Рәми Ғарипов тормошона һәм ижадына сәйәхәт
статья на тему

Ишбулдина Алия Ишмуратовна

Рәми Ғарипов  тормошона һәм ижадына  сәйәхәт (дәрес-семинар)

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл дәрес26.31 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Салауат районы мәғариф бүлеге

Рәми Ғарипов

тормошона һәм ижадына  сәйәхәт

(дәрес - семинар)

2017 йыл

Тема:  Рәми Ғарипов тормошона һәм ижадына  сәйәхәт

(дәрес - семинар)

Маҡсат:

  1. Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады менән танышыу, уның көрәшсе һәм хәҡиҡәтте яҡлаусы шәхес икәнен иҫбатлау:
  2. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм феҡерләү ҡеүәһен үҫтереү:
  3. Шағирға ихтирам һәм уның ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу,

Тыуған илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Р. Ғариповтың портреты, тормош юлын сағылдырған плакат, китаптары күргәҙмәһе, аудиояҙма, мультимедиа проекторы, интерактив таҡта, ноутбук.

Дәрестең планы:

  1. Шиғриәт минуты.
  2. Инеш һүҙ.
  3. Яңы тема.
  1. Тормош юлы.
  2. Студент йылдары.
  3. Ижады тураһында.
  4. Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йырҙар.
  5. Ял  итеү.
  6. Рәми Ғариповтың тәржемәләре.
  1. Дөйөмләштереү.
  2. Үтелгәнде ҡабатлау өсөн викторина.
  3. Өйгә эш.
  4. Баһалар. 

  1.  Шиғриәт минуты (Аудиояҙмала шағирҙың үҙе уҡыған шиғырҙары)
  2. Инеш һүҙ.

(Мультимедиа проекторы аша Салауат районы тәбиғәте күрһәтелә.

Ҡушымта 1)

Бына минең тыуған ер был –

Ҡарт Ҡаратау. Йүгерек Йүрүҙән . . .

Тыуып үҫкән, һыуын эскән

Ерем минең!

     Салауат ере арҙаҡлы шәхестәргә бай төбәк: милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, йор һүҙле Байыҡ сәсән һулаған һауаны һулап, улар йөрөгән һуҡмаҡтарҙан йөрөп, улар эскән Йүрүҙән һыуҙарын эсеп үҫкән шағир Рәми Ғариповтың шиғыры менән башлайбыҙ сәйәхәтебеҙҙе.

  1. Яңы тема.
  1. Тормош юлы.

(Ҡушымта 2)

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов Салауат районының Арҡауыл ауылында 1932 йылдың 12 февралендә донъяға килгән.

(Ҡушымта 3)

     Атаһы Йәғәфәр Мөхәммәтрәхим улы 1912 йылда Арҡауыл ауылында тыуған. Үҙ заманы өсөн уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы булыуы менән айырылып торған. Колхоз, ауыл советы рәйесе була. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән беренселәрҙән булып фронтҡа китә. 1943 йылдың 23 февралендә Сталинград янындағы ҡаты һуғышта һәләк була. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнгән.

     Ғаиләлә дүрт бала ҡала: иң олоһо Рәмилгә ун бер йәш, Рауил менән Урал, кесе ҡыҙы Мәршиҙәгә ни бары йәш ярым була.

(Ҡушымта 4)

     Әсәһе Гөлмәрйәм Хизбулла ҡыҙы 1913 йылда Арҡауылдан йыраҡ  түгел  Яубүләк ауылында тыуған. Уның әсәһе Мария – рус ҡыҙы, Яубүләк ауылына башҡорт егетенә кейәүгә сыға, ауылдаштары уны Мөхлисә тип йөрөтәләр. Гөлмәрйәм апай эшкә уңған булған, районда иң оҫта көлтә бәйләүсе исемен яулап “Хеҙмәт батырлығы” миҙалы менән бүләкләнгән.

     “Һуғыш ваҡытында әсәйемде “Салауат районының комбайны” тип йөрөтәләр. 1942 йылда ураҡ ваҡытында ул бер үҙе ҡул менән ун һигеҙ гектар игенде урҙы һәм беренсе булып дәүләт наградаһы менән бүләкләнде”, - тип яҙа Рәми Ғарипов үҙенең автобиографияһында.

     Бәләкәйҙән Рәми ҙә әсәһе менән бесән саба, ер һөрә, кистәрен колхоз аттарын көтә.

Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ

Һөҙәк кенә тауҙың битендә.

Шул көн иҫеңдәме һинең, әсәй?

Ул көн минең һәр саҡ иҫемдә.

“Әсәм ҡулдары”.

     Буш ваҡыттарында Рәми китап уҡыған, ауылдағы бәләкәй генә китапханалағы китаптарҙы уҡып бөткән. Был  турала һеңлеһе Мәршиҙә: “Рәми бәләкәйҙән уҡырға яратты, ҡайҙа барһа ла ҡулынан китабы төшмәй ине. Ул хатта төндәрен шәм яҡтыһында ла уҡый ине”, - тип хәтерләй.

     Тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, 1946 – 1950 йылдарҙа Өфөлә аталары фронтта һәләк булған балалар өсөн асылған 9 – сы башҡорт мәктәп- интернатында белем ала. Унда уҡығанда зирәк, уҡымышлы, сабыр холоҡло, тыйнаҡ булғаны өсөн иптәштәре яратып “Бабай” тип йөрөткәндәр.

     Бында ул ныҡлап шиғырҙар, мәктәптә сыҡҡан гәзит өсөн фельетондар яҙа. Уларҙың аҫтына “Мөхәммәтғарипов”, “Рәми Салауатский” тип ҡултамғалар ҡуя. Ныҡлап яҙыуына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәрйәм Ғималованың кәңәштәре ҙур йоғонто яһай.

(Ҡушымта  5)

Шиғырһыҙ ҙа

Һеҙ бит аңлайһығыҙ йөрәгемдең

Иң саф хистәрен.

Онотмамын

Һеҙҙе, Мәрйәм апай,

Килгәндә лә

Ғүмер кистәрем.

“Уҡытыусыма.”

  1. Студент йылдары.

     Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса 1950 – 1955 йылдарҙа Мәскәүҙә А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый. Бында уға әҙәбиәт менән шөғөлләнеү өсөн тағы ла киңерәк юлдар асыла, китапханаларҙың байлығына хайран ҡалып, китаптар донъяһына сума.

(Ҡушымта 6)

     Унда уҡығанда украин ҡыҙы Надежда Васильевна Друн менән дуҫлашып китә. “Беҙҙең ғаилә Переделкино ауылында йәшәй ине, ошонда уҡ Әҙәбиәт институтының ятағы ла урынлашҡан. Беҙ 1953 йылда танышып, һөйләшеп йөрөй башланыҡ. Унан 1955 йылдың 25 майында бәләкәй генә студент туйы эшләп үткәреп өйләнештек һәм Рәмиҙең тыуған яғына ҡайттыҡ”, - тип хәтерләй Надежда Васильевна.

Надя –надежда – өмөт,

Һин минең өмөтөм.

Беҙ бөтә ауырлыҡтарҙы бергә күтәрергә тейешбеҙ.

Һиңә минең менән ауыр булыр, әлбиттә.

Иң беренсе һин башҡорт телен өйрәнергә тейешһең

Тел – минең тормошом.

“Студент көндәлектәренән”

     Ошолай украин ҡыҙы Надя Башҡортостанға килә, Рәмиҙең иң  яҡын кәңәшсеһе һәм дуҫына әйләнә. Уларҙың Салауат, Азамат исемле улдары һәм ҡыҙҙары Гөлнара тыуа.

(Ҡушымта 7)

  1. Ижады тураһында.

     1950 йылда “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналында “Ленин” исемле беренсе шиғыры баҫыла.

     1954 йылда сыҡҡан “Йүрүҙән” исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы Әҙәбиәт институтында диплом эше була. Был йыйынтыҡ үҙ ҡарашы, һүҙе, моңо булған яңы шағир тыуыуын хәбәр итә.

     Хәҙерге көндә уның егерменән артыҡ йыйынтығы бар. Был әҫәрҙәр беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондын тәшкил итә.

(Китаптары исемлеге.

Ҡушымта 8)

     Рәми Ғарипов үҙенең ижадында тыуған ерен, унда йәшәгән халыҡтың тормошон, уй-кисерештәрен, туған телгә булған мөнәсәбәтен сағылдырҙы.“Ул  ифрат эшһөйәр, һөйгән эшен мөкиббән  китеп, зауыҡланып, ярһып башҡара. Үҙе йәшәгән йондоҙло йыһаны – әҙәбиәт булды. Уның шиғырҙарында –тәбиғәт биҙәге, ҡоштар һайрауы, шишмә сылтырауы, салғы сыңлауы ишетелә һымаҡ. Улар – үҙҙәре бер моң шишмәһе”, - ти уның ижады хаҡында әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Мостай Кәрим.

     Бигерәк тә шағирҙы тел яҙмышы борсоно. Ҡайһы бер кешеләр “милләтсе” булыуҙан ҡурҡып, был турала уйлағандарын әйтмәгән дәүерҙә, 1957 йылда, ул үҙенең “Туған тел” шиғырын яҙа:

Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай ынйы йыямын,

Йыямын да – йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

     Үҙенең телен, ерен, халҡын яратҡан кеше генә ошондай һоҡланғыс һүҙҙәрҙе әйтә алалыр!

     Уны милләтселектә ғәйепләйҙәр. Ул ниндәй милләтсе булһын?  Өләсәһе рус ҡыҙы, ҡатыны украин ҡыҙы, дуҫтары араһында төрлө милләт вәкилдәре бар. Кеше үҙенең телен ихтирам иткән, ҙурлаған өсөн генә милләтсе тип әйтеп булмай!

Телең барҙа илең бар,

Илең барҙа иркең бар,

Иркең барҙа күркең бар,

Ил биҙәргә дәртең бар,

Ерең, күгең – икең бар,

Утың, һыуың – дүртең бар!

“Аманат”.

     Икенсе дәрестә шағирҙың ижады менән тәрәнерәк танышып, шиғырҙарына анализ яһарбыҙ, өйҙә әҙерләнеп килерһегеҙ.

     Ул шиғырҙар, поэмалар, хикәйәттәр, ҡобайырҙар ижад итеүсе һүҙ оҫтаһы. Поэтик әҫәрҙәренән тыш иң сағыу әҙәби мираҫы – көндәлектәре. Мәктәптә уҡығанда уҡ көндәлек алып бара. Был яҙмалары күптән түгел ҡатыны Надежда Ғарипова һәм Зөһрә Бураҡаева тырышлығында донъя күрҙе. Һеҙгә улар менән танышырға тәҡдим итәм.

  1. Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йырҙар:

(Йырҙар исемлеге. Ҡушымта 9)

     “Йырымда минең йөрәгем”, - ти Рәми. Уның шиғырҙарының моңлолоғо тәбиғәттән. Бөтә йырҙары халыҡсанлыҡ,  тәрән фәлсәфә, лиризм менән һуғарылған.

     “Р.Ғарипов – йырсы шағир. Уның шиғырҙарын көйгә һалыу бик уңайлы. Шуның өсөн уның һүҙҙәренә моң яҙып ҡарамаған композитор юҡтыр”, - тип иҫкә ала Абрар Ғабдрахманов. Ул “Таңдағы йыр”, “Туған тел”, “Көтәм һине”, “Һүҙем бар” шиғырҙарына көй яҙҙы.

Рафиҡ Сәлмәнов “Сыйырсыҡ”, “Хушлашыу”, “Бәхет Һуңлап килгән ҡунаҡ”, “Минең йондоҙом”, “Шофер йыры”, “Туй йыры”, “Умырзая йыры” шиғырҙарын көйгә һала.

      Шағирҙы бөтә нәмә лә борсой: туған тел, тыуған ер өсөн янып – көйөп йәшәй. Кешеләрҙе лә ошо хәүефтәрҙән ҡурсырға теләй. Ул үҙенең был донъянан иртә китерен алдан һиҙенгән һымаҡ:

Кәкүк, кәкүк!

Үпкәләмәм,

Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе:

Бар ҡайғыһын, бар шатлығын

Татып китәм был ерҙең!. . . –

тип яҙа “Кәкүк” шиғырында.  Роза Сәхәүтдинова көйөнә был йыр шағирҙың һағышы, йөрәк тауышы булып яңғырай.

(“Кәкүк” йырынан өҙөк тыңлана)

     Салауат төйәгендә тыуып үҫкән шағир милли батырыбыҙ менән ғорурлана һәм уны шиғырҙарында данлай.

“Салауат батыр” шиғырына Артур Туҡтағолов көй яҙған:

Сабып сығып сал быуаттар аша,

Сапсындырып суйын саптарын,

Оран һалып илгә, һай, Салауат

Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.

Шулай уҡ ошо гүзәл  ерҙә йәшәгән кешеләргә һоҡлана, ошо төйәктең матурлығына дан йырлай:

Салауатҡа килегеҙ ҙә

Беҙҙең яҡты күрегеҙ –

Килгәнегеҙ тороп ҡалыр,

Кире ҡайтмаҫ берегеҙ!

  1. “Ял”  туҡталышы

“Салауат батыр” йыры башҡарыла.

  1. Рәми Ғариповтың тәржемәләре.

     “Рәми Ғарипов – башҡорт әҙәбиәтендә ысын мәғәнәһендә әҙәби тәржемә мәктәбен тыуҙырған әҙип. Ул бөтә донъя классик поэзияһының иң яҡшы өлгөләрен башҡорт теленә тәржемә  итеү хәстәрлеген күрҙе, ҙур бер тәржемә  антологияһы төҙөнө”, - тип яҙа Ғайса Хөсәйенов.

     Тәржемә эше менән шағир Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡығанда шөғөлләнә башлай, үҙенең егерме йылдан артыҡ ғүмерен ошо эшкә бағышлай.

     Ул  рус шағирҙарынан иң беренсе С. Есениндың, А.С. Пушкиндың, М. Ю. Лермонтовтың шиғырҙарына мөрәжәғәт итә.

1958 йылда сыҡҡан “Таш сәскә” исемле йыйынтығына ун өс шағирҙың егерме ике әҫәре ингән.

     Авар шағиры Рәсүл  Ғамзатовтың башҡорт телендә 1965 йылда сыҡҡан “Дағстан йондоҙо” китабындағы күп шиғырҙарын Р.Ғарипов тәржемә иткән.

     Тәржемә өлкәһендәге иң сағыу өлгөләре фарсы –тажик шағиры Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары булды. Был эште ул етмешенсе йылдарҙа башлай һәм бер нисә йыл эсендә бөтәһе өс йөҙ егерме алты дүрт юллыҡты башҡортсаға әйләндерә.  Шағирҙы  Ғүмәр Хәйәм тәрән фәлсәфәүи ҡарашлы аҡыл эйәһе булыуы менән арбай:

Был ғаләмдең маяҡ ташы, бейек тә – беҙ,

Аң –ғаләмдең шишмә башы, бөйөк тә – беҙ,

Йыһан үҙе түңәрәк бер йөҙөк булһа,

Шул йөҙөктөң алмас ҡашы, әлбиттә – беҙ!

     Тәржемә өлкәһендә иң әһәмиәтле эше – 1969 йылда боронғо әҙәби ҡомартҡыларҙан һаналған “Зөһрә менән Алдар” эпосын руссанан башҡортсаға ҡайтарыуы.

     Алтмыштан артыҡ шағирҙың ижады тупланған “Минең антологиям” йыйынтығы 1992 йылда баҫылып сыҡты.

  1. Дөйөмләштереү:

     Рәми Ғарипов -  һүҙ оҫтаһы, ҙур талант эйәһе, тура һүҙле шағир булып танылды. “Үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижад ҡалдырҙы. Рәмиҙең шиғриәте уның үҙенә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булды. Тере сағында ҡағылып – һуғылған шағирҙың шиғриәте хәҙер үҙенең тейешле баһаһын ала бара, уның ысын ҡәҙере арта бара”, - тип яҙа Рауил  Бикбаев.

     Эйе, Рәми – халыҡ улы, ул – халыҡ хәтерендә. Быны иҫбатлаусы дәлилдәр бик күп: 1988 йылда Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына, 1992 йылда халыҡ шағиры тигән юғары исемгә лайыҡ булды.

(Слайдтар)

1989 йылда тыуған ауылында йорт – музейы асылды.

1993 йылда ошо йорт – музейы алдында Николай Калинушкин эшләгән баҡыр бюст ҡуйылды.

1994 йылда Өфөлә уҡыған гимназияға уның исеме бирелде һәм 1997 йылда гимназия алдында бюст ҡалҡып сыҡты.

1994 йылда шағир уҡыған гимназияла һәм 1997 йылда Салауат районында Рәми Ғарипов исемендәге премия булдырылды.

     Уның тураһында документаль фильм төшөрөлдө, бик күп шиғырҙар, поэмалар һәм пьеса ижад ителде.

     Шағир һүҙе – уның аманаты булып киләсәк быуындырға барып етер һәм киләсәк быуын уның аманатына тоғро булыр.

Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән,

Иң бөйөк көн әле ул алда.

Килер бер көн, килер ул ҙур байрам,

Туй яһарбыҙ шаулап урамда.

Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,

Ярһыу атым янып йығылыр.

Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,

Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.

Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,

Телгә алыр улар мине лә,

Сөнки мин киләсәк менән бергә

Һаҡлап саптым, телем, һине лә.

  1.  Үтелгән теманы нығытыу:

Викторина һорауҙарына яуаптар.

(Интерактив -таҡта)

  1. Рәми Ғарипов ҡасан һәм ҡайҙа  тыуған?
  2. Ғаиләләрендә  нисә  бала  була,  исемдәрен  атағыҙ.
  3. Атаһы  тураһында  нимә  беләһегеҙ?
  4. Әсәһе  тураһында   нимә  беләһегеҙ?
  5. Буласаҡ  шағир  ҡайҙарҙа  уҡыған?
  6. Уның  псевдонимдарын  атағыҙ.
  7. Мәктәп-интернатта  уҡығанда  яратҡан  уҡытыусыһы?
  8. Надежда  Ғарипова  тураһында  һөйләгеҙ.

9. Беренсе   шиғырын  ҡасан  яҙған, ул    нисек атала?

10. Беренсе  йыйынтығын  атағыҙ,  ул  ҡасан  баҫылған?

11. Шағирҙың  йыйынтыҡтарын   атағыҙ.

12. Туған  тел  тураһында   ниндәй  шиғырҙары  бар?

13. Уның  ниндәй  шиғырҙарына  көй  яҙылған?

14. Тәржемәләр  йыйынтығы  нисек  атала, унда  ниндәй шағирҙарҙың әҫәрҙәре  тупланған?

15. Рәми  Ғарипов  исемендәге   премия  ҡайҙа  һәм  ҡасан булдырылған, лауреаттарҙан  кемдәрҙе  беләһегеҙ?

16. Шағирҙың  нисә  музейы бар, улар  ҡайҙа  урынлашҡан?

17. Бюстары  ҡайҙа  ҡуйылған, авторы  кем?

18. Сәнғәттә  һәм  әҙәбиәттә   шағир  исеме  нисек мәңгеләштерелгән?

19. Уның тураһындағы драма әҫәрен һәм авторын әйтегеҙ.

20. Рәми  Ғариповҡа  ниндәй  юғары  исемдәр  бирелгән?

  1.  Өйгә эш

(уҡыусыларҙың һәләттәренә ҡарап бирелә):

  1. Р. Ғариповтың тормош юлы һәм ижадына арналған презентациялар әҙерләргә.
  2. Шиғырҙарын уҡып, тематикаһын билдәләргә һәм анализларға әҙерләнергә.
  1.  Уҡыусыларға баһалар ҡуйыу.