Урок по творчеству З.Биишевой
план-конспект урока (8 класс) на тему

Габбасова Расима Минихайдаровна

Урок по творчеству З.Биишевой по произведению "Мастер и подмастерье"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл urok_po_tvorchestvu_z.biishevoy.docx139.16 КБ

Предварительный просмотр:

Маҡсат. З.Биишеваның «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәтенең идея – тематик йөкмәткеһен асыу, хикәйәт жанры тураһында белешмә биреү.  

Бурыстар.

1.а) Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижадына байҡау яһау.

б)  Әҫәрҙең идеяһын асыу.

в) Яҡшылыҡ менән яманлыҡтың көрәше, йәшәүҙең мәғәнәһе, ижади хеҙмәт шатлығы, кешенең күңел сафлығы, гүзәллеге кеүек мөһим проблемаларҙы  яҡтыртыу.

2. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү.

3  Өйрәнелгән хикәйәт аша уҡыусыларҙа хеҙмәткә, эшһөйәр кешегә ҡарата ихтирамлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, интерактив таҡта,  З.Биишеваға арналған күргәҙмә, компьютер, оҫта ҡулдар күргәҙмәһе.

Дәрес барышы.

Слайд 1

I. Ойоштороу мәле. Психологик инеш

Уҡытыусы. Хәйерле көн һеҙгә, һәр ваҡытта                        

                    Кеше булып ҡалған кешеләр!

                    Һеҙҙең ҡулда барлыҡ ил яҙмышы,

                    Һеҙгә таянып тора Кешелек!

                                                  (Хәйерле көн! З. Биишева.)

      Бер – беребеҙгә ҡарап  йылмаяйыҡ, уҡыусылар, хәйерле көн теләйек.

      Бөгөнгө дәресте Зәйнәб Биишеваның  ошо шиғыр юлдары менән башлағым килә. Кешелек, ысынлап та, һеҙгә , үҫеп килеүсе быуынға таяна. Быуындар алмашына, кешелек үҫә, ҡартая, ә улар урынына йәштәр килә. Оло быуын кешеләре үҙҙәренә алмашҡа килеүселәрҙе нисек тәрбиәләй, киләсәк шундай була, тип әйтеү дөрөҫ булыр шулай бит, уҡыусылар. Тимәк,кеше был  донъяла ошо бөйөк исемгә тап төшөрмәй йәшәргә тейеш.

-Уҡыусылар, интерактив таҡталағы  билдәле шәхестәр әйткән  фекерҙәргә иғтибар итәйек әле.

Слайд 2

«Хеҙмәт менән ғүмер итеү – иң ҙур бәхет донъяла!»

Ҡадир Даян.

«Үҙ-үҙеңде еңеү тантанаһын хеҙмәт бүләк итә, тик хеҙмәт».

Факиһа Туғыҙбаева.

«Уҙып киткән ваҡыт менән түгел, хеҙмәт менән иҫәпләнә ғүмер».

 Риф Мифтахов.

«Мул итеп һалынған хеҙмәт бирә уңыштың мулын».

  Рәшит Ниғмәти.

Егет булғас, эйә бул һин

Етмеш төрлө һөнәргә.

Оҫталығың менән ерҙә

Эҙ ҡалдыр һин ғүмергә.

Был һүҙҙәр нимә тураһында?

-Эйе, хеҙмәт, тырышлыҡ, үҙеңдән һуң тик яҡшылыҡ ҡалдырыу тураһында әҙиптәребеҙ ошондай         һүҙҙәр әйткән, әҫәрҙәр ижад иткән.

-Ошо темаларға арнап яҙылған ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ?

Бер уҡыусы  Ф. Иҫәнғоловтың «Хәмит күпере»н, икенсеһе Р.Өмөтбаевтың «Әмир баҫыуы»н иҫкә төшөрә.

II Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

-Балалар, әле үрҙә уҡылған фекерҙәргә таянып, әйҙәгеҙ, дәрестең темаһын  үҙегеҙ билдәләгеҙ әле. Беҙ нимә тураһында һөйләшербеҙ? (Яуаптар)

-Дөрөҫ, бөгөнгө дәрестә З.Биишеваның «Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте тураһында һөйләшербеҙ һәм ошо әҫәр нигеҙендә яҙыусының хеҙмәт кешеһен данлауын иҫбатларбыҙ.

Дәфтәрҙәргә  числоны, теманы яҙып ҡуяйыҡ.

Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәтендә хеҙмәт кешеһен данлау.  Слайд 3

Дәрестең темаһынан сығып,  дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйып була?

III Алған белемдәрен актуалләштереү.(Үтелгәнде иҫкә төшөрөү)

Кем ул З.Биишева?

Слайдта һорауҙар сыға.Слайд 4-12

Исеме нисек мәңгеләштерелгән  слайд 13-20

Уҡытыусы. Бөгөн беҙ һәр ваҡыт яҡтылыҡты яҡлап йәшәүсе, ижады әҙәбиәтебеҙгә һәм башҡорт әҙәби теленә һәйкәл булған, көслө рухлы, яҡты күңелле шәхес, һүҙ оҫтаһы – Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһаныҡ.

Уға өс йәш булғанда, әсәһе, ун бер йәштә атаһы үлеп китә. Уның бала – сағы фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та, йыр һымаҡ моңһоу ҙа булған.

Илленсе йылдарҙа яҙыусы башҡорт фольклорын йыйыу һәм эшкәртеү менән дә актив шөғөлләнде. Ул күп кенә әкиәттәр яҙып алып баҫтырҙы. Халыҡ ижады традицияларына нигеҙләнеп яҙылған да инде «Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте.   З.Биишева кесе йәштән етем ҡалып, үҙ – үҙенә юл ярып, бары тик хеҙмәт һөйөүсәнлеге арҡаһында бына ошондай бейеклектәргә ирешә. Шуның өсөн дә уның геройҙарының күбеһе хеҙмәт һөйөүсән төрлө  һөнәр эйәләре.

Был хикәйәт төрлө телдәргә тәржемә ителгән. Бына һуңғы йылдарҙа баҫтырылған китабы Слайд 21

IV.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.  Слайд 22

 “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте өҫтөндә эш.

Уҡытыусы.

- Был әҫәр ниндәй жанрға ҡарай ?

- Ә нимә ул “хикәйәт”? (Уҡыусыларҙың яуаптары).

   Хикәйәт – ул легендаларға нигеҙләнеп яҙылған әҙәби әҫәр.

1.Һүҙлек эше:   Слайд 23

Ҡомартҡы-реликвия оставшаяся от кого-л.

Ағас ижау- деревянный ковш, сүмес

Ҡушамат - псевдоним

Баҙнатланыу – осмелиться

Ҡорҙаш- ровесник, сверстник

Татырлы  һыу-  жесткая  вода

Дәрүиш-странник, скиталец

 Йыраҡа – йырғанаҡ, овраг

Мәкерле хәйлә – коварная хитрость

2.Проблемалы һорау ҡуйыу

 Уҡыусылар, һеҙгә йыш ҡына дөрөҫ йәшәргә кәрәк, дөрөҫ йәшәгеҙ тип  әйтәләр. Һеҙ был һүҙҙең мәғәнәһен  нисек аңлайһығыҙ?

(әгәр һин халҡыңдың  улы икән, һинең эшең, йәшәүең халҡыңдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тейеш; дөрөҫ йәшәү-ул тәртипле йәшәү; һәр кем кеше булып ҡалырға, үҙ тормошон үҙе биҙәргә тейеш; ҡылған эшең аҙаҡ үкенмәҫлек булһын.)

Һөнәрсе менән Өйрәнсек хикәйәтендә һеҙҙеңсә кем дөрөҫ йәшәгән?

Ни өсөн шулай тип уйлайһығыҙ?

Һөнәрсе балсыҡтан нимә эшләгән, ә Өйрәнсек-?

Китаптан табып уҡыйыҡ әле, Һөнәрсенең касаһы  ниндәй булған?-140-сы бит

Өйрәнсектең көршәге-? -139 –сы бит  Слайд 24

-Әҫәрҙең  төп геройҙарына ҡылыҡһырлама бирәйек  Слайд 25

Уҡыусылар, таҡтала ике ҡөршәк һүрәте. Ҡайныһы кемдеке икәне күренеп тора. Уларҙың аҫтында һүҙҙәр яҙылған.Әйҙәгеҙ, ике көршәкте лә ошо һүҙҙәр менән тултырайыҡ.

-Ҡайһы көршәк тулыраҡ  килеп сыҡты?        Untitled10

Яман,     ябай,   үҙен генә ҡайғыртыусы,   саф күңелле,   һаран,     тиҙ ышана,  алдаҡсы,       тырыш,     ҡомһоҙ,        тыңғылыҡ белмәүсе,    хәйләкәр,        һәр ваҡыт эҙләнеүсе,    өйрәнеүсе,         изгелекле,               кешелекле,   тәртипле,      йомарт,     яҡшы күңелле.  Слайд  26

Бер яҡта-бер ҡасан да тынғылыҡ белмәүсе, һәр ваҡыт эҙләнеүсе, өйрәнеүсе, шуға ла көндән-көн оҫтара барған Һөнәрсе, икенсе яҡта-көршәкте нисек тә күберәк һатыу яғын ғына ҡайғыртҡан Өйрәнсек. Хикәйәттә хатта уларҙың исемдәре лә бирелмәй – дөйөмләштерелеп кенә әйтелә.  

Уҡыусылар,хикәйәтте уҡығанда геройҙарҙың тышҡы ҡиәфәттәренә иғтибар иттегеҙме?Уларнисекһүрәтләнгән?Уҡыусылар текстан табып уҡып ишеттерә

ләр -   146 бит         Һүрәт

Һөнәрсе                                                           Өйрәнсек

 Оҙон буйлы,ҡаҡса яңаҡлы                  супай күҙле ,ҡорһағын май бөргән

                                                           Битен йөн баҫҡан,башы шәрә.

 Көршәкте һүрәтләү .

Уҡытыусы. Уҡыусылар, әҫәрҙән көршәкте һүрәтләгән урынды табып уҡып күрһәтегеҙ әле. Автор ниндәй төҫтәр ҡулланған?  (Яуаптар)

Ни өсөн?

«Энциклопедик һүҙлек»тә семиотика тигән һүҙ бар. Ул төҫтәрҙең мәғәнәһен аңлатыу тигәнде белдерә. Әҫәрҙә бер генә төҫ тә, бер генә һүҙ ҙә урынһыҙ ҡулланылмай. Һәр төҫ ниндәйҙер әйберҙе күҙ алдына килтерә һәм символик мәғәнәгә эйә була. Слайд 27 

Төҫтәр

Семиотик ассоциация

Семиотик мәғәнә

Ҡыҙыл

Ҡан

Ялҡынлытормош, еңеү

Йәшел

Тәбиғәт

Мәңгелек

Һары

Ҡояш, һалам

Һағыш

Аҡ

Көн

Яҡтылыҡ

Ҡара

Төн

Ҡайғы, ҡараңғылыҡ

Зәңгәр

Күк йөҙө

Иркенлек, киңлек

Уҡыусылар, хикәйәт  еңел уҡылдымы? Әҫәрҙең теле бай,  аңлайышлы булһын өсөн  ниндәй халыҡ ижады төрҙәренән осраттығыҙ?

(Зәйнәб Биишева был хикәйәтендә күп кенә мәҡәл – әйтемдәр, тапҡыр һүҙҙәр ҡулланған).

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы. Яҡшылыҡ эшлә лә диңгеҙгә ырғыт. Халыҡ белер. Халыҡ белмәһә – балыҡ белер. Хеҙмәтенә күрә –хөрмәте…

 Һөнәрсе телмәрендә тапҡыр һүҙҙәр – Тамаҡ ни ул үҙем менән бергә китер, ә көршәктәр һаман йәшәп ҡалыр. Айыу балаһын да өйрәтәләр

Проблемалы һорау. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Һөнәрсенең эшләгән көршәктәрен Өйрәнсектең баҙарға алып барып һатыуы дөрөҫмө?
— Ә ни өсөн шундай фекерҙәһең? — тип һораны.
— Ә ниңә, ас-яланғас ултырыу һәйбәтме ни? Былай, исмаһам, береһе эшләй, икенсеһе һата.
Яҙыусының һәр дәүер уҡыусыларын да битараф итмәҫлек, бәхәс уятырлыҡ ижад емештәре ҡалдырыуы әҙиптең яҙғандарының оҙон ғүмерле, бәхетле яҙмышлы булыуы хаҡында һөйләй.
Эйе, Һөнәрсенең матур-матур көршәктәр яһауы, ә Өйрәнсектең уларҙы һатыуы, бер ҡарағанда, һәйбәт тә кеүек. Тик кеше хеҙмәтен үҙенеке тип иғлан итеүе, бөтә байлыҡты үҙенә йыйыуы әхлаҡһыҙ, намыҫһыҙ бәндәләрҙең өлөшө

Рефлексия. Ә хәҙер, уҡыусылар. Һөнәрсе менән Өйрәнсек образдарына  төркөмдәр менән синквейндар төҙөү. Слайд 28
1. Һөнәрсе                                                 Өйрәнсек

Киң күңелле,  эскерһеҙ.                         Ҡомһоҙ,эшлекһеҙ.
Эшләй,эҙләй, тырыша.                         Алдай,маҡтана,йәшерә.

 Алтын ҡуллыкеше.                               Икейөҙлөкеше.

Оҫта.                                                       Алдаҡсы.

- Әҫәрҙең идея - тематикаһын асыҡлау.

З.Биишева “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”хикәйәте менән  нимә  әйтергә теләгән? Ихлас күңелдән башҡарылған эш кенә ҡәнәғәтлек тойғоһо уята, намыҫ менән эшләүсене халыҡ ярата. Шуның өсөн һәр бер эште еренә еткереп, намыҫ менән, кешеләргә файҙа килтерерлек итеп башҡарырға кәрәк. Үҙ мәнфәғәтенде генә ҡарап йәшәһәң һине бер кем дә ихтирам итмәй. Һинең ысын дуҫтарың да булмай. Донъла халыҡ өсөн изгелек эшләһәң, исемең мәңге халыҡ телендә ҡалыр. Әҫәрҙә лә бит, Өйрәнсектең исеме шунда уҡ онотола, ә Һөнәрсенең исеме әле лә халыҡ телендә. Шулай итеп, Һөнәрсе кеүек йәшәргә кәрәк.

Башҡорт халҡы борон-борондан оҫта булған – уҡ-һаҙағын да үҙе эшләгән, ағастан да, таштан да, хатта балсыҡтан да. Һеҙҙең алдығыҙҙа 1956 йылғы көршәк.

- Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта ысын мәғәнәһендә Һөнәрсе, оҫта, балсыҡҡа йән өрөүсе – Моталлапова Наилә апай. Әйҙәгеҙ, һүҙҙе уға бирәйек.(Наилә апай уҡыусыларға балсыҡтан нимәләр эшләп булғанын, ниндәй балсыҡ һайларға, эшләгән эштәрҙе киптереү, буяу тураһында ентекләп һөйләне. Хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлөн әле лә ташламай, хикәйәттәге Һөнәрсе кеүек эҙләнә, үҙенә лә, кешеләргә лә матурлыҡ өләшә. Был сувенирҙарҙы, көршәктәрҙе Нөгөшкә килеп ял итеүселәргә һатыу мөмкинлеге барлығы тураһында ла әйтеп үтте. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.)


Уҡытыусының  йомғаҡлау һүҙе. Беҙҙең күңелебеҙҙе байытты, күҙебеҙҙе асты , был хикәйәт.

Һөнәрле кешенең эше лә, исеме лә халыҡ күңелендә ҡала. Бына һөнәрсенең касалары, көршәктәре ҡала.       Ә беҙҙең бөйөк әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишеваның яҙған шиғырҙарын, хикәйәттәрен, әкиәттәрен,  драмаларын,  романдарын халыҡ онотмай, уның әҫәрҙәрен ҡулдан төшөрмәй, уҡып үҙенә кәрәкле аҡыл һәм фәһем ала.

Уҡыусылар, уҡыу йылдары барышында әллә күпме баһалар алырға, ә насарыраҡтарын төҙәтергә лә була. Тик тормош кешегә баһаны бер тапҡыр ғына ҡуя. Тормош баһаһы «бишле» булһын өсөн, әҙәм балаһы ғүмере буйы тырышып, тир түгеп эшләргә, яҡты уйҙар менән йәшәргә тейеш.

 Өй эше. 1.« Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте» темаһына инша яҙырға.

                2. Һөнәрсе һәм Өйрәсеккә арналған кроссворд сисергә.

        3. Хеҙмәт темаһын яҡтыртҡан 4-5 мәҡәл яҙырға.

Баһалау.

 




По теме: методические разработки, презентации и конспекты

разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой "Мастер и Подмастерье "

Разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой" Мастер и Подмастерье"...

Современный урок по творчеству З. Биишевой.

Урок посвящен творчеству З. Биишевой. В следующем году мы отмечаем 105-летний юбилей народной писательницы. Сценарий урока состоит из предметной и метапредметной тем. На урок приглашаются психолог и с...

урок по творчеству Н.Г. Гоголя и презентация по творчеству А.В. Кольцова

урок по творчеству Н.Г. Гоголя и презентация по творчеству А.В. Кольцова...

презентация о жизни и творчестве З.Биишевой

презентация о жизни и творчестве народного писателя для учителей башкирского языка и литературы....

Современные образовательные технологии в поддержку ФГОС общего образования: от творчества на уроке к творчеству в жизни

Особенность ФГОС нового поколения - деятельностный характер, основная задача которого - развитие личности учащегося. Современные образовательные технологии позволяют реализовать познавательную и творч...

Методическая разработка урока. Зәйнәб Биишева. Яҡшы һәм яман

Методическая разработка урока на башкирском языке...