"Тамырҙарым тыуған ерҙә". Әхмәҙин Әфтәх ижады.
материал на тему

Әхмәҙин Әфтәхтең тормош һәм ижад юлына арналған әҙәби-музыкаль кисә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon tamyrzarym_tyugan_erz.doc73 КБ

Предварительный просмотр:

«Тамырҙарым тыуған ерҙә»

( Ә. Әфтәхтең, тормош һәм ижад юлына арналған әзәби-музыкаль кисә)

Сәхнә биҙәлеше: «Яҡташыбыҙ Әхмәҙин Әфтәхкә - 60 йәш» тип яҙылған плакат, мультимедия проекторы, китаптары һәм шәжәрәһенән күргәҙмә, яҙыусы һәм ҡунаҡтар өсөн өҫтәл, ултырғыстар, өҫтәлгә сәскә, һыу ултыртыла.

Кисә барышы:

Талғын ғына башҡортса көй яңғырай. Сәхнәгә алып барыусылар сыға.

Проектор аша шиғыр юлдары ишетелә һәм билдәле шәхестәрҙеңпортреттары күрһәтелә бара.

  • Заһир Исмәгилев
  • Яныбай Хамматов
  • Риф Ғәбитов
  • Арыҫлан Мөбәрәков
  • Гүзәл Ситдиҡова
  • Рафаәль Байдәүләтов
  • Тайфур Сәғитов
  • Сабир Шәрипов
  • Әхмәҙин Әфтәх
  • Дамир Шәрәфетдинов
  • Ғәли Хәмзин
  • Роза Аҡкөсөкова

1-се а.б. Һayмыһығыҙ шиғриәт һөйөүсе дуҫтар!

2-се а.б. Хәйерле кис хөрмәтле ҡунаҡтар, ауылдаштар!

Ә.Әфтәхтеңпортреты проектор аша күрһәтелә

1-се а.б. Бөгөн беҙ, Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуып үҫкән, иҫ киткес талантлы шағирыбыҙ Әхмәҙин Мөхәмәтдин улы Әфтәхетдиновтың 60 йәшлек юбилейы айҡанлы, матур күңелле, батыр йөрәкле, ғopyp тәбиғәтле шағирыбыҙҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, осрашып һөйләшеү теләге менән ошо залға йыйылдыҡ. Муз.номер «Ҡаҙ ҡанаты» 7а синыф уҡыусылары башҡарыуында.

2-се а.б. Юбилярҙы ҡотлар өсөн  уның туғандары, ауылдаштары, синыфташтары, дуҫ- иштәре хеҙмәттәштәре лә тәбрик һүҙҙәрен әйтергә килгәндәр.

1-се а.б.                                  «Шағирға шағир килә

Һaғышын баҫыр өсөн.

Еҙ самауыр артында,

Эс серен асыр өсөн».

Яҡташыбыҙ менән бергә уның ҡәләмдәш дуҫтары ла килгән. Улар:

  1. Сафуан Әлибаев
  2. Мәүлит Ямалетдинов
  3. Сабир Шәрипов
  4. Дамир Шәрәфетдинов

Муз.номер «Уҙебеҙсә, саф башҡортса» йыры йырлана. 5а синыф уҡыусылары.

2-се а.б. Шағир... Ихлас шағир! Саф күңелле, мөләйем, матур йөзөнән нурлы йылмайыу китмәгән, уйнап-көлөп, шаярып һөйләшкән, ваҡыты-ваҡыты менән тәрән уйға сума белгән, тәрән хисле шағир ул Әхмәҙин Әфтәх.

Йәш сағындағы фотолары проектор аша күрһәтелә. Шул ваҡыт:

1-се а.б. Һуғыштан һуңғы, ауыр 1947 йылдың, илаҡ көҙөнөң бер таңында, Ҡырҡты тауының ҡосағына һыйынып ултырған Абзаҡ ауылында, үҙенең тыуғанлығын бөтәһенә лә белдерер өсөн, бар донъяға яр һалған малайҙы Әхмәҙин тип атайҙар.

Таңғы ысыҡтай саф, йомшаҡ Ҡыҙыл һыуына тәү тапҡыр уны ҡойондороп алғандан һуң, был йылғаға ғашиҡ булған Әхмәҙин, мәктәп йылдарында yғa бағышлап шиғырҙар сығapa: Һалмауырҙы, Бикәмбәтле,        Ташморон         һәм Көркәк        тауҙарын,        уларҙың болондарын ялан аяҡ гиҙгән саҡта булһынмы, йәки, үҙе әйтмешләй, ғәрселлегенә барып, арыҡ атты мең, туғарып, мең еккәндән һун, арбаға ҡырын ятып үткәндеме, ошо һырттарҙың исемдәрен ҡушып йыр һамаҡлаған.

Муз.номер          «Тыуған        ерем» йыры           «Алтынай»        төркөмө

башҡарыуында.

2-се а.б. Әхмәҙин Әфтәх 1954 йылда Абҙаҡ урта мәктәбенә yҡырғa килә. Тәүге        уҡытыусылары, Мәрзиә инәй        Ишмөхәмәт        ҡыҙы, 16 баланы үҙ ҡанаты аҫтына ала. Синыфташтары: Ишҡыуатов Батыр, Миңзәлә Ғазуан ҡыҙы, Клара Мәғдән ҡыҙы, Агилов Юнир, Зәбирә Сәйфөлмөлөк ҡыҙы менән бергә был мәктәптә 8 синыфка тиклем белем алһа,        урта белемде           Әбйәлил районы Ташбулат        ауылында

тамамлай шағир. Мәктәп эскәмйәһе артында уҡ башланып китә уның ижад осоро.

Муз.номер «Из чего наш мир состоит» 3 синыф ҡыҙҙары башҡарыуында.

Абҙаҡ ауылының тәбиғәте менән һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ошо бай һәм сихри тәбиғәт ҡосағында үҫкән шағирыбыҙ ҙа тыуған ауылының тәбиғәтен үҙенсәлекле итеп күрә белә, тоя, серләшә, һәм уның күреү юлдары ла башҡаса, үҙенсә. Ә.Әфтәх торғаны менән бер гонаһһыҙ, саф күңелле, керһеҙ йөрәкле тәбиғәт балаһы. Ә xәҙep яҡташыбыҙҙың тәбиғәткә арналған шиғырҙарын бәләкәй балалар телендә тыңлап китәйек.

Сәхнәгә беренсе синыф уҡыусылары сыға. Проектор аша һүрәттәр күрһәтелә.

  1. Ағастар: «Ҡайын», «Ҡарағай», «Мышар»
  2. Ҡоштар: «Төйлөгән», «Кәкүк», «Һандуғас»

Муз.номер «Һандуғас моңо» 5а синыф башҡарыуында йыр йырлана.

  1. Йәнлектәр: «Айыу», «Бүре», «Төлкө» шиғырҙарын тындағандан һуң муз.номер «Ҡapa бесәй балаһы», «Дуҫтар» исемле йырҙары йырлана,

1-се а.б. Совет армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Белорет ҡалаһында район газетаһы «Урал»да хеҙмәткәр булып әшләй. Йөрәктәрҙе елкендерерлек шиғырҙары район газетаһында баҫылып тора. Унан һуң Силәбе ҡалаһында әшләй. Халыҡ хужалығының ҡайһы ғына өлкәһендә әшләмәһен, шиғриәткә ғашиҡ Әхмәҙин ҡәләмен ташламаны. Уның ижадының, байтаҡ ҡына өлөшөн «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдарыһыҙ күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел.

Ошо ваҡытта «Аманат», «Акбуҙат» журналдарыныңтышлыҡтары проектор аша күрһәтелә.

2-се а.б. Ә.Әфтәхтең ижады, эҙләнеүҙәре, айырыуса емешле була. Уның бер-бер артлы «Йәшлегем урамдары», «Ҡаяларҙа томан», «Шарлама», «Ҡуласа», «Тамаша» тип аталған шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. ("Проектор аша китаптарының тыштары күрһәтелә). 1995 йылдан алып Әхмәҙин Әфтох Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Муз.номер: Динар Гайсин башҡарыуында «Ҡурай» йыры.

1-се а.б. Шағирҙың ижадында ҡатын-ҡыҙ, атай-әсәй, туғандарына арналған шиғырҙары айырыуса бер урын алып тора. Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәйҙәрҙең; ғүмер буйы үҙенең балаһын ысын кеше итеү өсөн бөтә көсөн, тәрбиәһен һалған әсә образы, ефәк телле йомшаҡ тауышы күңелдәрҙе әсир итә.

Сәлиә апай башҡарыуында «Төштәремә хәҙер кермәй әсәй” шиғыры һөйләп ишеттерелә.

Гайсина Хәтижә hәм Регина башҡарыуында «Мышар» йыры йырлана.

Батыр Хөснөтдин улы башҡарыуында «Атай моңо» йыры.

2-се а.б. Дуҫ-иштәренә, синыфташ ҡыҙҙарына арналған шиғырҙары ла  үҙенсәлекле.

1-се а.б.        Осрашайыҡ та ауыл урамында

Баҫа алмай шатлыҡ хистәрен

Малай саҡтағылай таймаҡ булдыҡ

Ситкә ҡуйып донъя эштәрен.

2-се а.б. Был «Биш былтыр» шиғырынан өҙөк йәшлек дуҫы Мансур Ғәләүетдин улы Фазыловҡа арналған. Ә хәҙер hүҙ уның дуҫ-иштәренә, синыфташтарына, хеҙмәттәштәренә бирелә.

Муз.номер: «Кыр каҙҙары» йыры Гордова Регина башҡарыуында.

7-се а.б. Ә.Әфтәхтең саф мөхәббәт, изге теләктәр, матур йәшлек тойғолары менән һуғарылған шиғырҙары тиҙ иҫтә ҡала, күңелгә үтеп инә.

Мөхәббәт ул — мәңгелек сер,

Мөхәббәт ул — татлы сир.

Мөхәббәг ул - беҙ икебеҙ,

Мөхәббәг ул — күк һәм ер.

Муз.номер: Әхтәмова Ләйсән «Санта - Лючия»

2-се а.б. Әхмәҙин Әфтәх йөрәгендә Тыуған илгә, туған халҡына эскерһеҙ оло һөйөү тәрбиәЛәГәндәр һәм шуның өсөн дә халҡының ҡыуанысы уның, йыуанысына, ҡайғы-һыҙланыуҙарына әйләнгәндер. Юҡҡамы ни шағир: Халҡым бөйөк сал Уралым кеүек,

Урал бөйөк халҡым булғанға,

Бында ҡурайы ла башҡорт йәнле,

Моңдарына уның тулғанға.

Муз.номер «Уралыма» М.Илмир башҡарыуында йыр йырлана. Биккужина Фәниә башҡарыуында «Заһиҙә» бейеуе.

1-се а.б. «Шағир булып тәрбиәләнмәйҙәр, шағир булып тыуалар» - тиҙәр халыҡта. Был hүҙҙәp нәҡ Әхмәдин Әфтәхтең үҙе еөсөн генә әйтелгән тиерһең. «Һәp шиғырымды тамамлаған һайын, күҙ алдыма тәүҙә ауылдаштарым килеп баҫа. Әгәр улар мин яҙғанды ҡабул итһә, халҡым да, илем дә мине аңлар төҫлө», - ти шағир.

Ә хәҙер ошо тамашаның төп хужаһы Ә.Әфтәхкә hүҙ бирелә.

2-се а.б. Ҡәҙерле ҡунаҡтар, туғандар, дуҫтар. Бөгөнгө кисәлә беҙ әҙәбиәтебеҙҙең талантлы шағиры Әхмәдин ағай ижады менән таныштыҡ. Әгәр ҙә һеҙҙең йөрәктәрҙә уңың, ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам уята алһаҡ, беҙ бик шат булыр инек. Яҡташыбыҙ шиғриәте киләсәк быуындар күңелендә яҡты йондоҙ булып ҡабынасаҡ әле.


Муз. номерҙар: «Башҡортостан» йыры М.Илмир, Г. Динар, М.Данил;

«Тау шишмәһе» 8-9 синыф уҡыусылары;

Ишмурзина Зөлфиә башҡарыуында шәреҡ бейеүе.

1 -се а.б. Ҡәҙерле Әхмәҙин ағай, Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ижади емештәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.

2-се а.б. Хөрмәтле ҡунаҡтар, иғгибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, киләһе ocpaшҡанғa тиклем hay булығыҙ!        


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ноғман Мусиндың тормош юлы ижады

Урок по башкирскому государственному языку для учащихся 9 кл....

Урок "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат."

Урок на тему  "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат." Һеҙҙең иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған дәрес конспекты ...

Тема: Рәссам «Әхмәт Лотфуллиндың тормош юлы һәм ижады (1928-2007)

1) Уҡыусыларҙы рәссам «Ә.Лотфуллиндың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, художество белемен яҡшыртыу; 2)Сәнғәт әҫәрҙәрен аңлай һәм баһалай белеүҙе формалаштырыу; 3)Телмәрҙе һәм ижади фекерләүҙе үҫ...

Конспект урока по башкирскому (государственному) языку в 9 классе по теме: Шәйехзада Бабич тормошо һәм ижады.. Йәнләндереү.

Конспект урока в 9-ом классе по башкирскому языку и литературе по теме: Жизнь и творчество Ш. Бабича...

М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары.

М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары....