Думбыралы, "Гөлбостан"лы төйәк
статья на тему

Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы

Ҡалтасы районында республика башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре, сәсәниә Розалия Солтангәрәева менән осрашыу булды. Йәш быуынға мәшһүр "Урал батыр" эпосын өйрәтеү, яттан һөйләтеү мәсьәләһе күтәрелгән һөйләшеүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте, тарихы  уҡытыусылары, балалар ҡатнашты.