Р.Назаров "Офоҡтағы ҡояш"
план-конспект урока (6 класс)

Илюза Рамиловна Шукубаева

Р.Назаровтың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, шағирҙың ижадына ҡарата һөйөү һәм ихтирам итеү тойғоһо тәрбиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon rshit_nazarov_ofoktagy_koyash.doc186.5 КБ
Office presentation icon r.nazarov_ofoktagy_koyash.ppt1.48 МБ

Предварительный просмотр:

Тема: Рәшит Назаровтың тормош һәм ижад юлы. “Офоҡтағы ҡояш” шиғыры.

6 класс.

Тема: Рәшит Назаровтың тормош юлы һәм ижады. “Офоҡтағы ҡояш” шиғыры.

Маҡсат: Р.Назаровтың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, шағирҙың ижадына ҡарата һөйөү һәм ихтирам итеү тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслектәр, мультимедия проекторы, интерактив таҡта, ребустар менән карточкалар, һүҙлектәр.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар. Бөгөнгө дәресебеҙ бөйөк шағирға һәм уның ижадына арналған. Тәүҙә дәресебеҙҙең эпиграфы менән танышып алайыҡ, мәғәнәһен аңлатайыҡ.

Эпиграф. Эй , ғүмер! Бары ул ғына,

                 Ул ғына кәмей hаман...

                 Ал, дуҫым! Ғорур йөрәкте

                 Һинең усыңа hалам...

Был юлдар нимә тураһында?

Шиғырҙың авторы нимә әйтергә теләгән?

Йөрәкте усыңа һалам тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

Дәресебеҙҙең темаһын билдәләү өсөн ребусты сисәйек әле.

Шунан, нимә килеп сыҡты?

Эйе, Рәшит Назаров. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән билдәле шағир Рәшит Назаровтың тормош юлы, уның “Офоҡтағы ҡояш” исемле шиғыры менән танышасаҡбыҙ.

2. Төп өлөш.

Уҡытыусы.Кем икән һуң ул Рәшит Назаров. Һүҙҙе класташығыҙға бирәйек. Ул ҡыҫҡаса уның тураһында һөйләп ишеттерер.

Уҡыусы. (уҡыусы һөйләгән сағында таҡтала Р.Назаровтың тормош юлына бағышланған презентация күрһәтелә) Р. Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында крәҫтиән ғаиләhендә тыуған.

Әйҙәгеҙ билдәле шағирҙың Башҡортостан Республикаһының ҡайһы өлөшөндә донъяға килгәнен картанан ҡарап китәйек.

Түбәндә бирелгән ссылка аша шағирҙың тыуған ауылы урынлашҡан урынды ҡарау. https://yandex.ru/maps/-/CCUuBQWTLB

 Артабан уҡыусы һөйләүен дауам итә, шул уҡ ваҡытта интерактив таҡтала шағирҙың тормош юлына араналған презентация күрһәтелә.

Төрөмбәт урта мәктәбен тамамлағандан hуң колхозда эшләй. 1963 -1966 йылдарҙа хәрби хеҙмәт үтәй.

Шағирҙың биографияhы kыҫkа ғына, ә уның ижадына килгәндә ул бик күп шиғырҙар, хикәйәләр, нәҫерҙәр, драмалар ижад иткән. Уның ижади емештәре 1962 йылдан башлап матбуғат биттәрендә баҫыла башлай.

Рәшит Назаровтың ижад юлы kыҫkа һәм үкенесле булды. Был доньяның гүзәллеген күреп, тойоп ул ни бары 21 йыл ярым ғына тулы тормош менән йәшәп kалды. Шуның да бары 5-6 йылын ғына ул үҙенең яратkан шөғөлөнә - шиғырҙар яҙыуға бағышланы. Ә kалғаны kаранғылыkkа сумды, йырып үткеhеҙ томанға сорналды...ни өсөн улай тиhегеҙме?

Эх, тормош ул hеҙ уйлағанса ғына булмай шул. Уның үҙ kанундары. Яман сир уны 1966 йылдың яҙынан бирле күпме михнәттәр, ауырлыkтар кисереп йәшәргә мәжбүр итте. 2006 йылдың 14 октяберендә яҡты донъя менән хушлаша.

 Уҡытыусы. Рәхмәт. Ә хәҙер әйҙәгеҙ әҙерәк ял итеп алайыҡ. Түбәндә бирелгән ссылка аша Офоҡтағы ҡояшҡа ҡарап, релаксация минуты үткәрелә. https://yandex.ru/video/preview/?filmId=12677637099959825626&text=релакс+восход+солнца+над+горами+лето&url=http%3A%2F%2Ffrontend.vh.yandex.ru%2Fplayer%2Fvc99mz-N3dc0

Уҡытыусы. Шунан, оҡшанымы ял минуты?

Нимәне күҙәттек? (уҡыусыларҙың яуаптары)

Р.Назаровтың  дәреслегебәҙҙә бирелгән шиғыры ла бына ошо күренешкә бағышланған һәм “Офоҡтағы ҡояш” тип атала. Әйҙәгеҙ был шиғырҙың йөкмәткеһе  менән танышып китәйек.

 (Уҡытыусы тәүҙә үҙе уҡып ишеттерә)

Шунан бер-нисә уҡыусынан уҡытыла. Артабан шиғырҙың йөкмәткеһе түбәндәге һорауҙар ярҙамында асыҡлана.

  1. Шиғыр нимә тураһында? Нимә ул офоҡ?
  2. Нисә строфанан тора?
  3. Төп темаһы нимәлә? Автор нимә әйтергә теләгән?
  4. Ниндәй һүрәтләү алымдарын ҡулланған?
  5. Нур ялы, ал шаршау һүҙбәйләнештәре нимәне аңлата?
  6. Шиғыр һеҙгә оҡшанымы? Ни өсөн?

Йомғаҡлау.    Шулай итеп, уҡыусылар, бөгөн дәрестә беҙ нимәләр тураһында һөйләштек? Кем ул Р.Назаров? Ниндәй шиғыры менән таныштыҡ? Дәрестә иң оҡшағаны нимә булды?

Өйгә эш. Офоҡтағы ҡояш шиғырының йөкмәткеһе буйынса һүрәт төшөрөргә.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Белорет районы Абҙаҡ урта мәктәбе Рәшит Назаровтың тормош һәм ижад юлы. “ Офоҡтағы ҡояш” шиғыры. Башҡарҙы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шоҡобаева Илүзә Рамил ҡыҙы

Слайд 2

Эй , ғүмер! Бары ул ғына, Ул ғына кәмей hаман... Ал, дуҫым! Ғорур йөрәкте Һинең усыңа hалам...

Слайд 4

Рәшит Назаров 1944 – 2006 йй

Слайд 5

https :// yandex.ru / maps /-/ CCUuBQWTLB

Слайд 6

Р. Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында крәҫтиән ғаиләhендә тыуған.

Слайд 7

1963 -1966 йылдарҙа хәрби хеҙмәт үтәй.

Слайд 9

Яман сир уны 1966 йылдың яҙынан бирле күпме михнәттәр, ауырлыkтар кисереп йәшәргә мәжбүр итте.

Слайд 10

https://yandex.ru/video/preview/?filmId=12677637099959825626&text= релакс+восход+солнца+над+горами+лето&url=http%3A%2F%2Ffrontend. vh.yandex.ru%2Fplayer%2Fvc99mz-N3dc0

Слайд 11

1.Шиғыр нимә тураһында? Нимә ул офоҡ? 2.Нисә строфанан тора? 3.Төп темаһы нимәлә? Автор нимә әйтергә теләгән? 4.Ниндәй һүрәтләү алымдарын ҡулланған? 5. Нур ялы, ал шаршау һүҙбәйләнештәре нимәне аңлата? 6. Шиғыр һеҙгә оҡшанымы? Ни өсөн?