Прогамма воспитания
рабочая программа (6 класс)

Галия Сабировна Хасанова

Программа воспитания

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районынының «Белорет лицей - интернаты» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

МБ ултырышында ҡаралды:

МБ етәксеһе Сөләймәнова Э.Ғ.

«       » ________ 2020 й

Килешелде :

ғилми - методик эштәр директор урынбаҫары

Йомағужина Л.Р.

«      » ________ 2020 й

Раҫланды :

лицей - интернаты директоры

Зәйнетдинова Г.З.

«         » _________ 2020 й

                  Башҡорт теленән дәрестән тыш эшсәнлек буйынса

  2020-2021уҡыу йылына 6 а, б классы өсөн

                                         «Башҡорт фольклоры »

эшмәкәрлек эш программаһы

                                             

                                                     Дөйөм сәғәттәр һаны - 35 сәғәт

                               Аҙнаға -  1 сәғәт

                                                                        Реализация срогы : 1  йыл

                                                       

Төҙөнө : Хәсәнова Ғәлиә Сабир ҡыҙы,  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                         2020 г.        

                                            Аңлатма яҙыу

   Халыҡтың телгә  булған  мөхәббәтенә  ҡарап , кешенең  мәҙәни  кимәленә  генә  түгел, бәлки  уның  гражданлыҡ ҡиммәтенә  лә  баhа  бирергә  мөмкин.  Уның  иленәҡарата  ысын  мөхәббәтен  туған  телгә  булған  мөхәббәттән  тыш  күҙ  алдына  килтереү  мөмкин  түгел. Шуға  күрә  уҡыусыларҙа  иң  тәүҙә   башҡорт теленә  hөйөү   тәрбиәләү , халҡына  ихтирам , мәҙәниәтенә , үткәненә  ҡыҙыҡhыныу  уятыу - башҡорт  теле  уҡытыусыларының   төп  бурысы.   Предметты   өйрәнеү   hәм  абруйын  күтәреү  маҡсатында  беҙҙең Белорет лицей - интернатында   төрлө  саралар  уҙғарыла. Йыл hайын  октябрь  айында  Башҡортостан  Республикаhы  көндәре  рамкаhында  мәктәптә  туған  тел  уҡытыуға , халҡыбыҙҙың  матур  йолаларына , милли  мәҙәниәтебеҙгә, Башҡортостан  тарихына  hәм  арҙаҡлы  шәхестәребеҙгә  арналған  саралар  үтә.

 Был курс 5-10 класс уҡыусыларына түңәрәк эше өсөн аҙнаһына 1 сәғәт менән 34 сәғәт уҡытыуға иҫәпләнгән.

Башҡорт теле- башҡорт халҡының һөйләшеү, аралашыу, фекер алышыу сараһы, ысынбарлыҡты танып-белеү ҡоралы. Телдең ошо матурлығын асып, бала күңеленә еткереү, зиһененә һалыу, уның ҡулына ныҡлы ҡорал итеп тоттороу-төп бурыстарҙың береһе булып-башҡорт теле уҡытыусыһының иңенә ята.

Бала һүҙ ҡәҙерен белергә, уларҙы дөрөҫ аңларға, урынлы файҙаланырға, уларҙың тормоштағы урыны, тәғәйенләнеше, бәҫе, аралашыу-һөйләшеү барышындағы нескәлектәре тураһында белергә тейеш.

Эш программаһы түбәндәге норматив документтарға таянып төҙөлдө:

1.“Мәғариф тураһында”ғы законға, 29.12.2012 й, №273- ФЗ

2.“Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына, 31.12.2015 й. № 1577.

3. “Башҡортостан халыҡтары телдәре” законына

            4.Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәр өсөн Башҡорт әҙәбиәтенән программа (V-XI кластар өсөн), (Төҙөүселәре: М.Ғималова, Ғ. Хөсәйенов, А. Байғарин, – Өфө: Информреклама, 2003, 70 с. һәм төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса өлгө программалар/ төҙ.: М.Б. Юлмөхәмәтов, Башкирский детский флоклор/Авт.сост.А.М.Сулейманов,И.Г.Галяутдинов.-Уфа:Китап,2011., Галяутдинов И.Г. Башкирские народные детские игры(на русском и башкирском языках).-Уфа:Китап,2002., Сулейманов А.М. Башкирский детский фольклор.Уфа.ГУП «Уфимский полиграфкомбинат»,2004.,  Сөләймәнов Ә.М.Башҡорт балалар ҡарһүҙе.Өфө: Китап,2009й.

5. Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының «Белорет лицей - интернаты» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының эш программаһы тураһындағы положениеға.
  6..Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының «Белорет лицей - интернаты» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 2020-2021 йылғы уҡыу планына.

 7. Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының «Белорет лицей - интернаты» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 2020-2021 йылғы уҡыу графигына

8. Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының «Белорет лицей - интернаты» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 2020-2021 йылының дәрестәр теҙмәһенә.

Башҡорт теленән дәрестән тыш  «Башҡорт фольклоры » эшмәкәрлек эш программаһы 1 йылға тәғәйенләнгән.

Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының «Белорет лицей - интернаты» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына кимәлендә ,сәғәттәр һаны аҙнаһына 1 сәғәттән, бөтәһе 35 сәғәт.

 Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының «Белорет лицей - интернаты» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 2020-2021 йылының дәрестәр теҙмәһенә һәм уҡыу графигына ярашлы, шулай уҡ дәүләт байрам көндәрен иҫәпкә алып,эш программаһы 32 сәғәткә тура килә.

                                              Программаның яңылығы

             Мәктәптәрҙә  башҡорт  телен  уҡытыу  буйынса  республика, район мәктәптәрендә  алға  китеш  бар, әлбиттә. Яңы  дәреслектәр  сығып  тора, башҡорт  теле  буйынса  олимпиадалар,  конкурстар  үтә, уҡытыусыларға  кабинеттар  бүленә.Тик халыҡ ижады буйынса түңәрәк   программалары әлегә әҙ.

Түңәрәк  эштәренә лә  иғтибарҙың  етмәүе  уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы   борсой. Шуға күрә фольклор эшен йәнләндереүҙә бындай программалар кәрәк, тип һанайым. «Башҡорт фольклоры»  түңәрәге өсөн тәғәйенләнгән программа яңылыҡ  булып тора.

Программаның актуаллеге

         Бөгөнгө көн шарттарында уҡыусыларҙа милли рух кәмей. Радио, телевидение, интернет аша алған мәғлүмәт балаларға күп осраҡта кире йоғонто яһай. Был проблема  күптәрҙе , шул иҫәптән авторҙы ла борсой.

Маҡсаты

              Был өҫтәлмә белем биреү программаһы үҙ алдына халҡыбыҙҙың рухи байлығы - фольклорҙы өйрәнеүҙе, ауыҙ-тел ижады аша йәш быуында милли рух, милли үҙаң тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Бурыстары

        Түңәрәк эше башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын системалы белем бирергә, халҡыбыҙҙың әҙәби-рухи хазиналарын эҙмә-эҙлекле күҙ алдына баҫтырырға һәм уҡыусыны юғары интеллектлы, матур зауыҡлы кеше итеп тәрбиәләргә бурыслы.

Календарь-тематик план

Тема

Сәғәт һаны

Дата

Фактик дата

1

Инеш дәрес. Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә. Танышыу.

1

8.09

2

Мәҡәлдәр.Йомаҡтар,әкиәттәр

1

15.09

3-4

Исемдәр.

2

22.09

29.09

5-6

М.Кәрим - халҡыбыҙ йондоҙо.

2

06.10

13.10

7-8

Башҡорт халыҡ ижады.

2

20.10

10.11

9

Башҡорт рәссамдары.

1

17.11

10

Бәйеттәр һәм мөнәжәттәр.

1

24.11

11-12

Ҡобайыр,эпостар. “Урал батыр” эпосы.

2

01.12

08.12

13-15

Башҡорт уйындары. “Исемен әйт” уйыны.

3

15.12

22.12

29.12

16-17

Көләмәстәр.

2

19.01

26.01

18-19

Башҡорт байрамдары тураһында. “Башҡорт байрамы ” хикәйәтен тыңлау.

2

02.02

09.02

20-21

Башҡорт халыҡ йырҙары.

2

16.02

02.03

22

Башҡорт йырҙары. Заманса йырҙар.

1

09.03

23-24

Башҡорт бейеүҙәре.

2

16.03

23.03

25

Башҡорт ҡунаҡханаһында

1

06.04

26-27

Башҡорт йолалары. Йола уйындары

2

13.04

20.04

28-29

Башҡорт халыҡ балалар уйындары.

2

27.04

04.05

30

Тәбиғәткә экскурсия.

1

11.05

31

Ғаиләлә ата-әсәгә иғтибар. Ғаиләлә ҡыҙ бала һәм ир бала тәрбиәләү.

1

18.05

32

Йырауҙар. Сәсәндәр ижады.

1

25.05

Бөтәһе     32       сәғәт

                                           

                                     Программаның йөкмәткеһе

            Уҡыусыларҙың халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыу маҡсатында  фольклор материалдары йыйыу, туплау, эҙләнеү-тикшеренеү  эштәре алып барыу , йырҙар тыңлау һәм өйрәнеү кеүек эш төрҙәрен биреү кәрәк. Бындай эш төрҙәре уҡыусының тормош һәм кешеләр хаҡында үҙ аллы фекерләүен  үҫтереүгә булышлыҡ итә.

       Был дәрестәрҙән тыш фольклор  түңәрәге эше программаһы бер уҡыу йылы тамамланғансы иҫәпләнгән. Уҡыусылар үҙ белемдәрен ауыҙ-тел ижады өлгөләре йыйыу, төрлө район һәм республика күләмендә үткән бәйге- конкурстарҙа һөнәрҙәрен күрһәтеп  һәм башҡа формаларҙа белемдәрен тәрәнәйтә ала.

Тема: Инеш дәрес. (1 сәғәт ,теория)Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә. Халыҡ ижадының үҙенсәлектәре.

Тема:Башҡорт хикәйәттәре тураһында. “Башҡорттар ҡайҙа йәшәгән” риүәйәтен уҡыу.

1-се дәрес. Башҡорт хикәйәттәре тураһында төшөнсә биреү. Тарихи, тормош-көнкүреш хикәйәттәре менән танышыу.

 Тема:Афористик жанрҙар. Мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар. Китапсыҡтар эшләү.

1-се дәрес.Афористик жанрҙар тураһында төшөнсә биреү.

2-се дәрес.Мәҡәл,әйтемдәр, йомаҡтарҙы тематикаһы буйынса төркөмләү.

 Тема:Башҡорт халыҡ әкиәттәрен уҡыу. Әкиәт уҡыусылар конкурсы.

1-се дәрес. Әкиәттәрҙең төркөмдәре. Әкиәттәрҙә халыҡ фантазияһының сағылыш табыуы.

2-се дәрес.Уҡыусылар үҙҙәре һайлаған әкиәттәрҙе тасуири уҡып күрһәтә.”Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсына әҙерлек.

 Тема:Легенда һәм риүәйәттәр.

1-се дәрес.Легенда хаҡында төшөнсә. Мифологик, топономик, этнонимик легендалар.Тарихи, тормош-көнкүреш риүәйәттәре менән танышыу.

 2-се дәрес . Риүәйәттәр яҙып алыу.

 Тема:Көләмәстәр.

1-се дәрес.Көләмәстәр тураһында әңгәмә. Төрлө балалар өсөн көләмәстәр һөйләү.

 Тема:Бәйеттәр һәм мөнәжәттәр.

 1-се дәрес. Бәйеттәрҙе төркөмләү. “Саҡ-Суҡ” бәйете менән танышыу.

Тема: Ҡобайырҙар, эпостар. “Урал батыр” эпосы.

1-се дәрес.Ҡобайыр,эпос хаҡында төшөнсә һәм уларҙы төркөмләү.

2-се дәрес. “Урал батыр” эпосын уҡыу, анализлау,өҙөктәр ятлау.

 Тема:Башҡорт уйындары. “Исемен әйт” уйыны.

1-се дәрес. Башҡорт уйындарының һаулыҡ өсөн файҙаһы тураһында әңгәмә.

Тема:Башҡорт халыҡ моңдарын тыңлау. “Көйҙөң исемен әйт”уйыны.

1-се дәрес. Башҡорт көйҙәрен тыңлау.

2-се дәрес. Башҡорт көйҙәрен айырыу, тыңлау, уйын формаһында хәтерҙә ҡалдырыу.

Тема:Башҡорт байрамдары тураһында. “Башҡорт байрамы ” хикәйәтен тыңлау.

1-се дәрес. Башҡорт байрамдары, мосолман байрамдары тураһында һөйләшеү

2-се дәрес. “Фольклор” байрамына материал әҙерләү.

Тема: Башҡорт халыҡ йырҙары.

1-се дәрес.Йырҙарҙы төркөмләү. Тыуған ил, батырҙар тураһындағы йырҙар менән танышыу.

2-се дәрес.Шаян йырҙар тыңлау, өйрәнеү.

 Тема:Башҡорт йырҙары. Заманса йырҙар.

1-се дәрес.Балалар өсөн заманса йырҙар.

2-се дәрес. Заманса йырҙар тыңлау, караоке менән йырлап өйрәнеү.

 Тема:Башҡорт бейеүҙәре

1-се дәрес. Башҡорт бейеүҙәре тураһында һөйләшеү, видеояҙмалар ҡарау.

2-се дәрес. Хореограф менән осрашыу. Бейеү. Тыпырларға өйрәнеү.

 Тема:Башҡорт ҡунаҡханаһында

1-се дәрес. Бөтә белгәндәр менән уртаҡлашып, сәй эсеп, йырлап-бейеп  кисә ойоштороу.

Тема:Башҡорт йолалары. Йола уйындары.

1-се дәрес. Башҡорт халҡының йолалары тураһында һөйләшеү.

2-се дәрес. Йолалар өйрәнеү

Тема: Башҡорт халыҡ балалар уйындары.

1-се дәрес. Башҡорт халҡындағы тәбиғәткә бәйле уйындар менән танышыу, өйрәнеү.

2-се дәрес.Уйындар өйрәнеү.

Тема: Тәбиғәткә экскурсия.

1-се дәрес. Төрлө уйындарҙы уйнау, тәбиғәткә сығыу.

Тема:Ғаиләлә ата-әсәгә иғтибар. Ғаиләлә ҡыҙ бала һәм ир бала тәрбиәләү.

1-се дәрес. Тормош һабаҡтары дәеслеге буйынса әңгәмә.

Тема:Йырауҙар. Сәсәндәр ижады.

1-се дәрес.Ҡобағош, Ерәнсә, Байыҡ сәсәндәр ижады менән танышыу.

2-се дәрес. Сәсәндәр бәйгеһе үткәреү.

Тема: Башҡорт балалар фольклоры тураһында.

 1-се дәрес. Башҡорт фольклоры, балалар фольклоры тураһында әңгәмә. Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Программаның методик яҡтан тәьмин ителеше

   Халҡыбыҙҙың меңәр йылдар һуҙымында тупланған аҡылы, һәләте уның бай фольклор мираҫында, боронғо әҙәбиәтендә һаҡланған. Башҡорт халҡы үҙенең йыр - ҡобайырҙарын, мәҡәл-әйтемдәрен тик күңел асыу, тарихи ваҡиғаларҙы тасуирлау, шуның менән рухи ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү  йәки ҡыҙыҡ булһын өсөн генә һөйләмәгән һәм көйләмәгән. Улар эсендә башҡорт халҡының  бөтә рухи байлығы, тормош философияһы, тарихы һәм өгөт-нәсихәт маҡсатын күҙәткән практик педагогикаһы тупланған. Тимәк, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады беҙҙең халыҡ сәнғәте тормоштағы төрлө күренештәргә ғәҙел баһа биреүсе юридик кодекс та, тәрбиәүи йөкмәтке йөрөткән дидактик йыйынтыҡ та ул.

      Халыҡтың тормош тәжрибәһе, донъяға ҡарашы, әҙәп-әхлаҡ нормалары айырыуса афористик жанрҙарҙа асыҡ сағыла.

     Курс башҡорт халыҡ ижады хаҡында төшөнсәнән башланып китә. Артабан башҡорт халҡының традицион жанрҙары: афористик жанрҙар, легенда һәм риүәттәр, әкиәттәр һәм көләмәстәр, эпостар, йырҙар ныҡлап өйрәнелә. Шулай уҡ башҡорт ғаиләләрендә бала тәрбиәләү, үҫтереү мәсьәләләренә лә ҙур урын бүленә. Уҡысыларҙы ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында төрлө уйындар менән бер рәттән йола уйындары, таҡмаҡтар, йырҙар өйрәнеү ҙә күҙ уңында тотола.

Халыҡ ижады буйынса.

1.Халыҡ ижадының ниндәй төрҙәре бар?

А. легенда , риүәйәт, йыр, әйтем, шиғыр.

Б. ҡобайыр, эпос, йомаҡ, бәйет, әкиәт.

В. Мәҡәл, әкиәт, хикәйә, повесть, йыр.

2. Ниндәй йырҙы башҡорт халҡының гимны тип йөрөтәләр?

А. «Азамат»                            2. «Урал»                               3. «Ҡурай»

3. Был юлдарҡайһыйырҙан?

 «Аямағанйәнен , түккәнҡанын,

ҺисбирмәгәнбашҡортУралын»

А.  «Салауат»           2. «Буранбай»                         3. «Йәйләүек»

4.Был юлдарниндәййырҙарҙан?

1) «Ерен-һыуынһаҡлапҡорбанбулған                                                              1) «Любизар»

Шундаятабатырҙарһөйәге»

2) «Француздаркилепингән                                                                              2) «Ҡаһымтүрә»                                  

Мәскәүтигәнҡалаға.»

3)  «Эскенәйемминеңянып бара, вай кем,                                                         3) «Урал»

Ысҡындырсыкөмөштөймәмде»

5. «Ғилмияза» нимәтураһындағыйыр?

А. Ҡасҡындартураһындағыйырҙар.

Б. Ҡатын-ҡыҙяҙмышытураһындағыйырҙар.

В. Кантон башлыҡтарытураһындағыйырҙар.

6.Сеңләүҙәр тураһында нимә әйтә алаһың?

7.Легендаларҙың риүәйәттәрҙән айырмаларын әйтегеҙ.

Йырҙар

“Илем, ерем, телем”.  Р.Шәкүр

Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минең йәшәү тамырҙарым

Башҡорт ерендә.

Киң Уралым йырлап аға

һинең һыуҙарың.

Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар

Һинең йырҙарың.

Ҡоштар кеүек.(Халыҡ йыры)

1. Һауаларҙа осҡан ҡоштар кеүек

Ярһый-ярһый ҡанат ҡағынып.

Тыуған ерем ҡайттым мин талпынып

Күҙ нурҙарым, һеҙҙе һағынып.

2.Һауаларҙа осҡан аҡҡоштарҙың

Ҡанаттары елдә ҡайрылмай.

Йәшәр инем тыуған илем һиндә,

Яҡын дуҫтарымдан айрылмай.

3.Һауаларҙа осҡан аҡҡоштарҙан

Ҡойола ергә мамыҡ туҙаны

Тыуған илдә һөйгән дуҫтар менән

Һиҙелмәй ҙә ғүмер уҙғаны.

Көтөлгән һөҙәмтәләр

        Фәҡәт үҙ милләтенең иң ҡәҙерле ҡомартҡыһын - ауыҙ-тел ижадын, тарихын өйрәнгән балала үҙ милләте менән ғорурланыу тойғоһо, уның үҫешенә өлөш индереү теләге уянасаҡ. Түңәрәккә йөрөгән уҡыусылар үҙ халҡының рухи ҡаҙаныштарын белергә, милли рухлы, аңлы, халҡы өсөн хеҙмәт итерҙәй алдынғы ҡарашлы йәш кешеләр булырға тейештәр.

       Илебеҙ алдына ҡуйылған социаль – иҡтисади тормошто үҙгәртеп ҡороу, йәмғиәтте демократлаштырыу һәм гуманлаштырыу ижтимағи аң үҫешенең  юғары этабын билдәләне. Йәш быуында шәхес азатлығы, кеше хоҡуғы, законлыҡты, ғәҙеллекте яҡлау, кеше яҙмышына, уның рухи донъяһына иғтибар тәрбиәләүҙә милли тел, милли әҙәбиәттәрҙең, тарих, мәҙәниәт , тормош һабаҡтары  фәндәрҙең әһәмиәте айырыуса ҙур. Йәмғиәтебеҙ был фәндәр һәм уны уҡытыусылар алдына яңынан-яңы талаптар ҡуя.

     Был программа буйынса халыҡ ижады әҫәрҙәрен, әҙәби ҡомартҡыларҙы уҡып, тыңлап өйрәнеү  нигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ- эстетик йоғонто яһау, нәфис әҙәбиәткә  мөхәббәт тәрбиәләү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, фекерләү һәләтлеген, телмәр үҫтереү, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, тормош һабаҡтарын  өйрәнеү бурыстары ҡуйыла.

Ҡушымта

Көлтә бәйләү.

Шишмә буйындағы баҫыуҙа  өйөлгән көлтәләр тора. Егеттәр,ҡыҙҙар

таҡмаҡ әйтеп,  юлға сығалар:

Бергә:Аллы-гөллө сәскә ата

            Баҡсалағы гөлдәрем

                    Йырлап ураҡ урған саҡта

              Шатлана күңелдәрем.

Егеттәр:Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары

                     Аҡлы күлдәк кеймәйҙәр.

 Ҡыҙҙар:Егет булһа, уңған булһын

                   Ялҡауҙарҙы һөймәйҙәр.

        Егеттәр:Колхоз ҡыҙҙары ҡайталар

                  Колхоз баҫыуҙарынан.

Ҡыҙҙар:Егеттәрҙе һынайбыҙ беҙ

           Аяҡ баҫыуҙарынан.

 Юлда   бер егет үҫеп ултырған ҡурай киҫеп  ала,  кәрәкле

үлсәм  ҡалдырып, тишектәр  уя.

Алғы план. Бер ҡыҙ шишмә  буйына һыуға килә. Яурынында-көйәнтә. Бейеү хәрәкәттәре менән һыу ала.Эшселәрҙең ҡайтып килеүен күреп  тулы силәктәр менән ҡаршы ала. Ағас һауыттан һыу эсерә.

Ҡыҙ: -Сарсап киләһегеҙҙер,шишмә һыуын эсеп ебәрегеҙ!

Егет:-Һай, рәхмәт, һылыу, шишмә һыуы-йәнгә шифа

Уңда ,башлаусы ҡыҙ башҡалар һыу эскән арала ,ҡурай эшләгән егет янында уның ҡурай яһағанын ҡарап тора, ҡурай көйөн   ишетеп  бейеп ебәрә.

Башлаусы: Тарт ҡурайың, әйт таҡмағың,

                      Таҡмағыңа ни етә.

                      Эш артынан уйнап-көлөп,

                      Ударниктар ял итә.                                                                               Көйгә тура килтереп  сәс үргестәрендәге  тәңкәләрен сылтыраталар, бармаҡсалар менән биҙрә һуғалар, ҡумыҙ сиртәләр.  

Башлаусы:    Хайран ҡалып ҡарап торам

                         Быйыл  уңған арышҡа.

                         Егетлегеңде һынайым

                         Сығаһыңмы ярышҡа?

Егеттәр:Беҙҙең халыҡ – көслө халыҡ-

                 Ярышта бирешмәҫбеҙ.

                 Һеҙ генә түгел алдынғы,

                 Беҙ ҙә махы бирмәйбеҙ!

Ҡыҙҙар:          Һай, егеттәр, егеттәр!

                         Урта бармаҡ кеүектәр.

                         Ҡулдарына күҙ эйәрмәй

                         Уңған беҙҙең егеттәр!

“Косилка,молотилка”  уйынын уйнайҙар. Түңәрәктә тотоношоп, бер алға бер артҡа ҡулдарын һелкеп торалар, таҡмаҡ әйтәләр. “Косилка, молотилка” - тигәндә, ике рәт сәпәкәй һуғып әйләнәләр, салғы сапҡандай ҡулдарын тәүҙә аҫтан алып, унан һуң өҫтән тәгәрмәс итеп әйләндерәләр.

1.Уйнап алайыҡ әле ,

   Йырлап алайыҡ әле.

   Уйнайыҡ та, йырнайыҡ та,

   Бейеп алайыҡ әле.

              Косилка, молотилка,

               Сортировка, веялка!

2. Баҫ әле бер генә лә,

    Күрәйексе беҙ генә!

    Уйнап көлөп шат йәшәүсе-

    Был  донъяла беҙ генә.

               Косилка ,молотилка,

               Сортировка, веялка!

Егет:-Сылбыр уйынын башлайбыҙ!

Егет ҡурайҙа уйнай, уйын башлана.Берәү парһыҙ ҡала .Уға наказ-бейеү

1.Ҡыҙ батмуста  бейей(ҡумыҙ сиртеп)

2.Малай парһыҙ ҡала .Уға әтәс булып ҡысҡырырға ҡушалар.

Малай: -Китегеҙ, әле, мин уйнамайым (үпкәләп ситкә китә) (Бетләгәнде йыуындырыу уйыны уйнала.)

Егет: -   Беҙҙә бетләгән кешене йыуындыралар ул. Егеттәр, тотоғоҙ аяҡ-ҡулынан, килтерегеҙ таяҡтарҙы.

-Үпкәсе, Үпкәсе

    Ҡара һыйыр бүҫкәһе.

Үпкәләһә үпкәһе

Ала һыйыр үпкәһе.

Илаҡ, илаҡ, илҡытҡан

Илап кеше ҡурҡытҡан.

3.Башлаусы ҡала ла бергәләп бейергә саҡыра.-Әйҙәгеҙ, бергәләп бейеп алйыҡ. Бергә бейеү.

1.Стәрлетамаҡ ҡырҙарында

Комбайндар гөрләшә.

Колхозыбыҙ егеттәре

Уңыш өсөн көрәшә.                                              

2.Районыбыҙ байрағына

Иген башағы төшкән.

Беренселек- ярыштарҙа

Еңгән өсөн бирелгән.

Һәр береһе  күбә итеп өйөлгән  ерҙән көлтәләр алып алғыштарын әйтеп алға теҙелә.

1.Бөгөн ашлыҡ-шатлыҡ сәсеп,

Бәхет кенә бары урабыҙ,

2.Шатлыҡ  тулы йорт-ҡурабыҙ

Ашлыҡ  тулы бурабыҙ!

3.Теләйек беҙ гелән шулай-

Именлек ил-йортобоҙға.

4.Хәләл ризыҡ килеп торһон,

Ҡот-бәрәкәт һирпеп торһон,

5.Ризығыбыҙ мул булһын!

Эштәребеҙ уң булһын!

6.Ғаиләләр татыу булһын

7.Бала-саға күп булһын!

8.Иман менән ул-ҡыҙ тыуһын

Матур әхлаҡлы, аҡыллы

Балалар үҫеп торһон!

9.Ата-бабам аманатын

Беҙ юғалтмай һаҡлайыҡ!

10.Килер быуынға тапшырып

Ырыу йөҙөн һаҡлайыҡ!

Әҙәбиәт

1.Башҡорт халыҡ  ижады.I том. Өфө.1995 й.

2. Башҡорт халыҡ ижады.II том . Өфө. 1997.й.

3.Әкиәттәр. Өфө. 1996 й.

4.Уралым-тыуған төйәгем. Өфө. 1997 й

5.Балалар фольклоры.I том. Өфө1994 й.

6.Балалар фольклоры. Өфө. 1995й.

7.Осрашыу. Өфө. 1994й.

8.Мин -тәбиғәт балаhы. Өфө. 2001й.

9.Йырҙар. Өфө. 1984й.

10.Традиционные народные игры. Уфа. 1998г.

11.Башҡорт халыҡ йола уйындары. Өфө.1997й.

12.Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүлеуйындар.Өфө .1996й.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Прогамма по геометрии, 9 класс

Настоящая программа по геометрии для основной общеобразовательной школы 9  класса составлена на основе федерального компонента государственного стандарта основного  общего образования, Прогр...

рабочая прогамма элективного курса "Алгебра плюс"

Рабочая программа элективного курса  "Алгебра плюс: рациональные и иррацианальные уравнения"для 11 класса....

рабочая прогамма по учебному курсу для 6 класса

рабочая программа по математике для 6 класса "Наглядная геометрия"...

Прогамма работы с одаренными детьми "Тернистый путь открытий"

Программа содержит  основные цели, задачи и этапы  научной работы со школьниками старших классов....

Рабочая прогамма по истории 11 класс, разработки интегрированных уроков

Рабочая программа разработана к  УМК Н.В.Загладина "История . История России и мира ХХ века"Интегрированный урок истории и нформатики 10 класс "Итоги петровских преобразований"...

паспорт прогаммы учебной дисциплины "Технология отрасли"

1. ПАСПОРТ  ПРОГРАММЫ УЧЕБНОЙ ДИСЦИПЛИНЫ            Технология отрасли.1.1. Область применения учебной программыПрограмма учебной дисциплины является частью ос...

Прогамма воспитания

Программа воспитания...