Лексикология
учебно-методический материал

Янбаева Алсу Гаяновна

Миҫалдар

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon leksikologiya.doc41 КБ

Предварительный просмотр:

Лексикология

Антонимдарҙың яһалыу төрөнә миҫалдар:

1) Көршәк тулы булһа, ныҡлығын ул

Оҙаҡ йылдар һаҡлай.

Ә буш көршәк иһә, тора- тора,

Үҙ алдына сатнай.

2) Был донъяларға рәхмәтем,

Ләғнәтем – барыһы миндә!

Барыһы миндә,

Тик үҙем мин

Көн һәм төн хөкөмөндә.

3) Аҡыллыға серем систем:

Үҙе теләп

Улы итте;ине

Бер ахмаҡҡа серем систем-

Теләмәҫтән

Ҡоло итте.

Антонимияға нигеҙләнгән тел күренештәре:

Антитеза:

Йөрәгемә нигеҙләнгән нигеҙ-

Шатлыҡ йыры, һағыш йырҙары.

Йылдар үтә, маңлайҙарға сыға

Тыуған нигеҙҙәрҙең һырҙары.

Оксюморон:

О мөхәббәт! Күпме йыуаштарҙы

Батыр яһап, солтан ир иттең.

Саҡматаштай ҡаты ҡатындарҙы

Балауыҙҙан былай иреттең.

О мөхәббәт! Күпме сәсән ирҙе,

Мәжнүн яһап, телһеҙ тилмерттең,

Телдән ҡалған өнһөҙ ҡатындарға

Һандуғастай һайрар тел бирҙең.

Синонимдарҙың барлыҡҡа килеү юлдары:

     

1) Күренештә, предметта, билдәлә, хәрәкәттә ниндәйҙер яңы һыҙат табыу нәтижәһендә:

Хәсрәт түгел, хәстәр йыйҙы беҙҙе:

Туғанлыҡты кәрәк яңыртыуҙар,

Һүрелмәһен өмөт, һүнмәһен дәрт,

Һүнеп ҡалғанда ла янартауҙар.

2)Ҡулланылышы сикләнгән:

Йомошсоһо булманым мин кемдең?

Әсеһенә, сөсөһөнә күндем.

Шөкөр,

Яла- ялғандарҙан

Шәт ҡотолдом.

3)Сит телдәрҙән һүҙҙәр үҙләштереү юлы менән:

Мин- еп,

Һин энә булһаң да

Дөрөҫ бит тәү ҡарашҡа,-

Тип тә уйлағайным башта

Тик һинең ҡиблаң башҡа.

Абсолют синонимдар:

Бер ҡатлыраҡ йәшлек йылдарымда

Ҡыҙҙар йөрәгенә ут һалдым.

Аҙаҡ, янғынынан сыға алмай,

Ялҡын эстәрендә буталдым.

Стилистик:

Үлем һүҙе нейтраль лексикала ҡулланылһа, М. Кәрим әҙәби телдә былай яҙған:

«Ҡорбанғәле донья ҡуйҙы, донья менән хәбәре өҙөлдө»

Семантик:

Васыятым юҡ һиңә, мираҫым юҡ,

Өгөт алыр йәштән үткәнһең.

Ҡалдығыҙ өс бөртөк бер башаҡта-

Арала һин салһың, өлкәнһең.

Контекстуаль:

Киләләр погондар,

Уҙалар атлылар,

Үтәләр йондоҙҙар

Уларҙың артынан.


Омонимдар 

1)

Был ҡыҙ – Россияның күңеле ине,

Мәңге саф һәм шиңмәҫ гөл ине.

Был йылмайыу- йыраҡ Урал аша,

Мәскәү аша килер кө ине.(ниндәй тау һәм икенсе мәғәнәлә кеше исеме)

2)

Юҡ, юҡ һуҡранмайым. Мин бит һине

Үҙем шундай итеп яраттым.

Ҡауырһыныңа ла тел тейҙермәм

Рухыңдағы сая ҡанаттың.

3) Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең башҡорт теленең үҙ һүҙҙәренә тап килеүе арҡаһында:

Ҡапыл сатырҙан сыға ла

Ап-аҡ күлдәкле шәүлә

Оялсан аҙымдар менән

Ҡунаҡҡа табан килә

4) Әҙер лексик омонимдар:

 Кәйефем яҡшы, һөйөклөм,

Ана, йәшен йыраҡта,-

Хәтерләйем үткәндәрҙе,

Йәшен уйнаған саҡта.

5)күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең мәғәнәһе айырылыу һөҙөмтәһендә:

Күк үләнем күптән ысыҡланды,

Ышыҡланды күктән ҡояшым.

Метафоралар:

Атама метафоралар:

“Ҡыш килгән”

Алыҫта урман,

Урманда томан

Ерҙе ҡаплаған

Аҡ мамыҡ юрған.

“Төн тураһында уй”

Хәлһеҙләнеп алыҫ йондоҙ һүнә,

Айҙан һуңғы нурҙар түгелә,

Ҡыҙыл диңгеҙ булып таң йәйелә

Республика һәм ҡала күгенә.

“Күршемдең теләге”

Шытып йөрәк түтәлендә

Шиғырың етлекмәй тыуһа,

Булмаһа күрер йәме

Кәзәләрҙе һыйла һин дә,

Көйшәһендәр, ә кешенең

Китмәһен ауыҙ тәме.

“Минең һөйгәнем”

Әйттем уға: ”Йөрәгем яна,

Һиңә оса төтөнө”:

“Күләгәгә ултыр – тине, -

Бик эҫе шул йәй көнө”.

Образлы метафоралар:

“Көҙ”

Тымыҡ күл буйҙарын оя иткән

Өйрәктәр ҙә китте алыҫҡа,

Хушлаштылар бөгөн улар менән

Ерҙә үҫкән һылыу ҡамыштар

“Тау һуҡмағы”

Тараҡ түбәләр ҡояштың

Алтын толомон тарай,

Шунан ғына балҡый йыһан-

Беҙҙең мәңгелек һарай.

****

Йәш егеттәр, иҙеү сисеп,

Ярһып бесән сабалар.

Хуш еҫле йәшел болоттан

Ҡыҙҙар күбә һалалар.

“Әсәйем сирләгәндә”

Һин һуғышта саҡта

Ҡыштар һыуыҡ,

Ҡар- буранлы булды, - зәһәрле.

Һине уйлап, дер- дер ҡалтырандым

Ҡара көҙҙән яҙға ҡәҙәрле.

... Өнөмдә лә аҡ боландар көтәм

Ҡара ҡарҙар яуған көндәремдә.

Индивидуаль- стилистик метафоралар:

Ғаҡылым тыныс. Бөтә нәмә асыҡ-

Һис урын юҡ фараз итергә.

Донья фани. Киткән кире ҡайтмай,

Ә килгәндәр килә китергә.

Ғаҡылым аяҙ. Хөкөм күптән сыҡҡан.

Һуң инде, һуң дәғүә итергә.

“Хыял”

Һин китәһең, мин көйәмен-

Ут сәселә урттарымдан,

Һин китәһең, гүйә, карап

Сығып китә порттарынан.

***

Ейән- йәш арыҫлан. Бар ҡеүәте

Тимер тырнағында

Атаһы- йөк аты. Бар мөлкәте

Алтын тояғында.

***

Иләҫ уйҙар инде тулап ташмай,

Юғарыла йондоҙҙар төҫ ташлай...

***

Яла мылтыҡтары тәте тартҡан,

Ғәйбәт обрездары тоҫҡалған.

Көнсөллөктөң утлы һөңгөләре

Уны сәнсеү өсөн осланған.

Һүҙ уйнатыу:

«Алтын тау»

Ул да еңелә, тик тағы

Табыла башҡалары.

Алмашына, алмашына

Алтын тау батшалары.

Батша ҡолай. Ҡолап ятҡан

Тора ла була батша

Ыҙғыш- тартыш, әйтерһең дә,

Тау юҡ ошонан башҡа.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Электронные дидактические материалы к разделу языкознания "Лексикология"

Предлагаемые вниманию коллег электронные дидактические материалы по разделу "Лексика" могут быть использованы и на уроке, и на дополнительном занятии (например, со слабоуспевающими детьми), и на лингв...

"Лексикология бүлеген йомгаклау"

5 нче сыйныфта татар теленнән дәрес үткәрү өчен методик эшкәртмә. Фән укытучысына файдалы һәм кызыклы булыр дип уйлыйм. Укучыларны эшләтә, уйлата торган дәрес....

"Ребята, давайте жить дружно!" Урок- путешествие в страну «Лексикология».

Данный урок по русскому языку предназначен для учащихся 5 класса. На уроке идёт закрепление темы "Слово  и его лексическое значение". Урок помогает учащимся увидеть неповторимость, значимост...

Тема урока: Страна « Лексикология».

Цель урока: систематизировать  полученные знания по данной теме, выполнить ряд упражнений на закрепление данного раздела. Записи вести чётко, аккуратно....

Путешествие в страну Лексикологию.

Урок русского языка для 6 класса по нетрадиционной форме. Тип урока - обобщение и систематизация знаний о лексике, синонимах, антонимах и омонимах....

Тест по теме "Лексикология"

Тест  для проверки знаний, умений и навыков по теме "Лексикология"....

Обобщающий урок: лексикология.

Урок русского языка в 10 классе...