Фәрзәнә Аҡбулатованың " Атай икмәге" хикәйәһе буйынса дәрес-әңгәмә
план-конспект урока (5 класс) на тему

Хикәйәнең идея-тематик асылын тулыһынса күҙ алдына баҫтырыу  уҡытыуысының һөйләү анализы аша тормошҡа ашырыла

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon akbulatova.doc43 КБ

Предварительный просмотр:

Фәрзәнә Аҡбулатова “Атай икмәге”

Маҡсат: Ф. Аҡбулатованың “Атай икмәге” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү. Бөйөк Ватан һуғышының алып килгән бәхетһеҙлектәрен күҙ алдына килтереү.

Йыһазландырыу. Һуғыш темаһын сағылдырған китап күргәҙмәһе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан әҙиптәрҙең шиғырҙарынан өҙөк яҙылған плакаттар.

 Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар! Фәрзәнә апай Аҡбулатованан ҡайнар сәләм һеҙгә! Уның һөйләгәндәрен еткерәм: 

«Атай икмәге»н юғары уҡыу йортонда уҡыған йылдарҙа яҙғайным. Уны уҡыусылар бик яратып ҡабул итте. Ә яҙылыу тарихы былай. Минең атай-әсәйем – һуғыш осоро балалары. Атайымдың ҡустыһы шул ваҡытта аслыҡтан үлеп ҡалған. Ул был ваҡиғаны тетрәндергес итеп һөйләй торғайны. Йәнә әҫәрҙәге Мотаһарҙы йыйылма образ тип тә атарға була. Сөнки уға ҡағылған аяныслы хәлдәр шул дәүерҙә һәр ҡайҙа булған бит, – тине Фәрзәнә апай.

һеҙ Фәрзәнә Аҡбулатованың “Атай икмәге” хикәйәһен өйҙә уҡып килергә тейеш инегеҙ. Әҫәрҙәге герой реаль тормоштағы бер нисә кешенең яҙмышын, характерын үҙ эсенә йыя.

- Ҡыҫҡаса был әҫәрҙең йөкмәткеһен иҫкә төшөрәйек ( уҡыусылар һөйләй)

        - Һуғыш ул кешелеккә ҡаршы оло бер дошман һәм һәр беребеҙгә лә тыныслыҡ һағында тороу зарур.  Балалар, һеҙ балаларҙың һуғыш осоронда аслыҡтан миктәгәнен бәйән иткән тағы ла ниндәй әҫәрҙәрҙе беләһегеҙ? (Рәшит Солтангәрәйевтың “Хамбал” әҫәре лә ошо теманы күтәрә)

-Эйе, афарин! Бына ошо китаптар күргәҙмәһендә лә Рәшит Солтангәрәйевтың “Хамбал” хикәйәһе бар, танышып сығырһығыҙ.

-Балалар , һеҙҙең уйығыҙса, ниңә әҫәр “Атай икмәге” тип атала?

(Борон-борондан әсәй – усаҡ йылыһын һаҡлаусы, ул донъя биҙәге, матурлығы, ул йәшәү һәм өмөт. Атай – ул ҡалҡан, тыныслыҡ, ул йәшәү. Ул малтабар, икмәк сәсеүсе, уны йорҡа алып килеүсе.  Әҫәр буйынса, Ғәлләм балаларына фронттан икмәк алып ҡайта. Ләкин бер балаһы (Мотаһар) һуғыш арҡаһында тыуған аслыҡтан мәрхүм булып ҡала.

Балалар шат һәм бәхетле булыр өсөн икмәк бешереүсе  әсәйҙәр ҙә, икмәклек ондо алып ҡайтыусы атайҙар ҙа иҫән-һау булырға тейештер, тигән фекерҙәмен)

  • Уҡыусылар, “Атай икмәге” хикәйәһендә һеҙҙе иң тетерәндергән урын ҡайһыһы булды? Текстан күҙҙәргә йәштәр тығылған мәлдәрҙе уҡып ишеттерегеҙ әле.

(1. Миҙхәт һәм Мотаһарҙың картуфын Хәҙисә әбейҙең ейәндәренең ашауы. Ниһәйәт картуф артынан барыр мәл етте. Миҙхәт күршеләренә дөбөр-шатыр барып инде лә урындыҡ өҫтөндә сыр-сыу килеп илашып ултырған балаларҙы күрҙе лә аптырыап туҡтап ҡалды.

-Инәй, мин картуфҡа  килгәйнем...

-Һинме был, балаҡайым?Нимә тип кенә аҡланайым  икән һуң, Хоҙай Тәғәлә?Бынау ҡара йөҙҙәр мин урамдан ингәнсе бөтә картуфты мейестән ала һалып, ҡырып-һепереп   ашап бөткән дә ҡуйғандар бит).

2. Мотаһарҙың ҡалтырана-ҡалтырана ҡатыҡ тәгәсен ялауы шул тиклем тетрәндерҙе мине.  Был эпизодта бахыр баланың шул тиклем ас булыуы тасуирлана. Ул шул тиклем ас, хатта ҡатыҡты ағаһына ла эсерергә онота.... Ә ағаһы тилмереп ҡустыһының ауыҙына ҡарап тороп ҡала.

3. Ас Мотаһарҙың ҡағыҙға картуф ҡына төшөрөргә теләүе; көлсә һүрәтен төшөрөүе.

4. Мотаһарҙың үлемен ишетеп, ата кешенең, кисәге һалдаттың, Ғәлләмдең телһеҙ ҡалыуы, әсәһенең һығылып төшөүе)

     -Афарин, балалар! Әйҙәгеҙ, хикәйә күтәргән идея тураһында һөйләшеп алайыҡ.

(Фәрзәнә Аҡбулатова әҫәрендә тыныслыҡ идеяһын күтәрә. Балалар аслыҡтан үлмәһен, иҫән-һау булһын, ти ул, атай икмәге ашап үҫһен.)

    - Афарин! Тыныслыҡ – ул йәшәүҙең гаранты. Беҙ Тыуган еребеҙҙә тыныслыҡты күҙ ҡараһы итеп һаҡлайыҡ! Онота күрмәгеҙ: бөгөн Башҡортостанда 82 меңгә яҡын ветеран һәм уларға тиңләштерелгән кеше йәшәй, уларҙың алты меңгә яҡыны – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 23 меңдән ашыуы – һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары, 51 мең тыл хеҙмәтсәне һәм 205 концлагерь тотҡоно.

Нисек уйлайһығыҙ, әҫәрҙең кульминацияһы ҡайҙа? Кульминация нимә була әле ул?

(Кульминация ул -  әҫәрҙең иң көсөргәнешле мәле. Хикәйәлә ул Мотаһарҙың үлеме эпизодына тура килә)

-Әҫәрҙең сиселеше ҡайһы урында?

(Ғәлләмдең ҡайтыуы ул- әҫәрҙең сиселеше).  

Эйе. Әҫәрҙәге герой реаль тормоштағы бер нисә кешенең яҙмышын, характерын үҙ эсенә йыя. 30 миллионлап ҡорбан килтергән был һуғыш һәр ғаиләнең, һәр кемдең яҙмышында ҡәһәрле ролен уйнаны.  Хикәйәлә һуғыш осорондағы балалар яҙмышы һүрәтләнә. Унда туғандарҙың үҙ-ара йылы мөнәсәбәте, бер телем ризыҡты ла бүлешә белеү, ҡыйын саҡта ярҙам итешеү, өлкәнерәгенең кесеһенә терәк-таяныс булыуы кеүек изге төшөнсәләр тетрәндергес ваҡиғалар аша асып бирелә. Автор шул рәүешле бөгөнгө тыныс, матур тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Миҙхәт ҡустыһы Мотаһар менән бик күп ауырлыҡтарға дусар була. Мотаһар аслыҡтан үлә, үҙе лә сибек кенә Миҙхәт был үлемде күңеле менән ҡабул итергә теләмәй, әсәһе лә һуғыштағы ирен тағы ла нығыраҡ ҡайғыртмаҫ өсөн был ауыр хәбәрҙе әйтмәй. Тылдағылар еңеү өсөн бөтәһен дә эшләй: фронттағыларға ашарға – аҙыҡ-түлек, кейергә – кейем-һалым, йөрөргә – техника, аттар оҙата, бары ҡайғы, аһ-зарлы хаттар ғына ебәрелмәне.

Һуғыш осоро балалары... Уларҙың кеме менән осрашһаң да - утлы афәттең эҙемтәләре хәтерҙәренән юйылмаған, яу яландарында ятып ҡалған яҡындары онотолмаған, йөрәк түрҙәрендә һаҡлана.

 Уҡыусыларҙың дәрестә ҡатнашыуын баһалау.

Өйгә эш биреү. Өйгә эш:  “Тыныслыҡ – йәшәү нигеҙе” темаһына ирекле инша.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

О.А.Булатов. «Лаборатория Исследователей - лингвистов: Межкультурная коммуникация» Программа лингвострановедческого факультатива-семинара

Программа - "почасовка" факультатива-семинара лингвострановедческой направленности для "продвинутых" учеников 8 и 9 классов. Программа призвана сформировать основу для дальнейшего всестороннего р...

Урок-лекция "Атом! Атом! Атом!"

Урок-лекция "Атом!Атом!Атом!"- вводный урок при изучении темы " Атомная и ядерная физика"...

вечер творчества Булата Окуджавы

Абсолютно непарадная разработка - есть афиша и собственно программа концерта, который давался ещё зимой 2006-2007 годов. "Фонограмма" - значит включали записи автора, а "песни" - пели под гитару и ино...

Презентация о Булате Окуджава

Презентацию можно использовать на уроках литературы в 11 классе при зучении темы "Авторская песня"...

Самоцветы и булат: традиции уральских мастеров и современные подходы к созданию коллекционного костюма

В настоящее время всё настойчивее звучат  идеи воспитания человека культурного, духовно богатого. Практика показывает, что молодое поколение гораздо лучше знакомо с зарубежной и российской поп-ку...

"Атом, атом, атом!!!" - открытый урок 11 класс

Открытый урок 11 класс "Атом, атом, атом!!!"...

Фәрзәнә Аҡбулатованың "Атай икмәге" хикәйәһе

Һуғыш ваҡытындағы балаларҙың аяныслы тормошо....