Шиғри шәлкемдәрем
книга

Кагарманова Сария Мухамедьяновна

Үҙем ижад иткән шиғырҙар йыйынтығы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл shi_1171_ri_sh_1241_lkemd_1241_rem.docx31.19 КБ

Предварительный просмотр:

       СӘРИӘ ҠАҺАРМАНОВА

Белорет

       Һау бул баҡса

Ҡояш көлөп ҡараһа ла,

Яманһыу бер аҙ беҙгә.

Баҡса менән хушлашабыҙ,

Моңһоулыҡ шуға күҙҙә.

     Һау бул, һау бул, йәмле баҡса,

     Хушлашабыҙ һинең менән.

     Һүҙ бирәбеҙ һынатмаҫҡа –

     Дуҫлашырбыҙ белем менән.

Беҙ хәҙер кескәй түгелбеҙ,

Беҙ хәҙер инде ҙурҙар.

Белем иленә саҡыра

Мәктәпкә илткән юлдар.

     Һау бул, һау бул йәмле баҡса.

     Хушлашабыҙ һинең менән.

     Һүҙ бирәбеҙ һынатмаҫҡа,

     Дуҫлашырбыҙ белем менән.

       ЯҘ ЙЫРЫ

Йәмләнде,йәшелләнде,

Муйылдар бөрөләнде.

Ә йомшаҡ ел шаяра,

Ағастар япраҡ яра.

Болондарҙа сәскәләр

Әйтерһең, нур сәсәләр.

Балалар сәскә кеүек,

Сылтрап аға гөрләүек.

Күңелле ҡояш булғас,

Һайрап туймай һандуғас.

Бында байрам – тантана,

Яҙға һәр кем шатлана.

       МУЙЫЛ

Муйыл ағасы

Өй алдымда бар.

Уның өҫтөнә

Яуғанмы аҡ ҡар?

Белдем: муйылҡай

Аҡ сәскә атҡан.

Шуға ла ҡояш

Тик уға баҡҡан.

Ултыра муйыл

Аҡ күлдәк кейеп.

Әйҙә, балалар

Шатланһын тиеп.

       КӨҘ

Ҡояшһыҙ ҡарайҙы

Матур күк йөҙө.

Ҡунаҡ булып килгән

Алтын көҙ үҙе.

Һары шәл ябынған

Аҡтан – аҡ ҡайын.

Япрағын тарата

Көҙ килгән һайын.

Япраҡтар йыябыҙ,

Улар осалар.

Ел менән шаярып,

Беҙҙән ҡасалар.

       БОҘБАРМАҠ

Ҡайһылай ҡыҙыҡ һымаҡ,

Үҙе боҙ, үҙе бармаҡ.

Бергә ҡушып уҡыһаҡ,

Килеп сыға боҙбармаҡ.

Кәрнизгә йәбешкән дә,

Өҫтән аҫҡа үҫкәнгә.

Ҡоламаммы тигәндәй,

Ҡарап тора түбәнгә.

Ялтырап кәнфит һымаҡ

Ымһындыра боҙбармаҡ.

Булған инем ашамаҡ

Шеште лә китте тамаҡ.

       СӘСКӘ ҮҪТЕРӘМ

Әсәй менән ултырттыҡ

Рауза сәскәһен.

Әллә ҡайҙан ҡояштай

Ут – нур сәскәнен.

Сәскәләргә һыу һибәм

Үҫһендәр тиеп.

Рәхмәт әйтеп ҡалалар

Улар баш эйеп.

       АПАЙМЫН

Беҙҙең өйҙә ҙур шатлыҡ:

Беҙ ҡусты һатып алдыҡ.

Әйтерһең, тере ҡурсаҡ,

Ауыҙын аса саҡ – саҡ.

Әйҙә, тиеп әйтһәм дә,

Уйнайыҡсы, тиһәм дә.

Күҙҙәрен йомған була,

Мине күрмәмеш була.

Тыңлаһаң һәр һүҙемде,

Уйнатырмын үҙеңде.

Әҙ(е)рәк үҫә төш әле,

Мин апай кеше әле.

       ЯРҘАМСЫ

Әсәй эштән ҡайтҡансы,

Иҙән йыуып алайым.

Аштарымды бешергәс,

Тәмле икмәк һалайым.

Маҡтар әле ул мине,

Иҙәнгә һыу тулһа ла.

Тәмләп кенә ашар ул,

Икмәк шау ҡом булһа ла.

       ТЕГЕҮСЕ

Мин ҙур үҫкәс, ҙур үҫкәс,

Буласаҡмын тегеүсе.

Аллы – гөллө күлдәкте

Тегермен, һә,тигәнсе.

Әлегә ҡурсаҡтарға

Тегәм төрлө кейемдәр.

Вәт, беҙҙең әсәйебеҙ,

Бик тә уңған тиһендәр.

       ТӨҘӨҮСЕ

Мин ниндәй шәп төҙөүсе!

Кирбестән өй төҙөйөм.

Әле икенсе ҡатта

Иҙән йәйеп йөрөйөм.

Кирбестәрем ағастан,

Өйҙәрем уймаҡ ҡына.

Ҡатлы – ҡатлы йорттарҙы

Төҙөйөм уйнап ҡына.

       СӘЙӘХӘТ

Ултырттым да айыуымды

Машина арбаһына.

Ил гиҙергә сығып киттем

Сәскәләр араһына.

Айыу килә иҫе китеп,

Сәскәләргә һоҡланып.

Сәйәхәтем оҡшағанға

Торам әле ҡыуанып.

       ЯМҒЫР ЙЫРЫ

Ямғыр яуа тып – тып – тып.

Ҡурҡмаһаң, ти, тышҡа сыҡ.

Һыу һибешеп уйнарбыҙ,

Минең йырҙы йырларбыҙ.

Йырым минең бик ябай,

Йырлашмаһаң да ярай.

Тыңла әле:тып – тып – тып,

Эй, күңелле, тышҡа сыҡ!

       ТӘҮГЕ ҠАР

Тәҙ(е)рәнән күреп ҡалғас,

Тәүге ҡарҙың яуғанын.

Тиҙерәк сана бирегеҙ,

Тип ҡысҡыра туғаным.

Туғаным санаһын һөйрәп,

Барып еткәнсе тауға.

Бар ғына ҡар ирене лә,

Әйләнде ҡуйҙы һыуға.

       КӨҘ КИЛДЕ

Алтын көҙ килгән ҡунаҡҡа,

Килтергән ямғыр, елдәр.

Һары япраҡтар ҡойола,

Һулыған матур гөлдәр.

Күбәләктәр күренмәй,

Көн яҡҡа киткән ҡоштар.

Һағ(ы)нып ҡайтырҙар әле,

Үткәс тә һалҡын ҡыштар.

       ҠАРА ҠАРҒАЛАР

Яҙ килә лә, яҙ килә тип,

Ҡысҡырыша ҡара ҡарғалар.

Бейек – бейек ағастарҙа

Ояларын ҡоралар.

Сыбыҡ ташып көнө буйы

Арымайҙар улар һис кенә.

Бөтә эште эшләп бөткәс,

Ял итәләр кис кенә.

Ҡарғалар эшләй трышып,

Ныҡлы булһын, тиеп донъялар.

Һис яң(ы)лышмай яҙ килгәнде

Иң – иң тәүҙә тоялар.

       ҠАРҘАР

Әйләнә - әйләнә

Аҡ ҡарҙар һауала.

Уйнарға саҡырып,

Шуҡ елдәр ҡыуалай.

Әйтерһең, күбәләк

Талпына осорға.

Арығас, төшәләр,

Бар ерҙе ҡосорға.

       УҪАҠ

Япраҡтарын шыптырлатып,

Тирбәлә уҫаҡ.

Гүйә лә, яғып киткәндәр

Ялҡынлы усаҡ.

Шыптыр – шыптыр япраҡтары

Ергә ҡойола.

Улар йоҡлап киткән кеүек

Беҙгә тойола.

       ҠЫШ БАБАЙ

Ҡыш бабай юлға сыҡҡан

Тоғон арҡаға һалып.

Тау – тау көрттәрҙе ярып.

Бөтмәһә ине арып.

Тоғонда беҙгә тигән

Тәмле – тәмле күстәнәс.

Кемгә бал, кемгә күмәс,

Шул хаҡта бара бәхәс.

Яңы йылға һуңламай,

Килеп етә ул һәр саҡ.

Юлда булғанға оҙаҡ,

Һаҡалы уның ап – аҡ.

       ЯҢЫ ЙЫЛ ТЕЛӘГЕ

Яңы йылдың айлы кисендә

Байрам менән тәбрик итәбеҙ.

Ынйы кеүек ап –аҡ ҡарҙарҙы

Һеҙҙең юлға һибеп үтәбеҙ.

Зәһәр һалҡынынан был  ҡыштың

Керпегегеҙ, әйҙә, аҡ булһын.

Яңы йылдың килер көндәре

Аҡ шатлыҡ, саф бәхеткә тулһын.

Изгеләрҙән – изге яңы йыл

Алып килһен матур бүләктәр.

Тормошҡа ашһын хыялығыҙ,

Һеҙгә бөтә изге теләктәр.

 

     ШЫРШЫ ЯНЫНДА

Балҡыһын уттар шыршыла,

Саҡырһын беҙҙе байрам.

Емелдәгән утты күреп.

Ҡалһын барыһы хайран.

Баш осонда ҡанаттарын

Хыял ҡошо елпеһен.

Мөғжизәләр өмөт итеп,

Һәр бер йөрәк елкенһен.

     ҠЫШ БАБАЙ

Мин – Ҡыш бабай. Һаҡалым бар,

Үҙем – ҡыҙыл танаулы.

Яңы йыл килеп етеүгә

Ваҡыт ҡалды һанаулы.

Байрамды ҡаршылағанда

Тотонайыҡ ҡула – ҡул.

Беҙҙең йырҙы ишетер ҙә

Килеп етер әле ул.

  ЯҢЫ ЙЫЛ ТӨНӨ

Яңы йылдың яңы төнө

Хуш еҫе ул шыршының.

Айҙың көмөш нурында

Ҡойоноуы ҡупшының.

Гүйә шәкәр ҡомонда

Төрлө төҫө шарҙарҙың.

Йәйғор балҡышы булып,

Емелдәүе аҡ ҡарҙың.

Бүләк, һый күплеге был

Әкиәттәр илендә.

Бар донъя аңлашыуы

Тик мөғжизә телендә.

       ҠЫШ ЙЫРЫ

Әллә ниндәй моң ярыла

Һуҙһа буран үҙ йырын.

Шат көйҙәрен көйләй ҡарҙар,

Күрһәләр ҡояш нурын.

Шыршылар ҙа йыр сығара,

Йыр сығара аҡ ҡайын.

Бөтә нәмә тауыш бирә,

Елдәр ҡағылған һайын.

Яңы йылда был йырҙарҙан

Өр – яңы моң ярала.

Гәлсәр сыңлыуы булып ул,

Алыҫтарға тарала.

       

       БУРАН

Һыҙғыра буран,

Тауышы яман.

Туҡтарға уйламай,

Һис кемде тыңламай.

Ҡапланы юлды,

Вәт, ти, шәп булды.

Ул әле көрт һала,

Ә унда тау ҡала.

Буран һыҙғыра,

Ҡарҙы туҙҙыра.

Менә өй башына,

Ҡотороп шашына.

-Был минең байрам,

Булдығыҙ хайран.

Ҡурҡманы кешенән,

Ҡәнәғәт эшенән.

       АЙЫУ

Айыу сыҡҡан өңөнән,

Йоҡламаҫҡа бөгөндән,

Үҙ – үҙенә һүҙ биргән,

Үҙ шартына тиҙ күнгән.

Алпан – толпан атлаған,

Үҙе эстән шатланған.

Тотоп алған да һуйыл,

Ҡайҙа, ти, был Яңы йыл.

Үҙе хәтәр үкерә,

Артта ҡуян һикерә:

Байрамға иртә әле,

Килеп етмәгән мәле.

Булһын, ти, мин уяндым,

Тыңламайым ҡуянды

Йәшергәндәр тип уйлап,

Китте ул урман буйлап.

Яңы йылды урманда,

Эҙләп йөрөй буранда.

Бул тиһәләр ҙә түҙем,

Табам,ти, уны үҙем.

       ҠУРАЙ

Урманда ул үҫкән,

Бер оҫтамы киҫкән?

Яһаған тишектәр,

Ҡайһылай ҙа шәптәр.

Өрһәң бер осонан,

Былбылдай осона.

Йә илай, йә йырлай,

Шәп нәмә был ҡурай.

       КӨСӨК

Аҙашҡан бит бер көсөк,

Йәштәре бөрсөк – бөрсөк.

Юғалған икән кис үк,

Табылыр икән нисек?

Эҙләп йөрөй әсәһен,

Әсәйһеҙ ул нишләһен?

Әсәй, ти, бик кәрәкһең,

Һин бит миңә терәкһең.

Әсәйһеҙ бик тә ҡыйын,

Уйын да түгел уйын.

Йөрөй шулай көн һайын,

Табышығыҙ бер яйын.

       ЮҒАЛҒАН СИТЕК

Төндә сисеп алғандар

Ҡаҙҙың һыңар ситеген.

Кемдәр бурлыҡҡа килгән?

Ситек бит бына тигән!

Аҡтүш тә ишетмәгән,

Ҡайҙан ингән һуң бурҙар?

Һыйырға ул кәрәкмәй,

Әтәскә бик тә ҙурҙар.

Эҙләп сыҡтым кәртәне,

Юҡ шул ситек бер ерҙә.

Килһәк – ситеген кейеп,

Ҡаҙ баҫып тора түрҙә.

Иҫе лә китмәй бер ҙә.

       ӨЛӘСӘЙ

Өләсәй килде ҡунаҡҡа,

Алҡа тағып ҡолаҡҡа.

Шундай матур күлдәге,

Унда – ҡурай еләге.

Һөйләп – һөйләп бөтмәй һүҙе,

Үтә яғымлы үҙе.

Күстәнәс күп бигерәк,

Һыйланайым тиҙерәк.

Ҡунаҡҡа килгән өләсәй,

Эсерәйем тәмле сәй.

Бик – бик һағынған мәлдә,

Өләсәйем бар әл дә.

       ЕЛӘКТӘ

Ҡыҙарып бешкән еләк,

Йыяйымсы тиҙерәк.

Тик ҡайҙа һалмаҡ кәрәк?

Өйҙә ҡалған бит силәк.

Торманым оҙаҡ уйлап,

Яулыҡты тоттом яйлап.

Йөрөмәм бит гел уйнап,

Ҡуйырмын һеҙҙе һыйлап.

Еләкте бик күп йыйҙым,

Яулыҡ «тулғанын» тойҙом.

Эреһен ашап туйҙым,

Үҙемде саҡ – саҡ тыйҙым.

Ни булған был яулыҡҡа?

Төҫө тартмай бит аҡҡа.

Һуты аға йән – яҡҡа,

Еләк әйләнгән ваҡҡа.

Ҡарап торҙом бер талай,

Яулыҡ ҡып – ҡыҙыл ҡалай.

Булһа булһын да шулай,

Был яулыҡ миңә ҡулай.

       ЯМҒЫР

Яуа ямғыр

Шыптыр – шыптыр.

Яуһын оҙаҡ,

Туҡтар аҙаҡ.

Мин бит батыр,

Ҡулда сатыр.

Тышҡа бағам,

Шишмә аға.

Ары уҙам,

Йырым һуҙам.

Яуһын ямғыр

Шыптыр – шыптыр.

   

 БӘПӘЙ

Аптырарһың ҡай больнистан

Бәпәй алалар көҫәп.

Ҡайтҡан бәпәйҙәрҙе һанап,

Яңлышып бөттө иҫәп.

Һатып алды тәүҙә әсәм,

Унан алды инәйем.

Аҡса булғас ала һалды

Апайым һәм еңгәйем.

Уйнарға ла ваҡыт етмәй,

Бәпәй көтөргә кәрәк.

Беҙһеҙ нимә эшләһендәр?

Беҙ бит - өйҙә ҙур терәк.

 ҠАЙҘА БАРЫП УЙНАРҒА

Ҡайҙа барып уйнарға?

Кәрәк башта уйларға.

Торам бәләгә тарып,

Ҡустымдан киттем арып.

Барырғамы еңгәгә?

Әл дә улар эргәлә.

Унда бит һеңле кеше!

Йоҡлаһа – ҡаты эше.

Күрш(е)ауылда апайым,

Бара һалып ҡайтайым.

Килгәйнем тәпәй – тәпәй,

Өйҙә ята бер бәпәй.

Бында йәшәй инәйем,

Юҡһа шунда инәйем.

Уның шатлыҡлы мәле –

Өләсәй булған әле.

Уйнарға урын ҡарап,

Барыһын сыҡтым урап.

Булды бит бәпәйле йыл,

Әйтеп ҡуйҙым: «надоел».

    АТЛАРҒА ӨЙРӘНГӘНДӘ

Бына шулай! Тәп – тәп – тәп,

Атлап барыу ҡалай шәп.

Уң аяҡ тыңлай һалмай,

Үҙе артта ла ҡалмай.

Үтелде арыу ара,

Туҡталырға юҡ сара.

Әсәй ҡыуанһын өсөн

Йәлләмәй бит ул көсөн.

Юл оҙон микән әле?

Аяҡтың бөттө хәле.

Тып – тып – тып! Бына шулай!

Үҙең атлау бик ҡулай.

.

       СӘС  ҮҪТЕРӘМ

Бөтә булған эштәремде

Торорға булдым ташлап.

Сәс үҫтерергә булдым мин,

Бөгөнгө көндән башлап.

Борон, имеш, башҡорт ҡыҙы,

Оҙон сәсле булған тиҙәр.

Толомдарым үҫһен өсөн,

Ҡылайым икән ниҙәр?

Һыу ҙа ҡойҙом мин башыма,

Һылап ҡараным һары май.

Ниҙәр генә эшләһәм дә,

Сәсем үҫә бик – бик яй.

Өйрәтегеҙ, кемдәр белә,

Сәсте үҫтереү юлдарын.

Майлы сәсәм тарай – тарай,

Арыны бит ҡулдарым.

       ТУТЫЙҒОШ

Тутыйғош ситлектә

Көн – төн һайрай ине.

Асыҡһа гел генә

Ул бит һорай мине.

Тик бөгөн ниңәлер,

Өндәшмәй һис кенә.

Яратып һүҙ ҡушһам,

Ул ҡурҡып һиҫкәнә.

Интекмә ситлектә,

Күңелле тыш, тинем.

Иреккә ебәрҙем…

Ә тышта ҡыш ине.

       БЕҘҘЕҢ ШУҠЛЫҠ

Атайҙың эшләгән ере

Алыҫ ҡына бер ҡала.

Шуға әсәй эшкә китһә,

Беҙҙә өләсәй ҡала.

Бөгөн беҙҙе киҫәтте ул:

Болартмағыҙ, тип, өйҙө.

Ярар, тине, ағай. Үҙе

Барын бер ергә өйҙө.

Үҙенең был шуҡлығынан

Рәхәтләнеп бер көлдө.

Унан иҙән уртаһына

Сығарып һипте көлдө.

Көл бөтә ерҙе ҡапланы,

Ҡунды беҙҙең сәскә лә.

Тәҙрә төбөндә аҡ булып,

Көлгә сумды сәскә лә.

Тышта йөрөгән өләсәй,

Шул ваҡыт килеп инде.

Эшебеҙҙе күреп ҡалһа,

Беҙҙе орошор инде.

Ысынлап та, өләсәйҙең

Үтә лә йәне көйҙө.

Ғәйепте юймаҡ булып беҙ

Көйләнек матур көйҙө.

       ҠОШСОҠ

Кескәй ҡошсоҡ,

Һин мине,

Ҡурҡытма әле.

Һиңә ҡарап

Йөрәктең

Бөттө бит хәле.

Ул ағастың

Башына,

Һин  мендең ниңә?

Шул бейектән

Ҡолаһаң,

Ҡурҡыныс миңә.

Тырнаҡтарыңды

Ботаҡҡа

Нығыраҡ батыр.

Бик бәләкәй

Булһаң да,

Һин ниндәй батыр!

      ГАРМУНСЫ

Һис кем күрмәй.Гармунды

Йәһәт кенә һөйрәтәм.

Тыңлауһыҙ бармаҡтарымды

Уйнарға мин өйрәтәм.

Тыҡ – тыҡ килеп тыҡылдай

Кес кенә ап –аҡ төймә.

Әллә әйтәме икән:

Һин миңә тиеп теймә.

Гармунда әсәй кеүек,

Уйнау минең уйымда.

Гармунсыларға оҡшап,

Килешле бит буйым да.

Ни гармунға көс етмәй,

Көй ҙә сыҡмай, исмаһам,

Ана, күреп ҡалдылар…

Булмаҫ инде ҡасмаһам.

       БОЛОТТАР

Әллә ҡайҙа ашығалар

Болоттар зәңгәр күктә.

Берәү, икәү, өсәү, дүртәү…

Үҙҙәре бик – бик күптәр.

     Болоттар, әй болоттар,

     Үтенеп мин һорайым.

     Һеҙҙең аҡ ҡанаттарҙа

     Еремде бер урайым.

Бер болот шундай ҡабарған,

Әйтерһең, йомшаҡ мамыҡ.

Ана, береһе зар илай,

Күҙенән йәштәр тамып.

     Болоттар, әй болоттар,

     Үтенеп мин һорайым.

     Һеҙҙең аҡ ҡанаттарҙа

     Еремде бер урайым.

Һауалағы шул болоттар

Күсә иҫкән елдәргә.

Туҡтамай ҙа үтеп китте,

Ашыға һуң кемдәргә?

     Болоттар, әй болоттар,

     Үтенеп мин һорайым.

     Һеҙҙең аҡ ҡанаттарҙа

     Еремде бер урайым.

       ЯРЫШ

Ҡар һыуҙары

Аҡты ярып.

Уйнар өсөн

Ҡалды ярап.

Яһап ҡуйҙыҡ

Бер ҙур быуа.

Кәмәләрҙе

Елдәр ҡыуа.

Ҡыуанышып

Торҙоҡ ҡарап.

Ҡалай матур

Минең карап.

Китте ярыш:

Кәмә йөҙә.

Ҡайһылары

Батмай түҙә.

Алдан килә

Минең карап.

Түңкәрелеп,

Булды харап.

       АЛМАҒАС

Алма ашаған саҡта,

Тыңлашмайса еңешеп.

Ағасын үҫтерәм тип,

Алып ҡалдым емешен.

Һыуҙар һибеп, сәсеп ҡуйҙым,

Матур ғына һауытҡа.

Йылылыа тышта үҫә.

Өйгә инә һыуытһа.

Япраҡтарын ярһа ла

Алма бирмәй алмағас.

Баҙарҙан һатып алдым,

Көтөр хәлем ҡалмағас.

    АНТОНИМ

Дәрестә бөгөн үтәбеҙ

Антоним, тигән тема.

Аңлай алмай шул теманы,

Күҙемдән йәштәр тама.

Антоним, апай әйткәнсә,

Ҡапма – ҡаршы һүҙҙәр, имеш.

Иң беренсе был теманы,

Аңларға, ти, мин тейеш.

Минең тәртип йәнәһе лә,

Антонимдарҙан тора.

Ултыр, тиһә, килеп баҫам,

Әрләһә - ауыҙ йырам.

Шаулама, тиһә, ҡысҡырам,

Көлөр саҡта, имеш, илайым.

Шунан алып антонимдың

Ни икәнен аңлайым.

       ҠАУҒА

Март аҙағы тиеп тормай,

Өр – яңынан килде ҡыш.

Тау – тау итеп көрт өйгәйне,

Ҡар аҫтында ҡалды тыш.

Тынып ҡалған кеүек донъя,

Юл һалыуҙан юҡ файҙа.

Шундуҡ буран күмеп китә,

Барып булмай бер ҡайҙа.

Көрткә батҡан машиналар,

Эй, әрләшә ағайҙар!

Тимер атты һөйрәтәләр,

Йә эткеләп ҡарайҙар.

Ҡыш килде, тип өр – яңынан,

Ниңә яһарға ҡауға?

Өлкәндәр күрмәй ҙә ҡалды,

Беҙ сығып ҡастыҡ тауға.

       ҠЫҘЫҠ

Йәшел болон аҫта ҡалды,

Алыҫлаша баҡсалар.

Бигерәк тә ҡыҙыҡ икән,

Һыуҙар кире аҡһалар.

Ағастарҙың япраҡтарын

Ҡул менән була тотоп.

Була икән яҡындағы

Ҡоштарҙың йырын отоп.

Бөтә донъя минең янда

Уйнайсы әйлән – бәйлән.

Зыр әйләнә ере, күге,

Ысҡынған кеүек бәйҙән.

Бөтә нәмә ялт – йолт килә,

Елберҙәй елгә күлдәк.

Атай бер оҙон арҡандан,

Эшләп биргәс әүһәлдәк.

        БҮЛӘК

Әсәйҙәрҙән йәшереп,

Бүләк әҙерләй ҡыҙҙар.

Сана шыуыу онотолдо,

Көтөп торһондар ҡырҙар.

Сөнки байрам яҡынлаша,

Тиҙҙән Һигеҙенсе март.

Был байрамда әсәйҙәргә

Бүләк әҙерләү бит шарт.

Уйлап – уйлап баш ҡатты,

Ни бирергә бүләккә?

Әллә сигеү сигергәме,

Ҡушып изге теләккә?

Сигеү сикмәк булдылар,

Тик кем эшләр һүрәтен?

Ярай, әсәйҙәр төшөрөр,

Ҡыҙҙар торор күрһәтеп.

     КӨРТМӘЛЕ

Ниңә генә көртмәле

Үҫә мүкле ҡаяла?

Барып ҡына йыйыр инем,

Тик өлкәндәр тыялар.

Ауыл янында ғына

Көртмәле үҫкән урын.

Яңғыҙың йөрөйөм тиһәң,

Йә ҡая ла, йә йырын.

Йылғаны ла кисер кәрәк,

Етмәһә, тайғаҡ мүге.

Көртмәлегә барҙыниһәң,

Илай башлай бит күге.

Күҙ ҡыҙҙырып ҡаянан

Ымһындыра көртмәле.

Көртмәлегә барып булмай,

Шуға хәлем хөрт әле.

       АҒАС САНА

Тауҙа бөгөн ярыш бара,

Сана шыуыу ярышы.

Бала –сағалар йыйылған,

Һис кем тормай ҡарышып.

Матур санаһы менән

Эй шапырына Ғәләм.

Күрегеҙ ҙә тороғоҙ, ти,

Иң алдан, ти, мин киләм.

Бирешергә һис теләмәй,

Күрше малай Тимерйән.

Минең сана шәберәк, ти,

Табаны, ти, тимерҙән.

Шул да булдымы сана, тип,

Һүҙ ҡыҫтыра Ғәлиә:

Һеҙҙең сана санамы ни?

Вәт минеке шәп эйә!

Тик бер Рим генә өндәшмәй,

Уның санаһы ағас.

Атаһы эшләп биргәйне,

Аҡсалары булмағас.

Шаулашалар.Маҡтаналар.

Ҡолаҡтар нисек түҙә?

Кемдер әйтте:Һуң, әйҙәгеҙ,

Шыуып ҡарайыҡ тәүҙә.

Саналар ярыш башланы

Тау түбәненә табан.

Кәйелешеп киткән ерҙән

Осҡондар сәсрәй яман.

Ана, берәү ҡолап ҡалды,

Көрткә сумды быныһы.

Тәүге булып килеп етте

Римдең ағас санаһы.

       КӘБӘН

Быйыл миңә тәүге тапҡыр

Йөкмәттеләр ҙур бурыс.

Һәм әйттеләр: Был эштә

Артта ҡалмаҫҡа тырыш.

Мин атта күбә тарттырам,

Ағайҙар кәбән ҡоя.

Ат өҫтөндә мин үҙемде

Бәһлеүән итеп тоям.

Мин тарттырған күбәләрҙән

Кәбән нисек ҙурая!

Ошо кәбәндең эсенә

Егерме күбә һыя.

Төш тә етеп өлгөрмәне,

Әҙер ҙә булды кәбән.

Эште атҡарып сыҡҡанға,

Күктәргә тейҙе түбәм.

   ҠОЙМАҠ ҠОЙОУ

Бөгөн малайҙар менән

Уйнайбыҙ ҡойоп ҡоймаҡ.

Бының өсөн иң тәүҙә,

Кәрәк таш йыйып ҡуймаҡ.

Тир түгеп тырышабыҙ:

Кемдең күберәк булыр?

Йәнәһе, кем күп ҡойһа,

Шуның оҫтараҡ ҡулы.

Ҡоймаҡтар тейә ҡалһа,

Шаҡ – шоҡ килә ҡаябыҙ.

Таш кәйелтеп ҡоймаҡты

Һыу өҫтөндә ҡоябыҙ.

       КӘРӘҘ

 (М.Касимова көйө)

Бала саҡ – сәскәләр иле,

Бында һәр саҡ күңелле.

Ә беҙ – унда бал ҡорттары,

Наҙ йыябыҙ түгелме?

       Балға тулһын тип кәрәҙ,

        Тырышыу кәрәк бер аҙ.

Бала саҡ – сәскәле ялан.

Ғүмерҙең бер миҙгеле.

Тик уңғандар ғына таный,

Бал бирерлек үҙ гөлөн.

        Балға тулһын тип кәрәҙ,

         Тырышыу кәрәк бер аҙ.