Башҡорт теленән түңәрәк.
календарно-тематическое планирование

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

Башҡорт дәүләт теле 1 класстар өсөн кружок.

Уҡыу-уҡытыу һөҙөмтәһенә түбәндәге талаптар ҡуйыла:

  1. Шәхси талаптар:

уҡыусы тарафынан төп мәктәп программаһын үҙләштереү.

  1. Уҡыусы БР-да башҡорт теленең  дәүләт теле булараҡ йәмғиәттә тотҡан роле һәм башҡорт телен үҙләштерергә кәрәклегенә инандырыу.
  2. Башҡорт телен тормошта ғәмәли ҡулланырға һәм башҡа милләттәр менән аралашҡанда  толерантлы булырға өйрәтеү.
  3. Башҡорт теле башҡорт халҡының мәҙәниәтен танып белеү сараһы булып тороуына инандырыу.

 

2. Предмет-ара талаптар:

  • Телдән һәм яҙма тәҡдим ителгән мәғлүмәтте адекват йәғни берҙәй ҡабул итеү.
  • Төрлө жанрҙағы тексты ҡабул  итеүҙең төрҙәрен үҙләштереү.
  • Тыңлаған  тексты һөйләй белеү.
  • Сиуацияға ҡарап яҙма һәм телдән фекереңде әйтә белеү,әңгәмә,фекер алышыу,дискуссияларҙа ҡатнаша алыу.
  • Үҙ аллы белем ала һәм тәғәйен тема буйынса материалды системаға килтерә алыу.Үҙҡарашыың буйынса һығымта яһай алыу, анализ эшләй ала белеү.
  • Башҡорт теленән алынған белемдәрҙе башҡа предметтарҙы  өйрәнеү сараһы булараҡ ҡуллана белеү.
  • Телмәр,үҙбаһалау күнекмәләрен үләштереү.

3.Предмет талаптары:

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kruzhok_bash_yaz.docx25.41 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт дәүләт теле 1класстар өсөн кружок

Уҡыу-уҡытыу һөҙөмтәһенә түбәндәге талаптар ҡуйыла:

  1. Шәхси талаптар:

уҡыусы тарафынан төп мәктәп программаһын үҙләштереү.

  1. Уҡыусы БР-да башҡорт теленеңтдәүләт теле булараҡ йәмғиәттә тотҡан роле һәм башҡорт телен нҙләштерергә кәрәклегенә инандырыу.
  2. Башҡорт телен тормошта ғәмәли ҡулланырға һәм башҡа милләттәр менән аралашҡанда  толерантлы булырға өйрәтеү.
  3. Башҡорт теле башҡорт халҡының мәҙәниәтен танып белеү сараһы булып тороуына инандырыу.

2. Предмет-ара талаптар:

  • Телдән һәм яҙма тәҡдим ителгән мәғлүмәтте адекват йәғни берҙәй ҡабул итеү.
  • Төрлө жанрҙағы тексты ҡабул  итеүҙең төрҙәрен үҙләштереү.
  • Тыңлаған  тексты һөйләй белеү.
  • Сиуацияға ҡарап яҙма һәм телдән фекереңде әйтә белеү,әңгәмә,фекер алышыу,дискуссияларҙа ҡатнаша алыу.
  • Үҙ аллы белем ала һәм тәғәйен тема буйынса материалды системаға килтерә алыу.Үҙҡарашыың буйынса һығымта яһай алыу, анализ эшләй ала белеү.
  • Башҡорт теленән алынған белемдәрҙе башҡа предметтарҙы  өйрәнеү сараһы булараҡҡуллана белеү.
  • Телмәр,үҙбаһалау күнекмәләрен үләштереү.

3.Предмет талаптары:

  • Төп аңлатмаларҙы үҙләштереү  тел һәм телмәр, диалог һәм монолог,телмәр ситуацияһы,текст,фонетика,морфология,орфоэпия.һ.б.
  • Башҡорт теленең төп берәмектәрен белеү, һүҙгә,һүҙбәйләнешкә,һөйләмгә анализ эшләй белеү.
  • Тел  берәмектәрен урынлы ҡуллана алыу.
  • Башҡорт теленең грамматик төҙөлөшөн белеү.

 Урыҫ һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар.Улар:

  • Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү.
  • Тел  материалы менән  әҙәби  материал бергә ҡушылып  өйрәнелеүе.Интеграция .
  • Башҡорт теленең  мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелеүе.Коммуникатив йүнәлеш.  

Бына ошоларға таянып,программа һәр синыф өсөн түбәндәгеләрҙе үҙэсенә ала:

  1. Класта һәм өйҙә һөйләшеү темалары.
  2. Класта һәм өйҙә уҡыу өсөн әҫәрҙәр исемлеге.
  3. Практик үҙләштереү өсөн тел материалдары.
  4. Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар.

Программаның йөкмәткеһен ата-әсәләр һәм балаларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү нигеҙендә, урындағы халыҡтың йәшәү үҙенсәлектәрен,ғөрөф-ғәҙәттәрен,йолаларын,мәҙәниәтен,тарихын күҙ уңында тотоп билдәләйем. Программала материалдар тематик принципта урынлаштырылды.

Мәҫәлән,1-се класста тәүге  дәрестәр балаларҙың бер-береһе менән,шулай уҡ уҡытыусы менән танышыуҙарына  бағышлана.

Программа материалы уңышлы үҙләштерелһен өсөн,уҡытыусы төрлө саралар , методтар  ҡулланырға бурыслы.Был  йәһәттән  башҡорт теле уҡытыусылары сит тел  уҡытыусылары тәжрибәһен файҙалана ала.

1-секласста төп маҡсат балаларҙы башҡортса һөйләшергә, һөйләргә өйрәтеү булғанлыҡтан, дәрестәрҙә уларҙың парлашып,күмәкләшеп эшләүҙәре, өн һәм һүҙҙәрҙе хор менән әйтеү, йырлап ҡарау кеүек эштәр дәрестә бик отошло.

Бәләкәй класстарҙа  дәрестәрҙә  урыҫ теле материалы алданыраҡ өйрәнелә.Шуға ла башҡорт теле дәрестәрендә шул белемдәргә һәм күнекмәләргә таяныу зарур.

Программала ятлау өсөн әҫәрҙәр ҙә күрһәтелә.

Бәләкәс кластарҙа  ул кескәй күләмле әҫәрҙәр:1-2 куплеттан торған шиғыр,мәҡәл, тел шымартҡыстар була.Ә яҙыуға килгәндә, башта уҡыусыларға яҙырға өйрәтеү өсөн эш   дәфтәрҙәре тәҡдим ителә.Унда башҡорт теленең бөтә хәрефтәрен өйрәнеү алға ҡуйылмай,ә башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен өйрәтеүгә  күберәк иғтибар бирелә.

Һөҙөмтәлә 1-се класс  уҡыусылары түбәндәге бурыстарҙы атҡарып сығырға тейештәр:

  1. Тәҡдим ителгән темалар һәм шул темаларға ҡараған материалдар нигеҙендә башҡортса һөйләшергә өйрәнергә.
  2. Диалог өлгөлөре буйынса бшҡортса телмәр күнекмәләрен формалаштырырға һәм үҫтерергә.
  3. Башҡортса һүҙлек запасын булдырырға һәм үҫтерегә.
  4. Башҡорт өндәрен , һүҙҙәрен дөрөҫ әйтергә өйрәнергә.
  5. Ситуация буйынса һорауҙар,һорауҙарға тулы яуап бирергә өйрәнергә.
  6. Бәләкәй диалогтарҙы,хикәйәләрҙе,шиғырҙарҙы,әкиәттәрҙе дөрөҫ һәм аңлы уҡырға өйрәнергә.
  7. Башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ һәм урынлы ҡулланып, һөйләмдәр,бәләкәй текстар төҙөргә өйрәнергә.
  8. Башҡортса йырҙар,бейеүҙәр,уйындар белергә.

Башкорт теленән түңәрәк эшенең планы

Дата

Башҡорт теленән түңәрәк эшенең темалары

Иҫкәртмә

план

факт

05.09

Танышыу

19.09

Был мин,һин

26.09

Уйынсыҡтар

03.10

Уйын Бүлмәһе йыһаҙҙар

10.10

Минең бүлмәм

17.10

Аш бүлмәһе

24.10

Төшҡө аш

31.10

Минең әсәйем ,атайым

07.11

Минең  туғандарым

14.11

Айгөлдөң өләсәһе

21.11

Өләсәйҙә ҡунаҡта

28.11

Булат ҡунаҡ саҡыра

05.12

Тыуған көн

19.12

Минең менән кемдәр

26.12

Йәшелсәләр

16.01

Ағастар үсә

23.01

Сәй эсәбеҙ

06.02

Бутҡа ашайбыҙ

13.02

Ҡурсаҡтарға һауыт-һаба һайлайыҡ

20.02

Беҙ кейенәбеҙ

27.02

Балалар урамға сыға

03.03

Ҡар яуа

10.03

Тышта уйнайбыҙ

17.03

Кемдең күлдәге матур

24.03

Иртәнге аш

07.04

Беҙҙә ҡунаҡтар

14.04

Минең этем Аҡбай

21.04

Бесәй-бесәй -бес

28.04

Тауыҡ менән әтәскә ем бирәбеҙ

05.05

Ҡунаҡтарҙы  һыйлайыҡ

12.05

Бүлмәләге сәскәләр

19.05

Балыҡ йөҙә

26.05

Кем дөңгөҙҙә уйнай

МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

ОСНОВНАЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА  С. КИЛЕЕВО

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАКАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Согласовано                                                         Принята  на заседании                                                         Утверждаю

Зам. дир по УВР                                                  педагогического совета                                                        Директор школы:

______________                                                   Протокол № 1                                                                        ________________

/ Архипова Е.В./                                                  от 22 августа 2017года                                                          /Хуснутдинов Р.Х./

 22  августа 2017 г.                                                                                                                                                Приказ № 80

                                                                                                                                                                              от « 25 » августа 2017года

Рабочая программа

“Учим башкирский язык”

по внеурочной деятельности

 (общекультурное направление)

Срок реализации программы: 2017 – 2019 г.г.

 

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку составлена на основании  программы по башкирскому языку для учащихся 1-11 классов школ с русским языком обучения. Составители: Х.А.Тулумбаев, М.С.Давлетшина, М.Г.Усманова. Ижевск-2008 год

Составитель рабочей программы:Саляхова Миляуша Мусаяфовна, учитель башкирского языка и литературы, первая  квалификационная категория

Год составления рабочей программы: 2016 год


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

6 нчы СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН УКУҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...

1 нче СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН ЯЗУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _...

1 нче СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН УКУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...

6 нчы СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН ЯЗУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...

7 нчы СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН УКУҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _...

7а СЫЙНЫФЫНДА ТАТАР ТЕЛЕННӘН ЯЗУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...