М. Ғафуриҙың бала сағы һәм уҡыу йылдары
план-конспект урока (7 класс)

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

 Бәхет көтһә, берәү йәш заманында

                               Бәхетте эҙләһен мәктәп янында

                                                 (М. Ғафури.)

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon tema._m.gafurizyn_bala_sagy_hm_ukyu_yyldary.doc59 КБ

Предварительный просмотр:

                               

        Мәжит Ғафуриҙың бала сағы һәм уҡыу йылдары.        

                                                         (1880 - 1934)

                                                   Бәхет көтһә, берәү йәш заманында

                               Бәхетте эҙләһен мәктәп янында

                                                 (М. Ғафури.)

Дәрес барышы:

      1) ИНЕШ:

Хәйерле көн, хөрмәтле уҡыусылар! Мин Нуриман районы Яңы Күл урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Закуан ҡыҙы Хисаметдинова булам.

Дәрес барышында һеҙҙең менән дә танышып өлгөрөрбөҙ, тип уйлайым.

2) ТӨП ӨЛӨШ:

Ә хәҙер иң тәүҙә һеҙ 5-се синыфта яратып уҡыған бер әҫәрҙе иҫкә төшөрөргә кәрәк буласаҡ. Бының өсөн минең эргәмә ярҙамға 3 уҡыусыны саҡырам. Зөһрә, Айҙар һәм Гүзәл, килегеҙ әле.

А) Беҙ уҡып ишеттерәсәк әҫәрҙән өҙөктө иғтибар менән тыңлағыҙ һәм әҫәрҙең исемен, авторын билдәләргә тырышығыҙ. Килештекме? (“Ат менән эт” мәҫәленән өҙөк уҡыла).

Уҡытыусы:  

Ҡыҙҙыра ҡояш ер өҫтөн,

Көн бөгөн сикһеҙ эҫе...

1-се уҡыусы:

Ат янына эт килә-

Башта рәтләп һүҙ ҙә ҡушмай,..

2-се уҡыусы:

Эткә ат яуап бирә:

“ Һүҙең урынлы, бик дөрөҫ,..

3-сө уҡыусы:

Көҙгәрәк күрһәң ине

Был ерҙә нимә үҫкәнен,..

Ниндәй әҫәр булды инде? (“Ат менән эт” мәҫәле.)

Б) Һеҙ 5-се синыфта яратып ятлаған бер әҫәргә ҡарата рәсем төшөргән инем. Ҡарағыҙ әле. Ниндәй әҫәргә ҡарата эшләгәнмен? (“Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәле. Был мәҫәлдең авторы кем? М. Ғафури).

“ҡыҙғанып тора инем үҙем һеҙҙе,

Асыуланһам, ҡалдырмамын берегеҙҙе,

Һарығымды кем ашаһа, шул кешене

Талап итәм миңә тотоп биреүегеҙҙе”.

       Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә 1-се Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ.

Бөгөнгө дәресебеҙ ғәҙәттәге дәрес түгел, ул – дәрес сәйәхәт тә, дәрес уйланыу ҙа, сөнки беҙ һеҙҙең менән М. Ғафуриҙың бала сағы һәм уҡыу йылдарына сәйәхәт ҡыласаҡбыҙ. Һәм Мәжит Ғафуриҙың түбән синыфтарҙа үтелгән әҫәрҙәрен ҡабатлау, шуның нигеҙендә яҙыусының балалыҡ йылдары, тормошо һәм уҡыу йылдары буйынса яңы мәғлүмәттәр алыу – был беҙҙең төп бурысыбыҙ.  

Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны, теманы һәм эпиграфты яҙып алығыҙ.

ПЛАН:

1)Мәрзиә апай:

-Ғаиләбеҙ тағы ишәйергә тора. Хоҙа ризыҡтарын киң ҡыла күрһен инде! – тине.

-Борсолма, әсәһе, йән биргәнгә - йүн бирер, - тип йыуатҡайны уны Нурғәни ағай.

Ниһайәт, ҡояшлы иртәлә донъяға килгән 5-се балаға Мәжит тип исем ҡушалар. (портретын күрһәтәм). Был 1880 йылдың 1 авгусында Ғафури районы Еҙемҡаран ауылында була. ( Таҡтаға эләм. “туҡталыш: 1880 йыл, 1 август”).

Тимәк, Нурғәни ағай менән Мәрзиә апай ғаиләһенә: өлкән улдары Нурислам менән Мәһдигә, 2 йәшлек Сафия менән Фатимаға тағы бер йән өҫтәлә - Ғәбделмәжит Нурғәни улы Ғафуров.

2) Еҙемҡаран тәбиғәте һәм ауылы тураһында. (таҡтаға эленә: Еҙемҡаран ауылы).

Еҙемҡаран ауылы тәбиғәттең гүзәл мөйөшөнә урынлашҡан. Уралтау тармаҡтары булған зәңгәр түбәләр итәгендә зифа буйлы ҡайын һәм ҡарағайҙар үҫә, йылға үҙәндәрендә ап-аҡ күбек һымаҡ күпереп муйыл сәскәһе ата. Туғайҙары гөлгә күмелгән, иген баҫыуҙары ҡара тупраҡлы бында. Ауыл ситендә ер ҡуйынынан ике шишмә урғылып сыға. Уларҙың ҙурырағын Ҡаран тип, кескәйерәген Үрге шишмә тип йөрөтәләр. Еҙем йылғаһы һәм Ҡаран шишмәһе өсөн ауылға Еҙемҡаран тип исем ҡушылған.Тәбиғи, боронғо башҡорттар үҙҙәренең нәҫел-ырыуын 7 быуынғаса белгәндәр. Кәлсер-табын ырыуынан сыҡҡан Ғафуриҙың шәжәрәһе 21-се быуынға тиклем һаҡланған.

Еҙемҡаран - Башҡортостандың урманлы, таулы ауылдарының береһе булған. Ана шул хозур тәбиғәтле Еҙемҡаран ауылы уртаһында баҙар майҙаны, мәсет һәм бер нисә байҙың бейек йорттары урынлашҡан 3-4 урамдан торған. Күпселек өйҙәр тәпәш, бәләкәй тәҙрәле, һалам түбәле ине. Крәҫтиәндәр үтә фәҡир йәшәгән. Ауылдың эре бүрәнәләрҙән һалынған, төҙөк ҡоймалар менән уратылған йорттар эргәһенән теҙелгән ваҡ, һалам түбәле өйҙәрҙең береһендә Мәжиттең сабыйлыҡ йылдары үткән. Өйҙөң эсе лә ярлыларҙыҡынан әллә ни айырылмай ине тиерлек: буйҙан буйға һуҙылған һике менән мейес өйҙөң шаҡтай өлөшөн биләй. Ҡаҙан яғы ҡыҙыл шаршау менән бүленеп ҡуйылған. Түр яҡ мөйөштә яҫтыҡ мендәрҙәр өйөлгән. Ғаиләнең йоҡлау, ашау-эсеү урыны ла ошо һике. Ҡыш көндәрендә яңы тыуған быҙау, бәрәстәр ҙә өйгә индерелә.

3) М. Ғафуриҙың бала сағы.

Бөтә ауыл балалары кеүек Мәжит тә ат ярата. Ул 4-5 йәшенән үк атҡа атлана, етеҙ генә һыбай йөрөргә өйрәнә.

Шулай бер көндө атаһының йәш тайға тәү тапҡыр йүгән һалып ауыҙлыҡ кейҙереүен ҡыҙыҡһынып күҙәтте Мәжит.    

Ағаһы Мәһдиҙең йәһәт һикереп атланыуы булды – тай үрәпсеп, арт аяҡтарына баҫты һәм һыбайлыны ырғытырға тырышты. Ләкин ағаһы, ауыҙлыҡты ныҡлап тартып, аяҡтары менән һыртына йәбешкәс, мәхлүктең буйһоноуҙан башҡа сараһы ҡалманы. Был хәлде күреп торған Мәжит ялбара башланы:

  • Атай, мине лә атландыр!
  • Улым, әллә ҡайҙа ҡолап ҡалырһың!

Шулай ҙа атай кеше улының теләген үтәргә булды. Атаһының улын атҡа ултыртҡанын күреп, өйҙән атылып әсәһе килеп сыҡты:

  • Атаһы, харап итәһең бит баланы!

Ләкин һуң ине инде. Йәш тай ярһып алға атылды, ҡапыл һикереп, икенсе яҡҡа боролдо ла кескәй һыбайлыны сөйөп ырғытты. Шунда уҡ артҡа сигенде һәм иҫләмәҫтән сабыйҙың аяғына баҫты. Әсә йүгереп килеп улын күтәреп алды. Малай, һынһыҙ булып, уның ҡулына һуҙылып төштө.

  • И балаҡайым! Өлгөрә алманым шул!

Ошо хәлдән һуң Мәжит оҙаҡ ҡына ауырып ятты. Бала саҡтағы был фажиғә уның өсөн эҙһеҙ үтмәне – ул уң аяғына аҡһап ҡалды.

Шуның өсөн дә, Мәжит бала саҡта йүгерешле уйындарға ҡатнаша алмай. Ул уйындарҙа тиҫтерҙәренең ҡылығын ентекле күҙәтә һәм берәүҙә лә шик ҡалдырмаҫлыҡ ғәҙел хөкөм сығара торғайны. Уйын тигәндә Мәжит үтә маһир, оҫта ойоштороусы: иртүк тороп йә ҡапҡа бағанаһы башына, йә башҡа берәй бейегерәк урынға баҫып дуҫтарын саҡыра, “һә” тигәнсе ялан аяҡлы, киндер ыштанлы, түбәтәйле ауыл малайҙары уны уратып ала. Мәжит ойошторған уйындар ҙа малайҙарға хас булғанса һуғышыу түгел, мәғәнәле, мауыҡтырғыс – һуҡма туп, соҡор туп, йүгерешеү-ярышыу, көрәш-еңеү. Ә күберәк малайҙар Мәжиттең хикмәтле һүҙҙәрен тыңларға яраталар. Ҡатмарлы йомаҡтар әйтергә, тылсымлы әкиәттәр һөйләргә тигәндә Мәжит бер ҙә ялындырып торманы. Уның үтә ҡыҙыҡлы әңгәмәләрен тыңларға хатта өлкәндәр ҙә йыйылған саҡтар ҙа була.  

4) Мәктәпкә тәү тапҡыр килеүе. (“Еҙемҡаран” мәҙрәсәһе)

Атаһына эйәреп тәү ҡат мәктәпкә килгән кескәй Мәжитте шәкерттәр айырыуса йылды ҡаршыланылар. Малайҙың зирәклеге, һәләтле булыуы, өлкән шәкерттәргә лә ауыр һабаҡты төшөнөргә ярҙам итеүе уның абруйын күтәрҙе. Төрки телен яҡшы өйрәнгәс, ғәрәпсә лә уҡый башланы ул. Һәм үҙе түбән синыф уҡыусыларына дәрестәр бирә башлай.

(ОЛО ҮТӘШ туҡталышы)

13 йәшендә ауыл мәктәбен уңышлы тамамлаған улын уҡытырға, белемле мулла итергә хыяллана ине атаһы. Ошо маҡсат менән ул Оло Үтәш мәҙрәсәһенә уҡырға бирергә тигән ниәтен еткерә. Был 1893 йылда була.

Мәжитте бөтә ғаиләһе менән оҙаталар, сөнки был бит Мәжиттең тыуған нигеҙҙән тәүге тапҡыр юлға сығыуы. Алда уны ниҙәр көтөүен кем белә?

  • Бәхетең бар икән, беҙҙең өсөн дә уҡы әйҙә, тине

Мәһди ағаһы. Кескәй Әхсән генә ағаһы менән ҡосаҡлашып хушлашты.

       Еҙемҡаран менән Оло Үтәш араһы яҡын булһа ла Мәжит үҙен бик алыҫ юлға сыҡҡан кеүек хис итте. Был бит – ғүмер юлының башы, уның тәүге аҙымдары...

Тик бында ла Мәжит оҙаҡҡа ҡала алмай. Баланы өйҙә фажиғәле хәбәр көтә: уның атаһы вафат була. Атаһының үлеүенә бер йыл тулыр-тулмаҫтан, әсәһе лә донъя ҡуя.

Һуңынан был ауыр ҡайғылы мәлен хәтерләп, Ғафури шулай яҙҙы:

       11 йәштә алға киттек 2-3 ҡабат,

       Шул ваҡытта мине бәлә алды ҡамап:

       Маҡсатыма етәмен тип тырышҡанда

       Атам-әсәм вафат булып һынды ҡанат.

Мәжит Нурислам ағаһы тәрбиәһендә тороп ҡала. Ағаһы ярлы булғанлыҡтан, Мәжиткә бай балаларына аш бешереп, самауыр ҡайнатып хеҙмәт итеп уҡырға тура килә. Ағаһы мәжбүри рәүештә өйләнгәс, тамаҡ туйҙырыу, өҫ-башты ҡарау 12 йәшлек Мәжиттең үҙенә ҡалды. Тамам арығанлыҡтан, Оло Үтәш мәҙрәсәһендә уҡыу егетте шаҡтай ялҡытҡайны инде. Шуға күрә, ул ситкә китеп икенсе мәҙрәсә табыу тураһында хыяллана. Өфө, Ҡазан, Троицк кеүек ҡалаларға барып, ҙурыраҡ мәҙрәсәләрҙә уҡығыһы килә.

 (Өфөләге “Ғосмания” мәҙрәсәһе)

Шундай ниәт менән ул 1896 йылда, үҙҙәренең ауылдаштарына эйәреп, Өфөгә килә. “Ғосмания” мәҙрәсәһенә инеү теләге менән йөрөй, ләкин был мәҙрәсәгә инә алмай. “Аҡса яғың нисек? Һиңә бында тороу ҡыйын булыр” тигән һүҙҙәр был мәҙрәсә шәкерте булыу өмөтөн өҙҙө. Өфө уны үҙ ҡосағына алырға теләмәгәс, ҡаланан алыҫ түгел Ҡыйышҡы ауылына килеп мәҙрәсәгә урынлаша. (ҠЫЙЫШҠЫ мәҙрәсәһе).

Ҡыйышҡы мәҙрәсәһендә уҡыу ғына түгел, уҡыта ла башлай. Тау араһында көндәр һыуыта башлай. Әүәлгесә, уҡыуҙы дауам итеү теләге менән бергә йылы мәктәп, китптар һағындырғайны. Үҙенә тейешле аҡсаларын алғас, ауылына ҡайтты Мәжит, шул уҡ ауыл мәҙрәсәһендә үҙе уҡып, уҡытып 1897 йылдың көҙө менән 1898 йылдың яҙын үткәрҙе. Йәйгә сыҡҡас, Белорет тирәһендәге кирбес заводына эшкә китте.

(“Троицк” мәҙрәсәһе)

Көндәрҙең береһендә Мәжит Троицкиға уҡырға китергә йыйына башлай. Был ҡалаға Өфө, Силәбе аша поезд менән барыу еңел икәнен белһә лә, аҡсаһы юҡлыҡтан,450 саҡрым араны йәйәүләп үтергә тейеш ине. Бәхетенә күрә, үҙе эшләп киткән Лапашты заводына барыусы ауылдаштары уны бушлай алып китте.

Ниһайәт, бына Троицк ҡалаһындағы мәҙрәсә! Тик был юлы ла моратына ирешә алмай. Унан:

  • паспортың бармы?- тип һорауҙары була, был һорау

егет өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойған кеүек тәьҫир итте, сөнки ул паспортын онотоп өйҙә ҡалдырғайны.

- унһыҙ мәҙрәсәгә инергә ярамай! Хәҙер ни эшләргә? Әйтеүе генә еңел: 450 саҡрым ара. Ауылына ҡайтты, эшләне. Троицкиға 1898 йылдың ноябрендә яңынан юл тотто.

Уҡыуы ауыр булһа ла, бирешмәне. Тик йәшлек йәшлек инде – хыялдар, ҡыуаныстар, табыштар, ынтылыштар мәле. Мәжитте был мәҙрәсәлә уҡыу ҡәнәғәтләндермәй башланы. Уның күңеле яңылыҡҡа тартылды, ул икенсе киңлек һәм бейнклектәр эҙләй башланы.

Ҡаҙаҡ далаларына юл тотто. Бындағы тормош Мәжиткә оҡшай ине. Дала иркенлеге, думбыра сыңы, оҙон моңло көйҙәр, йәштәрҙең алсаҡлығы, өлкәндәрҙең ҡунаҡсыллығы – бөтәһе лә уға рухи аҙыҡ, илһам бирә.

 (Ҡазандағы “Мөхәммәдиә” мәҙрәсәһе)

... Бына Мәжит оло культура үҙәге, университетлы Ҡазан ҡалаһында. “Мөхәммәдиә” мәҙрәсәһендә көн дә яңылыҡ асыла, белем артҡандан-арта бара. Мәжит быға риза ине. Мәҙрәсә шәкерттәре төрлө митингыларға йөрөп, илдәге дөйөм үҙгәрештәр, хәл-әхүәлдәр менән танышалар ине. Рус телен яҡшы аңламаған шәкерттәргә телмәрҙәрҙе тәржемә итеү, төшөндөрөү кеүек яуаплы эштәргә Ғафури үҙе теләп тотона.

Бында уның киләһе дәрестә үтеләсәк ижад осоро башлана.

(Өфөләге “Ғалиә” мәҙрәсәһе).

1905 йылда Ғафури Ҡазандан Өфөгә ҡайта һәм ҡалған ғүмерен тыуған ерендә үткәрә. 1906 Өфөләге “Ғалиә” мәҙрәсәһенә ситтән тороп уҡырға урынлаша һәм 1909 йылға тиклем уҡыуын дауам итә. Буласаҡ ҡатынын – Зөһрәне лә ошо ҡалала осрата. Хаттар алышыу киләсәктә ике йәш йөрәкте ҡауыштыра, тип Мәжит Ғафуриҙың уҡыу йылдарына бәйле сәйәхәтебеҙҙе тамамлайбыҙ. Бына киләһе туҡталыштарҙа Уның артабанғы яҙмышын, ижад юлын өлкән кластарҙа өйрәнеүҙе дауам итерһегеҙ.

5) Ә хәҙер алдығыҙҙа ятҡан дәреслеккә күҙәтеү үткәрәйек. 200-2001-се биттәр уҡыусылар тарафынан уҡыла.  

З. ЙОМҒАҠЛАУ:  

Беҙ хәҙер һеҙҙең менән фәнни эш эшләп алабыҙ, бының өсөн синыфты өс төркөмгә бүләйек.

1-се төркөм – журналистар.

2-се        - тәнҡитселәр.

3-сө        - йылъяҙмасылар.

Журналистар, Мәжит Ҡафуриҙың тыуған яғы тураһында мәҡәлә яҙығыҙ.  

Тәнҡитселәр, дәреслектең 203-сө битендә бирелгән 2-се эш төрөн башҡарығыҙ.

Йылъяҙмасылар, М. Ғафури тормошо тураһында киләсәк быуынға еткерерлек ниҙәр хәтерегеҙҙә һаҡланды? Шуларҙы яҙығыҙ.

Ҡушылған эштәрҙе коллектив менән башҡараһығыҙ. Һүҙлектәрҙе ҡулланығыҙ. 2-3 минут ваҡыт бирәм. Башланыҡ. (һуңынан уҡыйҙар).

7) Эпиграфҡа туҡталам.(Бәхет көтһә, берәү йәш заманында Бәхетте эҙләһен мәктәп янында.) Йылъяҙмасылар эше менән бәйләйем.

1923 йылда Мәжит Ғафуриҙың эшмәкәрлегенә 20 йыл тулыу айҡанлы юбилей үткәреп, уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелде.

1934 йылдың 28 октябрендә Өфөлә үлә. Халыҡ уны ҙур хөрмәт менән ерләне.

Шағирҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында, уның тыуған районына, Өфө ҡалаһының бер урамына, Өфөнөң ҙур баҡсаһының береһенә, Башҡорт академия драма театрына Мәжит Ғафури исеме бирелде. Халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулған көндәрҙә Өфөлә уға һәйкәл асылды. Бына беҙ уның һәйкәле янында  

“Гөлдәр баҡсаһында” шиғырын тасуири уҡыйым. Мин уның һәйкәле алдына ҡәнәфер (гвоздика) сәскәһен һалам, сөнки ул үҙ маҡсатына (уҡыуға) ирешеү юлында ниндәй генә ауырлыҡтар күрмәһен, уларҙы еңеү өсөн көрәш алып барҙы.

8) Баһалау.

9) Өй эше: Һеҙ уның һәйкәле алдына ниндәй сәскә һалыр инегеҙ һәм ни өсөн?


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мәжит Ғафури. «Һарыҡты кем ашаған?»

Методическая разработка урока по башкирскому языку на тему: Мәжит Ғафури. «Һарыҡты кем ашаған?» в соответствии с ФГОС...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. 7 класс. Презентация. Мәжит Ғафури «Ҡыр ҡаҙы»

М.Ғафуриҙың биографияһы менән танышыу; әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү....

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 7 класс. Мәжит Ғафури «Ҡыр ҡаҙы»

М.Ғафуриҙың биографияһы менән танышыу; әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү....

М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары.

М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары....

Интерактивная мультимедийная библиотека с мультфильмами и сказками на татарском языке «Бала» — www.бала.рф

Интерактивная мультимедийная библиотека с мультфильмами и сказками на татарском языке «Бала» — www.бала.рф...