«Мостай Кәрим Башҡортостандың халыҡ шағиры . Исем" дәрес өлгөһө.
методическая разработка

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

Тема: «Мостай Кәрим Башҡортостандың халыҡ шағиры» . Исем.

Маҡсат: 1) Балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай              Кәримдең  ижады, тормош юлы  менән таныштырыу.2)Мостай Кәримдең ижады аша башҡорт теленә һөйөү,ҡыҙыҡһыныу һәм илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү.3)Уҡыусыларҙың башҡортса һөйләү һәләтен камиллаштырыу “Исем” темаһын ҡабатлау һәм һөйләү телмәрендә  дөрөҫ ҡулланыу; 2) Һүҙлек запастарын арттырыу;Тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Башҡортостан картаһы, плакаттар, М.Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, индивидуаль эш өсөн карточкалар, проектор.

Дәреслек:  Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ., Вәлишина Л.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2003.

Дәрес барышы

Ойоштороу мәле. (Слайдта эпиграмма итеп Ғайса Хөсәйеновтың һүҙҙәре килтерелгән “Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо”.

Таҡта уртаһында М.Кәримдең портреты.) Слайд 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres_mostay_krim_.docx18.46 КБ

Предварительный просмотр:

        

Тема: «Мостай Кәрим Башҡортостандың халыҡ шағиры» . Исем.

Маҡсат: 1) Балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай              Кәримдең  ижады, тормош юлы  менән таныштырыу.2)Мостай Кәримдең ижады аша башҡорт теленә һөйөү,ҡыҙыҡһыныу һәм илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү.3)Уҡыусыларҙың башҡортса һөйләү һәләтен камиллаштырыу “Исем” темаһын ҡабатлау һәм һөйләү телмәрендә  дөрөҫ ҡулланыу; 2) Һүҙлек запастарын арттырыу;Тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Башҡортостан картаһы, плакаттар, М.Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, индивидуаль эш өсөн карточкалар, проектор.

Дәреслек:  Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ., Вәлишина Л.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө:         Китап, 2003.

Дәрес барышы

Ойоштороу мәле. (Слайдта эпиграмма итеп Ғайса Хөсәйеновтың һүҙҙәре килтерелгән “Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо”.

Таҡта уртаһында М.Кәримдең портреты.) Слайд - 2

Артикуляцион күнегеү.

Тел     төҙәткестәр:

-ҙа-ҙа-ҙа  - Ләйсән  дәфтәргә яҙа,

-ға-ға-ға  – Әйҙә киттек урманға.

-ҫа-ҫа-ҫа – Әминә  матур  баҫа,

                             -ҫә-ҫә-ҫә – урманда еләк  бешә.              Слайд -3

          Яңы тема. 

Уҡыусылар, һеҙ М.Кәримдең тормошо, ижад юлы менән танышһығыҙ. Хәҙер уның тормош юлын слайдтар аша ҡарап китәйек.

 Слайд - 4-45

( Слайдтарҙы ҡарап бөтөргәс , шағирҙың тормош юлын нығытыу өсөн ,

таратып бирелгән карточкаларҙы тултырып яҙығыҙ.)

   а) Сылбырлап, берәр һөйләмләп, төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп уҡыу. Бының өсөн һәр береһенең алдында белешмә өсөн һүҙҙәр.

  М.Кәрим .. йылда Башҡортостандың ... районы ... ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт....институтын тамамлай.  ... һуғышында ҡатнаша, ҡаты яралана, ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 1951-1962 йылдарҙа Башҡортостан … союзының идара рәйесе булып тора.

    М.Кәрим -  күп яҡлы талант эйәһе. Уның..., ... , ..., ..., поэмалары, ... , ....., ... повестары, ..., ..., ... драмалары киң билдәле.

    М.Кәримдең ... яҡын китабы донъя күргән. 1963 йылда уға Башҡортостандың ... шағиры исеме бирелә. Ул Башҡортостан Республикаһының ....исемендәге дәүләт премияһына (1967), СССР дәүләт премияһына (1972), Ленин премияһына (1984), Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә (1979) лайыҡ була.

         Белешмә өсөн һүҙҙәр: 1909, Шишмә, Келәш, Бөйөк Ватан, Яҙыусылар,

   Үлмәҫбай, Сер, Йылмайыу, Ҡара һыуҙар поэмалары, Беҙҙең  өйҙөн йәме, Оҙон-оҙаҡ баласаҡ, Өс таған повестары, Ташлама утты, Прометей!, Айгөл иле,Салауат, Ай тотолған төндә һ.б. драмалары, йөҙ, халыҡ, С.Юлаев.

      б) Бында  аҫтына һыҙылған  һүҙҙәр бар, уларҙың  аҫтына ни өсөн һыҙылды икән, шуларҙы  уҡып ниндәй һорауҙарға яуап биреүен әйтегеҙ.

Слайд - 46

 

     М.Кәрим( кем?) , ауыл( нимә?), ордендар( нимәләр?),  миҙалдар

(нимәләр?), Башҡортостан (нимә?), идара рәйесе (кем?),

поэма (нимә?), повестар (нимәләр), драмалар (нимәләр?),  шағир (кем?).

  •     Балалар,  бирелгән һүҙҙәр ниндәй һорауҙарға яуап бирәләр? Тимәк, беҙҙең  бөгөнгө грамматик тема ниндәй? (яуап)
  •  Ниндәй һүҙ төркөмдәре кем? нимә? һорауҙарына яуап булып киләләр? Улар ни өсөн ҙур һәм бәләкәй хәрефтәр менән яҙылалар? Рус теленән нимәһе менән айырылалар?

Бирелгән һүҙҙәргә һорауҙар ҡуйығыҙ:

Олатай, алма, баҡса, мин, өй, аҡҡош, йылға, әсәй, Азамат, тәҙрә, Өфө, мәктәп, дәфтәр, икмәк, бесәй.

Слайд – 47

Дәресте йомғаҡлау.

Индивидуаль карточкалар таратып биреү һәм яуап биреү.

1.М.Кәрим ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?2. М.Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ? 3. Бирелгән һүҙҙәрҙе тәржемә ит: бай, дан тота, дала, етеҙ, иге-сиге булмаған. 4.Башҡортостанда ниндәй йылғалар һәм күлдәр  бар? 5.Башҡортостан нимәләр менән дан тота? 6.Башҡорт телендә исемдәр ниндәй һорауҙарға яуап бирәләр? Рус теленән нимәһе менән айырылалар? 7.Бирелгән һүҙҙәрҙең ҡайһыһы ҙур хәреф менән яҙыла: урал, тау, йылға, башҡортостан, ҡариҙел, ағиҙел.

Баһалау.

Өй эше: 33-сө күнегеү.

  Дәрес өсөн рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм  китапханасыларға, шағирҙар һәм яҙыусылар менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға был хронологик таблицаның ярҙамы тейер тип ышанам...

Мин ҡайттым бит!.. ( Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы)

Маҡсат: 1.    Уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов ижады менән тулыраҡ таныштырыу, белемдәрен тикшереү;2.    Уйын эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен,фекерләү ҡеүәһен, һ...

«Мостай Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең Башҡортостандың йәме» темаһына әҙәби – музыкаль кисә.

«Мостай Кәрим – беҙҙең өйҙөң йәме, беҙҙең Башҡортостандың йәме»  темаһына әҙәби – музыкаль кисә....

Презентация на тему"Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов"

Презентация посвященная к юбилею башкирского народного поэта Тимера Юсупова....

Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағырҙары

Народные поэты и писатели Башкортостана...

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған дәрес өлгөһө “Рухыбыҙ нуры” (дәрес – ярыш)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваныңтыуыуына 105  йыл  тулыуға арналған дәрес өлгөһө “Рухыбыҙ нуры”(дәрес – ярыш)...