Мәҡәлдәр
учебно-методический материал на тему

Сайетова Гульнара Мубаракьяновна

Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon mkl.doc32.5 КБ

Предварительный просмотр:

Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ.

Икмәк – ил байлығы.

 Икмәктән оло булма.

 Икмәк аша атлама.

 Абайламай һөйләгән – ауырымай үлгән.
Абынған һөрөнгәндән көлә.

Абынмаҫ аяҡ булмаҫ, ярылмаҫ таяҡ булмаҫ.
Ағас аламаһы – ботаҡлы, әҙәм аламаһы – ҡорһаҡлы.
Ағас башын ел бутай, әҙәм башын тел бутай.
Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк.
Ағас тамырына ҡарап үҫә

Ағасына ҡарата балтаһы.
Ағыу менән дарыу бер заттан.
Аҙаҡ – тутлы ҡаҙаҡ.
Аҙнаһына биш йома.

Аҙыҡлы ат арымаҫ.
Аҙыҡ мулда бисмилла артын ҡыҫа.
Ай булмаһа, йондоҙ бар.

Ай күрҙе, ҡояш алды.
Ай үтә, йыл үтә, ай әйләнә, көн үтә.
Айһыҙ атты, йылһыҙ ҡатынды маҡтама.
Айыҡтың уйында – иҫеректең телендә.

 Айырылған айыуға, бүленгән бүрегә юлығы

 Айыуҙан ҡасҡан бүрегә. (Һыуҙан сыҡҡан, утҡа төшкән.)
Айыуҙан ҡурҡҡан урманға бармаған. (Сиңерткәнән ҡурҡҡан иген икмәгән.)
Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр.
Айыу сәмләнһә, ҡоралайҙы баҫтырыр.
Ай яҡтыһы ҡауыштырмаҫ, ҡояш нуры ҡыуандырмаҫ.
Аҡ күргәндә йотоп ҡала

Аҡ ҡатындың эсе боҙ, ҡараҡайҙың эсе күҙ.
Аҡты ҡарайтыуы еңел.
Аҡһаҡ ултырмаҫ, һаҡау тик тормаҫ.
Аҡыл – алтын.

Аҡыллыға ым да етә. (Аҡыллыға – ишара.)
Аҡыллы уйлап ултырғансы, иҫәр эшен бөтөргән.
Аҡылһыҙ аҡырып алдырыр.
Аҡылыңды өскә бүл: берен һөйлә, икеһе эстә торһон.

 Аҡ эт бәләһе ҡара эткә.

Ала ҡарҙа аласағың булһын.

Сит ерҙә солтан булғансы,үҙ ерендә олтан бул.