Презентациялар
презентация к уроку на тему
М.Кәрим ижады " Ҡоштар осорам"
Р.Сафин ижады "Ҡыр ҡаҙҙары".
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 913.86 КБ |
![]() | 1.69 МБ |
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам, Бар эшемдең сыҡтым осона. Шуға күрә бөгөн таңдан алып Күкрәгемдән ҡоштар осорам.
Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр! Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ: Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға Күтәрелде күккә ҡарағош.
Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен Ел - дауылдар үтер торнаны.
Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә Оҙаҡ – оҙаҡ саҡыра торғанын.
Сығып осто ярһыу бер һандуғас, Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә .
Көткәндәргә - аҡ күгәрсен килер, Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.
Хыялыйҙар , сая һәм йыуаштар! Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.
Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.
Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам, Бар эшемдең сыҡтым осона. Шуға күрә бөгөн таңдан алып Күкрәгемдән ҡоштар осорам.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Өндә түгел,төштә күрҙем уны: Яҙғы тандың һыҙылып атҡанын, Көмөш сынйыр булып, теҙелешеп, Ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтҡанын.
Ер йәм-йәшел ине, күк – зәп-зәңгәр, Шундай яҡты, сыуаҡ яҙ ине. Ергә , күккә – төпһөҙ зәңгәрлеккә Баҡ та аҡылыңдан яҙ инде. Шундай яҡты, сыуаҡ яҙ ине!
Ҡыр ҡаҙҙары осоп килә ине , Т аң нурына мансып түштәрен .. Ниңә әле шул төш онотолмай , Онотолғанда башҡа төштәрем ?
Ҡыр ҡаҙҙары осоп килеп төштө Т ымыҡ күл буйына — таллыҡҡа . — Һаумыһығыҙ , ҡаҙҙар !— тигән инем ... — Һаумы , яҡташ ! — тигән тауышҡа ышанмай ҙа торҙом . Минең алда ҡаҙҙар түгел ине , — һалдаттар . Түштәрендә сыңлай миҙалдары , шинелдәрен төрөп алғандар .
— Һаумы , туған !— тиҙәр .— Беҙҙе ,— тиҙәр , - Онотманымы әле яҡташтар ? Иҫләйҙәрме әле ? Беҙ бит ,— тиҙәр ,— яуҙа үлеп ҡалған һалдаттар . -
Ер уянған саҡта нисек итеп Йоҡлап ятмаҡ кәрәк ҡәберҙә ! Ҡыр ҡаҙҙары булып тыуған яҡҡа Ҡайтып төштөк бына хәҙер ҙә .
Тәбиғәттен уяу бер мәлендә Яҙ һайын беҙ шулай итәбеҙ : Һабан һөрөп киткән еребеҙҙе , Һаман көткән әсәләребеҙҙе , балаларыбыҙҙы , бисәләребеҙҙе Яҙ һайын бер күреп китәбеҙ . Тик үҙҙәре генә күрмәй ҡала . Күренәбеҙ бары төштә беҙ .
Төштә генә беҙгә , төштә генә Осрашырға хоҡуҡ бирелгән , Һәм бары тик ҡаҙҙар булып ҡына Ҡайта а лабыҙ осоп беҙ илгә .
Һеҙҙән беҙгә бер ни к әрәк түгел , Тик шуға һеҙ ҡолаҡ һалығыҙ : Онотмағыҙ беҙҙе , онотмағыҙ ! Йышыраҡ беҙҙе иҫкә алығыҙ ! Ҡояшлы ла булыр көндәрегеҙ , Аяҙ күкте ҡаплар болот та . Онотмағыҙ беҙҙе ! Онотһағыҙ , Ҡ айталмабыҙ ҡаҙҙар булып та .
Шулай тинеләр ҙә юғалдылар . Ә бөгөн мин, бөгөн , таң ҡалып , Төштә түгел , өндә ҡарап торҙом Яҙғы таңдың һыҙылып атҡанын , Көмөш сынйыр булып , теҙелешеп , Ҡыр ҡаҙҙары осоп ҡайтҡанын .
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
![](/sites/default/files/pictures/2019/10/15/picture-1171789-1571157542.jpg)
Презентациялар
Презентациялар теҙмәһе. Үҙемдең һәм уҡыусыларымдың эштәре. Коллегаларыма дәрес үткәреүҙә ярҙам булыр тип уйлайым....