З.Биишеваның "Игенсе" әҫәрен өйрәнеү
план-конспект урока (5 класс)

Шәмсетдинова Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙы

Дәрес

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon konferentsiya.doc68 КБ

Предварительный просмотр:

        Тема:  Зәйнәп Биишеваның “Игенсе” шигырен  өйрәнеү .

        Максат

Дидактик: шиғырҙы уҡып аңлау күнекмәләрен арттырыу,тасуири уҡыу күнекмәләрен арттырыу.

Тәрбиәүи ; игенсе һөнәренә һөйөү тәрбиәләү.

Психологик:темаға ыңғай мөнәсәбәт тыуҙырыу.

Йыһаҙлау:  көҙ тураһында һүрәттәр, интерактив таҡта, З.Биишеваның портреты.

Дәрес барышы.

                 Уҡыусылар төркөмдәргә бүленә, төркөм һайын етәксе һайлана.

I.Ориентир-мотивацион этап.

1 Өйгә бирелгән эште тикшереү:хуш е6ле икмәк табынға килһен өсөн кемдәр хеҙмәт һала? (Һорауға яуапты һүрәт төшөрөп, язма, шиғыр формаһында әҙерләргә мөмкин) Көҙгө уңыш тураһында һүрәттәр таҡтаға эленә.

Yҙбаһа.

2.Белемдәрҙе тигеҙләү.

ғ-се бирем.Бирелгән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатығыҙ:иген, ураҡта, игенсе, игенселек, уңыш.

 Yҙбаһа.

1-се бирем. Ба6ыу һүрәте төшкән картинаға ҡарап бер-нисә һөйләм төҙөргә. Ошондай уңыш ү6һен өсөн ба6ыуҙа кемдәр көс түгә.

Yҙбаһа.

II. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Эшләнелгән биремдәрҙән сығып, дәрестә һүҙ кем тураһында барасағын әйтә алаһығыҙмы? (Һүҙ игенсе хеҙмәте тураһында барасаҡ).

Таҡтаға “игенсе тип яҙылған карточка эленә.

Бөгөн беҙ ниндәй шағир тураһында һөйләшәсәгебеҙҙе, ребусты сискәс белербеҙ.

Ребус.

1. Ашҡа һалһаң, тәм кертә,

     Боронға инһә  сөскөртә.(Борос)

2. Шаулап ултыра баҫыуҙа (Иген)

3. Ул булһа табында,

     Йыр була күңелдә (икмәк)

4. Ай түгел – түңәрәк,

     Ҡояш түгел –  һап –һары

     Тәмле, тик шәкәр түгел,

     Ҡойроҡло – сысҡан түгел. (Шалҡан)

5. Ултыра бер сүлмәк,

     Өҫтөнә кейгән йөҙ күлмәк.(Кәбеҫтә)

6. Үҙе аға, күренмәй (Ваҡыт)

     ү.  Ҡыҙыл  ситегем менән ҡара ситегем ағас башында элеүле ҡалды.(Балан)

Крассвордта Биишеваһүҙе килеп сыға.

 Yҙбаһа.

Тимәк, беҙ бөгөн Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның шиғыре тураһында һөйләшәбеҙ.

        З.Биишева  Күгәрсен районында тыуа. Ул  Башҡортостандың халык шағиры  Уның “Дуҫ булайыҡ”, “Оло Эйек буйында”, “Кәмһетелгәндәр”, “Емеш” кеүек әҫәрҙәрен китап һөйөүселәр яратып уҡый.(Интерактив таҡтанан З.Биишеваның фотолары ,уның тураһында  видеота6ма күрһәтелә)

Тактаға яҙыла:   З.А.Биишева

                                Игенсе.

         Авторҙың портреты эленә

1. Шиғырҙы тасуири уҡыу.

2. Һорауҙарға яуаптар биреү.

     Кем ул игенсе? (Иген үҫтереүсе кеше)

     “То6 бөртөктәр” тигәнде нисек аңлайһығыҙ? (Туҡ бөртөктәр)

       Yҙбаһа.

    3. Шиғырҙан ҡарап, игенсенең эш режимын төҙөгөҙ.

     Яҙ – сәсә, ашлай, сиҙәм аса,

     йәй – утай, бесән саба,

     көҙ – уңыш йыя, келәтте иген менән тултыра, көҙҙө оҙата, ура, ҡышҡа әҙерләнә.

Ә ҡыш игенсе нимә эшләй? – Баҫыуҙа ҡар тота

     Ә игенсе ҡасан ял итә?

     Yҙбаһа.

    4.Үҙегеҙ төҙөгән эш режимында игенсегә ял урыны табып ҡарағыҙ?

Нимә килеп сыға? (Игенсе йыл буйы эшләй. Ул ял итһә, игендәр сәселмәйәсәк, үҫмәйәсәк, йыйылмаясак, ил, халыҡ ас ҡаласаҡ. Илдең бөйөклөгө игенсенең эшенә бәйләнгән)

 5. Шиғырҙың аҙаҡҡы ике юлын нисек аңлайһығыҙ?

     Yҙбаһа.

 6. Игенсегә хас булган сифаттарҙы яҙып сығығыҙ.

( хөрмәтле, тынғыһыҙ, эшһөйәр, изге күңелле, оло йөрәкле, тоғро, тырыш, эшсән, иғтибарлы ныҡ рухлы һ.) Игенсенең сифаттары яҙылған карточкалар таҡтаға эленә.

  Yҙбаһа.

7. Хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр әйтегеҙ.

  • Эш кешене төҙәтә, ялҡаулыҡ боҙа
  • Эше уңдың, ашы майлы
  • Уңған тимерсенең ҡулдары ҡара, ә икмәге ак.
  • Кем эшләмәй, шул ашамай һ.б.

  Yҙбаһа.

  IV. Рефлексия. Бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләштек? Бөтә кеше лә игенсе булып эшләй аламы? Ни өсөн? 

(Бөгөн дәрестә беҙ игенсе һөнәре менән таныштыҡ. Игенсе булыу өсөн уңғанлыҡ ҡына түгел, көслө характарлы булыу, тыуған ерҙе һөйә белеү кәрәк. Игенсе һөнәре ил өсөн бик кәрәкле һөнәр. )

Дөйөм үҙбаһа ҡуйыу.

        V.  Өй эше биреү:

    1. Ауылығыҙҙың берәй уңған игенсеһе тураһында хикәйә төҙөп килергә.

    2.  Игенсе тураһында шиғыр яҙып ҡарарға.

   3.Игенсенең гербын уйлап килергә.