Әхиәр Хәкимовтың "Өйөрмә" әҫәре буйынса дәрес
план-конспект урока (11 класс) на тему

Абдуллина Айгуль  Халитовна

Шәхес культы ҡорбандары. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл _hkimov_oyorm_.docx38 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Заман һәм шәхес яҙмышы

(Ә.Хәкимовтың ”Өйөрмә” романы буйынса)

                                                                        Был  вәхшәтте тарих онотмаһын,

                                                                  Онотмаһын тыуыр быуындар.

Р.Ғарипов.

Маҡсат. Романдың идея – тематик йөкмәткеһен асыҡлау.  Әҫәрҙә күтәрелгән мәсьәләләрҙе йәмғиәтебеҙҙәге бөгөнгө ваҡиғалар һәм әхлаҡи проблемалар менән бәйләнештә баһалау; уҡыусыларҙа тормошҡа аныҡ мөнәсәбәт тәрбиәләү; уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, телмәрен үҫтереү.

        Йыһазландырыу. Яҙыусының портреты, өйөрмә схемаһы, фонояҙма,эпиграф.

                                      Дәрес барышы.                                                              I. 1.Вәлит Илембәтов һүҙҙәренә “Хәтер” йыры яңғырай.

Уҡытыусы. 

Вәлит Илембәтов һүҙҙәренә яҙылған “Хәтер”  йырын тыңлағас, Рәми Ғариповтың ошо шиғыр юлдары иҫкә төшә:

                         Эй кешеләр, үҙе иҫән саҡта

                          Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен.

        Эйе, замандың йөрәк тибешен, ҡайғыһын, шатлығын да, уңыштарын, еңеүҙәрен һәм фажиғәле ҡаршылыҡтарын да дөрөҫ яҡтыртҡан ғәҙел, тура һүҙле яҙыусыларыбыҙ, бик күп намыҫлы кешеләребеҙ ваҡытында баһаланманы, нахаҡҡа рәнйетелде, юҡ ителде. Яңы йәмғиәт төҙөйбөҙ тип, 30 – сы йылдарҙа ебәрелгән оло хаталарҙың, фажиғәләрҙең сағылышын Әхиәр Хәкимовтың “Өйөрмә” романында күрәбеҙ. Был әҫәрҙең үҙенсәлеге шунда: 20-30 – сы йылдарҙағы, унан һуңғы ваҡиғалар бөгөнгө көндәргә алып килеп тоташтырыла. Шул  саҡтағы баш-баштаҡлыҡтарҙы ҡылыусыларҙың да, уларҙың ҡорбандарының да байтағы әле лә йәшәп ята.

        Әҫәр 1971 йылда уҡ яҙылған. Ләкин торғонлоҡ йылдарында әҫәрҙең баҫылыуы, әлбиттә, мөмкин түгел ине. Шуға күрә роман 1990 йылда ғына донъя күрҙе.

        Әҫәрҙе тикшереүгә күскәнгә тиклем уның йөкмәткеһен үҙләштереүегеҙҙе баһалау өсөн тест һорауҙарына яуап бирегеҙ. (Тест һорауҙары ике вариантта бирелә.)

1. Әҫәрҙә нисәнсе йылдар һүрәтләнә?

А) 20 -70 – се йылдар.

Б) 70 - 80 – се йылдар.

В) 30 - сы йылдар.

2. Әҫәр нисә бүлектән тора?

А) Дүрт.

Б) Өс.

В) Ике.

3. Әҫәрҙең төп геройы.

А) Фазыл.

Б) Зөфәр Богданов.

В) Искәндәр Мораҙымов.

4. “Аяуһыҙ синфи көрәш заманында йәшәйбеҙ, ҡустым. Йомшаҡлыҡ дошман тирмәненә һыу ҡойоу менән бер”. Кемдең һүҙҙәре?

        А) Бураншин.

Б) Юныс Шәрәй.

В) Фазыл.

5. “Вон, долой!”  Кемдең яратҡан һүҙе?

А) Сәлимйән.

Б) Бураншин.

В) Фазыл.

Уҡытыусы.  

“Өйөрмө” романында яҙыусы әйтергә теләгән төп фекер ниндәй тип уйлайһығыҙ? Ошо һорауға яуап табыу өсөн әҫәрҙе тикшереүгә күсәбеҙ. Ә яуапты дәрес аҙағында әйтербеҙ.

Һеҙгә мин әҫәр буйынса һорауҙар әҙерләп килергә эш биргәйнем. Өс төркөмгә бүленеп эшләйбеҙ.  1-се төркөм 2-се төркөмгә һорауҙар бирә, 3-сө төркөм – тәнҡитселәр. Әгәр улар яуап менән риза булмаһалар, төҙәтәләр, өҫтәйҙәр. Уңышлы һорау өсөн дә баһа ҡуйыла.

Һорауҙар һәм уларға яуаптар ошондайыраҡ булырға мөмкин:

1. Әҫәрҙә һүрәтләнгән осор тураһында нимә әйтерһегеҙ?

- Автор иғтибарҙы илебеҙҙең Октябрь революцияһынан һуңғы тарихының  дүрт осорона туплай:

а) 30 – сы йылдарҙа ауылдарҙа колхоздар ойоштороу һәм үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән бер аҙ хәллеләр рәтенә күтәрелгән  крәҫтиәндәрҙе ҡыйратыу;

б) 1937 йылда үҙаллы фекер йөрөтә белгән зыялылырҙы репрессиялау;

в) XX съездан һуңғы “епшетеү” мәле;

г) “Торғонлоҡ” йылдары тип аталған осорҙа демократияны яңынан ҡыҫыу.

2. Ошо осорҙар кемдәр яҙмышы аша һүрәтләнә?

- Тоталитар система килтергән осор фажиғәләре “Өйөрмә” романында  ике  быуын кешеләре – яҙыусы Искәндәр Мораҙымов һәм, йылдар үткәс, “халыҡ  дошманы” тип иғлан ителгән атаһының намыҫлы исемен кире ҡайтарырға тырышып йөрөүсе улы Камил образдары аша тасуирлана.

3. Тағы кемдәрҙең яҙмышы сағылдырыла әҫәрҙә?

- “Өйөрмә” романында һәр бер осорҙоң үҙ “геройы” бар: коллективлаштырыу осоронда – коммун Фазыл, утыҙ етенсе йылда - Әниф Ҡәйүм, Юныс Шәрәй, 60 – сы йылдарҙа Түрәкәева.

4. Ни өсөн әҫәр “Өйөрмә” тип атала?

- Әҙиптең күп әҫәрҙәрендә символик мәғәнәле образдар бар. Мәҫәлән: күпер, йәйғор, бәйге. Ә был әҫәрҙә ул - өйөрмә. Роман тәбиғәттәге өйөрмә менән башланып  китә. Бындай өйөрмә роман геройҙарының тормошондағы һынылышлы ваҡиғалар алдынан бер нисә мәртәбә ҡабатлана. Алда һүрәтләнәсәк хәл – ваҡиғаларҙың да ауыр, шомло булыуына ишара яһай, нимәнелер иҫкәртә.

(Яуаптар һәм һорауҙар баһалана.)

Уҡытыусы.

Әҫәрҙә хәрәкәт иткән геройҙарҙың  яҙмышында, улар ыңғай булһынмы, киреме, ниндәй уртаҡ яҡты күрәһегеҙ?

  • Һәр бер герой – трагик яҙмышлы кеше, уның үҙенең  фажиғәһе бар. Ул ошо ғәрәсәтле тормош өйөрмәһе эсенә инеп юғала.

Уҡытыусы.        

Эйе, сәйәси дауыл - өйөрмә үҙ эсенә  яҙмыштарҙы, мөнәсәбәттәрҙе – бөтә илде һурып ала, өйөрөлтә, бәргеләй, ҡанға батыра, унан төрлө тарафҡа тырам – тырағай итеп ырғыта.

        Ошо фажиғәле яҙмышлы кешеләрҙең тормош юлын берәм – берәм асыҡлап ҡарайыҡ. Заман өйөрмәһе кемдәрҙе үҙенә тартып алды икән? Был ижтимағи ғәрәсәтте, өйөрмәне тыуҙырыусыларҙы аңларға, уларҙың хәрәкәт сәбәптәренә төшөнөргә тырышайыҡ. Һәр осорҙоң үҙ “геройы” бар, тинек. Әйҙә, коллективлаштырыу осоронан башлайыҡ.

        Дәрес барышында  өйөрмә схемаһына яҙмышы асыҡланған һәр бер образдың исеме беркетелә бара.

Уҡытыусы.

Коммун Фазыл нимә хаҡына көрәшкә ташланды икән?

- Партияға мөкиббән бирелеүҙән, етәкселәргә бер ҡатлы ышанғанлыҡтан башҡара был эштәрҙе. Үҙе лә ғаиләһеҙ, бала – сағаһыҙ ҡартая. Ғүмере аҙағында йәшлектә ҡылған эштәренә үкенә, тәүбәгә килә.

Уҡытыусы.

Бураншиндың фажиғәһе нимәлә?

- Бураншинды партияға бирелеүҙән тыш, шәхси үс тә ҡаты ҡуллы иткән: совет власына ҡаршы баш күтәргән кулактарҙы тар – мар итеп йөрөгәндә уның ҡатыны менән улын ҡылыстан үткәрәләр. Бына шунан һуң “ул  ҡыҙғаныуҙың ни икәнен онота “. Уның өсөн кешеләр бары икегә генә бүленә: “Йә Совет яғындаһың, йә синфи дошман яғында”.

Уҡытыусы.

Бураншин башҡорт әҙәбиәтендәге ҡайһы образды хәтерләтә?

- Ул Ғәйнан Хәйриҙең “Боролош” романындағы Мәүлетов образына яҡын.

Уҡытыусы.

 Бураншиндың коммун Фазыл  менән айырмаһы нимәлә?

- Әгәр Фазылға наҙанлығы арҡаһында идеяға һуҡырҙарса бирелгәнлек хас булһа, Бураншин заман ағышын яҡшы төшөнә һәм үҙенсә  һығымталар яһай. Ул  үҙенең дөрөҫ эшләмәүен дә аңлай, әммә үҙ йәнен һаҡлап ҡалыу өсөн башҡаларҙыҡын ҡыйырға мәжбүр: “Шулай ул, ҡустым, донъя. Әгәр ҙә теге алты кешене аҙна эсендә ауылдан оҙатмаһам, минең үҙемде, партиянан сығарып, Себергә ҡыуасаҡтар”, - ти.

Уҡытыусы.

 Бындай күренеш тағы ниндәй әҫәрҙә күҙәтелә?

- Н. Ғәйетбайҙың “Төн” трагедияһында НКВД хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ өҫтән килгән разнарядка менән ғәйепһеҙ кешеләрҙе алып китеп, халыҡ дошманы итеп хөкөм итәләр.

Әммә замандың аяуһыҙлығы Бураншиндың үҙен дә урап үтмәй. Ул да ахыр килеп законһыҙлыҡ ҡорбаны була. Шуныһы ҡыҙыҡ: утыҙ етенсе йылдарҙа уны халыҡ дошмандарына ҡарата йомшаҡлыҡ күрһәтеүҙә ғәйепләйҙәр.

Уҡытыусы.

Ә 60 – сы йылдарҙа партияның өлкә комитетында ижад кешеләрен ҡыҫымға алып ултырыусы Түрәкәева ниндәйерәк яҙмышлы кеше?

-Ағаһы ҡулға алынғас, яңыраҡ комсомолға ингән 15 йәшлек Өммөхаят Ғүмәрова унан рәсми рәүештә баш тарта, исем – фамилияһын да үҙгәртә. Артабан юғары урындарға үрләгән Түрәкәева ғүмерен ялған иманға ышанып үткәрә, ағаһы төшөнә инеп, йәнен ғазаплай.

        (Тыуған төйәген сараһыҙҙан ташлап китергә мәжбүр булған милли интелигенция вәкиле Зөфәр Богданов һәм Искәндәр Мораҙымовтың шәхес булып формалашыуында ҙур роль уйнаған Хәҙисә Богданова фажиғәләре тураһында алдан әҙерләнгән уҡыусы белдереү менән сығыш яһай.)

Уҡытыусы.

Романдың төп геройы Искәндәр Мораҙымов ниндәйерәк тәбиғәтле кеше? Ул башҡорт әҙәбиәтендәге ҡайһы образға оҡшаған? Параллелдәр килтерегеҙ. Йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлекте аңлай башлаған Искәндәр көрәш ҡоралы итеп нимәне һайлай?

  • Нәфис әҙәбиәтте. Рәми Ғариповтың:

      Мин яҙырмын ғәҙеллекте яҡлап,

      Ҡәләмемде мансып ҡаныма, -

тигән һүҙҙәрҙе Искәндәр Мораҙымов ижадының төп маҡсатын асып һала.

Уҡытыусы.

Уның яҙмышы нисек тамамлана?

- Коллективлашыу  осоронда  хаҡлыҡ-дөрөҫлөк өсөн көрәшеүҙән төрлө   иҫкәртеү- киҫәтеүҙәр менән булһа ла иҫән -имен сыҡһа ла, утыҙ етенсе  йылдың утлы өйөрмәһе уны ла аямай.

Уҡытыусы.

Утыҙ етеләге фажиғәләрҙең башланғысын ҡайҙан эҙләргә кәрәк, тип уйлайһығыҙ?

        - Был ҡанлы ваҡиғаларҙың зәһәрле орлоғо элегерәк сәсеп ҡалдырылған ине. Йәмғиәтебеҙҙәге аяуһыҙлыҡ, кеше ғүмеренең бер тин тормауы – бөтәһе граждандар һуғышына барып тоташа. Беҙ элек ҡаһарманлыҡ тип ышанып ҡабул иткән яу – дау мажаралары, асылда, Рәсәй халҡының үҙ – үҙен ҡырыуы булған икән. Искәндәр Мораҙымов кеүектәр быны яҡшы аңлаған.

Уҡытыусы.

Уның  “Өйөрмә” исемле романы булыуы билдәле. Әҫәрҙең артабанғы яҙмышы нисек?

        - Замандың аяуһыҙлығын Ә. Хәкимов  Искәндәрҙең үҙе һәләк булғандан һуң романының ҡулъяҙмаһын бер намыҫһыҙ бәндәнең алып йәшереүендә лә күрһәтә.  

Уҡытыусы.

Эйе, әҫәрҙең яҙылыу тарихы тураһында Ә. Хәкимов: “Мине яңы әҫәргә тотоноу өсөн ниндәйҙер сағыу факт йәки берәй сетерекле ваҡиға “көйҙөрөп” алырға тейеш. “Өйөрмә”гә этәргес көс – Һәҙиә Дәүләтшинаның юғалған әҫәре тирәһендәге төрлө имеш – мимештәр … булды”, - тип яҙа.

        Ә хәҙер эпиграфҡа күҙ һалайыҡ.

                          Был вәхшәтте тарих онотмаһын,

                           Онотмаһын килер быуындар.

Шулай тип иҫкәртә беҙҙе Рәми Ғарипов “Табыныу” поэмаһында.

        Ләкин беҙ тарихтан һабаҡ ала белмәйбеҙ. Ошо фажиғәләр яңынан тормошобоҙға кире ҡайта. Йылдар, быуындар алмашына, тик тоталитар системала ҡыйыу фекерле, алдынғы ҡарашлы шәхес фажиғәһе һаман да ҡабатлана. Искәндәр Мораҙымов урынына хәҙер инде уның улы журналист Камил Мораҙымов эҙәрлекләнә. Ни өсөн?

        - Ул атаһының намыҫлы исемен кире ҡайтарырға, юғалған романының эҙенә төшөргә тырыша.

Уҡытыусы.

 Романдың тамамланыуы буйынса фекерҙәрегеҙҙе әйтһәгеҙ ине.

        Берәүҙәр юғалған романдың табыласағына, Камилдың иҫән ҡаласағына дәлилдәр килтерҙеләр, икенселәр, Камил Мораҙымов, моғайын, һәләк булалыр, сөнки үҙ фекере булған ҡыйыу ҡарашлы шәхестәрҙе система аяманы, уны нисек булһа ла юҡ итергә итергә тырышасаҡтар, тинеләр.

        III. Йомғаҡлау.

 Уҡытыусы. Бына беҙ дәрес барышында ҡуйылған һорауға яҡынлаштыҡ. Яҙыусы әйтергә теләгән төп фекер ниндәй?

        Әлбиттә, был көрәште һәр беребеҙ үҙебеҙҙән башларға тейешбеҙ. Мораҙымовтар һәр яҡтан хәҙерге быуын өсөн дә өлгөлө шәхестәр. Һеҙ уларҙың ҡайһы сифаттарын үҙегеҙгә алыр инегеҙ? (Яуаптар.)

        Ә. Хәкимов        үткәнде һүрәтләһә лә, уны хәҙерге заманға килтереп терәй. “Өйөрмә” романы бөгөнгө көн өсөн дә актуаль. Унда халыҡтың тарихи көрәше – рухи һәм сәйәси азатлыҡҡа, шәхес азатлығына ынтылышы сағыла. Ә был көрәш мәңгелек ул.

        IV. Өй эше. “Өйөрмә” романының тамамланыуын мин нисек күҙ алдыма килтерәм” тигән темаға инша – фараз.

Инша-фараз

Әле генә уҡып сыҡҡан романдың һуңғы биттәрен яптым. Мин һаман да әле геройҙарҙың тормошонан айырыла алмайым. Еңел дә , ауыр ҙа миңә. Геройҙарҙың ҡатмарлы көрәш менән үткән ғүмерҙәре мине тәрән кисерештәргә һалды, уйландырҙы. Был - күренекле яҙусы Әхиәр Хәкимовтың “Өйөрмә “ исемле әҫәре ине.

Өйөрмә… Роман биттәрендә йәшәгән геройҙарҙың кисергән ауыр яҙмыштары ла берәм-берәм өйөрмә эсенә инеп юғалған кеүек булды. Бигерәк тә аяныс уларҙың яҙмыштары. Әлбиттә, беҙ быға тиклем репрессия  йылдары тураһында тарихтан уҡып ҡына белә инек. Ә “Өйөрмә “ романы менән танышҡас, репрессия , торғонлоҡ йылдары күҙ алдына ҡурҡыныс, ҡотолғоһоҙ өйөрмә һымаҡ килеп баҫты. Был өйөрмә шул йылдарҙағы аңһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек арҡаһында ғына тыуғандыр, минеңсә. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, әгәр ҙә шул заман сәйәсәте аңлы рәүештә башҡарылған булһа, кеше ышанмаҫлыҡ ҡот осҡос хәлдәр булыр инеме ни?

 “Өйөрмә “ романындағы үҙәк герой Искәндәр Мораҙымдың яҙмышы бик үкенесле. Шулай ҙа ул йәлләүгә мохтаж түгел, ғүмеренең аҙағынаса  ғәҙелһеҙлек, аңһыҙлыҡ менән көрәшеп йәшәй. Уның үҙен дә ғәрәсәтле өйөрмә упҡыны тартып ала. Әле генә тамамлаған

“Өйөрмә” исемле романын ниндәйҙер намыҫһыҙ кеше алып китеп, аҙ-маҙ үҙгәрткеләп, үҙенең исеменән баҫтырып сығара. Ә ошо романды юллап йөрөүсе- Искәндәрҙең улы Камил,  бәләгә осрай: аварияға эләгә.

Шуныһы үкенесле: роман тамамланмаған һымаҡ. Ысынында иһә, Әхиәр Хәкимов беҙгә- уҡыусыларға уйланырға, геройҙарҙың, Камилдың яҙмышы хаҡында  борсолорға урын ҡалдырғандыр. Был мине лә уйға һалмай ҡалманы, әлбиттә. Минең фаразлауымса, атаһының эшен дауам итеүсе йәш кеше- Камилдың яҙмышы аяныслы өҙөлөп ҡалыр. Ул, моғайын, һәләк булалыр. Сөнки үҙ фекере булған ҡыйыу ҡарашлы шәхестәрҙе тоталитар ҡоролош аяманы. Уны тере ҡалған сағында ла юҡ итергә тырышасаҡтар.

Бына ошо әҫәрҙәге һымаҡ ваҡиғалар башҡа бер ваҡытта ла ҡабатланмаһын ине. Тарихтан һабаҡ ала белһәк ине беҙ. Хәҙерге һүҙ ирке, азатлыҡ, шәхесте  һәр яҡтан үҫтереү өсөн тыуҙырылған шарттар киләсәккә өмөт менән ҡарарға мөмкинселек бирә.

                                                                                      Зәлифә Мәһәҙиева.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...

Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау

Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм...

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....

Әхиәр Хәкимовтың "Ҡарт һалдат, йәш һалдат" хикәйәһе буйынса.

Бөйөк Ватан һуғышы һәм Афғанстан һуғышы ҡорбандары....