Тәбиғәт
план-конспект урока (5 класс) на тему

Лемдясова Зульфия Аснавиевна

Асыҡ дәрес өлгөһө

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon urok_-_prirodamart.doc32.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Тәбиғәт.

Маҡсат: - һүрәттәр ҡарау;

                - карточкалар өҫтөндә эш;

                -  һүҙбәйләнештәр төҙөү;

                - текст өҫтөндә эш.

Дәрестең барышы

I. Һаумыһығыҙ!

Хәйерле иртә!

(Уҡыусыларҙың ҡунаҡтар менән иҫәнләшеүе)

II. Өйгә эште тикшереү: Һүҙлектәге һүҙҙәрҙе ятларға ( ҡағыҙ биттәренә яттан яҙып биреү)

III. Яңы дәрес барышы:

Дәрес алдынан күнекмәләр үткәреү:

1.- башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен ҡабатлау:

Ө,ү,ә

Ғ,ҙ,ҡ,ң,ҫ,һ   һәм һүҙҙәр әйтеү: ө -өләсәй, ү – күнегеү,ә - әсәй;

Ғ –ғаилә, ҙ –ҙур, ҡ- ҡыш, ң- таң, ҫ- бәҫ, һ- һүҙлек.

Дәресте эпиграфын уҡыу: Ҡоштар осһон

                                                 Балыҡтар йөҙһөн!

                                                 Ағастар, сәскәләр үҫһен!

                                                 Бөтә тереклек йәшәһен!

-Бында нимә тураһында һүҙ бара?

- Балыҡтар, ҡоштар тураһында.

- Улар бөтәһе бергә нисек атала?

- Эйе, ысынлап та, тәбиғәт тураһында.Шулай итеп, дәрестең темаһын, числоһын яҙып алайыҡ.

- Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө дәрестең числоһын яҙайыҡ.

2. Презентация ҡарау:

 - Был нимә һорауына яуаптар табайыҡ.

 - Яуап бирегеҙ: тәбиғәтте һаҡларға, яратырға кәрәкме?

Уҡыусыларҙың яуабы:

 -Тәбиғәтте яратыу ул – уға теймәҫкә, үҙ канундары менән йәшәргә ҡамасауламаҫҡа.

- Любить природу – значит не трогать ее, не мешать ей жить по своим законам.

- Ә хәҙер нөктәләр урынына кәрәкле һүҙҙәр  әйтәйек һәм яҙайыҡ:

Балыҡҡа - ..., ҡошҡа- ..., йәнлеккә  урман, ә кешегә ...  кәрәк.

-Афарин, барыһында үҙ урынына ҡуйҙыҡ.

3. Карточкалар өҫтөндә эш:

- индивидуаль карточкалар таратыу;

- командаға карточкалар таратыу.

4. Һүрәттәр өҫтөндә эш:

- Таҡтала ниндәй һүрәттәр бирелгән?

-Укыусылар: йылға

                       үҫемлек

                        йәнлектәр

                        ҡоштар

                        бөжәктәр

                        балыҡтар

                        тау  

-Шул һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙыу (берәмләп сығып)

5. Физминутка: Йыраҡтан ямғыр болото килә ( башты уңға һәм һулға бороу);

                             Күк күкрәне (ботҡа һуғыу);

                             Ел иҫте (ҡулдарҙы өҫкә күтәреү);

                             Боҙлауыҡ яуа башланы (аяҡтар менән тыпырлау);

                             Ямғыр ҡойҙо ( сәпәкәйләү);

                             Ҡояш күренде (алға килеп, йылмайыу һәм ҡулдарҙы күтәреү)

                             Беҙ бәхетле ( үҙ – үҙеңде ҡосоу).

- Рәхмәт, ултырығыҙ.

IV. Яңы теманы аңлатыу:

1.Башҡорт телендә ҡылымдар ни эшләй, ни эшләгән, ни эшләйәсәк һорауҙарына яуап бирә. Ә беҙ бөгөн ни эшләй һорауына яуап бәлыусы һүҙҙәрҙе табабыҙ һәм ялғауҙарын билдәләрбеҙ.

- Ни эшләй? Был хәҙерге заман ҡылымдары яуап бирә, уның ялғауҙары –а, -й, -ә. Мәҫәлән, үҫә, тора. Яғауҙары ә һәм а килә. Һүҙлектәге һүҙҙәрҙе файҙаланып, ҡылымдарҙы яҙайыҡ.

-Ә хәҙер таҡталағы һүҙҙәргә ҡылымдар өҫтәйек.

 Йылғалар – аға

Үҫемлектәр – үҫә

Йәнлектәр – эҙләй

Ҡоштар – оса

Бөжәктәр – һикерә

Балыҡтар йөҙә

Тауҙар – тора

Бирелгән ҡылымдарҙың ялғауҙарын табайыҡ.

2. Текст өҫтәндә эш:

 -тексты уҡыу,

- уҡыусыларҙың тәбиғәт тураһында һүҙҙәрҙе билдәләүе,

- ни эшләй һорауына текстан миҫалдар килтереү.

3. Нимә белдегеҙ?

Нимә һорауына һүҙҙәрҙе ҡабатлау;

Ни эшләй һорауына һүҙҙәрҙе ҡабатлау.

4.Һөҙөмтә: шулай итеп,беҙ һеҙҙең менән тәбиғәт тураһында һүҙҙәр белдек һәм билдәләнек. Һеҙ ниндәй һүҙҙәрҙе отоп алдығыҙ? Әңгәмә. Эпиграф менән дәресте тамамлау.

5. Баһалар ҡуйыу: Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай (4 йәки 5 билдәләре ҡуя).

6.Өйгә эш биреү. 81 – се бит, 3 –сө күнегеү (телдән).

V.Беҙ, афарин! Һау булығыҙ, дәрес бөттө.