Ҡыш. Ҡылым,уның һан менән үҙгәреше.
план-конспект урока (6 класс) на тему

Зарипова Инзиля Шайгалиевна

           

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tehnologicheskaya_karta_otkrytogo_uroka.docx22 КБ

Предварительный просмотр:

Дәрескә технологик карта

Уҡытыусының исеме, фамилияһы – Зарипова Инзилә Шәйғәли ҡыҙы

Фән – Башҡорт теле

Класс – 6

Тема

Ҡыш. Ҡылым, уның һан менән үҙгәреше

Маҡсаттар

Белем биреү маҡсаты:Уҡыусыларҙы ҡылым менән таныштырыуҙы дауам итеү; ҡылымдың һан менән үҙгәрешен үҙләштереү;

Үҫтереүсе:Уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен, бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү, ҡылымдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;

Тәрбиәүи: тәбиғәткә иғтибарлы булыу, ҡышын ҡоштарға һәм хайуандарға ярҙам итергә теләк уятыу.

Планлаштырылған һөҙөмтә

Уҡыусы өйрәнәсәк: ҡыш миҙгеле тураһында һөйләмдәр төҙөргә, һүҙлек эше башҡарырға, ҡылымдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға;

Уҡыусыға мөмкин буласаҡ: ҡылым темаһын, уның һан менән үҙгәрешен иҫкә төшөрөргә, төркөм менән эшләргә.

Төп төшөнсәләр

Өң, айыу, тумыртҡа, сәтләүек, йоҡлай, ашай, олой, туҡылдай

Предмет-аша бәйләнеш

Рус теле, биология, татар теле

Эште ойөштороу төрҙәре

Фронталь эш, төркөмдәрҙә эш, парҙарҙа эш

Сығанаҡтар:

  • төп
  • өҫтәлмә

Усманова М.Ғ. Башҡорт теле

ноутбук, проектор, “Ҡышҡы урман” видео, т ә б и ғ ә т хәрефтәре, кластер, ҡылымдар яҙылған карточкалар, баһалау таблицаһы

Дәрестең төҙөлөшө

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Һәр этаптың биремдәре

Һәр этаптың диагностик биремдәре

I этап. Ойоштороу

Маҡсат – уҡыусыларҙы дәрескә әүҙемләштереү

Дәрестә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен формалаштырыу

Инструктаж үткәреү, балаларҙы эшкә әҙерләү

I этап. Ойоштороу.

Һаумыһығыҙ уҡыусылар. Хәлдәрегеҙ нисек? Һеҙҙең шат йөҙҙәрегеҙҙе күреүемә шатмын. Мин Инзилә Шәйғәли ҡыҙы булам. Яңы Нуғай мәктәбендә һеҙҙең кеүек уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләшергә, яҙырға өйрәтәм. Уларҙан һеҙгә күп сәләм.

I этап. Ойоштороу

  • Бөгөн кем дежур?
  • Кем дәрестә юҡ?
  • Бөгөн һауа торошо ниндәй?

Коммуникатив УУГ

Шәхси УУГ

II этап. Белемдәрҙе актуалләштереү

Информация менән эшләү

Проблемалы һорауҙарҙы сисеүҙә ҡатнашыу, шәхси фекерен формалаштырыу, уны дәлилләү.

Фронталь эш ойоштороу.

Уҡыусыларҙы проблемалы һорауҙарҙы сисеүгә йәлеп итеү

II этап.

  • Белемдәрҙе актуалләштереү.

Телмәрҙе шымартып алыу маҡсатында фонетик күнегеү эшләп алайыҡ әле.

* Йылан нисек ыҫылдай? (-ҫҫҫҫ)

* Бал ҡорттары нисек оса? (-ҙҙҙҙ)

* Тамаҡты нисек сайҡатабыҙ? (-ғы, -ғы)

* Тамаҡҡа ҡаҙалған ҡылсыҡты нисек сығарабыҙ? (-ҡы, -ҡы, -ҡы)

* Темаға инеш

Әйҙәгеҙ, дәрестең темаһын бергә асыҡлайыҡ. Ә хәҙер иғтибарҙы экранга йүнәлтәйек. (Ҡышҡы урман. Видео күрһәтелә)

  • Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, һеҙ нимәләр күрҙегеҙ?
  • Һеҙгә оҡшанымы?
  • Ә һеҙҙең ҡышҡы урманда булғанығыҙ бармы?
  • Ниндәй миҙгелде беҙ күрҙек?
  • Тимәк, бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
  • Әлбиттә, ҡыш тураһында.
  • Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡыш миҙгеленә сәйәхәткә сығабыҙ.
  • Ошо картинаға ниндәй ҡылымдар миҫалға килтерә алаһығыҙ.
  • (тәбиғәт йоҡлай, ағастарҙы бәҫ ҡаплаған, урман тып-тын ҡалған, юлдарҙы көрт баҫҡан, ҡар яуған, ҡыш еткән)

II этап. Белемдәрҙе актуалләштереү.

Фонетик күнегеүҙәр.

Видео күрһәтеү.

Сәйәхәткә сығыу.

Танып белеү УУГ

III Яңы материалды үҙләштереү

Практик эҙләнеү эшендә ҡатнашыу.

Үҙ-ара ярҙамлашып эшләү.

(төркөмдәрҙә эшләү)

Биремдең дөрөҫ үтәлешен баһалау.

Проблемалы һорауҙарҙы сисеүҙә ҡатнашыу, шәхси фекерен формалаштырыу, уны дәлилләү.

Практик эҙләнеү эше ойолтороу

Төркөмдәрҙә эш ойоштороу

Биремдең үтәлешенә контроль булдырыу.

Уҡыусыларҙы проблемалы һорауҙарҙы сисеүгә йәлеп итеү.

III Яңы материалды үҙләштереү.

- Сәйәхәтебеҙ башланды. Һәр туҡталышта үҙегеҙгә баһа ҡуйырға онотмағыҙ.

1-се туҡталыш (слайдта айыу өңө күренә)

  • Был нимә?
  • Нимә йоҡлап ята икән был өңдә? (Айыу)
  • Айыу йоҡлай. Айыу ни эшләй? Йоҡлай. Был ҡылым.
  • Айыу һеҙгә биремдәр әҙерләгән.

Кластер төҙөү – төркмдәрҙә эш

  1. Балалар ниндәй уйындар уйнайҙар? (ҡар бабай яһау, саңғыла шыуыу, хоккей уйнау)
  2. Һауа торошо ниндәй? (ҡарлы, буранлы, һалҡын)
  3. Ҡыш көнө нимә кейәләр? (тун, быйма, бейәләй)
  4. Ниндәй айҙары бар? (декабрь, ғинуар, февраль)
  5. Ҡыш айҙарында ниндәй байрамдар үткәрелә? (Яңы йыл, Ватанды һаҡлаусылар көнө, Раштыуа)

Айыу уҡыусыларға хәреф бирә – б

Уҡыусылар үҙ-үҙҙәрен баһалай.

2-се туҡталыш (бүре олаған тауыш ишетелә)

  • Был нимә олой?
  • Бүре олой. Бүре ни эшләй? Олой. Был ҡылым.
  • Бүре һеҙгә текст менән эшләргә тәҡдим итә.

Текст өҫтөндә эш – 192-се күнегеү

  • Тексты уҡытыусы уҡый
  • Һүҙлек эше

Текста аңлашылмаған һүҙҙәр бар, шуның өсөн ошо урында һүҙлек эше ойоштороп алайыҡ.

Буран – метель, вьюга

Һулыш – дыхание

Ҡош-ҡорттар – птицы

Йәнлектәр – звери

Һиҙеп алды – чувствуют, ощущают

Урман – лес

Һирәк - редко

Тауыштар – голоса        

Йоҡоға талған – погрузиться в спячку

  • Тексты тәржемә итеү
  • Текстан ҡылымдарҙы табыу (килеп етте, һиҙеп алды, ишетелә, йоҡоға талған)

Бүре уҡыусыларға хәреф бирә – ғ

Уҡыусылар үҙ-үҙҙәрен баһалай.

3-сө туҡталыш (слайдта ҡуян эҙҙәре күренә)

  • Был нимәләр? (эҙҙәр)
  • Был ниндәй йәнлектең эҙҙәре? (ҡуян)
  • Ҡуян ни эшләй? Ҡуян йүгерә. Йүгерә – ҡылым
  • Ҡуян һеҙгә карточкалар менән уйын тәҡдим итә.

Карточкалар менән практик эш

Уҡыусыларға хәрәкәттәр белдергән һүҙҙәр яҙылған карточкалар бирелә. Улар шул һүҙҙе хәрәкәт менән күрһәтергә тейеш. Ҡалған уҡыусылар ниндәй ҡылым булғанын белергә тейеш. (йоҡлай, ултыра, яҙа, йүгерә, уйнай, )

Бирем – бирелгән ҡылымдарға күплек ялғауҙары өҫтәп әйтергә.

Йоҡлай – йоҡлайҙар

Ултыра – ултыралар

Яҙа – яҙалар

Йүгерә – йүгерәләр

Уйнай – уйнайҙар

Бирелгән ҡылымдарға күплек ялғауҙары өҫтәп әйтергә

Ҡуян уҡыусыларға хәрефтәр бирә – ә, ә

Уҡыусылар үҙ-үҙҙәрен баһалай.

Физминутка.

Китеп барам урмандан,

Төрлө ҡыҙыҡ күп унда –

Бына тейен һикерә,

Ана ҡуян йүгерә.

Мышы миңә: “Һөҙәм, - ти,

Балама һин теймә”, -ти.

Сысҡан миңә: “Үҫәм, - ти,

Һине уҙып китәм”, ти.

Күңелле миңә бында,

Саф һауалы урманда.

4-сө туҡталыш (слайдта тумыртҡа күренә)

  • Был ниндәй ҡош?
  • Был тумыртҡа. Һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып ҡуябыҙ.
  • Тумыртҡа ни эшләй? Тумыртҡа туҡылдай. Туҡылдай – ҡылым.
  • Тумыртҡа дәфтәрҙәрҙә яҙышып алайыҡ, ти. Дөрөҫ итеп ултырҙыҡ, ручкаларҙы дөрөҫ итеп тоттоҡ.

 Дәфтәрҙәрҙә эш – 188-се күнегеү, 71-се бит

Һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу, ҡылымдарҙың аҫтына һыҙыу

Тумыртҡа уҡыусыларға хәрефтәр бирә – т, т

III Яңы материалды үҙләштереү.

  1. Төркөмдәрҙә кластер төҙөү.

  1. Текст өҫтөндә эш – 192-се күнегеү

  1. Карточкалар менән практик эш

  1. Дәфтәрҙәрҙә эш – 188-се күнегеү, 71-се бит

  1. Һәр туҡталышта уҡыусылар үҙҙәренең эшенә баһа ҡуялар.

Шәхси УУГ

Регулятив УУГ

Танып-белеү УУГ

Коммуникатив УУГ

IV этап

Нығытыу

Информация менән эшләү

Үҙ-ара ярҙамлашып эшләү – парҙарҙа эшләү

Проблемалы һорауҙарҙы сисеүҙә ҡатнашыу, шәхси фекерен формалаштырыу, уны дәлилләү

Парҙарҙа эш ойоштороу.

Биремдең үтәлешенә контроль булдырыу.

Уҡыусыларҙы проблемалы һорауҙарҙы сисеүгә йәлеп итеү.

IV этап

Нығытыу

5-се туҡталыш (слайдта сәтләүек һүрәте)

  • Был нимә?
  • Сәтләүекте нимә ярата? (тейен)
  • Тейен нимә эшләй? Тейен сәтләүек ашай. Ашай – ҡылым

Тейен һеҙгә алған белемдәрҙе тикшерер өсөн тест һорауҙарына яуап бирергә һорай.

Тест һорауҙарына яуап биреү

  1. Ҡылым нимәне белдерә? Что обозначает глагол?

А. Предметтың исемен, атамаһын

Б. Предметтың билдәһен

В. Предметтың эшен, хәлен, хәрәкәтен

2. Ҡылымдың һорауҙары ниндәй? Вопросы глагола?

А. Кем? Нимә?

Б. Ни эшләне? Ни эшләй? Ни эшләйәсәк?

В. Ниндәй? Ни төҫлө? Ҡайһы?

3. Ҡылымдарҙы тап. Найди глаголы

А. Китап, эшсе, гармун

Б. Ҡыҙыл, аҡ, зәңгәр

В. Уйнай, уҡый, йоҡлай

4. Тура килгән ҡылымды ҡуйығыҙ: Уҡыусы матур ...

А. Ауырый

Б. Йоҡлай

В. Яҙа

5. Күплек һанда килгән ҡылымды табығыҙ

А. Дәфтәрҙәр

Б. Килделәр

В. Малайҙар

Тейен уҡыусыларға хәреф бирә – и

Уҡыусылар үҙ-үҙҙәрен баһалай.

Йыйылған хәрефтәрҙән һүҙ төҙөү – тәбиғәт.

  • Уҡыусылар, ни өсөн урманда йәшәүсе йәнлектәр йомаҡ итеп ошо һүҙҙе һайлап алды икән? (яуаптар)
  • Урман – йәнлектәрҙең өйө. Урманда кем йәнлектәрҙе ҡарай? (урман ҡарауылсыһы). Урман да, йәнлектәр ҙә яҡлауға мохтаж. Беҙ уларҙы яҡларға, һаҡларға тейешбеҙ. Кемдәр өсөн йәнлектәр Ҡыҙыл Китапҡа индерелә?
  • Беҙҙең Башҡортостанда ниндәй йәнлектәрҙе осратырға мөмкин?
  • 2017  йыл ниндәй йыл тип иғлан ителде?

IV этап

Нығытыу

Тест һорауҙарына яуап биреү

Уҡыусылар бер-береһенең эштәрен тикшерә

Тәбиғәт тураһында әңгәмә төҙөү

Регулятив УУГ

Танып-белеү УУГ

Коммуникатив УУГ

V Йомғаҡлау

Рефлексив анализ

Өй эше

194-се күнегеү, 73-сө бит.

Ҡыш миҙгеленә һүрәт төшөрөү

Ҡыш һүҙенә синквейн төҙөү

V Йомғаҡлау

  • Бөгөн дәрестә нимәләр эшләнек?
  • Нимә тураһында һөйләштек?
  • Ниндәй яңы һүҙҙәр менән таныштыҡ?
  • Ниндәй йәнлектәрҙе осраттыҡ?
  • Тәбиғәткә ҡарата беҙҙең ниндәй мөнәсәбәт булырға тейеш?

V Йомғаҡлау

Уҡыусылар үҙҙәренең дәрестә эшләгән эше өсөн уртаса баһаны сығаралар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ғылыми жұмыс «Төрт түлігім- ырысым»

Мазмұны                 I.           Аннотация....

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....

Уртаҡ ҡылым

Был дәрес программа буйынса алтынсы класта үтелә....

Разработка урока на тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә» по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС

Разработка урока на  тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә»  по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС...

Ҡылым. Унын зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Ҡабатлау дәресе.

4 класс өсөн ҡылым темаһын ҡабатлау дәресе конспекты...

Ҡылым. Ҡабатлау дәресенә слайдлар.

Ҡылым. Унын зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ формаларында килеүе. Ҡабатлау темаһына слайдлар...

«Образовательный портал «РЕШУ ЕГЭ» и «РЕШУ ОГЭ»

laquo;Образовательный портал «Решу ОГЭ»Дистанционная обучающая система для подготовки к государственным экзаменам «РЕШУ ЕГЭ» и «РЕШУ ОГЭ» создана творческим объеди...