Һыңар бейәләй.
книга по теме

Кагарманова Сария Мухамедьяновна

"Һыңар бейәләй" үҙем ижад иткән хикәйә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hynar_beyly.docx18.43 КБ

Предварительный просмотр:

Һыңар бейәләй

Рәйлә кисә үк ҡыҙҙар менән сана шыуырға һөйләшкәйне. Шуға ла ағас санаһын ҡустыһы алып ҡасмаһын өсөн солан аҫтына йәшереп тә ҡуйҙы. Бөтәһе лә ул уйлағанса бара: үҙенән ике йәшкә өлкән апайы мәктәпкә төштән һуң бара, шуға өй йыйыштырыу уның өҫтөндә. Ул эш менән мәшғүл булғандан файҙаланып, Рәйлә сығып тайыр.  Әсәһе кәртә тирәһендә булырға тейеш, моғайын, бәрәстәрҙе әсәләре эргәһенә сығара торғандыр. Тотола ҡалһа, тыштағы эштәрҙе эшләгән кеше булыр.

Шулай уйланы ла Рәйлә, шыпырт ҡына кейенмәксе булды. Төймәләрен элә генә башлағайны, Бүләк апайы эргәһенә килеп тә баҫты:

-Алыҫҡа китеп бараңмы? – тине ул һеңлеһен баштан-аяҡ һөҙөп ҡарап сыҡҡас. Әллә яратҡан уҡытыусыһына оҡшарға тырыша, апайының тауышы ҡәтғи яңғырай. Рәйлә ҡойолдо ла төштө:

-Бүләк апай, ни... мин әсәйемә кәртә таҙалашайым тигәйнем, - тине ул телен саҡ-саҡ әйләндереп.

-Ошоға тиклем һин таҙалай торғайның шул кәртәне, - тине Бүләк уҡытыусы ҡиәфәтенән сыҡмайынса ғына.

Уғаса булмай тыштан:

-Рәйлә, йәһәтерәк бу-у-у, - тип ҡысҡырған тауыш ишетелде. Һөйләшеп ҡуйғайнылар ҙа һуң шым ғына торорға, юҡ инде, сабырһыҙ Зилә сәрелдәк тауышы менән бөтә эште боҙҙо. Бүләккә был етә ҡалды:

-Ә-ә-ә,- тине ул, - эшең ҡаты икән. Сана шыуырға һөйләштегеҙме?- Унан тауышына ҡапыл ғына яғымлылыҡ сығарып, - ярар, сыҡ әйҙә. Тик иҙәнде генә һепереп ал,- тине лә бер ни булмағандай, түр яҡҡа инеп юғалды.

Рәйлә еңел һулап ҡуйҙы: башҡа саҡта уның һәр эшенә бәйләнергә яратҡан апайы ҡапыл ғына ыҡҡа килде лә ҡуйҙы. Ваҡыт яғы ҡыҫынҡы булғас, Рәйлә сисенеп тормаҫтан, бәлтәһен кейгән килеш кенә һеперергә булды иҙәнде. Мейес артында торған селек һеперткене алды ла, ҡабалана-ҡабалана иҙән һеперергә тотондо. Бүләк апайы ла, ни сәбәптәндер. уның һәр хәрәкәтен күҙәтеп тормай. Башҡа ваҡытта: “Ек буйын еткерә ал, ҡыйың тороп ҡалған,”- тип ҡаңғырта торғайны, бөгөн әйләнеп тә ҡарамай. Рәйләгә был бигерәк ҡулай булды: карауат аҫтын кем инеп ҡарай, мейес артына утын һалғанда барыбер ҡыйлана тип, ул тирәне урап үтте. Ҡыҙҙарҙың өсөнсөгә ҡысҡырыуына иҙән һеперелеп тә бөттө. Рәйлә тантаналы тауыш менән:

-Иҙәнде һепереп бөттөм, - тип иғлан итте. Бүләк түр яҡ бүлмәнән сыҡмайынса ғына:

-Ярар, бар һуң сана шыуырға,- тип яуапланы.

Рәйлә ел-дауыл ҡағылмай үтеүенә ҡыуанып, бейәләйен алырға ла, сығып һыпыртырға уйланы. Тик нисек кенә эҙләһә лә, һыңар бейәләй табылманы. Бейәләйе һыуға төшкән шикелле юҡ булды. Әсәһе ҡайһы саҡ уларҙың еүешләнеп бөткән бейәләйҙәрен мейес башына киптерергә һала торғайны, тик был юлы унда ла күренмәй был һыңар бейәләй. Ҡаңғырҙы бейәләйен таба алмаған Рәйлә. Аптырағас:

-Бүләкбикә апай, минең бейәләйҙе күрмәнеңме? – тип һораны. Уның апайына көнө төшкәндә исемен тултырып әйтеү ғәҙәте бар ине.

-Карауат аҫтын матурлап һеперһәң, әйтермен ҡайҙа икәнен.

-Аҙаҡ һыперермен, ҡыҙҙар көтә.

Тик Бүләк ни үҙе сыҡманы, ни бейәләйҙең ҡайҙа икәнен әйтмәне. Рәйләгә һеперткегә тотоноуҙан башҡа сара ҡалманы. Апайына эстән генә йоҙроҡ күрһәтте лә, карауат аҫтын һыперергә тотондо. Һепергән тауыш апайына ишетелһен өсөн, һеперткене ҡыштыр-ҡыштыр килтереп тегеләй ҙә, былай ҙа йөрөткән булды. Күҙенә тығылған йәштәре иҙәнгә төшөп үҙен фашламаһын өсөн, башын карауатҡа терәне. Быныһы ла йәтеш булып сыҡты: карауат селтәре үҙенән-үҙе ҡыҙҙың йәштәрен ҡоротоп алды.

-Мин һепереп бөттөм. Бейәләйҙе бир әле.

-Мин һиңә яҡшылап һепер, тинем.

-Үҙе сығып ҡарамай ҙа. Һеперҙем бит инде...

-Мин сыҡмаһам да күреп торам – арлы-бирле һепергәнһең.

Рәйлә, бәлтәһен сисмәгәнлектән, бышлыҡты, тамағына төйөр килеп тығылды. Биҙрә тотоп килеп ингән әсәһе ишекте япҡан ыңғайға тыштан:

-..ләәә, беҙ ...тек., - тигән өҙөк-йыртыҡ һүҙҙәре килеп етте. Һәр саҡ ҡабалан йөрөгән әсәһе Рәйләгә ҡарамай ғына:

-Нимә итеп шуларҙы ҡысҡырттырып ҡуйҙың? Сыҡһаң, йәһәт кенә сыҡ та кит, сыҡмаһаң әйт, көтөп тормаһындар, - тине. Рәйлә илағанын белдермәҫкә тырышып:

-Бейәләйем юғалған,- тип яуап бирҙе. Уйын-көлкөлө һөйләшергә яратҡан әсәһе:

-Ниндәй ине бейәләйең?- тип һораны.

-Ҡара.

-Бая бер ҡара бейәләй мунсаға йыуынырға китеп бара ине. Ҡара бейәләйеңде шунда барып ҡара, - тине лә һыу тултырған биҙрәһен алып сығып та китте.

        Рәйлә апайына ла, әсәһенә лә үпкәләп, тумһайып ултырғысҡа барып ултырҙы. Бүләк, һеңлеһе өндәшмәгәс, үҙе ишек төбөнә килде:

-Таптыңмы бейәләйеңде?

-Яҡ.

-Мин һиңә иҙәнде матур һепер, тип әйттемме?

-Ыһы.

-Йә, мин ҡарап торам, һин һәйбәтләп һепер.

-Ике тапҡыр һеперҙем бит инде. Һин барыбер әйтмәнең.

-Әйҙә, улай булғас, икәүләп һеперәйек, - Бүләк мейес артына ҡуйылған һеперткене алып сыҡты. Рәйлә лә теләр-теләмәҫ кенә апайы артынан эйәрҙе.

        Апайы һепертке менән  карауат аҫтынан бер һелтәүе булды – унан һыңар бейәләй килеп тә сыҡты.

-Кисә сисенгән сағыңда һыңар бейәләйең шунда барып ятты. Тәүге һепергәндә үк урын-еренә еткереп эшләһәң, күптән ҡыҙҙарың янында булыр инең.

        Рәйлә һыңар бейәләйен алды ла ҡыҙҙары артынан сығып йүгерҙе.