Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр
план-конспект урока (5 класс)

Ғиндуллина Рәзинә Салауат ҡыҙы

дәрес

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл konspekt_uroka_uchitel_goda_18docx.docx35.67 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫНЫҢ

13-СӨ УРТА ДӨЙӨМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ

АВТОНОМ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ


«Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр»

(дәрес планы)

                                                                                                                                                                     

                                                                                                 Төҙөнө:   Ғиндуллина Рәзинә                                                                        

                                                                                                  Салауат ҡыҙы, башҡорт теле һәм

                                                                                                  әҙәбиәте уҡытыусыһы

2017

Дәрес планы.
Ф.И.О. Гиндуллина Рәзинә Салауат ҡыҙы
Предмет: Туған (башҡорт) теле
Класс: 5 класс
Дәрес төрө: яңы тема өйрәнеү

Тема

 Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр

маҡсат

Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙе өйрәнеү.  

Бурыстар

белем биреү – тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр, уларҙың төрҙәре тураһындағы белемдәрен нығытыу, уларҙың һүҙҙең төрлө урынында килеүе һәм һүҙбәйләнештәрҙә әйтелеү үҙенсәлектәре тураһында белешмәләр биреү.
үҫтереүсе - һөйләү телмәрендә өндәрҙе дөрөҫ әйтеү һәм яҙыуҙа хәрефтәр менән бирелешен дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү;
тәрбиәүи - белем алыуға ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Белемдең маҡсаты-файҙалы кеше булыуҙа икәнен төшөндөрөү. ҡош-ҡорттар, уларҙың башҡортса исемдәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү,

Универсаль У

ҡыу Эшсәнлеге

  • Шәхескә йүнәлтелгәнУУЭ: үҙ аллы һәм коллектив эшмәкәрлек һәләттәрен үҫтереү;
  •  Регулятив УУЭ: дәрес материалын аңлы ҡабул итеү һәләттәрен үҫтереү, үҙ фекеренең дөрөҫлөгөн дәлилләй белеү;
  •  Коммуникатив УУЭ: телмәр мелодикаһына иғтибарлы булыу, үҙ-ара матур аралашыу;
  • Танып-белеү УУЭ: дәрестә алған мәғлүмәттәрҙе сағыштыра белеү, тағы ла өҫтәмә дәлилдәр эҙләү, тормошта ҡулланыу.

Планлашты-рылған һөҙөмтәләр

Предмет: 1. Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр

2. Белемдәрен системаға һалыу күнекмәләрен камиллаштырыү

3. Уҡыусыларҙа телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Шәхескә йүнәлтелгән: телен һөйгән, халҡыбыҙ тарихын ҡәҙерләгән илһөйәр шәхес тәрбиәләү.

Метапредмет: теманы аңлы ҡабул итеү, өҫтәмә мәғлүмәттәр эҙләүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, телмәрҙе байытыу өҫтөндә эшләү.

Предмет-ара бәйләнештәр

 Әҙәбиәт, рус теле

Ресурстар:

  •  төп
  •  өҫтәлмә

 Дәреслек. Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В. Әсә теле.-Өфө:Китап, 2011.

Компьютер, презентация.

 таратма материалдар

Дәрес формаһы

Ф- фронталь, И – индивидуаль, Т-төркөмдә

Ойоштороу мәле, психологик комфорт булдырыу

         Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, бөгөн һеҙҙә башҡорт теле дәресен мин алып барасаҡмын. Мин Рәзинә Салаватовна.

Ә хәҙер әйҙәгеҙ бөгөнгө башланған көнгә һәм бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ.

Һеҙ бөгөн дәрестә актив эшләрһегеҙ тип ышанам.

Маҡсаттар ҡуйыу.

Яңы белем алыр өсөн беҙ дәрестә нимә эшләргә тейешбеҙ?

СЛАЙД1

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

Маҡсаттарҙы билдәләргә

Килеп тыуған проблеманы хәл итергә

Белемдәрҙе нығытырға

Проблеманы хәл итеү.

  • Уҡыусылар, беҙҙең күҙҙәребеҙ һәм ҡолаҡтарыбыҙ бар, ни өсөн улар беҙгә кәрәк?
  • (Күрергә, ишетергә)
  • Әйе, дөрөҫ- күҙҙәр күрер өсөн, ҡолаҡтар ишетер өсөн.

СЛАЙД  2. 

-Иғтибар менән слайдка ҡарағыҙ. Нимә күрәһегеҙ? (-Китап.)

СЛАЙД 3.

- Китапты асһаҡ нимәләр күрәбеҙ? (- Хәрефтәр)

- Әйе, дөрөҫ. Тимәк, беҙ хәрефтәрҙе…..

- Ә нимәләрҙе беҙ әйтәбеҙ һәм ишетәбеҙ?( - Өндәрҙе.)

- Дөрөҫ. Өндәр ниндәй була?( - Һуҙынҡылар һәм тартынҡылар).

- Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән нимәләр тураһында һөйләшербеҙ? (- Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр тураһында.)

 Теманан сығып беҙ дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырға тейешбеҙ? Нимә эшләрбеҙ икән? (Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр тураһында белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрөрбөҙ һәм нығытырбыҙ)

 Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө числоны, класс эше яҙҙыҡ.

Дәрестә эшләүе еңелерәк булһын өсөн беҙ һеҙҙең менән һүҙлек эше үткәреп алайыҡ.

СЛАЙД 4

Һүҙлек менән эш

Өн-звук

Тартынҡы-согласный

Һуҙынҡы-гласный

Ҡалын-твердый

Нәҙек-мягкий

Һаңғырау-глухой

Яңғырау-звонкий

Баҫымлы-ударный

Баҫымһыҙ-безударный

  1. Үҙем уҡыйым
  2. Үҙ-аллы уҡыйҙар
  3. Мин русса, улар башҡортса
  4. Бер-ике бала уҡый
  5. Дәфтәрҙәренә яҙыу

Уҡыусылар “Үҙеңде тикшер” карточкалары һәр эшләнгән күнегеүҙән һуң билдә ҡуя бара

Проблемалы ситуация.

-Уҡыусылар, ә хәҙер бәләкәй генә әкиәт тыңлап китегеҙ әле.

Бер заман һуҙынҡы менән тартынҡы өндәр бәхәсләшеп киткәндәр ти: “Ҡайһыбыҙ иң мөһиме!” –тип. Һуҙынҡылар: “Беҙ” , тартынҡылар:”Юҡ, беҙ” тип ҡысҡыралар, ти. Көнө-төнө ҡысҡырғандар ти улар һәм тынысланып бер уртаҡ фекергә килгәндәр. Улар 5-се класс уҡыусыларына мөрәжәғәт итергә булғандар. Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ҡайһы өндәр мөһимерәк?

-Тартынҡылар, һуҙынҡылар. Ике өндәрҙә мөһим.

- Яуабығыҙҙы иҫбатлар өсөн күнегеү эшләп китәйек.

Слайд 5.

Слайдта 3 бағанаға бүленгән һүҙҙәр бирелгән. Һеҙ ошо һүҙҙәрҙә төшөп ҡалған өндәрҙе әйтергә тейешһегеҙ. Рәттәр буйлап эшләйбеҙ.

1-се рәткә беренсе бағана

2-се рәткә икенсе

3-сөрәткә-өсөнсө

ҡ.шт.р

.а.а.а.

д.р.с.л.к

т.ғ.р.ҡт.р

ҡ.ш

.ә.ә.

у..а.

.а.

.и.а.

һ.лҡ.н

с.ңғ.

к.нд.л.к

Тикшереү Слайд 6

-Шулай итеп, ниндәй осраҡта һүҙҙе сисеүе еңелерәк? Һуҙынҡылар, йәки тартынҡылар булған осраҡтамы? (Тартынҡылар булғанда еңелерәк)

Әйе, тартынҡылар ғына булған һүҙҙе сисеү еңелерәк.

- Әгәр һүҙҙәр һуҙынҡыларҙан ғына, йә иһә тартынҡыларҙан ғына торһа беҙгә аңлашылмаҫ ине. Шулай уҡ тартынҡы өндәр ижек яһай алмай.Һуҙынҡылар булмаһа һүҙҙәр булмаҫ ине.

- Шулай итеп ниндәй һығымта яһап була? (ике өндә мөһим)

Ғәмәли эштәр

 Ә хәҙер беҙ барыбыҙ ҙа ғалимдарға әйләнәбеҙ. Рәт буйынса бүленеп тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәргә билдәләмә бирәбеҙ.

Рәт буйынса эшләйбеҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа өндәр тураһында яҙылған ҡағыҙ ята.

1-се рәт – Нимә ул тартынҡы һәм һуҙынҡы? һорауына яуап әҙерләй

2-се рәт- һуҙынҡылар тураһында

3-сө рәт – тартынҡылар тураһында

 Слайд 8. Телмәр өндәре һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәргә бүленә. Һуҙынҡы өндәрҙе әйткәндә, тауыш ярылары ҡатнаша һәм тауыш барлыҡҡа килә. Был осраҡта үпкәнән килгән һауа ҡаршылыҡҡа осрамай, уларҙы үпкәләге тын бөткәнсе һуҙып әйтергә мөмкин. Шуға ла улар һуҙынҡы өн тип атала. Ә тартынҡыларҙы әйткәндә, үпкәнән килгән һауа ҡаршылыҡҡа осрай һәм уларҙы тын бөткәнсе һуҙып әйтеп булмай.

Слайд 9

А, ә, о, ө, ы, э (е), у, ү, и — башҡорт теленең 9 һуҙынҡы өндәре.

Һуҙынҡы өндәр ҡалын һәм нәҙек була:

а, ы, о, у — ҡалын һуҙынҡылар: бала, был, тор, тура, олатай.

ә, э (е), ө, ү, и — нәҙек һуҙынҡылар: әсәй, бел, төр, ирек, элек.

Һүҙҙең бер генә өнөн алмаштырһаң да, уның мәғәнәһе үҙгәрә: ҡар — ҡор — -ҡол — ҡал — бал — бар; ҡорол — борол.

О, ө, у, ү  һуҙынҡылары ирен ярҙамында әйтелә. Шуға күрә улар ирен һуҙынҡылары тип атала.

Һуҙынҡылар ижек яһап, баҫым ҡабул итә ала, тартынҡылар һуҙынҡыларҙан башҡа ижек яһай алмай.. алма — яблоко, алма — не бери.

Төп башҡорт һүҙҙәрендә ҡ, ғ өндәре ҡалын һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә (ҡалаҡ, ҡалпаҡ, йылға), к, г өндәре нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә (кәрәк, күлдәк, тегеүсе) ҡулланыла.

Башҡорт телендә тартынҡылар яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларға бүленә.

Слайд 10

  • Башҡорт телендә 27 тартынҡы өн бар: б, в, г, ғ, д, ҙ, ж, з, й, к, ҡ, л, м, н, ң, п, р, с, ҫ, т, ф, х, һ, ц, ч, ш, щ.
  • яңғырау тартынҡылар б, в, г, ғ, д, з, ҙ, л, м, н, ң, ж, р, й.
  • Һаңғырау тартынҡылар: п, ф, к, ҡ, т, ҫ, с, һ, х, ц, ш,щ.
  • Яңғыраулыҡҡа һәм һаңғыраулыҡҡа ҡарап, тартынҡылар парлы һәм парһыҙ була, мәҫәлән:
  • б – п, в – ф, г – к, ғ – ҡ, д – т, ж – ш, з – с, ҙ – ҫ.

Шулай итеп, башҡорт телендә һуҙынҡылар ҡалын һәм нәҙек, баҫымлы һәм баҫымһыҙ  була.Тартынҡы өндәр яңғырау һәм һаңғырау, парлы һәм парһыҙ була.

     

Ял минуты.

Уҡыусылар, Баҫығыҙ. Мин һеҙгә һуҙынҡы өндө әйтһәм-ҡыҙҙар ҡулдарын күтәрә., ә инде тартынҡы өндәрҙе әйһәм- малайҙар. Аңлашылдыма? Башланыҡ.

Б,А,Ө,Ҙ,Ҡ,Ә,И,Ғ,Ы,Ҫ,П,Ж,Ү,ң, Т.

Белемдәрҙе нығытыу.

Эште дауам итәбеҙ.

Дәреслек менән эш.

73-сө биттәге 116-сы күнегеүҙе эшләйбеҙ.

Биремен ... уҡып сыға. Был күнегеүҙә беҙгә нимә эшләргә ҡушылған?

Уҡытыусы тасуири уҡый

Уҡыусылар шыбырҙап уҡый

-Текста  нимә тураһында һүҙ бара?(-Ҡыш миҙгеле, ҡоштар.... )

Текстан ҡоштар тураһында яҙылған һөйләмдәрҙе табығыҙ. .... уҡый.

Һеҙ беҙҙә ҡышлаусы ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ.

 Ҡор, һуйыр, сел, тумыртҡа, шыршы турғайы, һайыҫҡан кеүек ҡоштар йылы яҡҡа китмәй, беҙҙә ҡышларға ҡалалар. Улар өсөн ҡыш ҡурҡыныс булмаһын өсөн уларға ниндәй ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ?

Афарин. Ә хәҙер тәүге ике һөйләмдән ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар булған  һүҙҙәрҙе ике бағана төркөмләп яҙығыҙ. Уҡыусылар таҡтала эшләй.

Ҡалын   Нәҙек

Рефлексия.

Кемгә бөгөнгө дәрестә нимәлер аңлашылманы?

Бөгөнгө тема буйынса кемгә нимәлер аңлашылып бөтмәне, баҫығыҙ.

Ә кем бөгөнгө дәрестән мин беләм тип сығып китә?

Йомғаҡлау. Өй эше.

Һығымта. Тимәк беҙ бөгөн дәрестә һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр тураһында яңылыҡ белдекме?

Өй эше.

72-се бит, 114-се күнегеү. Уҡыусыларға бер нисә вариант бирелә.

  1. Тасуири уҡырға.
  2. Тумыртҡа тураһында мәғлүмәт килтерергә.
  3. Ҡалын һәм нәҙек һүҙҙәрҙе күсереп яҙырға.

                                        Дәрескә үзанализ

Мин 5 се класта башҡорт теле дәресен күрһәттем . Был класта 25 уҡыусы уҡый. Уҡыусыларҙың уйлау-фекерләү, белем дәрәжәләре уртасанан юғары.

           Дәрестең темаһы: Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр

           Дәрестең тибы. Яңа материалды өйрәнеү.

   

           Дәрестең маҡсаты: Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр тураһында мөғлүмәт биреү.

Йыһазлау: компьютер, проектор, экран, тема буйынса презентация, дәреслек, таратма материал

Дәрестең төҙөлөшө:

1.Ойоштороу өлөшө. 

2. Маҡсаттар ҡуйыу.

3.Проблеманы хәл итеү.

4.Ғәмәли эштәр     

5.Ял минуты.

6.Белемдәрҙе нығытыу.

7.Рефлексия

8. Йомғаҡлау. Өй эше.

Өндәр темаһын өйрәнеүгә 2 сәғәт бирелгән. Шул дәрестәр системаһында “Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр”  темаһы 1 дәрес итеп өйрәнелә.

Дәрестең тибы уның эстәлегенә туры килә: уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу, актуалләштереү, яңы теманы өйрәтеү, алынған белемдәрен нығытыу, камиллаштырыү, дәрестең дидактик маҡсатынан ҡарағанда, бик отошло.

Мин дәресемде ФГОС талаптарына тура килтереп, предмет һәм метапредмет буйынса, шәхси үҫеш-үҙгәрештәргә этәрә торған маҡсаттар ҡуйҙым.

Структураларҙы үткән материалды нығытыу, анализлай белеү, фекерләүҙәрен үҫтереү; яңы материалды нығытыу һәм кире информация алыу маҡсаттарынан ҡулландым.

Дәресте балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә, яңы дәрестең замансалығын, тормош менән бәйләнешен иҫәпкә алып төҙөнөм.  Белем һәм тәрбиә биреүгә комплекслы яҡын килеп, дәресемдә балаларҙың тәрбиәлелеген күтәреү өҫтөндә дә эшләргә тырыштым.

Дәресемә түбәндәге Бурыстары ҡуйҙым: белем биреү – тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр, уларҙың төрҙәре тураһындағы белемдәрен нығытыу.
үҫтереүсе - һөйләү телмәрендә өндәрҙе дөрөҫ әйтеү һәм яҙыуҙа хәрефтәр менән бирелешен дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү;
тәрбиәүи - белем алыуға ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Белемдең маҡсаты-файҙалы кеше булыуҙа икәнен төшөндөрөү, ҡоштарға, уларға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Яңы теманы биреүҙә проблемалы эҙләнеү методы элементтарын ҡулландым.

Дәрес барышында уҡыусыларҙың белемдәрен, күнекмәләрен, оҫталыҡтарын үҙ аллы рәүештә ҡуллана белеү эҙлеклелеге тәъмин ителде.

Дәрестең белем биреү маҡсаты предмет буйынса белем, күнекмәләр, ә фекерләү һәләтен үҫтереү һәм тәрбиәүи маҡсаттар универсаль уҡыу күнекмәләрен формалаштырыуға ярҙам итә.

     Шәхси һәм метапредмет буйынса компетенциялар булдырыу түбәндәге эш төрҙәре аша башҡарылды:

- Шәхси компетенция: уҡыусыларҙың бер-берһен тыңлап, аңлап, эмоциональ һәләттә теманы үҙләштереүҙәрендә күренде.

- Метапредмет компетенциялар өс төрлө йүнәлештә башҡарылды: регулятив, танып белеү һәм коммуникатив.

Танып белеү уҡыу күнекмәләрен беҙ актуалләштереү этабында; яңы белемдәрҙе асыу этабында дәрестең темаһын, маҡсатын һәм бурыстарын әйтүендә күрҙек.

Коммуникатив уҡыу күнекмәләрен беҙ ҡабатлау этабында уҡыусыларҙың класташтарының ғәмәлдәрен күҙәтеп, яуаптарҙы сағыштырыуында, төркөмдәрҙә аралашыу; дәрестә дөрөҫ, матур итеп һөйләмдәр төҙөү; хеҙмәтсәнлектә башҡаларҙың фекерҙәрен иҫәптә тотоу һәм ҡараштарын яҡлай белеүҙәрендә; берҙәм эшсәнлектә уртаҡ һөҙөмтәгә килеүҙәренә асыҡ күрҙек.

Регулятив уҡыу күнекмәләрен - яңы белемдәрҙе асыу этабында уҡыусылар дәрестең темаһын үҙ аллы рәүештә билдәләүҙәрендә, маҡсат, бурыстарын ҡуйыуҙа, уларҙы планлаштырып, һөҙөмтәгә ирешеү юлдарын һайлауҙа күрәбеҙ.

Уҡыусыларҙың сәләмәтлектәрен һаҡлау, ял иттереү маҡсатынан ял минуты үткәрелде.

Уҡыусыларға индивидуаль яҡын килеп, үҙҙәре эшләй ала торған өй эше бирелде.

Маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге эш формаларын һайланым: индивидуаль, фронталь, төркөмдәрҙә эш  эшләү. Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлау ҙа, үҙ аллы ла, төркөм буйынса ла булды.

Дәрестә ҡулланылған барлыҡ материал да ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү һәм балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу, фекерләү һәләтләрен үҫтереү өсөн эшләнә.  Дәрес этаптары бер-береһе  менән тығыҙ бәйләнештә торалар.

Дәрес маҡсаты балаларға аңлайышлы итеп еткерелде. Дәрестә ҡуйылған максаттарға  ирештек.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!