Дәрес темаһы С.Әлибай "Ҡышҡы урман" шиғыры
план-конспект урока (8 класс)

Хажиева Айгөл Нурислам ҡыҙының шәхси сайты

Дәрес темаһы С.Әлибай "Ҡышҡы урман" шиғыры

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres_temahy_safuan_libayzyn_kyshky_urmanshigyryn_oyrneu.docx20.45 КБ

Предварительный просмотр:

                                        САФУАН ӘЛИБАЙҘЫҢ
                         “ҠЫШҠЫ УРМАН” ШИҒЫРЫН ӨЙРӘНЕҮ
                                  (8-се класта яңы белем алыу дәресе)
Тема: Сафуан Әлибайҙың “ Ҡышҡы урман”шиғырын өйрәнеү
Маҡсат: 1) Шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу; ҡышҡы урмандың
үҙенсәлектәрен үҙләштереү; 2) уҡыусыларҙың һүҙ байлығын, телмәрен, фекерләүкимәлен үҫтереү; 3) күҙәтеүсәнлек, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: компьютер, проектор, һүҙлектәр, ҡышҡы тәбиғәт картинаһы,карточкалар, таҡта, аҡбур.
                                                     Дәрес барышы
I.Ойоштороу моменты. (Маҡсат: балаларҙың дәрескә әҙерлеген тикшереү)
II. Артикуляцион күнегеү (күмәкләп шиғырҙыуҡыу).
(Слайдта шиғыр юлдары сағылдырыла)
Буран ҡарҙарҙы өйөрә,
Томалап күкте ҡаплай,
Йә ул йыртҡыстай үкерә,
Йә бала кеүек илай. (А.С.Пушкин)
– Нисек уйлайһығыҙ, был юлдарҙа ниндәй миҙгел тураһында һүҙ бара?
– Шиғырҙың тәржемәһен хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле, кем яҙған уны?
– Тәржемәһен һөйләп күрһәтегеҙ. (Яуаптар)
(Ошо шиғырҙан сығып уҡыусылар дәрес темаһын үҙҙәре формалаштыра.)
2. Бөгөн Сафуан Әлибайҙың “Ҡышҡы урман” шиғыры менән танышырбыҙ.
– Эш дәфтәренә числоны, теманы яҙып ҡуябыҙ.
– Балалар, нисек уйлайһығыҙ, бөгөн нимә эшләрбеҙ, дәрескә ниндәй
маҡсаттар ҡуйырбыҙ?
(Шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышырбыҙ, үҙ фекерҙәребеҙҙе аңлайышлы
итеп әйтергә өйрәнербеҙ.)
Дәрестең маҡсаттары әйтелә.
3. Темаға инеш. (Телефон шылтырай, ике уҡыусы слайдтағы диалогты
уҡый.)
– Һаумы, Рәсүл!
– Һаумы, Ләйсән!
– Бөгөн көн бигерәк матур. Әйҙә, урамға уйнарға сығайыҡ.
– Рәсүл, ә мин урманға барырға уйлағайным. Ҡышҡы урманды күреп, саф
һауа һулап ҡайтайыҡ.
– Мин риза.
– Улайһа, осрашҡанға тиклем.
4. Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, беҙ ҙә урманға барайыҡ әле. (Слайдта ҡышҡы урман
һүрәте күренә)
– Балалар, ҡышҡы урман нисек геүләй? (геү-ү-ү)
– Тыңлағыҙ әле, тумыртҡа ағасты нисек туҡылдата? (туҡ-туҡ-туҡ)
– Ҡулдарығыҙ өшөмәнеме? Ҡулдар өшөһә, нисек йылытабыҙ? (һо-һо-һо)
– Ҡулдарығыҙ йылындымы? (Яуап) – Хәҙер иғтибар менән тыңлағыҙ әле.
Урманда ҡоштар тауышы ишетеләме? Ни өсөн? Ә беҙҙә ниндәй ҡоштар ҡышларға
ҡала? Ҡыш көнө уларға ауырмы, еңелме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ҡоштарға беҙ
нисек ярҙам итә алабыҙ?
Ҡышҡы урман һеҙгә оҡшаймы? (Яуаптар.)
Яңы тема менән танышыр алдынан проблемалы ситуация булдырыла.
Проблемалы һорау ҡуйыу.
- Нисек уйлайһығыҙ, беҙ һеҙҙең менән тәбиғәттең бөтә нескәлектәрен дә
аңлап,төшөнөп күрә алабыҙмы?(Яуаптар)
III. Яңы тема. Сафуан Әфтәх улы Әлибаевтың ижадына, “Ҡышҡы урман”
шиғырын уҡыуға күсеү. Китап менән эш.
1. С.Әлибайҙың ижады менән танышыу;
2. Шиғырҙы үҙләштереү өҫтөндә эшләү;
3. Һүҙлек эше. Шиғыр менән танышҡансы, унда осраясаҡ аңлашылмаған
һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлайыҡ:
серле донъя – таинственный мир;
ынйы – жемчуг;
түбәләс –пригорок, возвышенность. (Яңы һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр,
һөйләмдәр төҙөү, телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү)
4. Уҡытыусының тасуири уҡыуы;
5. Тәржемә итеү;
6. Үҙ аллы уҡыу;
7. Сылбыр менән уҡыу;
8. Парлап эш ойоштороу – һорауҙар биреү (уҡыусылар һорауҙарҙы шиғыр
буйынса төҙөп, бер – береһенә бирергә тейеш);
9. Шиғырҙа ҡышҡы урман нисек һүрәтләнеүен тасуирлау;
IV. Физкультминут
V. Бирелгән исемдәргә ниндәй сифаттар ҡулланып була? Һәр исемгә бер
нисә сифат уйларға. (Таҡтаға берәмләп сығып яҙырға).
1-се рәткә – буран һүҙе;
2- се рәткә – ел һүҙе;
3- сө рәткә – ҡар һүҙе.
Мәҫәлән: ыжғыр буран, көслө ел, епшек ҡар.
VI. Төркөмләп эшләү.
1-се төркөмгә һүрәттәр менән эш:
Бирем: бирелгән һөйләмдәр араһынан һүрәттәргә тап килгәнен табып,
тексты дауам итергә кәрәк.
1. Ике иптәш саңғыла йөрөргә ярата. Бер көн улар урманға барҙы. Унда бик
матур ҡош күрҙеләр.
2. Балаларҙың яратҡан байрамы – Яңы йыл килеп етте. Зал матур биҙәлгән.
Уртала шыршы тора…
3. Юлиә, Коля һәм Артур бөгөн ҡар бабай эшләнеләр. Мороно кишерҙән,
ҡулдары таяҡтан, башына биҙрә кейҙерҙеләр…
4. Беҙҙең йылға буйындағы ағас ап-аҡ булған, ул бәҫкә күмелгән.
Ҡыҙылтүштәр һыуыҡтан ҡурҡмай...
5.Мәктәптән һуң балалар уйнарға сыҡты: Раил конькиҙа, Игорь санала
шыуа, ә Катя саңғыла...
6. Кейектәргә ҡышын ҡыйын. Айыу, сысҡандар йоҡларға ята…
2-се төркөмгә һүрәттәр менән эш:
Бирем: бирелгән һөйләмдәр араһынан һүрәттәргә тап килгәнен табып,
тексты дауам итергә кәрәк.
1. Ике иптәш саңғыла йөрөргә ярата. Бер көн улар урманға барҙы. Унда бик
матур ҡош күрҙеләр.
2. Балаларҙың яратҡан байрамы – Яңы йыл килеп етте. Зал матур биҙәлгән.
Уртала шыршы тора…
3. Юлиә, Коля һәм Артур бөгөн ҡар бабай эшләнеләр. Мороно кишерҙән,
ҡулдары таяҡтан, башына биҙрә кейҙерҙеләр…
4. Беҙҙең йылға буйындағы ағас ап-аҡ булған, ул бәҫкә күмелгән.
Ҡыҙылтүштәр һыуыҡтан ҡурҡмай...
5.Мәктәптән һуң балалар уйнарға сыҡты: Раил конькиҙа, Игорь санала
шыуа, ә Катя саңғыла...
6. Кейектәргә ҡышын ҡыйын. Айыу, сысҡандар йоҡларға ята…
3-сө төркөмгә һүрәттәр менән эш:
Бирем: бирелгән һөйләмдәр араһынан һүрәттәргә тап килгәнен табып, ул текстты
дауам итергә кәрәк.
1. Ике иптәш саңғыла йөрөргә ярата. Бер көн улар урманға барҙы. Унда бик
матур ҡош күрҙеләр.
2. Балаларҙың яратҡан байрамы – Яңы йыл килеп етте. Зал матур биҙәлгән.
Уртала шыршы тора…
3. Юлиә, Коля һәм Артур бөгөн ҡар бабай эшләнеләр. Мороно кишерҙән,
ҡулдары таяҡтан, башына биҙрә кейҙерҙеләр…
4. Беҙҙең йылға буйындағы ағас ап-аҡ булған, ул бәҫкә күмелгән.
Ҡыҙылтүштәр һыуыҡтан ҡурҡмай...
5.Мәктәптән һуң балалар уйнарға сыҡты: Раил конькиҙа, Игорь санала
шыуа, ә Катя саңғыла...
6. Кейектәргә ҡышын ҡыйын. Айыу, сысҡандар йоҡларға ята…
VII. Хәҙер, беҙ һеҙҙең менән Республика балалар-үҫмерҙәр журналы “Аманат”,
“Йәншишмә” гәзите, “Аҡбуҙат” балалар журналы һәм үҙебеҙҙең Ҡариҙел район
гәзите ҡушымтаһы “Хазина” гәзиттәренән һеҙҙең тиҫтерҙәрегеҙ, уҡыусылар яҙған
ҡыш тураһындағы шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡырбыҙ, бирелгән йомаҡтарҙы
сисербеҙ һәм дәресте йомғаҡлап ҡуйырбыҙ. (Һәр гәзит – журналда уҡыласаҡ
шиғырҙар, йомаҡтар билдәләп ҡуйылған.)
VIII. Рефлексив баһалау. Йомғаҡлау.
1. Проблемалы һорау.
– Дәрес башындағы проблемалы һорауға ҡайтайыҡ: беҙ һеҙҙең менән
тәбиғәттең бөтә нескәлектәрен дә аңлап, төшөнөп күрә алабыҙмы?
(Уҡыусыларҙың фекерҙәре тыңлана, дөйөмләштерелә, һығымта яһала.)
2. Иҫкә төшөрәйек: дәрес башында ниндәй маҡсаттар ҡуйғайныҡ? Бөгөнгө
дәрестә нимәгә өйрәндек? (Был шиғыр аша беҙ тәбиғәтте яратырға, һәр
миҙгел мөғжизәле икәнен; ҡыш миҙгеленең саф, илаһи миҙгел булыуына
инандыҡ. Иғтибар менән ҡараһаң, ап-аҡ ҡарҙар бөртөгөндә генә күпме
гүзәллек, әйтерһең дә, кеше күңеленең биҙәктәре сағыла унда.)
IХ. Өй эше (өс кимәлле эш төрө).
1. Ҡыш тураһында һынамыштар яҙып килергә.
2. Шиғырҙан үҙе асыклап килгән һүҙҙәр менән сифаттарҙы яҙып алырға.
3.190-сы күнегеү (тексты дауам итергә).
Х. Баһалау


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

методическая разработка - « Здоровое питание» организация исследовательской (либо проектной) деятельности детей (серия классных часов для 1-го ( 2-го) курса НПО)

методическая разработка серии классных часов (проекта, исследовательской работы) на тему "здоровое, правильное питание"  направлена на достижение следующих целей:пропаганда здорового образа жизни...

7 задач, МЭСИ. Фермер, используя 20 га принадлежащей ему земли, может выращивать на ней клубнику, собирая 10 центнеров с га, либо – редиску, собирая 8 цен

Анализ ключевых вопросов организации маркетинга на предприятия и проведения маркетинговых исследований (на примере ООО НПФ «Нева»)Несколько слов о перспективах исследования. Уголовно-правовая охрана о...

Урок в 5 классе «Have you ever been to London? - Вы когда-либо были в Лондоне?» по учебнику «Enjoy English» М. З. Биболетовой.

Промежуточный урок в 5 классе по теме «Have you ever been to London?  - Вы когда-либо были  в Лондоне?»....

«ИСТИННЫЙ» И «ЛОЖНЫЙ» ГУМАНИЗМ ? ИЛИ ГУМАНИЗМ ЛИБО ОН ЕСТЬ, ЛИБО ЕГО НЕТ

На данном уроке с проблемным названием изучается (возможно как в полном варианте, так и отдельными главами) роман А. Фадеева "Разгром". В ходе урока анализируются поднятые автором проблемы гуманизма, ...

разработка урока в 8 классе на тему: Как охарактеризовать или указать на признак какого-либо предмета?

Дать понятие учащимся о второстепенных членах предложения ( об определении)...

Предлагаю вашему вниманию образцы карточек к зачету по геометрии в 8 классе, а также набор задач к зачету. Учитель может по своему усмотрению либо добавить в карточки задачи, либо заменить уже имеющиеся задачи на другие.

ЗачётГлавная задача зачётов – развитие самостоятельной деятельности учащихся в усвоении ими курса математики. Другими задачами зачёта являются:формирование умений учиться;выявление пробелов в зн...