"Йөрәк һүҙе" Сценарий.
материал (7 класс)

Галия Сабировна Хасанова
  •  Байрам – бәйге. Халҡыбыҙҙың яҙмышы, теле өсөн битараф булмаған,тыуған илем тиеп янып- көйөүсөләр, шиғриәткә ғашиҡтар өсөн уҙғарылған сара!

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yurakhuze2.docx27.28 КБ

Предварительный просмотр:

                                                      Йөрәк һүҙе

Маҡсат :

  • Шиғыр ятлау күнекмәһен үҫтереү
  • Тыуған ил, туған тел тураһында белемдәрен киңәйтеү
  • Тыуған илгә, телгә һөйөү тәрбиәләү, милләт рухын күтәреү

заставка

Ҡурай моңо

Алып барыусы. Әйт һин беҙгә йөрәк һүҙең,

                              Әйтелһен әйтер һүҙҙәр,

                               Булһа булһын әсенеүҙәр,

                                 Әрнеүҙәр, үкенеүҙәр.

               Бары булһын, булһын һүҙҙәр,

              Тура булһын, булһын ҡыйыу

              Ауыр булһын, булһын ярһыу

              Тик булһын әйтер һүҙҙәр...

Алып барыусы.

  • Хәйерле иртә, хөрмәтле уҡыусылар, ҡәҙерле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ата- әсәләр,килгән ҡунаҡтар.Хәйерле иртә, шиғриәт һөйөүселәр..
  •  Бер кемгә лә сер түгел,беҙҙең лицейыбыҙҙа көн аша тиерлек матур- матур саралар уҙғарылып тора.Уларҙың күптәре инде изге традицияға әйләнеп бөткән.
  • Ә бөгөн, хөрмәтле ҡунаҡтар, өр-яңы, әле бешеп тә бөтмәгән күркәм байрам, Байрам – бәйге. Халҡыбыҙҙың яҙмышы, теле өсөн битараф булмаған,тыуған илем тиеп янып- көйөүсөләр, шиғриәткә ғашиҡ кешеләр килгән был бәйгегә. Һәм был байрамыбыҙ, матур итеп, Йөрәк һүҙе тип атала.

Алҡыштар, музыка-дежур

  • Алдан әйтеп китеүебеҙсә, был беҙҙең беренсегә үткән сара, шуға ла уның тәүге ҡарлуғастарын күрербеҙ бөгөн сәхнәлә, ә киләсәктә инде , ошо сара ла, беҙҙең лицейыбыҙҙың изге традицияларының береһенә әйләнеп китер тиеп ышанабыҙ

Шулай итеп, Йөрәк һүҙе бәйгеһен асыҡ тиеп иғлан итәбеҙ.

Алҡыштар, музыка- дежурная, туш?

  • Бәйге булғас, уның бәйгеселәре , баһалаусылары ла булырға тейештер бит.Әйҙәгеҙ, хөрмәтле баһалама ағзалары менән танышып китәйек:

Халҡым, телем тип янып торған, башҡорт рухлы жюриларыбыҙҙы алҡыштар менән ҡаршы алығыҙ.

Белорет лицей- интернаты директоры – Зәйнетдинова Гөлнара Зариф ҡыҙы

Музыка -туш

  • Тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы, Минниғәлиевә  Минзәлә Исрафил ҡыҙы

Музыка- туш

 Фәнни – методик эштәр буйынса директор урынбаҫары Ғибәҙуллина Зөлфиә Әсғәт ҡыҙы

Музыка-туш

  • Ә хәҙер бәйгелә ҡатнашыусылар, тәүге ҡалуғастар  менән танышырға ваҡыт етте. Бөгөнгө бәйгелә ике төркөм башланғыс класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре, бөтәһе ун ете пар ҡатнаша.

Беренсе төркөмдә беренсе һәм икенсе класс уҡыусылары һәм ата –әсәләре. Бына улар:

Беренсе класс

Абдуллина Гөлшат Вил ҡыҙы һәм уның әсәһе Абдуллина Резеда Инсаф ҡыҙы

Баймөхәмәтовтар : Илзат һәм уның әсәһе Фаягөл Йәүҙәт ҡыҙы.

         Икенсе класс: апалы – һеңлеле ҡыҙҙар Төхбәтова Эльвина һәм Элина һәм  Әбүталипова Рәмилә әсәһе Шаһимарҙанова Дилә Данис ҡыҙы менән

Икенсе төркөм- өсөнсө һәм дүртенсе класс уҡыусылары һәм уларҙың ата- әсәләре

Өсөнсө класс

Муллағәләмова Алтынай, һәм уның әсәһе – Муллағәләмова Фәилә Ханнан ҡыҙы

Хәйруллин Ирхан һәм уның апаһы Юсупова Сөмбөл Азамат  ҡыҙы

Ғәлимова Рената һәм Рәнис Суфиянов

Йомағужина Айгизә һәм Латыпова Нурзидә

Бер туған ағалы –һеңлеле Фазлетдиновтар  Данил менән Камила һәм Низамутдинова Аделия

Дуртенсе а класс:

 Мәғәсүмова Әлиә Салих ҡыҙы һәм уның әсәһе Мәғәсүмова Алһыу Булат ҡыҙы

Абдрахманова Нурания Нурислам ҡыҙы һәм атаһы Абдрахманов Нурислам Ғилфан улы.

Фәтхуллин Ғәзиз Ғәзим улы һәм инәһе  Муллағәләмова Гөлшан Хәким ҡыҙы, Таһиров Айтуған Зөлфәр улы һәм әсәһе Таһирова Зөлфиә Ислам ҡыҙы.

 

4 б класс

Әсәле – ҡыҙлы Кашаповалар: Кашапова Нәркизә һәм уның әсәһе Рәсилә Закир ҡыҙы, Таһиров Фәнзил , әсәһе Әлиә Ринат ҡыҙы һәм өләсәһе Сәғиҙә Фазлетдин ҡыҙы менән

Сөләймәнова Азалия һәм Фәхретдинов Ильнур

Мәхмүтов Артем һәм Әғзәмова Азалина

Алҡыштар

Хөрмәтле ҡунаҡта,беренсе сығыш яһаусы  бәйгеселәребеҙ әҙер, улар

Абдуллина Гөлшат Вил ҡыҙы һәм уның әсәһе Абдуллина Резеда Инсаф ҡыҙы

Сәхнәгә музыка аҫтында сығалар

Абдуллина Гөлшат Вил ҡыҙы, беренсе класс уҡыусыһы. Яратҡан фәне – әлифба, яратҡан уйынсығы- Барби исемле ҡурсағы,яратҡан ашы – картуф. Абдуллина Резеда Инсаф ҡыҙы , Ике бала әсәһе, яратҡан ашы – Бишбармаҡ, спорт менән шөғөлләнергә ярата, яратҡан фильмы  Три метра над уровнем моря, яратҡан төҫө күк.

Баймөхәмәтовтар : Илзат һәм уның әсәһе Фаягөл Йәүҙәт ҡыҙы.

Музыка аҫтында сәхнәгә сығалар

Баймөхәмәтова Фаягөл Йәүҙәт ҡыҙы . Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында , әлеге ваҡытта Белорет лицей – интернетында тәрбиәсе булып эшләй. Яратҡан йырсыһы Зифа Хәкимова, шағирәһе – Әнүзә Ғиззатуллина.

Илзат Баймөхәмәтов.Яратҡан төҫө кук,итле аштарҙы бик ярата, фиксики йәнһүрәтен яратып ҡарай.

  • Хәҙер бәйгеселәребеҙгә шиғриәт ҡоралдарын тапшырып китәбеҙ, ул да булһа - микрафондар

 

Беренсе ике пар сығыш яһай

Рәхмәт бәйгеселәребеҙ, ә хәҙер баһалама ағзаларына әҙ генә ваҡыт бирәйек, ошо ике пар араһынан, кемдәр икенсе турға үтәсәк икәнен билдәләргә.

Жюри уйлағансы, бәйгеселәр сәхнәлә торғандарға

Һорауҙар:

 Резеда Инсаф ҡыҙы бишбармаҡ яратам тигәнһегеҙ бит инде, ә нисек йыш бешерәһегеҙ?

Гөлшат, ә һин бына ҡурсаҡтар яратам тигәнһең,ҡурсаҡтарың күпме һинең?

  • Фаягөл Йәүҙәт ҡыҙы, тормошта төп маҡсатығыҙ ниндәй?
  • Илзат,яратҡан фәнең ниндәй?
  • Хөрмәтле баһалама ағзаларына һүҙ, шулай итеп беренсе турҙың, беренсе төркөмөнөң , беренсе парының еңеүселәре

 Жюри иғлан итә

Туш

Ҡотлайбыҙ икенсе турға үтеүегеҙ менән, алҡыштар, ә һеҙҙе урындарығыҙға төшөп ултырыуығыҙҙы һорайбыҙ

Хөрмәтле тамашасылар, беренсе төркөмөбөҙҙөң икенсе парҙарына сәхнәгә сығырға ваҡыт етте

апалы– һеңлеле ҡыҙҙар Төхбәтова Эльвина һәм Элина

музыка - выход

Эльвина – яратҡан төҫө – алһыу,яратҡан әкиәте – Тирмәкәй, хыялы – йырсы булыу.

Элина: Яратҡан сәскәһе- аҡ сәскә,хыялы- табип булыу, яратҡан фәне- рус теле һәм әҙәбиәте..

Әбүталипова Рәмилә ,әсәһе Шаһимарҙанова Дилә Данис ҡыҙы

Музыка - выход

Әбүталипова Дилә Данис ҡыҙы. Инде һигеҙ йыл белорет лицей – интернатында әүҙем тәрбиәсе булып эшләй. Яратҡан ашы- бишбармаҡ, Яратҡан яҙыусылары З.Биишева., Һәҙиә Дәүләтшина.

Әбүталипова Рәмилә: яратҡан шөғөлө һүрәт төшөрөү, йыр-моң һөйөүсе, бейергә лә яратыусы был ҡыҙҙың яратҡан төҫө – миләүшә төҫө, яратҡан сәскәһе роза , Мойдодыр тураһында уҡырға ярата икән был ҡыҙ.Әсәһе Дилә данис ҡыҙы Шаһимарҙанова, Белорет лицей- интернатында   йыл тәрбиәсе булып эшләй

Бәйге ҡоралдарын тапшырыу

Сығыш яһайҙар

 Алып барыусы : Ҙур рәхмәт, баһалама ағзаларының ҡарарын көтөп ҡалабыҙ.

Сәхнәлә тороусоларға һорауҙар:

Эльвина, бына һинең хыялың – йырсы булыу, ә яратҡан йырсың бармы һинең, уның ниндәй йырҙары яратып тыңлайһың

  • Элина,беҙҙең лицейыбыҙҙа уҡыуы һиңә оҡшаймы
  • Рәмилә, ә һин үҫкәс кем булырға хыялланаһың
  • Дилә Данис ҡыҙы, был тормошта һеҙҙе нимә илһамландыра?

Баһалама ағзалары әҙер, иғтибар менән уларҙы тыңлап китәйек. Шулай итеп, икенсе парыбыҙҙың ҡайһыһы икенсе турға үтә

Алҡыштар,туш

Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, ҙур рәхмәт, ә хәҙер урындарығыҙға үтеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Хөрмәтле тамашасылар, шулай итеп, беренсе төркөм бәйгеһенең беренсе туры тамам, әйҙәгеҙ, тағы берҙе икенсе турға үтеүселәрҙе тәбрикләп китәйек

 Сәхнәбеҙ шиғриәт һөйөүсөләрҙең икенсе төркөмөн көтә. Беренсе парҙарыбыҙ

Муллағәләмова Алтынай, һәм уның әсәһе – Муллағәләмова Фәилә Ханнан ҡыҙы

Туш, сәхнәгә менәләр

Муллағәләмова Фәилә Ханнан ҡыҙы. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Яратҡан яҙыусыһы – Зәйнәп Биишева, һәм әлбиттә яратҡан әҫәре лә ошо яҙыусыныҡы – Кәмһетелгәндәр.Фәилә Ханнан ҡыҙы туҡмас ашын бигерәк тә яратам ти,ә яратҡан сәскәһе – йондоҙ сәскәһе, йәки астралар.

Икенсе парыбыҙҙы ҡаршы алабыҙ:

Хәйруллин Ирхан һәм уның апаһы Юсупова Сөмбөл Азамат  ҡыҙы

Ирхан Хәйруллин, Белорет лицей- интернатының өсөнсө класс уҡыусыһы, беҙҙең ғорурлығыбыҙ тип әйтерлек егет. Бик оҫта бейей,шиғриәткә ғашиҡ уҡыусы. Хыялы төҙөүсө булыу. Яратҡан төҫө – күк.

Юсупова Сөмбөл Азамат ҡыҙы.Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында алтынсы класта белем ала.Бейергә,йырларға ярата.Думбырала оҫта сирттерә. Йәншишмә гәзитендә, аманат журналында мәҡәләләре баҫтырылып тора.

Шиғриәт ҡоралдарын тапшырабыҙ һеҙгә, әйҙәгеҙ йөрәк һүҙегеҙҙе тыңлайбыҙ.

-Ҙур рәхмәт, хәҙер әлбиттә лә баһалама ағзаларының ҡарарын көтөп ҡалабыҙ.

- Фәилә Ханнан ҡыҙы,яратҡан яҙыусығыҙҙы белдек, ә  бына яратҡан миҙгелегеҙ бармы

- Ирхан, бына һинең булмышың исемеңә тап килеп тора, һин шундай башҡорт рухлы, янып тоған егетһең, әйтсәле, ә һиңә ундай атур исемде кем ҡушты икән белмәйһеңме

Сөмбөл, бына һин бик оҫта, бөтә яҡлап та өлгөр ҡыҙ булып сыҡтың бит әле, ә һинең хыялың бармы

Беҙҙең баһалаусыларыбыҙҙың яуабы әҙер, тыңлап китәйек.

Шулай итеп, икенсе турға үтеүселәр:

Ҡотлайбыҙ, рәхмәт йөрәк һүҙегеҙгә, урындарығыҙға үтеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Артабан дауам итә бәйгебеҙ, ҡыҙғандан – ҡыҙа бара.. Киләһе парҙарыбыҙ менән танышайыҡ,улар өсәү

Музыка -выход

Ғәлимова Рената һәм Рәнис Суфиянов

Ғәлимова Рената, яратҡан ашы иҙелгән картуф, төҫө – ҡара, Был ҡыҙыбыҙҙа бейергә һәм йырларға ярата.

Рәнис Суфиянов – Физкультура дәресен бик тә яратам ти,бишбармаҡ һәм аят ашын бигерәк тә ярата был бәйгесебеҙ. Яратҡан йырсыһы- Радик Юльяҡшин.

Музыка- выход

Йомағужина Айгизә һәм Латыпова Нурзидә

Айгизә – яратҡан яҙыусыһы – Зәйнәп Биишева, шөғөлө- һүрәт төшөрөү, хыялы – спортсменка булыу.

Нурзидә Латыпова : рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен , шулай уҡ йырларға һәм бейергә бигерәк тә ярата. Ә хыялын белһәгеҙ ине был ҡыҙҙың: байрамдар көн дә булһын ине тип хыяллана ул

Бер туған ағалы –һеңлеле Фазлетдиновтар  Данил менән Камила һәм Низамутдинова Аделия

Данил Фазлетдинов- бик үҙенсәлекле хыяллы егет- хыялым – аҡыллы булыу тей, Данил. Яратҡан ашы- әсәһе тәмле итеп бешергән борщ, яратҡан фәне – математика.

Камила – яратҡан төҫө – ҡыҙыл, балыҡ йәнһүрәттәрҙе яратам тей, Камила.Ҡыш бабайҙан бик күп ҡурсаҡтар көтәм тей, был ҡыҙ.

Аделия Низамутдинова .Башҡорт телен бик ярата икән. Яратҡан төҫтәре лә бик күп : аҡ, һары, йәшел, ҡара төҫтәр.Элвин Грейҙың йырҙарын тыңларға ярата икән, Аделия.

  • Шиғриәт ҡоралдарын тапшырабыҙ.
  • Әйҙәгеҙ, йөрәк һүҙегеҙҙе тыңлайбыҙ.
  • Ҙур рәхмәт, жюриға ваҡыт бирәйек.
  • Һорауҙар:
  • Рената, Нурзидәнең хыялын белдек, ә һинең хыялың ниндәйерәк?
  • Рәнис, хыялдар доньяһына сумғас сумдыҡ инде, бына һинең дә хәтттәр генә хыялың бар, шулай бит, йә шуны үҙең ҡысҡырып әйтеп кит әле беҙгә, беҙ күмәкләп теләһәк, шул хыялың бәлки тиҙерәк тормошҡа ашыр, шулай бит ? (телефон)
  • Айгизә,һинең иң яҡын дуҫың кем?
  • Нурзидә,йорт хайуандарын яратаһыңмы? Бесәйең бармы?
  • Данил,ә һин бына һеңлеңде бик яратаһың, ә уға һин ярҙам итәһеңме, нисегерәк ярҙам итәһең?
  • Камила, бына кисәге мин һинең яратҡан ашыңды белдем, әйҙә хәҙер шуны барыһына ла ҡысҡырып әйт әле, бына мин дә кисә кайткас, эштән һуң шул бутҡаны бешереп ашап ҡараным, ысынлап та бииик тәмле икән, хәҙер ул минең дә яратҡан ашым булып китәр әле...
  • Баһалама ағзаларына һүҙ бирәбеҙ, өс пар араһынан бигерәк тә ауыр булғандыр уларға икенсе турға үтеүселәрҙе һайларға, тыңлайбыҙ. Шулай итеп, икенсе турға үтеүселәр...
  • Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, ә хәҙер үҙ урындарығыҙға төшөүөгөҙҙө һорайбыҙ, бәйгеселәр.

Музыка – выход

Икенсе төркөмөбөҙ сығыш яһауҙы дауам итә

        Дуртенсе а класы:

Музыка - выход

 Мәғәсүмова Әлиә Салих ҡыҙы һәм уның әсәһе Мәғәсүмова Алһыу Булат ҡыҙы

Мәғәсүмова Әлиә – хыялы тиҙерәк яңы йыл етеүен түҙемһеҙләнеп көтә, Ҡыш бабай миңә телефон бүләк итһә генә ярар ине тип хыяллана Әлиә

Мәғәсүмоваә Алһыу Булат ҡыҙы

Музыка- выход

Абдрахманова Нурания Нурислам ҡыҙы һәм атаһы Абдрахманов Нурислам Ғилфан улы.

Абдрахманова Нурания: Белорет районы, Ҡоҙғон Әхмәр ауылынан. Яратҡан китабы: Айгиз Баймөхәмәтовтың Ҡалдырма мине әсәй исемле китабы, Ҡыҙыл төҫтө бигерәк яратам ти ул, иң матур сәскә розала бит ҡыҙыл төҫтә ти ул

Абдрахманов Нурислам Ғилфан улы:

Бәйге ҡоралдарын ҡабул итегеҙ, йөрәк һүҙегеҙҙе тыңлайбыҙ

Ҙур рәхмәт, алҡыштар бәйгеселәргә, жюриға уйланырға ваҡыт.

Һорауҙар:

  • Әлиә,ә былтыр һиңә Ҡыш бабай нимә бүләк итте?
  • Алһыу булат ҡыҙы, ә һеҙ көтәһегеҙме Ҡыш бабайҙан бүләк? Сер булмаһа, ниндәйерәк?

Нурания, бына һин үҫкәс кем булырға хыялланаң?

Нурислам Ғилфан улы,буш ваҡытығыҙҙа нимә менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ?

Фәтхуллин Ғәзиз Ғәзим улы һәм апаһы  Муллағәләмова Гөлшан Хәким ҡыҙы, Таһиров Айтуған Зөлфәр улы һәм әсәһе Таһирова Зөлфиә Ислам ҡыҙы.

  • Беҙҙең жюриларыбыҙҙың яуаптары әҙер, тыңлайбыҙ. Шулай итеп, икенсе турға сығыусылар:
  • Ҙур рәхмәт, бәйгеселәр, ҡотлайбыҙ һеҙҙе, үҙ урындарығыҙҙы алыуығыҙҙы һорайбыҙ.

Музыка – выход

Бәйге ҡыҙа, артабанғы бәйгеселәребеҙгә лә сират етте.

Фәтхуллин Ғәзиз һәм уның инәһе Мулләғәләмова Гөлшан Хәким ҡыҙын саҡырабыҙ сәхнәгә.

Музыка - выход

          Ғәзиздең хыялы- археолог булыу, хайуандар доньяһы менән бик ҡыҙыҡһынам тей, Ғәзиз. Шулай уҡ гимнастиканы бик яратам тей, ә ни өсөн тигән һорауға ул былай тип яуап бирҙе: сөнки мин класта иң һығылмалыһы ...

Гөлшан Хәким ҡыҙы

Таһиров Айтуған Зөлфәр улы һәм әсәһе Таһирова Зөлфиә Ислам ҡыҙы.

Музыка- выход

Айтуған һәм уның әсәһе Белорет районы Мөхәмәт ауылынан. Айтуған: Лицейға мин белем алыр өсөн килдем ти, футбол уйнарға ярата.

Зөлфиә Ислам ҡыҙы .Оҙаҡ йылдар мәктәптә белем бирә. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Бик әүҙем, өлгөлө ғаилә.

 -Әйҙәгеҙ, һеҙҙең йөрәк һүҙегеҙ ниндәй?

- Ҙур рәхмәт, алҡыштар тағы берҙе.. Баһалама ағзаларына ваҡыт бирәйек.

Һорауҙар:

  • Ғәзиз,ә һин ниндәй фәндәрҙе яратаһың?
  • Гөлшан Хәким ҡыҙы, һеҙ Йөрәк һүҙе тапшырыуын зәңгәр экрандарҙан бер тапшырыуын да ҡалдырмай ҡарап киләһегеҙме, ундағы бәйгеселәрҙән кемдәр күңелгә иң ятҡаны?
  • - Айтуған,бына һин лицейға ныҡлы маҡсат менән, белем алырға килгәнһең бит инде, ә белем алып буламы һуң? Хәлдәр нисек? Беренсе сиректә өс билдәләрең булдымы?
  • - Зөлфиә Ислам ҡыҙы, һеҙҙең яратҡан кинофильмдарығыҙ ниндәй?
  • Баһалама ағзалары баһалап бөттөләр, шулай итеп, икенсе турға үтеүселәр...

Музыка туш

Рәхмәт, йөрәк һүҙегеҙгә,,ҡотлайбыҙ һеҙҙе, урындарығыҙға төшөп ултырыуығыҙҙы һорайбыҙ.

Музыка- выход

  • Хөрмәтле тамашасылар, беренсе тур тамаланыуға бара, алҡыштарҙы йәлләмәйбеҙ.

Әсәле – ҡыҙлы Кашаповалар: Кашапова Нәркизә һәм уның әсәһе Рәсилә Закир ҡыҙын саҡырабыҙ йөрәк һүҙен яңғыратырға

Музыка- выход

Кашапова Нәркизә, дүртенсе б класы уҡыусыһы. Бигерәк йәшел төҫтө яратам, ул бит үлән, йәй төҫө, шулай уҡ тынысландырыусы төҫ ти ул. Белорет лицей – интернатында ун алтынсы йылдан бирле белем ала. Яратҡан әкиәтем һәм персонажым – Золушка, шуға ла мин Золушка булып кейендем шыршы байрамында ти, Нәркизә.

Рәсилә Закир ҡыҙы: тормош иптәше Рәфис Адунис улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.Оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләй. Әүҙем , тырыш әсәй .

 Таһиров Фәнзил , әсәһе Әлиә Ринат ҡыҙы һәм өләсәһе Сәғиҙә Фазлетдин ҡыҙы менән

Музыка –выход

Таһиров Фәнзил

Яратҡан шөғөлө- әкиәттәр уҡыу,яратҡан төҫө – аҡ, бигерәк уйнарға яратам ти, Фәнзил

Әлиә Ринат ҡыҙы

Сәғиҙә Фазлетдин ҡыҙы:

Бәйге ҡоралдарын тапшырабыҙ.

-Әйҙәгеҙ, һеҙҙең Йөрәк һүҙегеҙ ниндәй?

  • Ҙур рәхмәт, йөрәк һүҙегеҙҙе ишеттек, баһалама ағзалары кәңәшләшкәнсе һорауҙарға яуап көтәбеҙ һеҙҙән
  • Нәркизә,ә һин бына беҙҙең директорыбыҙ, Гөлнара Зариф ҡыҙының кабинетында булғаның бармы берәй ваҡыт?
  • ООО, ә мин булғаным бар... Ярай, Нәркизә, уңыштар һиңә, Гөлнара Зариф ҡыҙының кабинетына, гел матур һүҙҙәр ишетергә генә инергә яҙһын һиңә, яраймы..
  • - Рәсилә Закир ҡыҙы, һеҙҙең теәктәрегеҙҙе ошо бәйгегә һәм бәйгеселәргә ҡарата ишетеп китке килә ине бөгөнгө көндә..
  • Фәнзил, ә бына ошо бәйгелә ҡатнашыр өсөн, ошондй матур шиғырҙы иҫтә ҡалдырыуы ауыр булдымы, әллә рәхәт кенә итеп ятланың да ҡуйҙыңмы уны?
  • Сәғиҙә Фазлетдин ҡыҙы, һеҙҙең өсөн бәхет нимә ул?
  • Әлиә Ринат ҡыҙы,һеҙҙең әлеге көнгә иң ҙур хыялығыҙ?
  • Ҙур рәхмәт, бәйгеселәр, жюриға һүҙ бирәбеҙ.
  • Икенсе турға үтеүселәр....
  • Ҡотлайбыҙ, уңыштар һеҙгә, ә хәҙер үҙ урындарығыҙға рәхим итегеҙ..

Музыка – выход

Хөрмәтле тамашасылар, бәйгебеҙҙең һуңғы парҙарын тыңларға ла ваҡыт етте. Бына улар, ҡаршы алабыҙ.

Сөләймәнова Азалия һәм Фәхретдинов Ильнур

Музыка- выход

Сөләймәнова Азалия: Белорет райны, Ҡарайылға ауылынан. Бәйләнергә ярата, Азалия, яратҡан ашы –борщ, төҫө- ҡыҙыл төҫ.

Илнур Фәхретдинов: Ҡыҙыл төҫтө яратам, сөнки ул – Еңеү төҫө тей Белорет районы Аҙнағол ауылы егете. Яратҡан ашы –былау.

Мәхмүтов Артем һәм Әғзәмова Азалина

Музыка- выход

Артем Әбйәлил районы, Байым ауылынан.Яратҡан ашы- манный бутҡаһы. Яратҡан китабы «Бесәй итектә » тип атала.

Азалина Илдар ҡыҙы. Ул ауылды бик ярата икән, сөнки унда бөтә нәмә лә матууур тей, Азалина. Яратҡан ашы- билмән.

  • Шиғриәт ҡоралдарын тапшырабыҙ, бәйгеселәргә.
  • Ҙур рәхмәт, жюриға уйланырға ваҡыт бирәйек.
  • Һорауҙар:
  • Азалия, бына һин бәйләргә яратаһың, ә кем һине өйрәтте, был шөғөлгә?
  • Илнур, бына Азалия бәйләргә ярата. Ә һин бәйләй беләһеңме?
  • Ә һинең шөғөлөң ниндәй?
  • Азалина, һин билмән яратаһың, ә үҙең бешереп ҡарағаның бармы?
  • Артем,ә һин үҫкәс кем булырға уйлайһың?
  • Баһалап бөттөләр, беҙҙең жюрилар. Шулай итеп икенсе турға үтеүсе парыбыҙ...

Музыка – туш

Ҙур рәхмәт, ҡотлайбыҙ һеҙҙе, урындарығыҙға рәхим итегеҙ..

  • Хөрмәтле тамашасылар, шулай итеп беренсе тур тамам.Әйҙәгеҙ тағы берҙе алҡышлап үтәйек бәйгеселәрҙе.
  • Икенсе тур беҙҙең булмай, сөнки проектыбыҙ яңы, беренсе ҡарлуғастарға һәр саҡ ауырыраҡ, шуға күрә,хөрмәтле баһалама ағзалары, хәҙер ошо икенсе турға сыҡҡан һигеҙ пар араһынан еңеүселәрҙе һайлап аласаҡ, уларға ваҡыт бирәйек. Ә тамашасыларға Йөрәк һүҙе тапшырыуынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.
  • Хөрмәтле жюриға еңеүселәрҙе иғлан итергә һүҙ бирәбеҙ.
  • Ҙур рәхмәт, барығыҙға ла уңыштар, йөрәк һүҙҙәрегеҙ бөтмәһен.