Башҡорт әҙәбиәте
план-конспект урока (8 класс)

Рахимова Миляуша Миннуловна

Р.Ғарипов "Урал йөрәге"

 

Скачать:

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 3

Һ еҙ нисек уйлайһығыҙ, хәҙерге заман уҡыусыларына ошондай шиғырҙар тәҡдим итеү кәрәкме?

Слайд 4

Быйылғы йыл ниндәй йыл тип иғлан ителде?

Слайд 5

«…Урал образы минең өсөн бик яҡын . Ул минең тормошом , ҡайғым , шатлығым . Башҡортостан - Урал йөрәге .» ( Рәми Ғарипов .)

Слайд 6

Утыҙынсы ғинуар, йома. Класта эш. Башҡортостан – Урал йөрәге. ( Р.Ғариповтың “Урал йөрәге” хикәйәтен өйрәнеү. )

Слайд 7

Һүҙлек эше: ҡурсып - юраусы- тотҡон- ҡылған-

Слайд 8

“ Инсерт” алымы буйынса уҡыу барышында тамғалар ҡуйыу. ̌̌ ⁺ ⁻ ? “Таныш” “Яңылыҡ” “ Килешмә-йем ” “Ҡыҙыҡ- һындыр-ҙы ”

Слайд 9

Шәһит Хоҙайбирҙин

Слайд 10

Баһау Нуриманов – башҡорт халҡының ҡаһарман улы, революционер-коммунист.

Слайд 11

Шартлы рәүештә шиғырҙы нисә өлөшкә бүлеп була?

Слайд 12

Әҫәрҙең идеяһы- Башҡортостан халҡының азатлыҡ өсөн көрәше.

Слайд 13

Сюжет ниндәй элементтарҙан тора ?

Слайд 14

экспозиция . . . төйөнләнеү в аҡиғалар үҫеше кульминация сиселеш Сюжет элементтары :

Слайд 15

Экспозиция - Башҡортостан Урал күкрәгендәге йөрәк, ә Ағиҙелкәй шул йөрәктең ҡан тамыры.

Слайд 16

Төйөнләнеү - ҡурай үҙенең моң-зарҙарын ҡойған саҡта, автор халҡының үткәненә ҡайта.

Слайд 17

Ваҡиғалар үҫеше- халҡыбыҙҙың тарихи үткәне.

Слайд 18

Кульминация – ҡул-аяҡтарҙан ҡанлы бығауҙарҙың алып ырғытылыуы.

Слайд 19

Сиселеш - Башҡортостандың бәхет таңы.

Слайд 21

Төркөмдәрҙә эш: 1-се төркөм- инверсия 2-се төркөм – риторик һорау 3 -сө төркөм- риторик өндәү 4-се т өркөм – антитеза 5-се төркөм - ҡабатлау

Слайд 22

“Диаманта” алымы менән шиғыр яҙыу: 1) Исем 2)1-се юлда ғы һүҙ менән 2 сифат 3)1-се юлда ғы һүҙ менән 3 ҡылым 4)1-се һә м 7-се юлдағы һүҙҙәр менән 2 һүҙбәйләнеш 5)7 -се юлдағы һүҙ менән 3 ҡылым 6) 7 -се юлдағы һүҙ менән 2 сифат 7) 1 -се юлдың антонимы.

Слайд 23

Бөгөнгө дәрестә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ ?

Слайд 24

У ҡыусылар, үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйырһығыҙ?

Слайд 25

Өйгә эш: “Урал йөрәге” хикәйәтенән өҙөк ятларға. 1)о шо хикәйәт буйынса 5 һорау төҙөргә; 2) х икәйәт буйынса һүрәт төшөрөргә; 3) Р.Ғариповҡа асыҡ хат.



Предварительный просмотр:

Тема: Башҡортостан – Урал йөрәге.

(Р.Ғариповтың “Урал йөрәге” хикәйәтен  өйрәнеү, 8-се класс).

Маҡсат.Лирик  әҫәрҙе  әҙәбиәт  ғилеме  күҙлегенән  анализлау; уҡыусыларҙың  тәнҡитле  фекерләү  һәләтен  үҫтереү; Башҡортостанға  һөйөү, уның  менән  ғорурланыу  тойғоһо  тәрбиәләү.

Йыһазландырыу.Мультимедия  проекторы, өҫтәлмә  әҙәбиәт.

Дәрес  барышы:

I.Ойоштороу. Хәйерле  иртә, һаумыһығыҙ, уҡыусылар, әйҙәгеҙ бер-беребеҙгә ҡарап йылмайып сәләмләйек. Кәйефтәрегеҙ  нисек?

(Экранда  Урал  тауҙарының  панорамаһы  күрһәтелә.Ҡурай моңдары  яңғырай. Уҡытыусы  шиғыр юлдарын  уҡый.  Әңгәмә ойошторола).

- Уҡыусылар, һеҙ  нисек  уйлайһығыҙ хәҙерге заман  уҡыусыларына ошондай  шиғырҙар тәҡдим итеү кәрәкме?   Ни өсөн?

     Тимәк, азатлыҡ, тыуған ил менән бәйле  әҫәрҙәр бөгөнгө  көндә лә бик актуаль. -  Ниндәй  әҙиптәр ошондай  темаларға мөрәжәғәт итә?

 - Быйылғы йыл ниндәй йыл тип иғлан ителде? Ысынлап та, әҙәбиәт йылы йәш быуынды әҙәбиәт аша тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота.Ә башҡорт әҙәбиәтендә йәш быуынды тәрбиәләр шағиҙар бик күп. Шундай  шағирҙарҙың береһе Р.Ғарипов үҙенең бер йыйынтығында  түбәндәгеләрҙе  яҙа:  “…Урал   образы  минең өсөн бик яҡын.Ул минең тормошом, ҡайғым, шатлығым. Башҡортостан-Урал йөрәге…”-тип яҙа. Ошо әйтелгәндәрҙән  сығып Р.Ғарипов  һүҙҙәре  менән бөгөнгө дәрестең темаһын нисек билдәләр инегеҙ. Бөгөнгө  дәрескә  ниндәй  маҡсат  ҡуябыҙ.

III. “Урал йөрәге” хикәйәте менән танышыу. Әҫәргә анализ( Дәфтәргә яҙыу)

1.Һүҙлек эше:

 ҡурсып - һаҡлап,

 юраусы- күрәҙәсе,

алдан күреп әйтеүсе,

 тотҡон-азатлыҡтан мәхрүм ителеүсе

ҡылған- ялбырлап ултырған  сал башлы  үлән

2. Тасуири уҡыу.

3.“Инсерт” алымы буйынса уҡыу барышында  билдәләр ҡуйыу. Таблицаны тултырыу. 4 уҡыусының яуаптарын тыңлау.

- Кемдәр ул Шәһит, Баһауҙар? (Экранда  уларҙың портреттары күрһәтелә, ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелә. Ш.Хоҙайбирҙин - революционер, партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы.  Күгәрсен районы Хоҙайбирҙеауылында  тыуған. Б.Нуриманов –башҡорт халҡының ҡаһарман улы, революционер-коммунист,ул ни бары 25 йыл ғына йәшәй, әммә ул халыҡ хәтерендә тәрән эҙ ҡалдыра).

4. Әңгәмә.

- Шартлы рәүештә шиғырҙы нисә өлөшкә бүлеп була (Өс өлөшкә:инеш өлөш, Башҡортостандың үткәне, хәҙергеһе).

5.Лирик әҫәргә анализ яһау.

- “Урал йөрәге” ниндәй  жанрҙа ижад ителгән? Ни өсөн?

- Әҫәрҙең идеяһы ниндәй? (Башҡортостан халҡының азатлыҡ  өсөн көрәше).

- Сюжеты  тураһында  нимә  әйтә  алаһығыҙ. Сюжет ниндәй элементтарҙан тора?

Экспозиция –Башҡортостан Урал күкрәгендәге йөрәк, ә Ағиҙелкәй- шул йөрәктең ҡан тамыры.

Төйөнләнеү-ҡурай үҙенең моң-зарҙарын ҡойған саҡта, автор халҡының үткәненә ҡайта.

Ваҡиғалар үҫеше- халҡыбыҙҙың тарихи үткән

Кульминация- ҡул-аяҡтарҙан ҡанлы бығауҙарҙың алып ырғытылыуы.

Сиселеш- Башҡортостандың бәхет таңы.

Шулай итеп, сюжет һыҙыҡтарын  билдәләп  булғас,  ниндәй  жанр  төрөнә  ҡарай?

IV. Әҫәрҙең теле һәм һүрәтләү сараларына анализ. Поэтик синтаксис өҫтөндә эш.

Төркөмдәрҙә эшләү. 1-се төркөм-  инверсия, 2-се төркөм-символик образдар, 3-сө төркөм-риторик өндәү,риторик өндәү,  4-се төркөм-антитеза,5-се төркөм-ҡабатлау Төркөмдәр был төшөнсәләр  буйынса хикәйәттән миҫалдар таба.

Аҫтылар ҙа –мыҫҡыл итеп уны,

Үлем юрап көлдө юраусы:

Имеш, һуңғы башҡорт ҡәберендә

Ҡурай уйнар һуңғы ҡурайсы. (инверсия).

Еңел ҡурай түккән ауыр моңдар

Ҡан-йәшеме әллә  уларҙың? (риторик һорау)

Мәңгелеккә өҙөп ырғытылды

Ҡул-аяҡтан ҡанлы бығауҙар!(риторик өндәү)

Аҡ батшалар ҡара ҡулдар менән

Муйынынан уның аҫтылар.(антитеза)

Урал күкрәгендә йөрәк кеүек

Башҡортостан- тыуған илкәйем.

Шул йөрәктең ҡан тамыры булып

Күкһелләнә  Ағиҙелкәйем. (ҡабатлау).

  • Ике башлы ҡарағош нимәне аңлата? Авторҙың ике башлы ҡарағошҡа мөнәсәбәте ниндәй? (Бәхәс ойоштороу)

V. ”Диаманта”  алымы менән шиғыр яҙыу.

(әҫәрҙә  бирелгән  һүҙҙәрҙе  ҡулланырға  мөмкин)

Азатлыҡ

Рухи, милли,

Яуланды, бирелде,

Изге азатлыҡ,  ҡанлы ҡоллоҡ

Алынды, ябылды,

Ғәҙелһеҙ, сәйәси,

Ҡоллоҡ

Йомғаҡлау.

  • Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә  ниндәй  яңылыҡ  алдығыҙ?
  • Ниндәй тәьҫораттар тыуҙырҙы?
  • Ысынлап та, бөгөнгө дәрестә Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ғариповтың тыуған ергә һоҡланыу хистәрен сағылдырған  әҫәрен өйрәндек. Ижадсы күкрәгенән ағылған ошо моңдар һеҙҙең күңелдәргә лә күсеп, илһөйәрлек хистәре булып бөрөләнһен.

VI. Уҡыусылар  үҙҙәренә  баһа  ҡуялар.

VII.Өйгә эш. 1) “Урал йөрәге”хикәйәтенән  өҙөк ятларға,  2) ошо  әҫәр  буйынса  һорауҙар   төҙөргә, 3)йөкмәткеһе  буйынса  һүрәттәр  төшөрөргә,4)Р.Ғариповҡа асыҡ  хат.



Предварительный просмотр:

Р.Бикбаевтың  тормош  юлы  һәм ижады. “Башҡортостан  бында  башлана “  шиғырын өйрәнеү (8 класс).

Маҡсат: 1) Р.Бикбаевтың  ижады  һәм тормош  юлы  менән таныштырыу; шиғырҙың  идея-тематик  йөкмәткеһен  асыу; 2) уҡыусыларҙың  һөйләү  телмәрен үҫтереү, үҙ фекереңде әйтергә, ҡарашыңды яҡларға  өйрәтеү; 3) тыуған  ергә  ҡарата  һөйөү  тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: шағирҙың  портреты, китаптар  күргәҙмәһе, Башҡортостан картаһы,  компьютер, проектор.

Дәрес  барышы:

I. Ойоштороу.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, быйылғы  йылда Өфө  урамдарында  ниндәй  үҙгәрештәр  күҙәттегеҙ?  Ни өсөн  плакаттар  элгәндәр тип уйлайһығыҙ? (Сөнки  быйылғы йыл  хөкүмәт тарафынан  Әҙәбиәт  йылы тип  иғлан ителде.)Ошондай  яҙыуҙар менән  урамдарҙы  биҙәү  кәрәкме ? Ни өсөн кәрәк? (Күренекле шәхестәрҙе  онотмау, йәш  быуынды  рухи  яҡтан  тәрбиәләү  маҡсатында.) Эйе, бөгөнгө  көндә  Өфө  урамдарын  йәмләп, күренекле  шәхестәрҙең  фәһемле  һүҙҙәре  яҙылған  180 реклама  таҡтаһы  эленгән.

II. Яңы тема. Уҡытыусы. Ә  хәҙер  беҙ ҙә  һеҙҙең  менән  Әҙәбиәт  йылына  арналған  реклама плакаты  эшләп  ҡарайбыҙ. Төркөмдәрҙә  эшләйәсәкбеҙ. Алдығыҙҙа  ятҡан  конверттарҙы  асығыҙ. Унда  һеҙгә  шиғыр юлдарынан   өҙөктәр  бирелгән. Шуларҙың  ҡайһыһын  реклама  плакаты  итеп элер инегеҙ. Һәр төркөм  үҙ  фекерен  иҫбатларға тейеш. (Слайдта  һайланған  шиғыр юлдары килеп сыға.)

Уҡытыусы. Был шиғыр  юлдарының  авторын  әйтә  алаһығыҙмы ?(Р.Бикбаевтың  портреты  күренә). Шулай итеп бөгөнгө  дәрестә  кем тураһында  һөйләшәсәкбеҙ? Р.Бикбаев  тураһында  һеҙ нимәләр  беләһегеҙ?

        Рауил  Төхфәт  улы  Бикбаев  1938  йылдың  12  декабрендә Ырымбур  өлкәһендә  донъяға  килгән. Күрше  Ғәбдрәфиҡ  ауылында  7  йыллыҡ  мәктәпте  тамамлай. 1953-1956 йылдарҙа  Аҡ-Булаҡ  педучилищеһында  уҡый. 1957 йылда  БДУ-ға  уҡырға  инә һәм уны  уңышлы тамамлай. 1964  йылда  “Дала офоҡтары”  тигән  тәүге  шиғырҙар  йыйынтығы  баҫылып  сыға. Шунан  бирле  ул  ике  тиҫтәгә яҡын  китап сығарҙы. Р.Бикбаев  филология фәндәре докторы, профессор,  республиканың  Ғ.Сәләм, Р.Ғарипов, З.Биишева  исемендәге  һәм С.Юлаев  исемендәге  дәүләт  премияһы  лауреаты. 1992  йылда халыҡ  шағиры  тигән  маҡтаулы  исем  бирелде.

“Инсерт”. (Биография  менән  танышҡанда  уҡыусылар  “Инсерт”  алымын  ҡуллана.  Шартлы тамғалар ярҙамында   үҙ аллы билдәләйҙәр. ( “Яңылыҡ  белдем”, “миңә  билдәле”, “аңлашылмай”.) Тимәк , кем ул Р.Бикбаев?

 “Кластер”. (Халыҡ шағиры, С.Юлаев  ордены  кавалеры, Өфөнөң  почетлы  гражданины, ғалим, республиканың  Ғ.Сәләм, Р.Ғарипов, З.Биишева  исемендәге  һәм С.Юлаев  исемендәге  дәүләт  премияһы  лауреаты.)

   

   

     Шулай уҡ  Р.Бикбаев  Р.Шәкүр менән  берлектә Башҡортостан  республикаһы гимны авторы ла. (Гимн  яңғырай.)

Уҡытыусы. Рәхмәт.Ошондай  күтәренке  рухта  дәресебеҙҙе  дауам  итәйек. Әгәр ҙә Р.Бикбаев  тураһында  тулыраҡ  мәғлүмәт алғығыҙ  килһә, башҡорт  Википедияһына  мөрәжәғәт  итергә  мөмкин.(Википедия  асыла.) Һеҙҙең  алда  Р.Бикбаев  китаптарының  күргәҙмәһе. Әгәр ҙә  ҡыҙыҡһынһағыҙ  китаптарҙы  китапхананан  алып  уҡырға мөмкин.

Уҡытыусы.Р.Бикбаев  әҫәрҙәрендә  Башҡортостанды  маҡтай,  уға дан йырлай. Ул  үҙ  иленең  ысын  паториоты, башҡорт  халҡының  тоғро улы. Ә  һеҙ  Башҡортостан  тураһында  беләһегеҙме  икән?

Мейе  штурмы

1.Башҡортостандың  беренсе  баш  ҡалаһы? (Темәс.)

2.Башҡортостандағы  иң  ҙур ауыл?(Сәйетбаба.)

3. Иң  бейек  тау? (Ямантау.)

4.Иң  тәрән  күл? (Асылыкүл.)

5. Башҡортостандың  географик  үҙәге?(Ғафури районы Ерек ауылы.)

6. Башҡортостан  ҡайҙа  башлана? Ошо һорауға Р.Бикбаев  нисек  яуап  бирҙе  икән?

Һүҙлек эше:

Ҡарыш- баш бармаҡ  менән  һуҡ  бармаҡ  араһына тиң  үлсәү  берәмеге,

Ҡитға-материк,

Ҡабырға, һырт- нимәнеңдер  ҡыры, сите,

Тараф- билдәле  бер яҡ, йүнәлеш.

III. Шиғырҙың  йөкмәткеһен  үҙләштереү. Автор  уҡыуында  видеояҙма  тыңлатыла.

(Экранда  һорауҙар  яҡтыртыла.)

  • Шиғырҙа нимә  тураһында һүҙ  бара ?
  • Был шиғыр  һеҙҙә  ниндәй  тойғолар уятты?
  • Һеҙҙең  Өфөнән  йәки  Башҡортостандан  ситкә  сығып  йөрөгәнегеҙ  бармы? Шул ваҡытта  ниндәй  хис-тойғолар  кисерәһегеҙ.
  • Шиғырҙа  лирик  герой  ҙа  үҙенең  тыуған  яғын  һағынып  ҡайта. Ул  ниндәй  тойғолар кисерә ? Шиғырҙа Башҡортостан  нисек тасуиралана? (Текстан  табып уҡырға.)
  • Автор Башҡортостан  сиктәрен  ниндәй  йылғалар  менән  сикләй? (картанан  күрһәтергә:Көнбайыштан-Сөн,көнсығыштан-Яйыҡ,көньяҡтан-Юшатыр,көньяҡтан- Әй.)
  • Минең  янға  донъя  килмәһә лә,

Үтеп сыҡтым  бөтә  донъяны…

тигән  юлдарға  ниндәй  мәғәнә  һалынған?

       Тимәк, Башҡортостан  урман-һыуҙары, йылға-күлдәре  менән  генә  күркәм  түгел, шул ерҙә  йәшәгән  кешеләре, уны бар донъяға  данлаған  ул-ҡыҙҙары  менән  дә  маҡтаулы. Ә  һеҙ  шундай  кешеләрҙән  кемдәрҙе  беләһегеҙ? (Салауат  Юлаев,  Рудольф  Нуриев, Ирек Зарипов һ.б.)

  • Автор  ошо  шиғыры  аша нимә  әйтергә  теләгән ?(Беҙ, Башҡортостан  кешеләре,  бөтә   ерҙә лә   үҙебеҙҙе  лайыҡлы  итеп тоторға, намыҫлы  кеше булып, ата-әсәләр йөҙөнә ҡыҙыллыҡ  килтермәй  йәшәргә  тейешбеҙ.)

IV. Шиғырҙан  һүрәтләү  сараларын  табыу.

1)Туҡтап  ҡалдым  Яйыҡ  туғайында,

Аҡ нур  яғыла  кеүек һәр ҡайындан.

2)Талпына ла күңелем күктә тулай,

Яҙ  айында  һабан турғайындай.

3 Ҡояш кеүек ҡарай туп-тура.(Сағыштырыу.)

4)Ишетәмен ерем ҡуйынынан

Сабыр ғына  тауыш  аҡҡанын.

5)Ҡайтҡан  һайын  һыйынаһың  миңә

Берсә көлөп, берсә  уйланып.(Йәнләндереү.)

V. Йомғаҡлау. Рефлексия.. Ә  хәҙер  дәрес  башында  ҡуйылған  һорауға  әйләнеп  ҡайтайыҡ. Башҡортостан  ҡайҙа  башлана?(Текстан  табып  уҡыу.)Эйе,  һәр  беребеҙ  үҙ  йөрәгендә  Башҡортостандың  бер  киҫәген  йөрөтә. Ҡайҙа  ғына  булһаҡ  та, Башҡортостандан  тип  әйтһәк, республиканы  күрһәтеүсе  бер вәкил  булып  торабыҙ. Р.Бикбаевтың  да  фекерен  тыңлап  үтәйек. Иғтибарҙы  таҡтаға  йүнәлтәбеҙ.(Видеояҙма  күрһәтелә.)Шулай  итеп, автор  фекеренсә, һәр  илдең  байлығы  уның  халҡында, мәҙәниәтендә. Милләт йәшәһә, ил дә, тел дә йәшәйәсәк!

VI. Электрон  пульттар  ярҙамында  уҡыусыларҙың   дәрестәге  эшмәкәрлеген баһалау.

VII. 1. “Башҡортостан бында  башлана” шиғырынан  өҙөк  ятларға.

2. “Иң гүзәл ер – Башҡортостан!” темаһына  ижади эш.

3. «Башҡортостандың ете мөғжизәһе” темаһына  презентация  әҙерләргә.