡомартҡыларын барлап, ейәненә күрһәтеп ултырыу картинаҺы менән башланып китә?

Һѳнәрсене әлбиттә йәлкә, ҡыҙғаныс шулай бит. Әгәрҙә һеҙ шунда уның янында торһағыҙ уға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ? (бер ҡатлы булма, күҙеңде ас, үҙ емешеңде үҙең тарат)

  1. Мәҡәлдәр менән эш.  (мәҡәлдәр таратылып бирелә, йә булмаһа һәр баланың алдына компьютер бар икән ошонда уҡ эшләргә мѳмкин. Doc. Мэкэлдэр)

Хәҙер мин һеҙгә ошондай үҙ аллы эш бирәм. Бына һеҙҙең алда мәҡәлдәр. Ошо мәҡәлдәр араһынан «Һѳнәрсе менән Ѳйрәнсек» хикәйәтенә генә тура килерҙәй мәҡәлдәрҙе билдәләп сығығыҙ. Һәм әлбиттә ни ѳсѳн шул мәҡәлде һайлағанығыҙҙы аңлатырға әҙерләнер кәрәк инде.

  1. Ѳй эше биреү (интернет селтәрҙэре аша эҙләнеү)

Эйе афарин уҡыусылар. Мәҡәлдәр барыһы ла тормошсан. Халыҡ шундай хаҡ әйткән.

Ә хәҙер мин һеҙгә ѳйгә эш бирәм, ул ике тѳрлѳ буласаҡ береһен һайлап алағыҙ.   һуңынан беҙ һеҙҙең менән кире дәресебеҙҙең эпиграфына әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.

Ѳйгә эш ошондай: беренсеһе - икенсе дәрескә ошо хикәйәттән сығып, бѳгѳнгѳ әңгәмәнән сығып «Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай» тигән темаға инша , йә булмаһ булған хәл, кес кенә хикәйәт яҙып киләһегеҙ. Икенсе эш ошондай -  Ошо уҡ изгелек, яҡшылыҡ темаһына риүәйәт табып килтерергә. Уны һеҙ интернет селтәрҙәренән, библиотеканан таба алаһығыҙ. Риүәйәтте интернет аша эҙләһәгеҙ притча тип яҙып эҙләгеҙ, русса булһа аллға шѳкѳр урыҫ телен яҡшы беләбеҙ башҡортсаға әйләндереп һѳйләрһегеҙ. Аңлашылдымы эш?

Баһалау. Ә хәҙер дәрес ѳсѳн баһалар ҡуйып алайыҡ.

  1. Йомғаҡлау

Ә хәҙер әйҙәгеҙ дәрескә йомғаҡ яһайыҡ. Маҡсатыбыҙ ниндәй ине әле беҙҙең? (З.Биишева тураһында мәғлүмәт алып белемдәребеҙҙе арттрыу) Нимәләр белдегеҙ?

Яҡшы афарин. Ә хәҙер бѳтәгеҙҙә бында минең яңға сығығыҙ. Иҫегеҙҙәме беҙ дәрес башында ошо дәрестә иң изге теләктәр, яҡшылыҡтар ҡылыу ниәте менән генә сығасаҡбыҙ тигәйнек. Ошоно нығытып ҡуйыр ѳсѳн бына нимә эшләйбеҙ. Ҡулдарығыҙҙы бер-берегеҙгә һалығыҙ, бер берегеҙгә иң яҡшы инергияларҙы ғына ебәреп аңлап ҡына, һәр әйткән һүҙегеҙгә тѳшѳнѳп кенә минең арттан ошондай һүҙҙәрҙе ҡабатлайбыҙ. Ул һүҙҙәр З.Биишеваның һүҙҙәренән , йәғни беҙҙең дәрестең эпиграфынана алынған. Ант һымаҡ яңғыраясаҡ.

Күңелебеҙ саф буласаҡ, һәр саҡ дуҫ буласаҡбыҙ, хаҡты, дѳрѳҫтѳ һѳйләйәсәкбеҙ.Илебеҙ, халҡыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ, синыфташтарыбыҙ ѳсѳн һәр ваҡыт яҡшылыҡ ҡылырға әҙер буласаҡбыҙ.

-Әйткәнегеҙҙе үтәһәгеҙ уҡыусылар һеҙ бәхетле һәм шат  ғүмер кисерәсәкһегеҙ алла бирһә. Халыҡ әйткән бит Изгелек ҡылһаң, ул һиңә мең яҡшылыҡ менән урап ҡайтыр тип.

Ошоноң менән дәресебеҙ тамам, уҡыусылар. Актив ҡатнашҡанығыҙ ѳсѳн рәхмәт балалар. Бѳгѳнгѳ дәрес күңелегеҙҙә ҡалыр тип уйлайым. Һау булығыҙ.