ата-әсәләргә кәңәштәр
материал

Шайхуллина Эльза Нагимовна

сайт учителя башкирского языка и литературы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ata-slrg_knshtr.docx18.84 КБ

Предварительный просмотр:

                                                     Ата - әсәләргә кәңәштәр.

1. Балағыҙҙың үҙегеҙ кеүек йәки һеҙ теләгәнсә булыуын көтмәгеҙ. Уға үҙегеҙ кеүек булырға түгел, ә үҙенсә булырға ярҙам итегеҙ.

2. Баланан уға эшләгән эштәрегеҙ өсөн түләү талап итмәгеҙ. Һеҙ уның донъяға килүенә сәбәп булдығыҙ, ә ул быны нисек түләһен? Ул башҡа кешенең тыуыуына сәбәп буласаҡ.

3. Уның проблемаларына юғарынан ҡарамағыҙ, уға йәшәү һеҙгә ҡарағанда ла ауырырак булырға мөмкин, сөнки баланың тормош тәжрибәһе бик әҙ була.

4. Бала – Аллаһ биргән иң ҡиммәтле бүләк. Уны һаҡларға һәм үҫтерергә ярҙам итергә кәрәк.

5. Балағыҙ ниндәй булыуына ҡарамаҫтан яратығыҙ – талантһыҙ булһа ла, уңыштарға ирешә алмаһа ла. Уның менән бергә булыуығыҙға ҡыуанығыҙ, сөнки бала – иң ҙур шатлыҡ.

6. Баланы йоҡонан тыныс ҡына уятығыҙ, ул һеҙҙең йылмайыуғыҙҙы күрһен һәм йомшаҡ тауышығыҙҙы ишетһен, иртәнән үк баланы юҡ-бар өсөн шелтәләмәгеҙ.

7. Балағыҙҙы ашыҡтырмағыҙ. Ваҡытты дөрөҫ бүлеү – һеҙҙең эшегеҙ.

 Тел, әсә тураһында мәҡәлдәр

Әсәм биргән туған тел, атам биргән ҡорал тел.

Бит күрке күҙ, тел күрке һүҙ.

Донъяла иң татлы нәмә лә — тел, иң әсе нәмә лә — тел.

Әҙәп башы — тел.

Татлы тел тимер ҡапҡаны асыр.

Тел — әсәнең теләге, тел — әсәнең балаһына иң ҡәҙерле бүләге.

Тел менән әйтмәйенсә, бармаҡ менән төртөп булмай.

Әсә балаға ауыҙынан өҙөп ҡаптырыр.

Әсә күңеле балала, бала күңеле далала.

Әсә бала өсөн төн йоҡоһон өс бүлә.

Баланың моңон әсә белер.

Бала була белмәгән кеше егет була алмай.

Ағас – емеше менән, әҙәм – эше менән.

                                                     Ата - әсәләргә кәңәштәр.

Һәр бер бала наҙға, яратыуға мохтаж. Яратыу – ул нәфислек, яғымлылыҡ, наҙлылыҡ. Балағыҙҙы наҙлап яратһағыҙ, һеҙ үҙегеҙҙе ихтирам итергә, яратырға өйрәтәһегеҙ.

Яратыу, наҙ, ғәҙеллек – бик кәрәкле хистәр. Ата-әсә мөхәббәте балаларға тормош терәге, таяныс бирә. Улар был ваҡытта үҙҙәрен көслөрәк hәм ышаныслыраҡ итеп тоялар. Әгәр баланы бәләкәйҙән яратһаң, дөрөҫ тәрбиә бирһәң, ул башҡаларҙы ла хөрмәт итеп, ярата белә.

Башҡаларға ҡайғыртыусанлыҡ күрһәтеү – иң юғары йәшәйеш формаһы, бәләкәйҙән  үк ҡайғыртыусанлыҡ hәм мөхәббәт тоймаған бала, үҫеп еткәс был хистәрҙе башҡаларға бирә алмай. Шуға күрә киң күңеллелекте, миhырбанлыҡты, эскерһеҙ хистәрҙе ваҡытында аңлатырға һуңға ҡалмаҫҡа кәрәк.

Ысын ата-әсә мөхәббәте – аҡыл hәм зиhен менән эшләнергә тейеш. Күмәк эш, китап уҡыу, телевизор ҡарау, тәбиғәткә сығыу, түңәрәк өҫтәл артында ғаилә ашы h.б ғаиләне берләштерә, тулыландыра, бала ғорурлана, шатлана. Әлеге хистәр, эштәр, әлбиттә, берҙәм, татыу ғаиләлә генә була.

Яратыу, тәрбиә хисе hәр ғаиләлә төрлөсә бирелә. Береһендә наҙ, иркәлек кәрәгенән күп, бала иркәләнеп, тәртипһеҙ булып үҫә. Ә икенсе ғаиләлә иркәләү, наҙ ҡайҙалыр йәшерелә. Бала мөхәббәткә, наҙға, иркәләүгә һыуһап үҫә, ялғыҙлыҡта тилмерә.

Балаға мөхәббәт кәрәк, ләкин ул аҡыл hәм зиhен менән бирелергә тейеш. Шул ваҡытта ғына бала үҙенең шәхес икәнлеген тойоп үҫәр, яҡтылыҡҡа hәм мәрхәмәтлелеккә ынтылыр.