Тел тураһында төшөнсәләр
презентация к уроку на тему

Умутужина Гузял Юмадиловна

Тел тематикаһының төрлө урындарҙа ҡулланыуы тураһында презентация

Скачать:

ВложениеРазмер
Office presentation icon tel_turahynda_mkldr.ppt1.54 МБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Теле барҙың иле бар. Башҡорт теле. Зәйнәб Биишева. Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин, Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин. Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин, Эй, илһамлы, эй хөрмәтле башҡорт теле !

Слайд 2

ТЕЛ МӘҠӘЛ ҺӘМ ӘЙТЕМДӘРҘӘ Башҡорт халыҡ мәҡәл һәм әйтемдәре Иле барҙың теле бар, теле барҙың көнө бар. Тел асҡысы – ил асҡысы. Телдән тел уҙа, ҡулдан ҡул уҙа. Тел дә яңаҡ үҙендә. Телен тыйған – аҡыллы. Теле юҡтың иле юҡ, иле юҡтың көнө юҡ. Тел өҫтөндә бал, тел аҫтында тал. Тел һөйәкһеҙ, уй төпһөҙ. Терелткән дә тел, үлтергән дә тел. Тик тормаған телдә бәлә бар.

Слайд 3

Рәми Ғарипов. Туған тел. Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле, Унан башҡа минең илем юҡ; Илен h өймәҫ кенә телен h өймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Слайд 4

Донъяла һәр кемгә ҡәҙерлеһе – үҙ туған теле. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Ғайса Хөсәйенов. Как ни говори, а родной язык всегда останется родным. Когда хочешь говорить по душе, ни одного французского слова в голову нейдет, а ежели хочешь блеснуть, тогда другое дело. Лев Николаевич Толстой. Величайшее богатство народа — его язык . Михаил Александрович Шолохов. Бөйөк шәхестәрҙең афористик һүҙҙәре:

Слайд 5

Ғилмияза ят илдә үҙенең йөрәк бауырынан һөйләшерлек кеше тапмаған. Тапһа ла, телдәрен аңлай алмай, ауырлыҡ өҫтөнә ауырлыҡ кисергән. (Башҡорт халыҡ ижады: Ғилмияза риүәйәте). - Был ниндәй ҡарт ? – тип һораған. - Беҙҙең атай, тигән егеттәр. - Ниңә ул йә йылмая, йә бик моңһоу күренә ? - Сөнки ул ҡоштар телен аңлай. Бәлки, ана тегендә, урман эсендә, һайрашҡан ҡошсоҡтарҙың йырын тыңлайҙыр ҙа улар менән йә шатлана, йә ҡайғыра торғандыр. (Башҡорт халыҡ әкиәте: Яҡшы һүҙ – йән аҙығы). Башҡорт халыҡ ижадында

Слайд 6

ТЕЛ СӘНҒӘТТӘ Йырҙарҙа М.Сәлимовтың Р.Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған “Ерем, илем, телем” йыры. Ерем, илем, телем 1. Башҡорт телендә һөйләшәм, Башҡорт телендә. Минең йәшәү тамырҙарым Башҡорт ерендә. 2. Туған телем , һин халҡымдың, Былбыл тауышы. Быуаттарҙан быуаттарға Ҡанат ҡағышы. 3. Киң Уралым, йырлап аға Һинең һыуҙарың. Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар Һинең моңдарың. Картиналарҙа

Слайд 7

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! ТУҒАН ТЕЛ


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат."

Урок на тему  "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат." Һеҙҙең иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған дәрес конспекты ...

Разработка урока на тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә» по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС

Разработка урока на  тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә»  по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС...

Өфө тураһында презентация

Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән танышыу.​...

Башҡортостан тураһында шиғырҙар

Башҡортостан  тураһында  шиғырҙар.   Был  материалда  Башҡортостан  шағирҙарының   Башҡортостан тураһында  матур  - матур  шиғырҙары  туплан...

Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.

Һандарҙы телмәрҙә актив ҡулланыу өсөн төрлө күнегеүҙәр башҡарыу....

Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.

Һандар – тормошта.Һан тураһында төшөнсә темаһы буйынса дәрес конспектына презентация....